Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Төньяҡ Кавказ. Дауылдан һуң тауҙар тынырмы?
Май айында Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозныйҙа бер төркөм боевиктар (был һүҙ рус телендә ҡулланыуға 1905 – 1907 йылғы инҡилап осоронан инеп ҡалған, эшселәр дружинаһы ағзаһы тигәнде аңлата. Хәҙер иһә законлаштырылмаған хәрби ойошманың һалдаты мәғәнәһендә йөрөй, башҡортса матбуғатта ла шул килеш нығынды) сиркәүгә һөжүм иткәндә хәтһеҙ халыҡ һәләк булды. Ғөмүмән, Чечняла Рамзан Ҡадиров ҡаты ҡул менән идара иткән, гөлт итеп тоҡанырға әҙер торған төбәктә тәртип урынлаштырһа ла, Чечняла ла, Дағстанда ла, дөйөм алғанда, тотош Төньяҡ Кавказда һиллек тотороҡланды, тип раҫларға иртәрәк әле.


Башҡорт халҡының мифологияһына Кавказ — Ҡаф тауы, донъя сигендә ятҡан, аръяғында дейеүҙәр, ен-бәрейҙәр генә йәшәгән бик бейек тауҙар булып инеп ҡалған. Әкиәтте ысынбарлыҡ менән йәнәш ҡуйыу етди эш түгелдер, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта Советтар Союзы тарҡалғандан алып Төньяҡ Кавказдың Рәсәйҙә иң тынысһыҙ, хатта хәүефле лә биләмә булып ҡалыуы бәхәс тыуҙырмай. Илебеҙ халҡының байтағы был төбәкте террористик һөжүмдәр, янъялдар, ҡасаҡтар һәм тотороҡһоҙлоҡ менән йәнәш күҙ алдына килтерә. Бындай фекерҙең ватандаштарыбыҙ аңында тамырланыуы өсөн етди сәбәптәр бар. Шулай, әүәлге СССР биләмәләрендәге туғыҙ ҡораллы янъялдың икәүһе Төньяҡ Кавказ өлөшөнә төштө. Тәүгеләрҙән булған 1992 йылғы осетин-ингуш низағы уҡыусының хәтеренән юйылып өлгөрмәгәндер.
Аҙна буйы барған ҡораллы бәрелештән һуң уны баҫыуын-баҫтылар ҙа, әммә янъялға сәбәп булған мәсьәләләр оҙаҡ йылдар хәл ителмәне. Икенсеһе — Чечняла йөҙгә-йөҙ килеү. Әйткәндәй, бындағы бәрелеш ифрат ҡатмарлы процестың тышҡа һирпелеп сығыуы булғандыр, сөнки, бер яҡтан, Үҙәк менән “сепаратистик төбәк” бысаҡҡа бысаҡ килһә, икенсенән, республиканың үҙендә донъяуи милләтселәр ҙә, ислам дәүләте яҡлылар ҙа, суфыйҙар ҙа, салафиттар ҙа уртаҡ фекергә килә алмай оҙаҡ маташты. Ошо мәсьәләләр хаҡында, хәрби кеше ҡарашынан сығып, әлбиттә, Чечняла тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан 58-се армия командующийы Геннадий Трошев “Моя война. Чеченский дневник окопного генерала” тигән китабында бәйән итә.
90-сы йылдар дауамында Төньяҡ Кавказ үҙ алдына иғлан ителгән административ берәмектәр иҫәбе йәһәтенән рекорд ҡуйҙы, Ҡарасай-Черкес Республикаһында ғына улар бишкә (!) етте. Федерация субъекттарын этник принцип буйынса бүлгеләргә маташыуҙар булды. Ичкерия Чечен Республикаһы ғәмәлдә алты йыл буйы Рәсәйҙең сәйәси-хоҡуҡи йоғонтоһон һанға һуҡмай йәшәне. Дағстанда “Айырым ислам биләмәһе” бер йыл көн итте, унда рәсми хакимиәт тә, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла юҡ ителгәйне, шәриғәт суды индерелгәйне. Дағстандағы хәлдәрҙең, унда милицияның элекке генерал-полковнигы, Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары, тәжрибәле сәйәсмән Васильев Владимир Абдуалиевич республика хакимы итеп ебәрелһә лә, ҡайһы яҡҡа ауышыры билдәһеҙ ҡала.
Шул уҡ ваҡытта, мәғлүмдер, 2000 йылдар башынан Рәсәй дәүләте менән йәмғиәтенә янаған хәүеф булараҡ, этник сепаратизм йыһат — изге һуғыш, тарафынан артҡы планға ҡыҫырыҡланды. Был Төньяҡ Кавказдағы үтә ҡыҙыу урындарҙың географияһын үҙгәртте. Әгәр 90-сы йылдарҙа һәм 2000 йылдарҙың башында иң хәүефле төбәк тип Чечня һаналһа, хәҙер үҙенсәлекле “беренселек” Төньяҡ Кавказдағы иң ҙур һәм халҡы ла күп булған Дағстанға күсте. Был “алдынғылыҡ” әле булһа һаҡлана. Ике меңенсе йылдарҙың икенсе яртыһында ҡораллы подполье Ингушетияла һәм төбәктең көнбайыш өлөшөндәге сағыштырмаса тыныс һаналған Ҡабарҙа-Балҡар республикаһында әүҙемләште. Әйткәндәй, Республиканы советтарҙан аҙаҡҡы йылдарҙа Төньяҡ Кавказдың “йоҡоға талған сибәркәйе” тип йөрөтә торғайнылар.
Уҙған осорҙарҙы хәтерләгәндә, шул үҙенсәлек күҙгә ташлана. 90-сы йылдарҙа иң ҙур хәүеф төрлө кимәлдәге властарҙың сепаратсылар менән ҡораллы, асыҡтан-асыҡ бәрелеше булһа, ике меңенсе йылдар уртаһынан илдең именлегенә янаған оло ҡурҡыныс террористик һөжүмдәр рәүешен алды һәм улар йыш ҡына Төньяҡ Кавказ сиктәренән ситкә сыға башланы. 2010 йылда баш ҡала метроһындағы шартлауҙар, Мәскәүҙең Домодедово аэропортындағы 2011 йылғы теракт, 2014 йыл алдынан Волгоградтағы һәм Пятигорск ҡалаһындағы теракттар серияһы тотош илде тетрәндерҙе.
Төньяҡ Кавказ тураһында һүҙ алып барғанда, мәсьәләнең йәнә бер яғына иғтибар итмәү мөмкин түгел. Советтар Союзы тарҡалып киткәне бирле Төньяҡ Кавказ сит-ят яҡтарҙың да ҡарашын үҙенә тартып тора. Төбәктәге хәлдәр төрлөсә әүеш-тәүеш итеп тикшерелә.
Кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү, террористик хәүефтең һис кенә лә кәмемәүе һәм, әлбиттә, дөйөм алғанда, именлек мәсьәләләре тураһында фекер алышҡанда ҡараштар үҙгәрә торҙо. Был үҙгәреүҙәр Рәсәй менән Көнбайыш араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ни хәлдә һәм ни кимәлдә булыуы менән бәйләнгән. Көнбайыш, айырым алғанда — АҠШ, сепаратсыларҙы “баш күтәреүселәр, ихтилалсылар” тип атап, уларға һәр төрлө сәйәси, аҡса, ҡорал ярҙамы күрһәтергә тырышты. Бер үк ваҡытта Америка Рәсәйҙе Кавказда көстө самаһыҙ ҡулланыуҙа ғәйепләне. Бөгөн беҙҙең ил менән дуҫ булыуын уңайы сыҡҡан һайын күрһәтергә тырышҡан Төркиә Төньяҡ Кавказдағы “туғандаш халыҡтарға” һәр даим булышлыҡ итә килде. Рәсәй етәкселеге менән Төркиә етәкселегенең ҡурдтар мәсьәләһендәге аңлаша алмауы ла хеҙмәттәшлеккә ҡамасаулай алмай.
Хәҙер бөгөнгө көн, Яҡын Көнсығыш һәм, әлбиттә, Төньяҡ Кавказ тураһында йомғаҡлап бер кәлимә генә.
Иң әсе халыҡ-ара мәсьәләләрҙең береһе булып Сүриә менән Ираҡ ҡала килә. Сүриәләге граждандар һуғышында һәм Ираҡтағы ваҡиғаларҙа Төньяҡ Кавказда йәшәүсе ҡәүемдәрҙән меңдәрсә кешенең ҡатнашыуы Рәсәйҙең эске сәйәсәтендә лә, уның Көнбайыш менән мөнәсәбәттәрендә лә, теләйбеҙме, юҡмы, барыбер эҙ ҡалдыра. Ислам белгесе Әхмәт Ярлыҡаповтың әйтеүенсә, “Ислам дәүләтенә” ҡушылған, шулай уҡ уның яғында һуғышҡан кавказдар күп кенә: салафиттарҙың әйтеүенә ышанғанда, улар 2014 йылда етенән ун процентҡа ҡәҙәр тәшкил иткән. Ярлыҡаповтың фекеренсә, Төньяҡ Кавказдың үҙендә лә етди үҙгәрештәр бара, исламистик бер хәрәкәт икенсеһен ҡыҫырыҡлай. Бер үк ваҡытта Сүриәлә һәм Ираҡта ҡыйратылған “Ислам дәүләте” боевиктарының ҡалдыҡтары йә Төньяҡ Африкаға, күпселегендә Афғанстанға, байтағы Төньяҡ Кавказға һәм Урта Азия республикаларына күсенә. Тимәк, был мәсьәлә Мәскәү менән Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәре, Көнбайыш менән мөнәсәбәттәренә йоғонто яһауын дауам итә.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә