Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һәр замандың үҙ ирекмәндәре
Һәр замандың үҙ ирекмәндәреҺуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй башланы. Хатта йәштәр араһында
“Волонтер булыу бик шәп!” тигән лаҡап та йөрөй. Хәйер, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ирекмән көнөн ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы һәм киләһе йылды Ирекмәндәр йылы тип иғлан итеүе был хәрәкәткә ҡарата йәнә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Статис­тика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтың ете проценты волонтерлыҡ хәрәкәтендә теләп ҡатнашһа, 15 проценты төрлө ижтимағи сараларға әүҙем йөрөй.



Шуныһы ҡыуаныслы: ирекмәндәрҙең күбеһе – йәштәр. Әлбиттә, был хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе юҡ. Иң мөһиме – шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән аралаша белеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу, һәр саҡ хәрәкәттә булыу, алға ынтылыу. Ирекмәндәр әйтеүенсә, бар эштәрҙе улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара, бер кем дә уларҙы мәжбүр итә алмай. “Изгелек – телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғы­рауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн волонтерҙар хәрәкәтендә ҡатнашыусылар үҙ иңендә тоя һәм яҡшы аңлай.
Сит телдән килеп кергән “волонтер” һүҙе бер аҙ ҡолаҡҡа ятыраҡ тойолһа ла, ирекмәндәр хәрәкәте бер ҙә буш урында килеп сыҡмаған бит. Волонтер һүҙе латин теленән “ирекмән” тип тәржемә ителә, йәғни үҙ теләгең буйынса ярҙам итеүсе. Был хәрәкәт тәү башлап XIX быуатта Америкала барлыҡҡа килә, шулай уҡ Германияла киң йәйелгән, Рәсәйҙә был йүнәлеш һуңғы ваҡытта киң үҫеш ала. Уйлап ҡараһаң, һәр замандың үҙ ирекмәндәре булған. Мәҫәлән, беҙҙең осорҙа тимурсылар хәрәкәте әүҙем эшләне. Хәтеремдә, һәр шаршамбы яңғыҙ йәшәгән инәйҙәргә барып, уларға ярҙам итә инек. Малайҙар утын бысып, ярып, уны бер урынға өйһә, ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташып, иҙәнен йыуа торғайны. Ҡайтыр саҡта инәйҙәрҙең рәхмәт әйтеп, һәр беребеҙгә төрлө ялтырауыҡ ҡаплы кәнфит өләшеүе үҙе бер күңелле хәтирә булып иҫтә ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яраланған һалдаттарҙы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән санитаркалар, ауылдарҙа яңғыҙ ҡалған һуғыш ветерандарының тол ҡатындарын ҡарау, уларға ярҙам итеү, һәр ауылда йәшәгән етем, ауыр тормош ҡосағында ҡалған ғаиләләрҙе ҡурсалау, мөмкин булған тиклем уларға матди һәм рухи терәк булыу ошо уҡ волонтерҙар хәрәкәте түгелме һуң?! Алда әйтеп китеүебеҙсә, һәр кем волонтер була ала. Тик теләгең һәм йөрәгең изге булһын!
Сибай волонтерҙар хәрәкәте етәксеһе, хакимиәттең йәштәр бүлеге белгесе Гөлдәр Сабитова әйтеүенсә, ҡалала 520-нән ашыу ирекмән иҫәпләнә, улар 17 ойошманы берләштерә, һәр береһенең үҙ йүнәлеше, үҙ маҡсаты, волон­терлыҡ хәрәкәтенең эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге бар. Бигерәк тә ирекмәндәр хәрәкәте Сибай институты, педагогия колледжында, ҡаланың 12-се һәм 6-сы мәктәптәрендә яҡшы ойошторолған. Тимәк, бер ҡалала ғына шунса ирекмән бар икән, республикала күпме волонтер барлығын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бигерәк тә 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙә ирекмәндәрҙең ярҙамы ҙур булыуын да онотоп ебәрмәйек. Сочиҙа үткән Олимпиадала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан 25 меңдән ашыу волонтер йәлеп ителә. Тимәк, бөгөн волонтерҙар хәрәкәте кәрәк, ул ҙур һорау менән файҙалана икән, миҙалдың икенсе яғына ла күҙ һалырға ваҡыт еткәндер. Интернет селтәрендә һуңғы ваҡытта ҡайҙалыр, кемгәлер нимәлер алып барырға, ярҙам итергә волонтерҙар талап ителә тигән яҙыуҙы йыш осратырға тура килә.
Был осраҡта шундай һорау тыуырға мөмкин, ирекмән тигәс тә һәр саҡырыуға, һәр шыл­тыратыуға йүгереп сығырға тейешме ул? Юҡтыр, күрәһең. Әммә күптәрҙең тап шулай уйлауы, волонтерҙар хәрәкәте тураһында яңылыш фекер йөрөтөүе был юҫыҡта хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙең булыуы хаҡында һөйләй түгелме? Беренсенән, ирекмәндәр хәрәкәтенең статусын күтәреү зарур, икенсенән, уларға бер аҙ белем биреү ҙә ҡамасауламаҫ ине.
Күптән инде “буштың атаһы үлгәнлеге” билдәле, шуға күрә ирекмәндәр түләүһеҙ, үҙ теләге менән ярҙам итергә бурыслы, тиһәк тә, һәр хәлдә уларҙы дәртләндереү, ҡыҙыҡ­һындырыу маҡсатында булһа ла ниндәйҙер сара күреү кәрәк. Мәҫәлән, уҡыу йорттарында уларҙы билдәләүме, бушлай кинотеатр, театр, концерттарға билет биреүме, волонтерлыҡ менән булышҡан саҡтарында йылы аш, транспорт менән тәьмин итеүме, ата-әсәләренә рәхмәт белдереү, уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу, ахыр сиктә, дәрес ҡалдырған осраҡта уларҙы аңлап ҡабул итеү, уҡытыусылар яғынан эҙәрлекләү, “икеле”ләр ҡуйыу, имтихандарға керетмәү кеүек хәлдәр булмаһа ла, ниндәйҙер кимәлдә изгелеккә изгелек менән яуап бирер инек. Ҡыҫҡаһы, алдан бошонмай торайыҡ әле. Яңы йыл яҡынлаша, Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы яҡынлаша, тимәк, барыһы ла хәл ителер, ирекмәндәр артыр, иң мөһиме – изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һайлауға ғаиләһе менән килде

