Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Англосакстар беҙгә ҡаршы һуңғы “тәре походы”н ойошторҙомо?
Англосакстар беҙгә ҡаршы һуңғы “тәре походы”н ойошторҙомо?Ләкин был әле цивилизациялар бәрелеше түгел

Уйлау һәләтен һаҡлап ҡалған һәр кемде берсә ялҡында өткән, берсә боҙло һыу менән ҡойондорған бола ла, аптыраулы ла ваҡиғаларҙың айышына айыҡ аҡыл менән төшөнмәҫлек заманға килеп еттек. Рәсми сығанаҡтар ябай халыҡты идара итеүсе даирәләрҙең мөнбәренән тороп әүрәтергә, тынысландырырға, хатта сәбәбе булмаһа ла, маһайтырға тырышҡан була. Мәскәү телеканалдары иһә осо-аҙағы күренмәгән ток-шоу йә бәғзе шәхестәр тормошоноң сит күҙҙәр өсөн тыйылырға тейешле мөйөштәренән сүп эҙләү менән мәшғүл. “Гәзитсе менән тауыҡ араһында ниндәй айырма бар?” — тип һорай торғайны беҙҙән журналис­тикала ҙур тәжрибә туплаған ағайҙар һәм үҙҙәре үк яуап ҡайтара: “Тауыҡ, брат, тиҙәк араһынан ем таба, ә ҡулына ҡәләм тотҡан кеше йыш ҡына ем бар ерҙә лә буҡ эҙләй...”

Әйткәндәй, яҙышыусылар баҡсаһына улай йәмһеҙ таш ташлау, бәлки, рес­публикабыҙҙа эшләүсе журналистарға туранан-тура ҡағылмайҙыр. Һәр хәлдә, кәмселектәрҙе эҙләү һәм күтәреп сығыу ғәҙәте тәнҡитле матбуғатҡа ғына хас күренеш.
Әммә бөгөнгө маҡсатым ошо юҫыҡта оҙон тәбәрәккә төшөү түгел ине, шуға күрә һүҙҙе һәр кемебеҙҙең күңелен өйкәп торған дәүләт-ара мөнәсәбәттәр яғына бормаҡ­сымын.
Был хәлдән ҡалған йөрәк һыҙлауы әле булһа баҫылаһы түгел. Ҡорбан бирмәй генә үткәргән һуғыштарҙы тарих белмәй, юғалтыуҙар әсеһен дәүләттең һуңлап тапшырылған бүләктәре лә, тау-тау вәғәҙәләр ҙә юя алмай. Ләкин әселәрҙең дә иң әрнеткәне — хыянат. Хәҙерге донъя­ла: “Аҡсаға һат, әммә аҡсаға һатылма”, — тигән теләк-аманат буш һүҙ генә булып ҡалды. 2015 йылдың ноябрендә Төркиә Рәсәй истребитель-бомбардировщигын һис уйламағандан бәреп төшөргәс, халҡыбыҙ тәүҙә шаңҡып ҡалғандай булды, унан инде асыу һәм ярһыу күкрәктәрҙе ярырҙай булып ташып сыҡты. Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында һәм Интернетта ҡон алырға саҡырыу бермә-бер көсәйҙе.
Мәскәүҙәге Төркиә илселеге таш һәм йомортҡалар ҡойоно аҫтына эләкте. Ә Рәсәй телевидениеһындағы төп сәйәси ток-шоуҙы алып барыусы бәреп төшөрөл­гән самолетты экс-герцог Франц Фердинандты үлтереү менән сағыштырҙы. Хәтерегеҙҙә булһа, ошо хәл заманында Беренсе донъя һуғышының башланыуына сәбәпсе булғайны.
Халҡының үс алыуға саҡырыуына ҡыйыу фекерле лидерыбыҙ нисек яуап бирҙе һуң? Төрөк емеш-еләген һәм йәшелсәһен беҙгә ташыуҙы туҡтата торған фарманды имзаланы, Төркиәгә чартер рейстарын һәм турист булып барыуҙы сикләне, визаһыҙ ғына йөрөү ҙә бөттө. Путин: “Төрөктәр помидор менән генә ҡотолоп ҡала алмаясаҡ”, — тип ҡәтғи киҫәтһә лә, әлбиттә, “асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит” тигән халыҡ аҡылын да онотоу мөмкин түгел. Өҫтәүенә Президенттың эргәһендәгеләр, янъял ҡуйыра барған хәлдә, энергетика сығанаҡтарының Төркиә йүнәлешендә оҙатылыуында етди проблемалар килеп сығыу ихтималы тураһында ныҡышмалы рәүештә әйтә башланы. Төркиәгә ҡарата киберһөжүмде көсәйтеү хаҡында ла тәҡдимдәр күбәйҙе.
Әйткәндәй, был инструментты Мәскәү 2007 йылда — Эстонияға, икенсе йылына — Грузияға һәм 2014 йылда, Ҡырымды үҙебеҙгә ҡайтарғанда, Украинаға ҡаршы уңышлы файҙалан­ғайны. Төркиә менән низағ мәсьәләһендә иң мөһим алыштар һауала ла, ҡоро ерҙә лә түгел, ә донъя иҡтисады инфраструктураһында йәйелде­релде. Һөҙөмтәлә беҙ сауҙа һәм инвестиция ағымдарының, халыҡ-ара хоҡуҡ­тың, Интернеттың, транспорт бәйләнеш­тәренең һәм халыҡтарҙың ҡатнаша йөрөүенең боҙолоуына юлыҡтыҡ.
Ут күрше мөнәсәбәттәрен, ике дәү­ләттең дә иҡтисади мәнфәғәттәрен уйлау Рәсәй етәкселәренә Төркиәгә ҡарата асыуҙы ла, үпкәләүҙе лә төпкәрәк йәше­рергә мәжбүр итте, сөнки илебеҙҙең Көнбайыш донъяһы, айырыуса уның агрессив лидерҙары Америка Ҡушма Штаттары менән Бөйөк Британия короллеге араһында мөнәсәбәттәре йылдам һәм етди сәбәпһеҙ-ниһеҙ насарайып китте. Бында “насарайыу” һүҙе лә фекерҙе сағылдыра алмай, дөрөҫөрәге, ике донъя араһында йыйыла килгән эреле-ваҡлы дәғүәләр үҙгәрә, яңыса яңғыраш ала килеп, дәүләттәрҙе туранан-тура ҡораллы бәрелеш хәленә еткереп бара.
Мәскәү дәүләт университетының донъя сәйәсәте факультеты доценты Алексей Фененконың фекеренсә, Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр 1962 йылғы Кариб көрсөгөн дә индереп, тотош һалҡын һуғыш осорондағынан хәҙер күпкә хәүефлерәк. “Ул саҡ ядро һуғышына аяҡ баҫа яҙғайныҡ, бөгөн ундай хәл күренмәй ҙә инде”, — тип үҙ-үҙҙәрен йыуатыусылар һаман да күп. Шул уҡ ваҡытта, хискә бигүк ихтыяр бирмәй уйланған саҡта, Рәсәй менән Ҡушма Штаттар араһында хәрби бәрелеш ихтималы биполяр ҡапма-ҡаршы тороу осорондағы менән сағыштырғыһыҙ артты.
Ике яҡты ла ҡораллы низағҡа этәргән тиҫкәре тенденциялар йылдар буйы йыйыла ла йыйыла. Әүәлге көрсөктәр ваҡытындағынан айырмалы рәүештә, хәҙерге хәрби-сәйәси доктриналар Кремл­де лә, Аҡ йортто ла һөйләшеүҙәр өҫтәле янына йәһәтерәк ултырырға, хәрби ҡурҡынысты кәметеү механизмдарын эшләүгә дәртләндереп тормай. Ике яҡ та, киреһенсә, стратегик хәбәрләшеүҙе эҙмә-эҙлекле аҙайта бара, Европалағы именлек системаһын ҡыйрата һәм бер-береһенең ҡораллы көстәренә яҡын ғына үҙ ҡеүәтен күрһә­тергә тырыша. Бындай хәл ХIХ быуат аҙаҡтарында Европа державалары араһында булған, һәм был сәйәсәт һуғыштан аралауға түгел, ә уны яҡы­найтыуға булышлыҡ иткән.
Политологтар мөхитендә һалҡын һуғышты оҙайлы тыныслыҡ осоро тип тә атау бар. Ул йылдарҙа сверхдержавалар һәм улар етәкләгән хәрби-сәйәси блоктар һис ҡасан да ысын хәрби бәрелеш сигенә яҡынлашманы.
Тарихта раҫлана килеүенә ҡара­маҫтан, СССР менән АҠШ араһындағы һалҡын һуғыш 1945 йылда ғына башланмаған. Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡҡы тәүге ун йыллыҡта донъяла еңеүсе дүрт ил өҫтөнлөклө хәлдә булды. Бары 1956 йылда ғына уларҙың икәүһе (Советтар Союзы менән Ҡушма Штаттар) Бөйөк Британия менән Францияның статусын төбәк кимәленә төшөрҙө. Мәскәү менән Вашингтон, бик ҡаты бәхәстәргә ҡарамай, Британия менән Франция империяларын тарҡатыуға булышлыҡ итте.
Яҡтар туранан-тура хәрби-стратегик ҡапма-ҡаршылыҡҡа 1956 йылғы Суэц көрсөгө ваҡытында юлыҡты. Ошо мәлдән алып совет-америка мөнәсәбәттәрендә ғәжәпләнерлек дошманлыҡ, идеологик нигеҙҙә ҡапма-ҡаршы тороу көсәйҙе, дәүләттәр блоктарға берләште, кесе һәм уртаса илдәр үҙ хәрби потенциалы өҫтөнән контролде сверхдержавалар ҡулына тапшырҙы, шунан бирле яҡтар хәрби бәрелеш сигендә йәшәй.
Шул уҡ ваҡытта туранан-тура хәрби бәрелеш ихтималы саманан ашманы. СССР менән АҠШ етәкселәренең бындай бәрелеш өсөн сәйәси сәбәптәре табылманы. Ҡушма Штаттар ҙа, Советтар Союзы ла капиталистик һәм социалистик донъяның лидерҙары сифатында бер-береһен алмаштыра алмай ине. Бәрелеш һөҙөмтәһендә донъялағы тәртиптең ҡыйралыуына алмашҡа еңеүсе яҡ төҙөкләндереү өсөн ғәйәт оло тотоноуҙар талап ителәсәк сикләнгән генә биләмә­ләргә эйә булыр ине. Икенсе донъя һуғы­шында бихисап ҡорбан килтергән дәүләт­тәрҙең бындай йөктө күтәрә алмаҫын, шөкөр, ҙур ил лидерҙары аңлай алды.
Әйткәндәй, совет идеологияһы ла, американдарҙыҡы ла ҡаршы яҡ менән килешә алмаҫлыҡ хәлдә түгел ине. Ике сверхдержаваның да дәүләт концеп­цияһы коммунизм менән либерализм принцип­тарының ярышына ҡайтып ҡалғайны. Был, беренсенән, уларҙың бер-береһен тиң хоҡуҡлы субъекттар итеп таныуын аңлатты. Икенсенән, яҡтар ҡағиҙәне боҙмай эш алып барырға әҙер булды. Өсөнсөнән, ярышыу ҡаршы яҡтың ыңғай сифаттары барлығына ишара яһай, тимәк, уларҙы өйрәнергә йә уҙып китергә мөмкинлек була. Кремль дә, Аҡ йорт та коммунизмдың йә либе­рализмдың ҡасан да булһа еңәсәген күҙаллай килде, тимәк, һөйләшә тороуға мөмкинлек тә һаҡланды.
Француз әҙибе Марсель Пруст классик идеологик ҡапма-ҡаршы тороуҙың өлгөһөн яҙып ҡалдырған. 1870 йылғы һуғыштан аҙаҡ Францияла Германияға ҡарата нәфрәт шул ҡәҙәре булған ки, ниндәйҙер алман нәмәһенә ыңғай мөнәсә­бәт күрһәтер мөмкинлек ҡалмаған. “Беҙ бошты ул бош булған өсөн генә дошман күрҙек. Коньяк һалып ҡәһүә эскәне, сосисканы күп ашағаны, ерән мыйыҡ йөрөткәне һәм хатта әле булһа йәшәп ятҡаны өсөн”, — тип яҙа әҙип ул замандар тураһында. Немецтар Францияға ҡарата ла шундай уҡ хис-тойғо һаҡлаған.
Әүәлге замандарҙа совет-америка мөнәсәбәттәрендә быға оҡшаған нәмәләр булмаған. Ике дәүләт лидерҙары ла халыҡ араһында дошманға ҡарата нәфрәт ҡуҙғатырға тырышмаған. Һүҙ барышында АҠШ-тың реакцион даирәләре американ халҡы менән буталмаған. АҠШ президенттары, СССР-ҙы “ҡыҙыл тағун” (чума) йәки “яуызлыҡ империяһы” тип атағанда ла, рус халҡына һәр даим теләктәшлек белдергән. Ҡаршы яҡ менән килешмәү сәйәси һәм идеологик бәхәстәрҙән уҙмаған.
...”Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тора-бара буш күренә” тигәндәй, Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәренә үҙебеҙ өҫтәмә ҡаңғырыш индермәйбеҙме икән?


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә