Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Был – беҙҙең ҡала”
“Был – беҙҙең ҡала”Октябрьский ҡалаһындағы “НефтеМодульКомплект” фәнни-етештереү предприятиеһы был төбәктә уңышлы эшләгән йәмғиәттәрҙән иҫәпләнә. Етәксеһе Рәмис Мамаев башҡаларға үрнәк булырлыҡ, сөнки ул компанияның иҡтисади хәлен яҡшыртыу менән генә сикләнмәй, социаль мәсьәләләрҙе лә даими хәл итә.

Рәмис Радик улына алты йәш булғанда, уның ғаиләһе күрше Татарстандан Октябрьский ҡалаһына күсеп килә.
– Ошо ҡалала уҡырға барҙым, ошонда үҫтем һәм йәшәйем. Өс балабыҙ менән уның урамдарынан йөрөйбөҙ. Был – беҙҙең ҡала, шуға ла бындағы мәсьәләләр беҙгә яҡшы таныш. Әлеге мәлдә ҡаланың яңы барлыҡҡа килгән 32-се биҫтәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы, спорт тренажерҙары, ял урыны юҡ. Шуға ла беҙ уны төҙөкләндереү тәҡдиме менән ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек, – ти эшҡыуар.
Асыҡлап әйткәндә, “НефтеМодульКомп­лект” предприятиеһы үҙ иҫәбенә был биҫтәлә футбол яланы, балалар майҙансығы, урам тренажерҙары һәм ял урыны булған заманса ихата төҙөргә тәҡдим иткән. Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев, эшҡыуарҙың был проектын хуплап, һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдергән.
Рәмис Мамаев – халыҡ араһынан сыҡҡан етәксе. Хеҙмәт юлын “Техснаб” предприятие­һында ябай слесарҙан башлап блоклы ҡорамалдар етештереү буйынса цех начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Шул ваҡытта кешеләр, етәкселәр, документтар менән эшләү тәжрибәһен туплай. Һуңынан, ҡатыны Лариса Нәзиф ҡыҙының кәңәше буйынса, үҙ эшен асырға ҡарар итә. Шулай итеп, 2010 йылда “Смак Ойл” компанияһына нигеҙ һалалар. Һуңынан уны “НефтеМодульКомп­лект” итеп үҙгәртәләр.
2011 йылда “Башнефть” компанияһынан ҡорамалдар етештереүгә ҙур заказ алалар, был иһә предприятиеға ныҡлап аяҡҡа баҫыуға тәүге ҙур этәргес көс була.
Йәмғиәт һәр заказды ваҡытында һәм сифатлы үтәп килә. Шуға ла уны Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә юғары технологиялы ҡорамалдар менән тәьмин иткән һәм хеҙмәт күрһәткән ышаныслы уҙаҡташ тип беләләр.
100-гә яҡын кешегә хеҙмәт урыны булдырған предприятие әле лә үҫеш юлында. Һуңғы ике йылда бында тулыһынса яңы ҡорамалдар ҡуйғандар, заманса етештереү линиялары сафҡа ингән. Былтыр Рәмис Радик улы, “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында ҡатнашып, етештереү өлкәһендә лауреат була.
Тормош иптәше Лариса Нәзиф ҡыҙы – компанияның коммерция директоры. Шуға ла социаль проекттар әҙерләү, эшселәрҙең ялын ойоштороу буйынса саралар үткәреү уның иңендә.
– Хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың балаларына шифаханаларға юлламаларҙы бушлай бирәбеҙ. Яңы йыл, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө кеүек байрамдарҙа балаларға бүләктәр тапшырабыҙ, ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Һаулыҡ, Нефтселәр, Ватанды һаҡлаусылар көнө кеүек иҫтәлекле көндәрҙе лә, байрамдарҙы ла коллектив менән билдәләйбеҙ, спорт уйындары үткәрәбеҙ, – ти Лариса Нәзиф ҡыҙы.
Предприятиеның изге ғәмәлдәре бының менән генә сикләнмәй. Компания Яңы йыл байрамы алдынан ҡалала йәшәгән аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, Ҡыш бабай менән өйҙәренә барып ҡотлап, бүләктәр тапшыра. “Ломая барьеры” конкурсы финалына сыҡҡан Максим Сорокинға ла улар ярҙам иткән. Шулай уҡ ҡалала бокс, футбол кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ күрһәтәләр. “Нефтсе” паркында барлыҡҡа килгән “Нефтселәрҙең хеҙмәт батырлығына” һәйкәле лә – Мамаевтарҙың изге эштәренең һөҙөмтәһе. Былтыр “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, 22-се мәктәптең тәҙрәһен алмаштырыу өсөн – 65 мең һум, 27-се балалар баҡсаһын ремонтлауға 25 мең һум аҡса биргәндәр.
Ысынлап та, Рәмис Мамаевтың изге эштәре күп һәм уларҙың һәр береһе һоҡланғыс. Ошондай социаль сәйәсәт алып барған, изге юлдан йөрөгән эшҡыуарҙарыбыҙ күберәк булһын, тип теләргә ҡала.


Автор: Рәмилә МУСИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Йәрмәкәй районында хакимиәт башлығы алмашынды

Йәрмәкәй районында хакимиәт башлығы алмашынды 17.10.2026 // Сәйәсәт

[isimage=thumb][/isimage]Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рауил ......

Тотош уҡырға 2

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте 06.10.2026 // Сәйәсәт

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте...

Тотош уҡырға 6

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы 05.10.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты Владимир Путин педагогтарҙы һөнәри байрамы, Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы....

Тотош уҡырға 6

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды 02.10.2026 // Сәйәсәт

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының эш йүнәлештәре билдәле булды

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының эш йүнәлештәре билдәле булды 02.10.2026 // Сәйәсәт

Туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында бөтәһе 34 комитет эшләйәсәк....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы 30.09.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 13

Рәсәй президенты РФ Ҡораллы Көстәренең штат һанын арттырҙы

Рәсәй президенты РФ Ҡораллы Көстәренең штат һанын арттырҙы 29.09.2026 // Сәйәсәт

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған....

Тотош уҡырға 11

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе 28.09.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – секретариат начальнигы итеп Татьяна Валерьевна ......

Тотош уҡырға 8

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты 25.09.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты...

Тотош уҡырға 11

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды 24.09.2026 // Сәйәсәт

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә