Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Йәйҙең шатлыҡ бүләк иткәне
Төрлө командировкалар хәтергә уйылған, ә бына Йәрмәкәй райо­нына һәр саҡ талпынып, күңел күтәренкелеге менән барам. Ҡасандыр республикабыҙҙың көньяғында үҙ хәбәрсе булып эшләгәнем өсөн генә түгел, сөнки бында эшһөйәр, тырыш халыҡ йәшәй, уңғандарҙың өлгөһөнә бүтәндәр ҙә эйәрә, йәштәрҙең бер-береһе менән ярышып тыуған яғында нигеҙ ҡороуы ҡыуандыра.

Сираттағы сәфәрҙә байрам шаһиты булдыҡ – район үҙәгендә тантаналы шарттарҙа балалар майҙансығы асылды. “Колобок” балалар майҙансығы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы төҙөлгән.

Көндөң ҡояшлы булыуын изгегә юранылар, юғиһә бер нисә көн элек ураҡсылар баҫыуға инмәҫлек итеп ҡойоп ямғырҙар яуып үткән икән. Төштән һуң иһә Йәрмәкәй ауылының Төҙөүселәр урамына йәше лә, ҡарты ла ағылды. Ә инде балалар коляскаһы эткән әсәйҙәрҙең күплеге байрамдың йәмен бигерәк тә арттырҙы.

Башта мәктәп уҡыусылары Азалия Хәбирова менән Динар Усманов дәртле бейеү күрһәтте, биш йәшлек ҡыҙыҡай миҙгелдәр алмашыуы тураһында шиғыр ятланы.

– Беҙҙе көтөлмәгән шатлыҡтар һәр ваҡыт ҡаршы алһын, – тине Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов. – Яңы ғына ҡурсаҡтай ҡыҙҙың, “Ә йәй беҙгә нимә бүләк итте?” тигән шиғыры барыбыҙға ла таныш. Ысынлап та, әлеге йәй балаларға бынамын тигән майҙансыҡ бүләк итте, был бик һөйөнөслө хәл.

Илшат Әмир улы йөҙҙәре май ҡояшылай балҡыған малайҙарға һәм ҡыҙҙарға боролоп, “бында һеҙгә оҡшаймы?” тип һорағанда, барыһының да бер тауыштан “эйе” тиеүе ошоно тағы берҙе иҫбатланы.

Майҙансыҡ һәр яҡтан уйланып ҡоролған: унда тәпәй баҫҡан сабыйҙар ҡомда уйнап рәхәтләнә, ҙурыраҡтар өсөн эйгестәр эшләнгән, үҫмерҙәргә турникта күтәрелеү йәки туп менән уйнау өсөн шарттар булдырылған.
Балалар майҙансығының 1 сентябрь алдынан асылыуы ҙур мәғәнәгә эйә. Был төбәк етәкселегенең лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлеүен дәлилләй.

Илдар АҠЪЮЛОВ.
Йәрмәкәй районы.
Әбүзәр МӨХӘМӘТЙӘНОВ, педагог-ветеран:
– Ғүмер буйы мәғариф системаһында эшләгән кеше булараҡ үҫмерҙәрҙең кисерештәрен яҡшы аңлайым. Әгәр ҙә яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ осҡоно уларҙың күңеленә бәләкәйҙән һалынһа, хәүефләнергә бер ниндәй ҙә урын юҡ. Иманым камил, ошо урындан балалар тауышы һәр саҡ яңғырап торасаҡ.

Ирнес БҮЛӘКОВ, хаҡлы ялда:
– Шатланып киләм бындай байрамдарға, шулай уҡ унан күңел бөтөнлөгө менән ҡайтып китәм. Минеңсә, ялын һәм буш ваҡытын файҙалы үткәргәндәр уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем.

Гөлнур ШАЯНОВА:
– Беҙ ирем Рөстәм менән Ҡазанда йәшәйбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанға йыш ҡайтабыҙ. Ҡайтҡан һайын яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күреп күңел һөйөнә. Әле лә, балалар өсөн уйын майҙансығы асыла, тигәс, бында ашыҡтыҡ. Бик матур, ҡала ерендәгенән һис кәм түгел. Уйнап та була, балаларын алып килгән ата-әсәләр өсөн дә ял урындары бар. Яҡташтарым өсөн шатланып бөтә алмайым. Артем исемле улыбыҙға әле ун ай ғына булһа ла, икенсе ҡайтыуыбыҙға уйнарлыҡ урын бар. Барыһына ла рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Эльвира ШӘҮӘЛИЕВА:
– Йәрмәкәй балалары өсөн генә түгел, йәш ата-әсәләр өсөн дә көтөп алынған шатлыҡ. Сабыйҙарҙы уйнарға алып килгәс, осрашыр, һөйләшер урын буласаҡ. Һәр микрорайонда, урамда майҙансыҡтар бар. Беҙҙең өсөн яҡында ғына асылыуы үтә лә ҡыуаныслы. Ирем Алмас менән Арсен һәм Искәндәр исемле улдар үҫтерәбеҙ. Балалар йөҙөндә йылмайыу күреү, шат тауыштар ишетеү әсәләр өсөн иң мөһиме бит ул. Барлыҡ ойоштороусыларға, төҙөүселәргә, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүселәргә рәхмәт.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ Район: Йәрмәкәй районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә