Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләт хеҙмәткәре киләсәктә нисек белемен арттырасаҡ?
Дәүләт хеҙмәткәре киләсәктә нисек белемен арттырасаҡ? “Бер справканы юллап инде дүртенсе тапҡыр ауыл хакимиәтенә барам. Тағы ла дөрөҫ эшләмәгәндәр”, – тип бер апай һуҡрана-һуҡрана автобус­тан төшөп ҡалды. Ә бит белешмә ҡағыҙҙарының йә башҡа документтарҙың талап ителгәнсә әҙерләп бирелмәүе арҡаһында күпме кеше ыҙа сигә...


– Прокуратура, башҡа контроль-күҙәтеү органдарының бойороҡтары, суд дәғүәләре йыш ҡына башҡа­рыу­сыларҙың хаталары арҡаһында килеп тыуа. Әлбиттә, бындай яңылышлыҡтар булырға тейеш түгел. Шуларҙың киң таралғандарын анализларға, белем биреүҙең ҡайһы өлкәһендә етешһеҙ­лектәр барлығын асыҡларға, быны уҡытыу процесында иҫәпкә алырға, дөрөҫ булмаған ҡарарҙарҙы иҫкәртеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк. Идара итеү ҡарарҙарының, тимәк, халыҡтың йәшәү сифаты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығына бәйле, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса үткән кәңәшмәлә.
Ваҡыт үҙ урынында тормаған кеүек, дәүләт хеҙмәтендә лә документтар менән эш итеү тәртибе даими үҙгәреп тора. Шулай уҡ был өлкәнән алыҫ торған һәм әҙерлектәре булмаған кешеләрҙең ошо системаға эшкә килеүе лә хаталар китеүгә сәбәпсе булып тора.
Әле Башҡортостанда биш мең дәүләт һәм һигеҙ мең муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың профессиональ белемен һәм оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында махсус уҡыуҙар даими ойошторолоп тора.
Төбәктә дәүләт хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу менән дәүләт хеҙмәте һәм кадр­ҙар сәйәсәте мәсьәләләре идаралығы шөғөлләнә. Быға тиклем Өфөгә курстарға саҡырып, квалификацияны камиллаштырыу ғәмәлдә киң ҡулланыла ине. Бөгөн иһә был актуаллеген юғалта бара, сөнки электрон белем биреү алымы күпкә отошлораҡ булыуын иҫбатланы ла инде. Ул иҡтисади яҡтан да үҙен аҡлай: хеҙмәткәргә командировка өсөн түләргә кәрәкмәй, эштән айырылмайынса уҡырға мөмкин.
– Электрон белем биреү дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшләгән һәм йәшәгән урынында ғәмәлгә ашырыла. Улар өс йылға бер тапҡыр түгел, ә йыл һайын, хатта ярты йылға йә кварталға бер тәжрибә туплау маҡсатында уҡыуҙар үтергә тейеш, тип иҫәпләйем. Мәғлүмәт ағымы бик ҙур. Беҙҙең бурыс – дәүләт хеҙмәткәрен компьютер алдында бушҡа ваҡыт уҙғармаҫҡа өйрәтеү һәм эшләргә мәжбүр итеү. Беҙ халыҡ яҡшыраҡ йәшә­һен өсөн яуап бирәбеҙ. Эшмәкәрле­гебеҙҙең һәр минуты шуға бағышланған булырға тейеш, – ти Рөстәм Хәмитов
Уңыштар ҙа юҡ түгел. Электрон белем биреү буйынса Башҡортостан илдә 31-се урындан етенсегә күтәрелгән. Был иһә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт өлкәһендә мәғлүмәтләштереү, “Электрон Хөкүмәт”, халыҡ мәшғүллеге үҙәктә­рендә, район-ҡала китапханаларында базалар, Асыҡ йәмәғәт үҙәктәре булдырыу буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле. Электрон формала дәүләт хеҙмәттәре булдырыу, дистанцияла белем биреүҙе үҫтереү, уҡыу процесына мәғлүмәт технологияларын индереү өлкәһендә ҡаҙаныштар ҙа бар. Мәҫәлән, сентябрҙә республиканың “Заманса һанлы белем биреү мөхите” проекты “Проф-IT” федераль конкурсында еңеү яулай. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә электрон белем биреү буйынса тәҡдим ителгән моделдә был уңышҡа ирешеүгә булышлыҡ итә.
Сентябрҙә Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты, Сәнәғәт һәм экология хәүефһеҙлеге белгестәре союзы, “Башнефтехим” Өфө уҡыу үҙәге менән “Электрон мәғариф” дәүләт порталында сәнәғәт предприятиелары белгестәрен уҡытыу буйынса өс яҡлы килешеү ҙә төҙөй. Быйыл нефть һәм газ тармағы, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау йүнәлештәрендә тағы ла 20 электрон курс әҙерләнәсәк.
Республикала өс йылдан ашыу ваҡыт дауамында электрон мәғариф технологияларын индереү бара. Эш планы раҫланған, мониторинг моделе һәм процестарға идара итеү формалашҡан. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, электрон мәғарифтың норматив база­һын, методологияһын, технологияһын әҙерләү буйынса ла күпкә алға киткәнбеҙ. Әммә тормошта иһә әллә ни ҙур үҫеш тойолмай. Шул иҫәптән электрон белем биреүҙе йөкмәткеле тәьмин итеү буйынса тейешенсә эш алып барылмай. “Электрон мәғариф” порталында вуз һәм колледждар өсөн селтәр форма­һында бойомға ашырырлыҡ белем биреү программалары булдырылмаған. Әлеге ваҡытта унан файҙаланыусы 200 меңдән ашыу кеше айырым предметтар буйынса курстарҙа белем ала. Һайлан­ған профиль буйынса электрон формала уҡып, тейешле документтар алыуҙы ойошторған берҙәм система юҡ. Мәғариф министрлығына, белем биреү ойошмаларына һәм предприятиеларға был йүнәлештә әүҙем эшләү талап ителә.
Рәсәйҙә мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү планына ярашлы, 2030 йылға тиклем бөтә халыҡ та электрон хеҙмәттәр менән тәьмин ителергә тейеш. “Әгәр ҙә һуңғы биш йылғы темпта ҡалһаҡ, әлбиттә, беҙ уны үтәй алмаясаҡбыҙ”, – тип төбәк Башлығы электрон белем биреүҙе таратыу, үҫтереү барышы менән риза булмауын белдерҙе.
Республикала тәҡдим ителгән 22 электрон курс буйынса 38 дәүләт власы органынан 4,5 мең ғариза килгән. Әлеге ваҡытҡа 3 700 электрон курс уңышлы тамамланған һәм 2 144 курс буйынса тест тапшырылған.
– Дәүләт хеҙмәткәрҙәре квалификацияны камиллаштырыуҙы яратмай, тип әйтә алмайым. Әлбиттә, бик яраталар. Муниципалитеттан сығып, ике аҙна Өфөлә булыу, ирекле ваҡыт үткәреү, шул уҡ ваҡытта белем алыуҙа һүлпәнлек күрһәтеү килешкән эш түгел. Электрон белем биреү алымы уҡыу сараһын эш урынына яҡынлаштырасаҡ та инде. Бөтә структураларға ла, шул иҫәптән муниципаль, ҡасаба кимәлендәге структура­ларға ла баҫым яһаясаҡбыҙ, заман талаптарына ярашлы уҡыһындар һәм эшләһендәр өсөн, – ти Рөстәм Хәмитов.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәр­ҙәрҙең электрон белем алыу, кадрҙар­ҙың квалификацияһын камиллаштырыу буйынса төп урын Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына бирелә. Әйткәндәй, был академия эшендә үҙгәрештәр бар: уҡырға ҡабул итеү туҡтатылған, әле уҡып йөрөгән студенттар диплом алғас, уҡыу йорто дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өсөн кадрҙар әҙерләү, квалификацияны камиллаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Бының өсөн академияның техник базаһы бар. Хәҙер уны илдә алдынғылар рәтенә сығарып, башҡа төбәктәрҙән дә килгән хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн алдынғы майҙансыҡ итеү бурысы тора.
Башҡортостан Республикаһы Башлы­ғының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы начальнигы Рөстәм Хәйҙәров белдереүенсә, 2018 йылда дәүләт граждандар хеҙмәт­кәрҙәрен уҡытыу дауам итәсәк, шулай уҡ муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе лә уҡыта башлаясаҡтар. Киләһе йылда “Электрон мәғариф” порталында һөнәри оҫта­лыҡтарын арттырған муниципаль хеҙмәткәрҙәр һаны 2,6 меңдән ашыр тип көтөлә. Уҡытыу процесында виде­одә­рестәр, вебинарҙар, онлайн-трансляция һәм башҡа интерактив формалар системаһы индереләсәк. Киләсәктә ошо уҡыу системаһында дәүләт йәки муниципаль хеҙмәткәрҙәр, даими эшләгән депутаттар ҙа мотлаҡ теркәлергә тейеш буласаҡ, сөнки был – заман талабы. Һау­лыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау ида­ралыҡтары кеүек бюджет учреж­дениеһы хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 429

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 387

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 385

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 402

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 381

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375