Ләкин был әле цивилизациялар бәрелеше түгел
Уйлау һәләтен һаҡлап ҡалған һәр кемде берсә ялҡында өткән, берсә боҙло һыу менән ҡойондорған бола ла, аптыраулы ла ваҡиғаларҙың айышына айыҡ аҡыл менән төшөнмәҫлек заманға килеп еттек. Рәсми сығанаҡтар ябай халыҡты идара итеүсе даирәләрҙең мөнбәренән тороп әүрәтергә, тынысландырырға, хатта сәбәбе булмаһа ла, маһайтырға тырышҡан була. Мәскәү телеканалдары иһә осо-аҙағы күренмәгән ток-шоу йә бәғзе шәхестәр тормошоноң сит күҙҙәр өсөн тыйылырға тейешле мөйөштәренән сүп эҙләү менән мәшғүл. “Гәзитсе менән тауыҡ араһында ниндәй айырма бар?” — тип һорай торғайны беҙҙән журналистикала ҙур тәжрибә туплаған ағайҙар һәм үҙҙәре үк яуап ҡайтара: “Тауыҡ, брат, тиҙәк араһынан ем таба, ә ҡулына ҡәләм тотҡан кеше йыш ҡына ем бар ерҙә лә буҡ эҙләй...”
Әйткәндәй, яҙышыусылар баҡсаһына улай йәмһеҙ таш ташлау, бәлки, республикабыҙҙа эшләүсе журналистарға туранан-тура ҡағылмайҙыр. Һәр хәлдә, кәмселектәрҙе эҙләү һәм күтәреп сығыу ғәҙәте тәнҡитле матбуғатҡа ғына хас күренеш.
Әммә бөгөнгө маҡсатым ошо юҫыҡта оҙон тәбәрәккә төшөү түгел ине, шуға күрә һүҙҙе һәр кемебеҙҙең күңелен өйкәп торған дәүләт-ара мөнәсәбәттәр яғына бормаҡсымын.
Был хәлдән ҡалған йөрәк һыҙлауы әле булһа баҫылаһы түгел. Ҡорбан бирмәй генә үткәргән һуғыштарҙы тарих белмәй, юғалтыуҙар әсеһен дәүләттең һуңлап тапшырылған бүләктәре лә, тау-тау вәғәҙәләр ҙә юя алмай. Ләкин әселәрҙең дә иң әрнеткәне — хыянат. Хәҙерге донъяла: “Аҡсаға һат, әммә аҡсаға һатылма”, — тигән теләк-аманат буш һүҙ генә булып ҡалды. 2015 йылдың ноябрендә Төркиә Рәсәй истребитель-бомбардировщигын һис уйламағандан бәреп төшөргәс, халҡыбыҙ тәүҙә шаңҡып ҡалғандай булды, унан инде асыу һәм ярһыу күкрәктәрҙе ярырҙай булып ташып сыҡты. Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында һәм Интернетта ҡон алырға саҡырыу бермә-бер көсәйҙе.
Мәскәүҙәге Төркиә илселеге таш һәм йомортҡалар ҡойоно аҫтына эләкте. Ә Рәсәй телевидениеһындағы төп сәйәси ток-шоуҙы алып барыусы бәреп төшөрөлгән самолетты экс-герцог Франц Фердинандты үлтереү менән сағыштырҙы. Хәтерегеҙҙә булһа, ошо хәл заманында Беренсе донъя һуғышының башланыуына сәбәпсе булғайны.
Халҡының үс алыуға саҡырыуына ҡыйыу фекерле лидерыбыҙ нисек яуап бирҙе һуң? Төрөк емеш-еләген һәм йәшелсәһен беҙгә ташыуҙы туҡтата торған фарманды имзаланы, Төркиәгә чартер рейстарын һәм турист булып барыуҙы сикләне, визаһыҙ ғына йөрөү ҙә бөттө. Путин: “Төрөктәр помидор менән генә ҡотолоп ҡала алмаясаҡ”, — тип ҡәтғи киҫәтһә лә, әлбиттә, “асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит” тигән халыҡ аҡылын да онотоу мөмкин түгел. Өҫтәүенә Президенттың эргәһендәгеләр, янъял ҡуйыра барған хәлдә, энергетика сығанаҡтарының Төркиә йүнәлешендә оҙатылыуында етди проблемалар килеп сығыу ихтималы тураһында ныҡышмалы рәүештә әйтә башланы. Төркиәгә ҡарата киберһөжүмде көсәйтеү хаҡында ла тәҡдимдәр күбәйҙе.
Әйткәндәй, был инструментты Мәскәү 2007 йылда — Эстонияға, икенсе йылына — Грузияға һәм 2014 йылда, Ҡырымды үҙебеҙгә ҡайтарғанда, Украинаға ҡаршы уңышлы файҙаланғайны. Төркиә менән низағ мәсьәләһендә иң мөһим алыштар һауала ла, ҡоро ерҙә лә түгел, ә донъя иҡтисады инфраструктураһында йәйелдерелде. Һөҙөмтәлә беҙ сауҙа һәм инвестиция ағымдарының, халыҡ-ара хоҡуҡтың, Интернеттың, транспорт бәйләнештәренең һәм халыҡтарҙың ҡатнаша йөрөүенең боҙолоуына юлыҡтыҡ.
Ут күрше мөнәсәбәттәрен, ике дәүләттең дә иҡтисади мәнфәғәттәрен уйлау Рәсәй етәкселәренә Төркиәгә ҡарата асыуҙы ла, үпкәләүҙе лә төпкәрәк йәшерергә мәжбүр итте, сөнки илебеҙҙең Көнбайыш донъяһы, айырыуса уның агрессив лидерҙары Америка Ҡушма Штаттары менән Бөйөк Британия короллеге араһында мөнәсәбәттәре йылдам һәм етди сәбәпһеҙ-ниһеҙ насарайып китте. Бында “насарайыу” һүҙе лә фекерҙе сағылдыра алмай, дөрөҫөрәге, ике донъя араһында йыйыла килгән эреле-ваҡлы дәғүәләр үҙгәрә, яңыса яңғыраш ала килеп, дәүләттәрҙе туранан-тура ҡораллы бәрелеш хәленә еткереп бара.
Мәскәү дәүләт университетының донъя сәйәсәте факультеты доценты Алексей Фененконың фекеренсә, Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәр 1962 йылғы Кариб көрсөгөн дә индереп, тотош һалҡын һуғыш осорондағынан хәҙер күпкә хәүефлерәк. “Ул саҡ ядро һуғышына аяҡ баҫа яҙғайныҡ, бөгөн ундай хәл күренмәй ҙә инде”, — тип үҙ-үҙҙәрен йыуатыусылар һаман да күп. Шул уҡ ваҡытта, хискә бигүк ихтыяр бирмәй уйланған саҡта, Рәсәй менән Ҡушма Штаттар араһында хәрби бәрелеш ихтималы биполяр ҡапма-ҡаршы тороу осорондағы менән сағыштырғыһыҙ артты.
Ике яҡты ла ҡораллы низағҡа этәргән тиҫкәре тенденциялар йылдар буйы йыйыла ла йыйыла. Әүәлге көрсөктәр ваҡытындағынан айырмалы рәүештә, хәҙерге хәрби-сәйәси доктриналар Кремлде лә, Аҡ йортто ла һөйләшеүҙәр өҫтәле янына йәһәтерәк ултырырға, хәрби ҡурҡынысты кәметеү механизмдарын эшләүгә дәртләндереп тормай. Ике яҡ та, киреһенсә, стратегик хәбәрләшеүҙе эҙмә-эҙлекле аҙайта бара, Европалағы именлек системаһын ҡыйрата һәм бер-береһенең ҡораллы көстәренә яҡын ғына үҙ ҡеүәтен күрһәтергә тырыша. Бындай хәл ХIХ быуат аҙаҡтарында Европа державалары араһында булған, һәм был сәйәсәт һуғыштан аралауға түгел, ә уны яҡынайтыуға булышлыҡ иткән.
Политологтар мөхитендә һалҡын һуғышты оҙайлы тыныслыҡ осоро тип тә атау бар. Ул йылдарҙа сверхдержавалар һәм улар етәкләгән хәрби-сәйәси блоктар һис ҡасан да ысын хәрби бәрелеш сигенә яҡынлашманы.
Тарихта раҫлана килеүенә ҡарамаҫтан, СССР менән АҠШ араһындағы һалҡын һуғыш 1945 йылда ғына башланмаған. Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡҡы тәүге ун йыллыҡта донъяла еңеүсе дүрт ил өҫтөнлөклө хәлдә булды. Бары 1956 йылда ғына уларҙың икәүһе (Советтар Союзы менән Ҡушма Штаттар) Бөйөк Британия менән Францияның статусын төбәк кимәленә төшөрҙө. Мәскәү менән Вашингтон, бик ҡаты бәхәстәргә ҡарамай, Британия менән Франция империяларын тарҡатыуға булышлыҡ итте.
Яҡтар туранан-тура хәрби-стратегик ҡапма-ҡаршылыҡҡа 1956 йылғы Суэц көрсөгө ваҡытында юлыҡты. Ошо мәлдән алып совет-америка мөнәсәбәттәрендә ғәжәпләнерлек дошманлыҡ, идеологик нигеҙҙә ҡапма-ҡаршы тороу көсәйҙе, дәүләттәр блоктарға берләште, кесе һәм уртаса илдәр үҙ хәрби потенциалы өҫтөнән контролде сверхдержавалар ҡулына тапшырҙы, шунан бирле яҡтар хәрби бәрелеш сигендә йәшәй.
Шул уҡ ваҡытта туранан-тура хәрби бәрелеш ихтималы саманан ашманы. СССР менән АҠШ етәкселәренең бындай бәрелеш өсөн сәйәси сәбәптәре табылманы. Ҡушма Штаттар ҙа, Советтар Союзы ла капиталистик һәм социалистик донъяның лидерҙары сифатында бер-береһен алмаштыра алмай ине. Бәрелеш һөҙөмтәһендә донъялағы тәртиптең ҡыйралыуына алмашҡа еңеүсе яҡ төҙөкләндереү өсөн ғәйәт оло тотоноуҙар талап ителәсәк сикләнгән генә биләмәләргә эйә булыр ине. Икенсе донъя һуғышында бихисап ҡорбан килтергән дәүләттәрҙең бындай йөктө күтәрә алмаҫын, шөкөр, ҙур ил лидерҙары аңлай алды.
Әйткәндәй, совет идеологияһы ла, американдарҙыҡы ла ҡаршы яҡ менән килешә алмаҫлыҡ хәлдә түгел ине. Ике сверхдержаваның да дәүләт концепцияһы коммунизм менән либерализм принциптарының ярышына ҡайтып ҡалғайны. Был, беренсенән, уларҙың бер-береһен тиң хоҡуҡлы субъекттар итеп таныуын аңлатты. Икенсенән, яҡтар ҡағиҙәне боҙмай эш алып барырға әҙер булды. Өсөнсөнән, ярышыу ҡаршы яҡтың ыңғай сифаттары барлығына ишара яһай, тимәк, уларҙы өйрәнергә йә уҙып китергә мөмкинлек була. Кремль дә, Аҡ йорт та коммунизмдың йә либерализмдың ҡасан да булһа еңәсәген күҙаллай килде, тимәк, һөйләшә тороуға мөмкинлек тә һаҡланды.
Француз әҙибе Марсель Пруст классик идеологик ҡапма-ҡаршы тороуҙың өлгөһөн яҙып ҡалдырған. 1870 йылғы һуғыштан аҙаҡ Францияла Германияға ҡарата нәфрәт шул ҡәҙәре булған ки, ниндәйҙер алман нәмәһенә ыңғай мөнәсәбәт күрһәтер мөмкинлек ҡалмаған. “Беҙ бошты ул бош булған өсөн генә дошман күрҙек. Коньяк һалып ҡәһүә эскәне, сосисканы күп ашағаны, ерән мыйыҡ йөрөткәне һәм хатта әле булһа йәшәп ятҡаны өсөн”, — тип яҙа әҙип ул замандар тураһында. Немецтар Францияға ҡарата ла шундай уҡ хис-тойғо һаҡлаған.
Әүәлге замандарҙа совет-америка мөнәсәбәттәрендә быға оҡшаған нәмәләр булмаған. Ике дәүләт лидерҙары ла халыҡ араһында дошманға ҡарата нәфрәт ҡуҙғатырға тырышмаған. Һүҙ барышында АҠШ-тың реакцион даирәләре американ халҡы менән буталмаған. АҠШ президенттары, СССР-ҙы “ҡыҙыл тағун” (чума) йәки “яуызлыҡ империяһы” тип атағанда ла, рус халҡына һәр даим теләктәшлек белдергән. Ҡаршы яҡ менән килешмәү сәйәси һәм идеологик бәхәстәрҙән уҙмаған.
...”Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тора-бара буш күренә” тигәндәй, Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәренә үҙебеҙ өҫтәмә ҡаңғырыш индермәйбеҙме икән?