Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тыныслыҡ өсөн тырышлыҡ кәрәк
Франция президент һайланы, АҠШ-та ла быға әҙерлек бара, Һиндостан ядро ҡоралына һынау үткәрҙе, ә Рәсәйҙә сәйәси фирҡәләр әүҙемләшә. Аҙнаның ошо ваҡиғаларына туҡталып китәйек.

Көтөлмәгән һөҙөмтә

22 апрелдә Францияла президент һайлауҙары булды. Илдең юғары вазифаһына ун кеше, шул иҫәптән өс ҡатын-ҡыҙ дәғүә итте. Кандидаттар араһында илдең ғәмәлдәге президенты Николя Саркози ҙа бар ине. Аналитиктар мотлаҡ ике тур булыр тип фаразлағайны, уларҙың юрағаны юш килде, бер кандидат та тейешле тауыш йыя алманы. Ә ғәмәлдәге ил президенты Николя Саркозиҙың үҙ дәғүәсеһенән кәмерәк тауыш йыйырын берәү ҙә көтмәгәйне. Тәүге тур һөҙөмтәләре буйынса Социаль партия лидеры Франсуа Олланд — 28,6, ә Николя Саркози 27,1 процент тауышҡа эйә булды. Өсөнсө урында — “Милли фронт” лидеры, ҡатын-ҡыҙ кандидат Марин Ле Пен. Ул һайлаусыларҙың 18 процент тауышын йыйыуға өлгәшкән. Тағы ла ике кандидаттың тауышы 8–11 процент булһа, ҡалғандарыныҡы 3 процентҡа ла етмәй. Николя Саркозиҙың тәүге турҙа еңелеүе көтөлмәгәнерәк булһа ла, хәл-ваҡиғаларҙың бындай боролош алырын тоҫмалларға мөмкин ине. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа Францияның тышҡы сәйәсәте менән риза булмаусылар арта төшкән. Франция быға тиклем гел генә либераль позицияла тороп, сетерекле хәлдәрҙе дипломатик юл менән хәл итеү яҡлы ине. Николя Саркози хакимлыҡ иткәндә Ливияла Муаммар Каддафи режимын ҡолатыу өсөн Франция башлап йөрөүсе ролендә булды. НАТО ғәскәрҙәре сафында француз самолеттары беренсе булып Ливияны бомбаға тота башланы. Унан килеп, Франция Сүриә мәсьәләһендә лә агрессив икәнлеген күрһәтте. Иранға теш ҡайрау буйынса ла АҠШ-тан һис тә ҡалышманы. Ошондай шарттарҙа илдә Николя Саркози сәйәсәте менән риза булмаусыларҙың арта төшөүенә ғәжәпләнәһе түгел. Европа союзындағы финанс көрсөк мәсьәләһе лә Саркози файҙаһына түгел. Әммә ул әлегә бирешергә теләмәй. 6 майҙа үтәсәк икенсе турҙа дәғүәсеһен еңеп сығырға ниәтләй. Теледебаттар 2 майға билдәләнгән.

Йән тартмаһа ла, ҡан тарта

АҠШ-та ла ноябрҙә үтәсәк президент һайлауына әҙерләнәләр. Демократтар партияһынан илдең ғәмәлдәге президенты Барак Обама берҙән-бер кандидат булып торһа, Республика партияһы яҡлылар ҙа кемгә өҫтөнлөк бирәсәген ошо арала хәл итте. Быға тиклем Республика партияһынан президентлыҡҡа дәғүә итеүсе өс кандидат булһа, яңыраҡ Массачусетс штатының элекке губернаторы Митт Ромниҙы Барак Обаманың төп дәғүәсеһе итеп билдәләнеләр. АҠШ-тың вәкилдәр палатаһы спикеры Джон Бонэр ҙа Митт Ромниҙы яҡлаясағын белдерҙе. Дүрт йыл идара итеү осоронда Барак Обаманың да “яҙа атыу”ҙары бар. Тышҡы сәйәсәттә шул уҡ Ливия, Мысыр, Сүриә, Афғанстан мәсьәләһендә, Рәсәйҙең ҡаршылығына ҡарамайынса, Европала ПРО системаһы урынлаштырырға тырышыу, илдәге финанс көрсөк уның файҙаһына тип әйтеп булмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Барак Обаманың тәүге турҙа уҡ еңеп сығыу мөмкинлеге бар. Быны праймериз һөҙөмтәләре лә асыҡ күрһәтә. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Барак Обама дәғүәсеһенән 9 процентҡа күберәк тауыш йыйған. Бының сере ябай, ти аналитиктар. АҠШ халҡының яртыһынан күберәген тиерлек ҡара тәнлеләр тәшкил итә, һәм ил тарихында ҡара тәнлеләр вәкиленең беренсе тапҡыр президент итеп һайланыуы, уны икенсе мөҙҙәткә лә ҡалдырыу теләге көслө, тип бара улар. Ысынлап та, йән тартмаһа ла ҡан тарта, тиҙәр. Алып барған сәйәсәтенә ҡарамайынса, уның ҡара тәнле булғаны өсөн өҫтөнлөк биреүселәр күп. Ҡайһылай ғына булмаһын, АҠШ президенты булып кем генә һайланмаһын, Рәсәй менән дуҫ йәшәһен ине был ил. АҠШ менән бүлешер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Идеологиябыҙ күптән инде уртаҡ. Улар ҙа, беҙ ҙә тырышып-тырмашып капитализм төҙөйбөҙ. Шуға ла “һалҡын һуғыш” осорондағы кеүек ярышып ҡоралланыу, бер-береңә хәүеф менән янау ике яҡ өсөн дә файҙаға түгел.

Һиндостан да ҡораллана

Рәсәй менән АҠШ ҡорал артынан ҡыуыуҙы туҡтатҡан бер мәлдә, башҡа илдәр бының менән мауығып китте, ахырыһы. 19 апрелдә Һиндостан “Агни-5” баллистик ракетаһын һынап ҡараны. Белгестәр билдәләүенсә, бындай типтағы ракета менән 5 мең саҡрым алыҫлыҡтан атып та сәпкә тейҙереп, ҡаршы яҡтың көстәрен юҡ итеп була. Быға тиклем ошондай ракеталар Рәсәй, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Франция кеүек илдәрҙә генә бар ине. Әле килеп Һиндостандың ошо исемлекте тулыландырыуы тыныслыҡҡа алып килмәйәсәк, әлбиттә. Уларҙың Ҡытайға ҡаршы ҡоралланыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡытай әле был илдән күп йәһәттән өҫтөн тора. Һиндостанға ҡарап Пакистан да хәрби ҡеүәтен арттыра бара. КХДР ҙа ҡоралланыуын дауам итеп, күрше-тирә илдәргә ҙур хәүеф менән янай. Көньяҡ Корея разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, КХДР әле атом бомбаһына ер аҫты һынауы үткәрергә йыйына. АҠШ иһә Ҡытайҙы КХДР-ға ҡорал әҙерләшеүҙә ғәйепләп сығыш яһай. Ошондай шарттарҙа Рәсәйгә дөрөҫ дипломатик сәйәсәт алып барыу, әлеге илдәр менән килешеп йәшәү генә маҡсатҡа ярашлы.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының комитет етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе
Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә 28.04.2026 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе демография өлкәһендә даими пропагандалау системаһын формалаштырыу буйынса әүҙем ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 27.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай 23.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай...

Тотош уҡырға 3

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне 22.04.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне...

Тотош уҡырға 3

Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы

Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы 21.04.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров һәләк булған янғын һағы водителенең ғаиләһенә ярҙам тураһында әйтеп үтте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан Президенты менән осрашыу хаҡында ентекләберәк һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан Президенты менән осрашыу хаҡында ентекләберәк һөйләне 21.04.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров  Милли медицина   тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты

Радий Хәбиров Милли медицина  тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты 16.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә академик Евгений Шляхто төбәктең кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ......

Тотош уҡырға 4

Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне 10.04.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы бренды

Башҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы бренды 07.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡорт милли кейеме – Рәсәйҙең яңы бренды...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә