Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡәҙерле дуҫтар!
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективын, журналистика ветерандарын һәм уҡыусыларҙы баҫманың тәүге һаны донъя күреүгә 100 йыл тулыу айҡанлы ихлас ҡотлайым!
“Башҡортостан” гәзите һәр саҡ республиканың ижтимағи һәм сәйәси тормошо уртаһында булды. Уның тарихы 1917 йылдың 14 июнендә Ырымбурҙа сыҡҡан “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”нән башланды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Совет Башҡортостаны” гәзитенең күп хеҙмәткәрҙәре ҡулға ҡорал тотоп та, ҡәләм менән дә Тыуған илебеҙ өсөн алышты. Яуҙа башын һалған хәрби хәбәрселәр хөрмәтенә Матбуғат йортонда мемориал ҡуйылған, ҡаһармандарҙың исеме иһә башҡорт журналистикаһының йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылған.
Тиҫтәләрсә йыл дауамында редакция коллективының һәр быуыны профессиональ публицистика, әҙәби ижад һәм ижтимағи-сәйәси фекер традицияларының берҙәмлеген һаҡлап килде. Баҫмала танылған журналистар, ғалимдар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең мәҡәләләре донъя күрә. “Башҡортостан” гәзите биттәрендә, элеккесә, уҡыусы менән ышаныслы диалог алып барыла. Баҫманың республикабыҙҙың күп яҡлы тормошон яҡтыртыуға, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тикшереүгә индергән тос өлөшө ихтирам уята. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыу өлкәһендәге тырышлығығыҙ юғары баһаға лайыҡ. Артабан да шулай буласағына ышанам.
Журналистарға юғары профессионаллек, һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һәм “Башҡортостан” гәзитенең бай традициялары өсөн рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә яңы ижади уңыштар һәм иң изге теләктәр.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. ХӘМИТОВ.

Ҡәҙерле дуҫтар!
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективын ихлас йөрәктән сәләмләргә һәм әһәмиәтле дата – гәзиткә нигеҙ һалыныуҙың 100 йыллығы айҡанлы ҡотларға рөхсәт итегеҙ!
Бер быуатлыҡ юбилей – ул күп һанлы тарихи ваҡиғаларҙы, ҡаҙаныштарҙы һәм дәлилдәрҙе үҙ эсенә алған тотош бер дәүер. Ошо дәүер эсендәге ваҡиғалар баҫмағыҙ биттәрендә объектив һәм ғәҙел сағылыш тапты. Төрлө яҡлы, ҡайһы саҡта илебеҙ өсөн бик ҡатмарлы һәм ябай булмаған ун йыллыҡтар дауамында гәзит үҙенең уҡыусылары өсөн һәр ваҡыт абруйлы һәм танылған мәғлүмәт сығанағы булды. Баҫма биттәрендә республикабыҙҙың иң көнүҙәк ижтимағи-сәйәси проблемалары, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә, уның үҙенсәлеген, рухи мираҫын, телен һәм традицияларын һаҡлауға ҡағылышлы әһәмиәтле мәсьәләләр яҡтыртыла килә.
Ҡәләм оҫталарының таланты һәм барлыҡ коллективтың яйға һалынған эшмәкәрлеге арҡаһында гәзит замана, көн талаптарына яуап биреү һәләтен бер ваҡытта ла юғалтмай, ул һәр көн тиерлек республика тормошондағы төп ваҡиғалар, хеҙмәте һәм һәләте менән яҡташтары ғорурланырлыҡ кешеләр хаҡында мәғлүмәт биреп тора. Гәзиттең оҙаҡ йылдар эшләп килеүенең төп сере шунда: һеҙ илебеҙҙәге, республикабыҙҙағы йәки аныҡ райондағы ваҡиғалар хаҡында бәйән иткәндә ябай хеҙмәтсән халыҡ, тарихтың төп ижадсыһы, хаҡында онотмайһығыҙ.
Һеҙҙең гәзитегеҙ һәр ваҡытта ла ватан журналистикаһының изгелек һәм ғәҙеллек идеалдарын йәмәғәтселек аңында нығытыуға йүнәлтелгән иң яҡшы традицияларына тоғро була килде һәм бөгөн дә ошо юҫыҡта эшләүен дауам итә. Журналистарҙың юғары һөнәри оҫталыҡ кимәле, хәл-ваҡиғаларҙы ғәҙел яҡтыртыу, уҡыусыларҙы һуңғы яңылыҡтар һәм ҡабул ителгән рәсми документтар менән оператив таныштырыу гәзиткә популяр һәм ҡыҙыҡлы булып ҡалыу мөмкинлеген бирә.
“Башҡортостан” гәзите коллективына бәхет һәм именлек, яңы уңышлы проекттар, алға алған барлыҡ пландарҙың тормошҡа ашырылыуын һәм уҡыусыларҙың һөйөүе мәңге һүрелмәй ҡалыуын теләйем!

Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә