Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡара алтын” бында тыуған
“Ҡара алтын” бында тыуған“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда нефть табыла башлауҙың күркәм юбилейын киң билдәләй. Нефть сығарыуға ҡағылышы булған һәр төбәктә тантаналар үтә. Улар араһында иң мөһиме һәм сағыуының Ишембайҙа ойошторолоуы бер кемде лә ғәжәпләндермәйҙер. Тап ошо бәрәкәтле ерҙә, 1932 йылдың 16 майында, көндөҙгө ун икенсе яртыла данлыҡлы 702-се скважинанан фонтан булып нефттең тәүге тонналары бәреп сыға.
Салт аяҙ, йылы һәм ҡояшлы иртәлә Ишембайҙа нефткә ҡағылышы булған барса халыҡ ошо тарихи “өләсәй-скважина” янына йыйылды. Әйтергә кәрәк, тап “ҡара алтын” табыла башлауы Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалды һәм күптәрҙең яҙмышы ошо тармаҡҡа бәйләнде. Хәҙер был скважина янында матур тарихи урын барлыҡҡа килгән.
Сараға тулҡынланып килеүселәр, әлбиттә, ветерандар ине. Нефть сығарыу эшенең башында тороусылар йыл һайын кәмей барһа ла, бөгөнгө көндә иҫән һәр ветеран ҡәҙерле, уларҙың һәр береһе тарихи шәхес. Араларында “Башнефть”тең элекке генераль директоры Богуслав Сандурский, Ампир Сыртланов, Илдар Исхаҡов, Борис “Ҡара алтын” бында тыуғанЛесовой, Рим Әхмәров, Энгель Зәйнетдинов, Василий Судаков, Николай Седанов һәм башҡа билдәле кешеләр бар.
Өлкәндәр үҙ-ара хәтер ебен таратҡанда, ситтәрәк тулҡынланыу хисе кисергән бер төркөм йәштәр ҙә күҙгә ташланды. Улар күптән түгел генә уҡыу йорттарын тамамлап яңы эш башларға йыйынған белгестәр булып сыҡты. Күркәм байрамда ике быуын вәкилдәренең ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне, компанияла быуындар күсәгилешлелегенә ҙур иғтибар бирелеүенә ишара ине.
Тантана барышында тарихи “өләсәй-скважина” яңынан эшкә ҡушылды. Уны тоҡандырыу 2011 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы еңеүсеһе, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть һәм газ табыу буйынса операторы Ришат Ғилметдиновҡа тапшырылды. Бөгөн тарихи ҡомартҡыға әйләнгән скважинала нефть булмаһа ла, ул ветерандарҙың хәтерен яңыртып “эш башланы”.
“Ҡара алтын” бында тыуған— Нефтсе булыу — ауыр эш. Ул ябай ғына һөнәр түгел, ә ысын мәғәнәһендә сәнғәт, — тине “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик. — 80 йыл элек Башҡортостанда Рәсәйҙең нефть сәнәғәте киләсәгенә нигеҙ һалына. Һуғыш йылдарында республика донор төбәктәрҙең береһенә әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышында фронттағы һәр өсөнсө танкка башҡорт “ҡара алтын”ы ҡойолған. Унан һуң еңел булмаған 50-се, 60-сы, 70-се йылдар булды. Беҙ уларҙы ла бергә еңеп сыҡтыҡ. Бөгөн ветерандарҙы ихлас ҡотлап рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Һеҙ үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән Рәсәйҙә имен һәм мул тормош тәьмин иттегеҙ.
Александр Корсик әйтеүенсә, Рәсәйҙә 80 йыл буйына “ҡара алтын” табыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән башҡа предприятие юҡ. Иң башта төрлө ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан геологтары үҙ һүҙендә ныҡлы тора һәм, нефть юҡ тигән мөһөр һуғылһа ла, эҙләнеүҙәрен дауам итеп, әлеге һөҙөмтәләргә өлгәшә.
— Эш бит техникала һәм технологияларҙа ғына түгел, ә кешеләрҙә, уларҙың аҡылында, тырышлығында, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелеүендә. Илдәге иң оло нефть предприятиеһында эшләүебеҙ менән ғорурланабыҙ, — тип ул барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә ҡотланы.
Ветерандар исеменән тәбрикләү һүҙе менән Богуслав Сандурский сығыш яһаны, ул үҙе эшләгән йылдарҙағы хәтирәләр менән уртаҡлашты, дөйөм байрам менән“Ҡара алтын” бында тыуған барыһын да ҡотланы.
Компания өлкәндәргә ҙур хөрмәт күрһәтте. Һәр береһенә иҫтәлекле билдә һәм таҫма бүләк ителде. Киләсәккә ҡарап эшләгән компания үҙенең йәш хеҙмәткәрҙәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Утыҙға яҡын кешене нефтсе һөнәренә “бағышланылар”. Башта уларҙың һәр береһе нефтсе антын бирҙе. Етәкселектең: “Ә хәҙер “ҡара алтын”дың тәмен татып ҡарағыҙ”, — тип бер һауыт нефть килтереп сығарыуына йыйылыусылар аптырап та ҡуйҙы. Баҡтиһәң, уның тәмен татытыу өсөн... йәш белгестәрҙең битенә генә буяйҙар икән. Әйткәндәй, йәштәрҙең икәүһе генә гүзәл зат ине. Компанияның киләсәге булған йәштәр менән яҡынданыраҡ аралашыу форсаты ла тейҙе. Улар ошондай ҙур тарихлы һәм илдә уңышлы иҫәпләнгән йәмғиәттә эш башлауҙары менән ғорурланыуын һәм үҙҙәренә бағланған өмөттө аҡларға тырышасағын белдерҙе. “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Ильясов уларҙы тәбрикләп ауырлыҡтарға, шул уҡ ваҡытта һөнәри еңеүҙәргә әҙер булырға саҡырҙы.
Ветерандарҙың йәштәр һәм компания етәкселеге менән бергә “өләсәй-скважина” янындағы баҡсала ағас ултыртыуы быуындар күсәгилешлелегенә тағы бер сағыу миҫал ине. Байрамда ҡатнашыусылар киләсәктә йәш ағастарҙың 80 йыллыҡ юбилейҙы хәтерләтеп шаулап үҫеренә ышаныс белдерҙе.
“Башнефть”тең президенты Александр Корсик журналистарға компанияның киләсәге, социаль йүнәлештәге сәйәсәте тураһында һөйләне.
— Беҙҙә мөмкинлектәр ҙур. Башҡортостанда ғына йылына кәм тигәндә 15 миллион тонна нефть сығарыла. Геологтар яңы технологиялар ҡулланып тикшеренеү эше алып бара, уларҙың әйтеүенсә, әле нефть запасы күп йылдарға етерлек. Башҡортостандан ситтәге төбәктәрҙә лә нефть сығарыу әүҙем бара, беҙ әле лә киңәйеүҙе дауам итәбеҙ, аукциондарҙа ҡатнашабыҙ, өҫтәмә лицензиялар алабыҙ, — тине.
Александр Леонидович әйтеүенсә, улар заводтарҙы, етештергән тауарҙарҙы яңыртыу эшен артабан да дауам итәсәк. Заправка станцияларын арттырыу ҙа күҙаллана.
— Былар нимә тураһында һөйләй? Тимәк, республикала артабан да эш урындары буласаҡ, ҡаҙнаға һалымдар инәсәк. Ярҙамсы предприятиелар, сервис ойошмалары, машина эшләүсе предприятиелар өсөн эш буласаҡ, — тине Александр Корсик.
“Башнефть” социаль сәйәсәтте лә әүҙем дауам итмәксе. Компания президенты белдереүенсә, улар тәү сиратта үҙҙәренең кешеләре эшләгән төбәкте ҡарай. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәт барлыҡ республика халҡын да үҙ кешеһе итеп иҫәпләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки уларҙың ерендә урынлашҡан предприятие халыҡҡа файҙа килтерергә тейеш.
Артабан байрам тантаналары Ишембайҙың Ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте. Акционерҙар нефть компанияһының алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Энергетика министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең, Ишембай районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.
Сәхнәнән ҡотлау һәм тәбрикләү һүҙҙәре лә күп яңғыраны. Ветерандарҙы һәм компания хеҙмәткәрҙәрен Александр Корсик, “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Ильясов, Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин һәм башҡалар ҡотланы.
— Республика кимәлендәге мөһим сара бөгөн. Ишембайҙа табылған “ҡара алтын” ҡала һәм райондың үҫешенә ҙур этәргес бирҙе, — тине Марат Ғайсин. — Шул сәбәпле ҡала барлыҡҡа килде, райондың сәнәғәте һәм социаль инфраструктураһы үҫеште. Юлдар, социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлдө, күп эш урындары булдырылды. Ишембай — нефть тармағына бик күп яҡшы кадрҙар биргән төбәк. Барлыҡ нефтселәрҙе, ҡала һәм республика халҡын дөйөм байрамыбыҙ менән ҡотлайым!
Тантаналы концерт ойошторолдо. Сәхнәлә балалар бейене һәм йырланы. Әйткәндәй, уларҙың күбеһенең ата-әсәһе — ошо предприятие хеҙмәткәрҙәре. Ғөмүмән, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең киләсәккә ҙур иғтибар биреүе күҙгә ныҡ ташланды. Концерт барышында күрһәтелгән видеояҙмала компанияла эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең балалары нефть тураһында нимә белеүен, унан ниҙәр эшләнеүен әйтте. “Башнефть”тең Ишембай филиалының КВН командаһы үҙенең ҡыҙыҡлы һәм тапҡыр сығышы менән тамашасыларҙы шатландырҙы.
“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы, һис шикһеҙ, Башҡортостандың ғорурлығы һәм даны. Башҡорт нефте беҙҙең республиканы ил һәм донъя кимәлендә башҡорт балы менән бер рәттән танытыусы бренд иҫәпләнә. Ишембайҙар әлеге байрам менән уның ҡәҙерен ни тиклем белеүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 40

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 67

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 95