Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Үҫеш программаһына арауыҡтағы йомғаҡ яһалды
Үҫеш программаһына арауыҡтағы йомғаҡ яһалдыИлшат Тажетдинов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
– Көньяҡ Уралды иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын эшләү башланғысын 2010 йылда республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәҡдим иткәйне.
Ул тормошҡа ашырылған мәлдә тиҫтәләрсә миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителде. Байтаҡ яңы проекттарға старт бирелде. Сәнәғәт һәм аграр етештереү артты. Иҡтисади эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамының Көньяҡ Урал өсөн махсус саралары күрелә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫә. Әле 1 меңдән ашыу эш урыны булдырылды. Һөҙөмтәлә уртаса айлыҡ эш хаҡы икеләтә артты, эшһеҙлек ике тапҡырға кәмене. Урындағы ҡаҙналарҙың һалым һәм уға ҡарамаған килемдәре республика буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда йылдамыраҡ арта. Субтөбәктең социаль, инженерлыҡ һәм транспорт ин­фраструктураһын үҫтереү кимәле күтәрелә.
Быйыл 9-10 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ райо­нында үткәреләсәк “Көньяҡ Урал-2018” иҡтисади форумында беҙ ошо биләмәнең артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерергә ниәтләйбеҙ. Уның эшендә ҡатнашырға саҡырам. Краснодарҙа үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәре форумында Рәсәйҙең аграр ведомствоһы башлығы Александр Ткачев Баймаҡ районындағы “Буранбай” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Фирҙәүес Алтынбаеваға “Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеү тураһындағы документты тапшырҙы.


Үҫеш программаһына арауыҡтағы йомғаҡ яһалды“Буранбай” кооперативы республика­ның ике көньяҡ-көнсығыш районында һөт етештерә, әҙерләй һәм һата. Ул — ошонда эшләгән 14 кооперативтың береһе. Республика буйынса бындай хужалыҡтар әлегә йөҙгә яҡын, йәғни Башҡортос­тандағы бәләкәй крәҫтиән хужалыҡ­тарының һәр етенсе берекмәһе – Көньяҡ Уралдан. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү программаһы Башҡортостанда күптән түгел генә тормошҡа ашырыла башланы. Ни өсөн тап ошо субтөбәктә перспективалы проект әүҙем үҫә?
— Көньяҡ-көнсығыш райондарҙың аграр секторы, уның һәр сегменты өсөн махсус шарттар тыуҙырыла, — тип билдәләй субтөбәк үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһын көйләгән вице-премьер Илшат Тажетдинов. — Мәҫәлән, ошо биләмәләге ауыл етештереүселәре өсөн һуңғы ете йылда 3,1 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Улар өсөн махсус шарттар билдәләнә: бында ғына һәр гектарға субсидия республи­каның башҡа райондары менән сағыш­тырғанда 15 процентҡа арттырылған. Техника һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау ҙа Көньяҡ Уралда 10 процентҡа юғарыраҡ.
Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Республикала грант ярҙамы алған ун коопера­тивтың дүртәүһе – көньяҡ-көнсығыш райондарҙан. Ауыл хужалығы берек­мәләре үҫеш өсөн дәүләттән 61 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Фермер хужалыҡ­тары ярҙамға мохтаж. Программа тормошҡа ашырылған осорҙа яңы эш башлаған 144 фермер грантҡа лайыҡ булған. Республикалағы дөйөм йүнселдәр һанының өстән бер өлөшө.
Ғаилә малсылыҡ фермалары ла ярайһы уҡ әүҙемләште. Бында 48 фермер, йәғни республикалағыларҙың биштән бере, грантҡа эйә булды. Көньяҡ Уралда тәүгеләрҙән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙең алдынғы технологиялары ғәмәлгә индерелә. Улар, атап әйткәндә, сублимацияланған продукттар етеште­реүгә ҡағыла. Һөҙөмтәлә ауылда хәл әкренләп ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Һуңғы ете йылда Көньяҡ Урал крәҫтиән­дәре игенде 2,6 тапҡырға күберәк үҫтереп, һөттө 12 процентҡа арттырҙы. Хатта урындағы умарталыҡтар балды, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 1,4 тапҡырға артығыраҡ йыйҙы. Ҡымыҙ хаҡында әйтәһе лә түгел, был продуктты Көньяҡ Уралда ике тапҡырға тиерлек күбәйттеләр, йәғни аграр секторҙа эш ҡуҙғалды һәм әүҙемләшә бара. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары республика майҙанының өстән бер өлөшөн биләй һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә.



Үҫеш программаһына арауыҡтағы йомғаҡ яһалдыӘммә оҙаҡ йылдар субтөбәк күп кенә күрһәткестәр буйынса артта ҡалыусылар иҫәбендә булды. Шул уҡ ваҡытта был биләмәнең ҡеүәте уны алдынғылар рәтенә сығарыу мөмкинлеген бирә. 2011 йылда ике территорияны — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм Көньяҡ Уралды үҫтереүҙең ике комплекслы программаһын ғәмәлгә индергәндә республика власы тап ошо ҡарашҡа таянды.
Ҡыйынлыҡтар ҙа булманы түгел, әммә әкренләп программалар әүҙемләшә башланы. 2015 йылда дөрөҫ йүнәлеш алыныуын күрҙеләр, башлаған эште ярты юлда ташлап ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине, шуға күрә программаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын 2020 йылға тиклем һуҙҙылар. Әле төбәк Хөкүмәте Аппаратындағы махсус проекттарҙы оҙатыу бүлеге арауыҡтағы йомғаҡты яһай.
Ошо йылдарҙа төп капиталға инвестиция 93 миллиард һумға тиклем үҫкән. Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һәм социаль өлкәлә бер нисә тиҫтә инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың йөҙҙәрсә, меңдәрсә яңы эш урыны биргән иң әһәмиәтлеләренән Хәйбулла районындағы байыҡтырыу фабрикаһын сафҡа индереүҙе һәм ошонда уҡ “Юбилей” ер аҫты ятҡылыҡтары руднигын төҙөүҙе билдәләргә кәрәк. Сибай элеваторы нигеҙендә юғары етештереүсәнле заманса тирмән, Күлтабан һәм Яңы Себенле ауылдарындағы һөтсөлөк фермаларының тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды. Баймаҡ механика-ҡойоу заводы яңыртып ҡоролдо. Көньяҡ Уралдағы өс районда ете тегеү цехы эшләй башланы. Учалы районында профилле мембрана етештереү заводы асылды. Бүребайҙа һәм Иҫәнғолда ҡояш электр станциялары сафҡа инде. “Яҡтыкүл” шифаханаһының һауыҡтырыу базаһы байтаҡҡа киңәйтелде... Яңы фермалар, тирмәндәр, ҡунаҡханалар, кемпингтар асыла, турист маршруттары һалына. Шәхси эшҡыуарлыҡ Көньяҡ Уралды үҫтереүгә 20 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтте — уртаса алғанда йылына 2 миллиард һум самаһы.
Республика Хөкүмәте мөһим һәм ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ итә. Атап әйткәндә, Сибайҙа юнысҡы плитәләр производствоһын һәм цемент заводын ойоштороу проекттарына ярҙам күрһәтелә. Баймаҡ районында иһә Көнсығыш-Семенов алтын-баҡыр-цинк рудалары ятҡылығы эшкәртелә, байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлә, “Башфармация” предприятиеһы етәкселегендә “Талҡаҫ” шифаханаһы үҫтерелә. Ейәнсура районында 60 мең баш малға иҫәпләнгән иң ҙур һарыҡсылыҡ кластерын ойоштороуға, шулай уҡ Яңы Себенле ауылында һөтсөлөк фермаһының етештереү ҡеүәттәрен яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Учалы районында таш киҫеү производствоһына булышлыҡ ителә.
Йәмғеһе 45 проект тормошҡа ашырылған, тағы ла 40 проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Көньяҡ Уралда ғына инвесторҙар өсөн өҫтөнлөклө проекттарға аҡса йүнәлтеүҙең түбәнге баҫҡысы 10 миллион һумға тиклем кәметелгән, һалым ташламаһы осоро, киреһенсә, өс йылға тиклем арттырылған. Һөҙөмтәлә инвестиция портфеле 61,1 миллиард һумға үҫкән. Бындай хәлде һынылыштың башы тип әйтеү мөмкин түгел, ул инде күптән булған.
— Хәлдең йәнләнеүе тойола, — тине Аҡъярҙа йәшәгән Таһир Нураев. — Көньяҡ Уралдың оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалыуы ҡыҙғаныс. Бик күп ваҡыт юғалтылды. Яңы проекттар кешеләрҙә яңы өмөт уята. Күп кенә таныштарым ҡайҙалыр күсеп китеү теләгенән кире ҡайтты. Улар өр-яңы предприятиелар асылғанын көтә, үҙебеҙҙә эш табыуға ышана.
Өмөттәр менән бергә эшҡыуарлыҡ хәрәкәте лә үҫә. Республика Көньяҡ Уралдағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте — ошо өлкәлә генә 8 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килде. Төбәктәге эшҡыуарлыҡтың үҫешендә Сибай ҡалаһында уҡытыу-демонстрация йәштәр үҙәген асыу проекты айырым урын биләй. Уны тормошҡа ашырыу потенциаль эшҡыуарҙарға заманса технологияларҙы өйрәнеп, өр-яңы производстволар асыу һәм ғәмәлдәгеләрен киңәйтеү өсөн тейешле квалификацияға эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк.
Микрокредит ярҙамы алымдары ла йүнселдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана. Башҡортостандағы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың 11 микрокредит компанияһының дүртәүһе Көньяҡ Уралда асылған. Ошо биләмәләге йүнселдәр тарафынан 470 миллион һумдан ашыу 690 микрозайм алынған. Был республика буйынса дөйөм күләмдең сирек өлөшөн тиерлек тәшкил итә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтан урындағы ҡаҙнаға керемдәр арта — улар икеләтә үҫеп, бөтә аҡса кеременең кәмендә 14 процентын тәшкил итә.
Үҫеш резервы әлегә бөтмәгән. Улар комплекслы программаны тормошҡа ашырыу нигеҙендә файҙаланыла. Исеме донъяла танылған инвесторҙар йәлеп ителә. Мәҫәлән, күптән түгел керамик плитә һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештергән Австрияның “Лассерсбергер” компанияһы менән инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Әбйәлил районындағы Первомайский ауылы эргәһендә заманса төҙөлөш индустрияһы производствоһы төҙөләсәк.
— Был хәбәрҙе ауылдаштар энтузиазм менән ҡабул итте, — ти ошонда йәшәгән Зина Әхмәтйәнова. — Ирҙәребеҙ эш эҙләп ситкә сығып китте. Хәҙер инде кире ҡайтасаҡ. Яҡшы түгелме ни?
Әлбиттә, бындай яңылыҡтар ҡыуандырмай ҡалмай. Айырыуса үҫешкә нигеҙ һалған заманса предприятиелар асылғанда. Ошондай завод-фабрикалар, фермалар янында ҙур предприятиеларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаған ҡайһы бер бурыстарҙы үҙ иңенә алған бәләкәй предприятиелар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Мәҫәлән, эшкәртеү, тултырыу һ.б. Ундайҙар өсөн Көньяҡ Уралда инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды пилот тәртибендә һынау үтә. Фонд бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярты миллион һумға тиклем заем бирә. Был аҡсанан 26 эшҡыуар файҙаланып та өлгөрҙө.
Көньяҡ Уралда сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы һәм туризм үҫә. Кинйә Арыҫланов исемендәге фонд президенты Марс Юлбарисов “Бөрйән” турист-рекреация кластерының ҡеүәтле проектын ғәмәлгә ашыра. Ул был эшкә ярты миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтте. Өс район биләмәһендә турист базаһы, тау саңғыһы комплексы, этнопарк, музей комплексы һәм башҡа бик күп объекттар төҙөлдө. Был эш артабан да дауам итә.
Иҫке Собханғолдағы “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһы республиканан һәм Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итә. Күптән түгел генә бында Ҡытайҙан һәм Ирандан туроператорҙар килеп, маршруттарҙы һынап ҡараны. Германиянан, Австриянан туристар йыш килә, үҙҙәрендә матурлыҡтар күп булыуға ҡарамаҫтан, Швейцария вәкилдәре лә сәфәр ҡыла. Әммә был Көньяҡ Уралдың туризм йәһәтенән ҡеүәтен тейешенсә баһалап еткермәүебеҙҙе лә сағылдыра. Донъяла Башҡортостанға килергә теләгән кеше бик күп. Беҙ уларға был юҫыҡта ярҙам итергә тейешбеҙ.
Көньяҡ Урал иҡтисадындағы ыңғай үҙгәрештәр социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә аҡса йүнәлтеү мөмкинлеген бирә. Һуңғы йылдарҙа бында өр-яңы алты мәктәп, 14 балалар баҡсаһы, алты фельдшер пункты, ике дауахана, ете мәҙәниәт һәм спорт объекты төҙөлдө. Газ үткәргестәр һалына, ауылдарға, йорттарға һыу үткәрелә, автомобиль юлдары төҙөкләндерелә. 2020 йылға тиклем тағы ла 52 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу, меңләгән яңы эш урыны булдырыу, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары һалыу, “Шүлгәнташ” музей комплексын асыу, Сибай филармонияһын реконструкциялау, Стәрлетамаҡ—Ҡағы—Магнитогорск автомобиль юлын һалыу һәм башҡалар планлаштырыла. Инвестиция шарттарын һәм халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн Көньяҡ Уралда энергияға ҡытлыҡты кәметеү мәсьәләһе тикшерелә. “Депрессиялы Көньяҡ Урал” һүҙбәйләнешенең телмәребеҙҙән бөтөнләй юҡҡа сығыуы ла ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Район башлығы МХО яугиренә ярҙам итәсәк

Район башлығы МХО яугиренә ярҙам итәсәк 18.06.2026 // Сәйәсәт

Район башлығы МХО яугиренә ярҙам итәсәк...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә