Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байҙың ыҙғышы, батшаның һуғышы бөтмәҫ
Ер йөҙөндә тиңлек, ғәҙеллек булырмы?

Байҙың ыҙғышы, батшаның һуғышы бөтмәҫДетектив әҙәбиәттән хәҙер китап шүрлектәре эйелеп тора. Мажаралы фильм ҡарайым тип, кинотеатр кассаһына төңкәләһе лә юҡ. Хәйер, “детектив әҙәбиәт” тигәнем ысын мәғәнәһендә аң, белем, хис таратҡан китаптар рәтендә йөрөй аламы икән? Улар ҙа, сит дәүләттәрҙән килеп, беҙҙең кинотеатрҙы баҫмаҡлап алған фильмдар, телевизор экрандарынан көн-төн һибелгән тапшырыуҙар һымаҡ, псевдо­мәҙәниәт, ташҡа үлсәйем, әҙәбиәт хәленә ҡалманымы? Башкиҫәрҙәр, бурҙар, намы­ҫын, погондарын аҡсанан түбән ҡуйған шәхестәр кемде ижадҡа дәртләндерә лә, китап сәхифәләренә уларға юлды кемдәр аса һуң?


Ҡәүемдәрҙе тәрбиәләгән ижад

Рус, башҡорт, сит илдәр классикаһын уҡып, ошо һүҙ, фекер гәүһәрҙәренә ғүмер баҡый әйләнеп ҡайта йөрөгән кеше булараҡ, бурлыҡ, бандитлыҡ “романтикаһына” ылыға алмамдыр. Лев Толстой, Иван Тургенев, Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Редьярд Киплинг, Джек Лондондарҙың илһамы, йәмғиәткә, тормошҡа, тәбиғәткә мөнәсәбәте менән бар булған, нисәмә быуын һәм тиҫтәләрсә ҡәүемдәрҙе тәрбиәләгән китаптар бөгөн кемдәр ҡулында икән? Экрандарҙан йөрәктәребеҙҙе ҡасандыр тетрәткән Сергей Герасимов, Иван Пырьев, Реваз Чхеидзе, Сергей Бондарчук тыуҙырған бөйөк фильм­дарҙы онотторорға тырышалар. Һәм был көсәнеү, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәй. Әүәл кино­залдарҙан беҙ рух алып, фильм геройҙарына оҡшау теләге менән сыға торғайныҡ. Хәҙер иһә унда — попкорн еҫе, ғәмһеҙ хихылдашыу, тамамланыу ахырын түҙемһеҙләнеп көтөү... Юғарыла телгә алған детектив авторҙары уҡыусыһын (айырыуса тормошта аң-тоңдо айырмаған йәш-елкенсәкте) яһалма ҡуйыртылған мажаралар, көс түкмәй генә байығыу “сослоғо”, һис ни алдында ла икеләнмәҫ “егетлек”, аҙғынлыҡты рухи азатлыҡ тип күрһәтеүе менән йәлеп итә.
Әхлаҡи йәһәттән тотош кешелектең хәле көнләшерлек түгел. Мәғриптә лә, мәшриҡта ла бихисап ҡәүемдәр, техник-технологик күтәрелеш осоро булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм деградация заманына килеп инде. Хискә бирелмәй фекер йөрөткәндә, бының төпкөл сәбәптәре ябай ғына һымаҡ. Улар — дәүләттәрҙең эске тормошонда ла, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә һаман тәрәнәйә барған тиңһеҙлек. Элегерәк бының сәбәптәрен беҙ колониаль ҡоролоштоң йәшәүенән эҙләй инек, йәнәһе, метрополиялар — күпселек осраҡта иҡтисади йәһәттән алдынғы урынды биләп өлгөргән Көнбайыш дәүләттәре — үҙ хакимлығын ихтыярһыҙлап таҡҡан илдәрҙәге һәммә нәмәне баҫып тотто, уларға сәнәғәтте, фәнде, мәҙәниәтте үҫтереү хәстәрлеген башкөллө онотто тип иҫәпләй килдек. Был ышаныуҙа, бәлки, ғәҙеллек булғандыр, сөнки Икенсе донъя һуғышы тамамланып, Бөйөк Британия, Франция, Бельгия, Голландия, Япония, Германия ҡулы аҫтында көн иткән илдәр бойондороҡһоҙлоҡҡа бер-береһенән күрмәксе ынтыла башлағас, Көнбайыштағы хужа булып өйрәнгән дәүләттәр ҡаушап ҡалғандай итте. Шуға күрәлер Голландия, Германия, хатта Япония ла, үҙ хаким­лығынан бигүк сытыраймай баш тарта алды. Ләкин колониализмдың тарҡалыуы бер генә тарафта ла ғәмәлдә сәйәси низағһыҙ, хатта ҡораллы ҡан ҡойошһоҙ үтмәне.

Фекерҙе сикләй төшһәк...

Көнбайыштың бәғзе дәүләттәре — Голландия, Бельгия — үҙ хакимлығындағы Азия, Африкалағы колонияларын ҙур һуғышһыҙ-ниһеҙ мөстәҡиллеккә ебәрһә, Бөйөк Британия, мәҫәлән, ундай ерҙәрен Лондондың сәйәси йоғонтоһонда тотоу сараларын хәстәрләне. Быға, әйткәндәй, нигеҙ быуаттар элек һалынғайны, Канада, Австралия, Һиндостан, хәҙерге Көньяҡ Африка Республикаһында инглиз теле берҙән-бер дәүләт теле булып килде. Англия хакимлыҡ иткән дәүләттәрҙә ил эсендәге рәсми аралашыу, техник әҙәбиәт, дипломатик ғәмәлдәр фәҡәт инглиз телендә башҡарылды. Ғөмүмән, тел факторы Англияның әүәлге биләмәләрен Британия милләттәр теләктәшлеге (БСН) тигән формаль берләшмәгә тупларға һәм Канада, Һиндостан, Австралия, Көньяҡ Африка Республикаһы кеүек ҡеүәтле дәүләттәрҙе йүгәндә тоторға мөмкинлек бирҙе.
Был юҫыҡта фекерҙе сикләй төшөп, шуны ғына өҫтәйек. Күп йылдар колония хәлендә йәшәгән дәүләттәр, кемдер күҙ алдына килтергәнсә, бөлгән, наҙан, хәйерсе түгел. Һиндостан, Австралия, Канада, Көньяҡ Африка Республикаһының алдынғы илдәр рәтендә йөрөүе — ошоға дәлил. Һинд дуҫтарыбыҙ хәҙер Көнбайыш менән дә, Көнсығыш менән дә аяҡ терәп һөйләшә ала, Һиндостан Республикаһы, Ҡытай һәм Рәсәй менән бергәләшеп, Америка Ҡушма Штаттарының донъя идаралығында үҙе генә хакимлыҡ итеүен сикләү юлында тора.
Йәнә лә шул: инглиздәр, француздар һәм башҡа метрополия дәүләттәре, колонияларына мөстәҡиллек биргәндә лә, ул илдәрҙә көнитмеште бигүк көсәнмәй дауам итеү өсөн кәрәкле сәнәғәт һәм көнкүреш инфрас­труктураһын ҡалдыра алған. Ошо һүҙемде ҡеүәтләп, ябай ғына бер миҫал. 1981 йылдың сентябрендә миңә сәнғәт, әҙәбиәт, һаулыҡ һаҡлау йүнәлештәрендә эшләгән кешеләрҙән тупланған туристар төркөмөн Вьетнам Социалистик Республикаһына алып барыу йөкмәтелгәйне. Сәфәр алдынан шик-шөбһәгә бирелгән һәр төрлө иҫкәртеү-киҫәтеүҙәр булды. Был тәбиғи, сөнки Вьетнамды Америка ғәскәрҙәренең ҡалдырып китеүенә һәм ундағы марионетка хакимдарҙың илде ташлап ҡасыуына биш йыл да үтеп өлгөрмәгән. Һәр тарафта — харабалар, юл ситтәрендә — ватыҡ техника, американдарҙың әүәлге авиабазаһы булған Данангта яндырылған, ҡыйралған тау-тау самолет ҡалдыҡтары. Ләкин иң әрнеткәне — вьетнамдарҙың йөҙөнән һис ҡасан да юйылмай торған йылмайыу һәм... тоталь хәйерселек, ябай халыҡтың әсе мохтажлығы.
Көнсығыш ҡәүемдәре ысын хис-ниәттәрен йылмайыу аҫтына йәшерә белә. Вьетнамдағы дуҫтар ҙа ике һүҙҙең береһендә, руссалап, “французские колонизаторы” һәм “американские агрессоры” тигән өйрәнгән һүҙҙәрен ҡабатлай-ҡабатлай, беҙҙе утыҙ йыл барған һуғышта һис йәнселмәгән, һаман беҙ хыял итә генә торған тип-тигеҙ шоссе юлдарҙан йөрөттө. “Колонизатор” һәм “агрессор” һүҙҙәрендә баҫым уларса һуңғы ижеккә төшә. Әммә хәл унда ла түгел, инглиздәр, француздар иҙеүе аҫтында яфаланған элекке колониялар ышаныслы күтәрелеп киткән, Вьетнам хәҙер “Көньяҡ-Көнсығыш Азия юлбарыҫтары” тип йөрөтөлгән ҡеүәтле дәүләттәр рәтендә. Элек күп йылдар Советтар Союзының хәйриә ярҙамын көтөп йәшәгән ил бөгөн Рәсәй менән танау сөйөп һөйләшә. Был дәүләт геостратегик йәһәттән ифрат уңайлы урында ята, үҙҙәренең ошо өҫтөнлөгө менән вьетнам дуҫтар отошло файҙалана.

Көрәштең асылы нимәлә?

Мәсьәләгә икенсе яҡтан ҡарағанда, донъяның иҡтисади-сәйәси ҡоролошо, мөнәсәбәттәр, алыш-биреш, сауҙа мәсьәләләре ғәҙел түгел. Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡ хасил булған “алтын миллиард” тиңлек, ғәҙеллек тураһында уйларға ла, ишетергә лә теләмәй. Матбуғатта әленән-әле күренеп ҡала торған “Бильдерберг клубы” тигән ойошма-фантом ғәмәлдә донъя хөкүмәте ролен үтәй һәм кемде үҙ итеү, кемде ситләтеү уның ихтыярында. “Алтын миллиард” хужаһының кем икәнлеге ошонан да аңлашыла.
Икенсе донъя һуғышы барышында милли-азатлыҡ идеялары колониаль ҡоролоштоң емерелеүенә килтергәс, Азия, Африка, Латин Америкаһы ҡитғаларында хөрриәт, тиңлек, социаль ғәҙеллек хыялдары бәғзе илдәрҙә доктрина рәүешен ала башланы. Тиңлек һәм ғәҙеллек, матди байлыҡтарға берҙәй үк хоҡуҡ талап иткән радикаль хәрәкәттәр хакимлыҡ теҙгенен ҡулдан ысҡындырырға теләмәгән ысын хужаларҙың ҡаршылығына осраны.
Ошондай бәхәстәр, дипломаттарҙың итәғәтле мөғәмәләһенән, сәйәсмәндәрҙең аҙағы күренмәҫ сафсатаһынан уҙып, бәйһеҙ-теҙгенһеҙ ризаһыҙлыҡ хәрәкәте булып урамдарға һибелде. Ғәрәптәр, мәҫәлән, күп быуаттар әүәл белем, ғилем, мәҙәниәт, уйлап табыуҙар йәһәтенән ул саҡтағы томана бриттарға, нормандтарға, алмандарға өлгө булып та, хәҙер ниңә кәмһетелгән, икенсе-өсөнсө сортлы ҡәүемдәр хәленә ҡалыуы тураһында уйланмай тиһегеҙме? Мәсьәләнең сәйерлеге йәнә шунда: ғәрәп, Латин Америкаһының (Венесуэла) күпселек илдәренең аяҡ аҫтында, әле булһа, төбө күренмәҫтәй нефть күлдәре мөлкөлдәп ята. Тәбиғәт мөғжизәһе менән хасил булған һәм ҡулға инергә үҙенән-үҙе атлығып торған хазинанан баш тартырға теләгән иҫәүәндәр әлегә табылғаны юҡ. Ғәрәп донъяһы, Венесуэла халҡы иһә хәйерселектә, томаналыҡта көн итә. Тотош ғәрәп илдәре етештергән эске милли продукт яңғыҙ Испанияныҡы менән дә тиңләшә алмай. Фән һәм технология йүнәлешендәге тикшеренеүҙәргә Израилдә тотонолған аҡса башкөллө ғәрәп донъяһындағынан күберәк.
Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй, ҡатмарланыу юлынан барһа, тәүбә-тәүбә, мосолман донъяһы менән Көнбайыштың милләт-ара, дин-ара бәрелешкә юлығыуы ла ихтимал. Африка, Яҡын Көнсығыш илдәренән миллиондарса мигранттарҙың Европаға әлеге ябырылыуы бахырлыҡ менән тәкәббер­лектең йөҙгә-йөҙ килеүе булып, бер мәл яйланыу өмөтөнән яҙҙырмаһа ярай ҙа. Әгәр ул цивилизациялар араһындағы принципиаль көрәшкә барып олғашһа?..
Һүҙем һуҙылыбыраҡ китте, уға нөктә ҡуйырға ла ваҡыттыр. Әммә һығымта шул: һәр көрәштең, һуғыштың асылында хакимлыҡ, байлыҡ ята. Бында Көнбайышты мөкиббән китеп ғәйепләү ҙә, Рәсәйҙәге сәйәсмәндәрҙе, мөлкәтлеләрҙе күҙ йомоп яҡлау ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Байлыҡ, хакимлыҡ һис ҡасан да идеаль әхлаҡи сафлыҡта булмай. Нефткә яҡынайған кешенең ҡулына барыбер тау майы йоғоп ҡала, алтындан әҙәм аҡтыҡҡы аҡылынан яҙа, хакимлыҡ әле ете ҡат йыһанға осора, әле йәһәннәм төпкөлдәренә атып бәрә. Батшаларҙың һуғышы, байҙарҙың ыҙғышы, донъяның болаһы һис ҡасан да бөтмәҫ ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 437

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 392

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 485

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 530

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 430

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 535

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 391

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 410

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 466

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 389

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 257

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 379