Башҡортостан Башлығы һайлауға ғаиләһе менән килде 20.09.2026 // Сәйәсәт

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә 109-сы ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһына 650 эшҡыуар ҡушылған

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһына 650 эшҡыуар ҡушылған 20.09.2026 // Сәйәсәт

«Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров икенсе көндөң һөҙөмтәләре хаҡында ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һайлауҙың өсөнсө көнө башланды

Башҡортостанда һайлауҙың өсөнсө көнө башланды 20.09.2026 // Сәйәсәт

Республика халҡы РФ Дәүләт Думаһына депутаттарҙы һайлай....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 54,64% тауыш бирҙе

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 54,64% тауыш бирҙе 19.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының киске сәғәт 8-гә мәғлүмәттәре шундай....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы: 19 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 43,48% тауыш бирҙе
Башҡортостанда ялған мәғлүмәт таратыуҙары асыҡланды
Башҡортостан яугирҙәре МХО биләмәһендә нисек тауыш бирҙе

Башҡортостан яугирҙәре МХО биләмәһендә нисек тауыш бирҙе 19.09.2026 // Сәйәсәт

МХО-ла ҡатнашыусылар ваҡытынан алда тауыш бирҙе....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды

Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды 19.09.2026 // Сәйәсәт

Бөтә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙ эшен башланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны 18.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы 18.09.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге асылды....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һайлау башланды

Башҡортостанда һайлау башланды 18.09.2026 // Сәйәсәт

Республикала һайлау участкалары асылды....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә