Донъя сәйәсәтендә мөһим роль уйнаған, күп йәһәттән үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән АҠШ сәйәсәтенә ҡаршы төшөүселәр арта төштө, Иран мәсьәләһендә тыныслыҡҡа бер аҙым эшләнде, илебеҙҙең киләсәккә сәйәси йүнәлеше билдәләнде. Уҙған аҙнала тап ошолар иғтибар үҙәгендә булды.
Обаманы Латин Америкаһында ла яратмайҙарКолумбияла үткән Бөтөн Америка саммитында Көнбайыш ярымшарҙағы барлыҡ илдәрҙең лидерҙары ҡатнашырға тейеш булһа ла, Куба менән Эквадорҙың етәкселәре килмәне.
Куба менән хәл аңлашыла, унда 1959 йылда революция булып, социалистик ҡоролош урынлашҡандан һуң, “Азатлыҡ утрауы” иле АҠШ-тың ҡан дошманына әүерелде һәм халыҡ-ара сараларҙан һәр ваҡыт ситләштерелде. Көньяҡ һәм Төньяҡ Америка ҡитғаларында урынлашҡан илдәрҙең берлектәге саммитында быға тиклем дә Куба ҡатнаштырылманы һәм быға әллә ни ризаһыҙлыҡ белдереүсе лә булманы тиерлек. Һуңғы йылдарҙа Венесуэла президенты Уго Чавес та АҠШ агрессияһына ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш башланы. Ә Эквадор президенты Рафаэль Корреа, Кубаның саммитта ҡатнаштырылмауына ризаһыҙлыҡ белдереп, үҙе баш тартты. Йәғни АҠШ сәйәсәтенә асыҡтан-асыҡ ҡаршы төштө тип баһаларға мөмкин уның был ҡарарын. Уго Чавес АҠШ менән Канаданы тәнҡитләүҙән дә тартынманы. Уның белдереүенсә, Латин Америкаһы һәм Кариб диңгеҙе бассейнындағы барлыҡ илдәр ҙә Кубаның саммитта ҡатнашыуына ҡаршы килмәй. Тик АҠШ менән Канада ғына быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Ул шулай уҡ ошондай саммитта Мальвин утрауҙары яҙмышын да хәл итеп ҡуйырға кәрәк тип иҫәпләй. Был утрауҙар Бөйөк Британияның элекке колониялары тип иҫәпләнһә лә, һуңғы йылдарҙа бойондороҡһоҙлоҡ ала барып, әлеге биләмәләргә Аргентина дәғүә итә. Уго Чавес утрауҙарҙы рәсми рәүештә Аргентина биләмәһе тип таныуҙы талап итә. Тик Бөйөк Британияның уны еңел генә Аргентинаға биргеһе килеп тормай. Әгәр ҙә ошондай мәсьәләләрҙе лә хәл итеп булмай икән, ниңә саммит үткәрергә, тип иҫәпләй Венесуэла лидеры. Колумбияның Картахен ҡалаһында ойошторолған саммитта АҠШ президенты Барак Обама ла ҡатнашты. Ул АҠШ менән Латин Америкаһы илдәренең сауҙа-иҡтисади бәйләнештәренә юғары баһа бирҙе һәм ил экспортының 46 проценты ошо дәүләттәргә тура килеүен билдәләне. Тик Колумбия халҡы уны бик үҙһенмәне, ахырыһы — илдең баш ҡалаһы Боготиҙа, АҠШ илселеге эргәһендә, бер-бер артлы өс шартлау яңғыраны. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Теракттарҙы Колумбия экстремистары үҙ өҫтөнә алған. Быларҙан сығып, Куба лидеры Рауль Кастро сәйәсәтен яҡлаусылар, уға теләктәшлек белдереүселәр арта төштө тип әйтергә кәрәктер. Шулай итеп Латин Америкаһы илдәрендә АҠШ сәйәсәтенә ҡаршы төшөүселәр етәһе. Дөрөҫ, әле Американың көс-ҡеүәте лә, финанс ресурстары ла был илдәрҙе үҙенә буйһондороп тоторға мөмкинлек бирә. Киләсәктә шул уҡ Аргентина, бик йылдам үҫә барған Бразилия, “ҡара алтын” өҫтөндә ултырған Венесуэла кеүек дәүләттәр АҠШ йоғонтоһонан арыныр тип күҙалларға мөмкин.
Тыныслыҡҡа бер аҙым эшләндеТөркиәнең Истанбул ҡалаһында “Оло алты” илдәренең Иран мәсьәләһен көйләү буйынса ултырышы булды. ОБСЕ тарафынан аралашсы итеп Рәсәй, АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай билдәләнгәйне. Иран атомы буйынса Көнбайыш Европа илдәре етәкселәренең һуңғы осрашыуы былтыр ғинуар айында булғайны. Ул ваҡытта ҡыҙыҡһыныусы яҡтар ниндәйҙер килешеү төҙөшөү түгел, хатта көн тәртибен дә билдәләй алмай айырылышҡайны. Былтырғыһы менән сағыштырғанда быйылғыһы күпкә уңышлыраҡ үтте. Улай ғына ла түгел, Иран үҙенең күп йәһәттән дөрөҫ юлдан барыуын иҫбатлай алды. Ислам республикаһы дипломаттары ҙур уңышҡа өлгәште. Юғиһә быға тиклемге һөйләшеүҙәрҙә гел Иран яғы яңылыш юлдан барыусы тип баһаланып киленде. Бынан тыш, артабанғы һөйләшеүҙәр көнөн дә билдәләнеләр. Ошо йылдың 23 майында Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдадта “Оло алты” илдәре вәкилдәре Иран делегацияһы менән йәнә осрашасаҡ. Һөйләшеүҙең тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтеүе ике яҡ өсөн дә бик мөһим. Иран атом программаһын тыныс юл менән хәл итеү Яҡын Көнсығышта һиллек урынлаштырыуға бер аҙым ул.
Уңышһыҙлыҡҡа осраныларКХДР-ҙа элекке диктатор Ким Ир Сендың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы киң билдәләп хәрби парад уҙғарҙылар. Парад барышында яңы төр хәрби ҡорал — ракета комплексы ла күрһәтелде. Япония менән Көньяҡ Корея разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, парадта күрһәтелгән ракета комплексының техник параметрҙарын һәм хәрби ҡеүәтен билдәләү мөмкин түгел. Уның ябай макет булыуы ла ихтимал, ти белгестәр. Шул уҡ ваҡытта КХДР етәкселеге Көнбайыш Европа менән Японияға үҙенең ниндәй ҡеүәтле ҡоралға эйә икәнлеген күрһәтеп маҡтанды. КХДР-ҙың сюрприздары бының менән генә бөтмәне, 12-һенән 13-сө апрелгә ҡарай төндә “Ынха-3” ракетаһы менән “Кванменсон-3” юлдашы Йыһанға осоролдо. Әммә Бөтөн донъя йыһан көнөнә бағышланған был осош уңышһыҙлыҡҡа осраны — Сеулдан яҡынса 165 километр алыҫлыҡта юлдаш океанға ҡолап төштө. Әле белгестәр уның ҡалдыҡтарын эҙләү менән мәшғүл. Бына шулай, ярты йыл һуҙымында күп шау-шыу тыуҙырған, күрше-тирә илдәрҙе хәүеф аҫтында тотҡан юлдаш бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡты, һәм КХДР етәкселегенең өмөтө буш ҡыуыҡтай шартланы.
Отчет ҡына түгелҮткән аҙнала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе, илдең яңы һайланған Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттары алдында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең былтырғы эш йомғаҡтары хаҡында отчет доклады менән сығыш яһаны. Ысынбарлыҡта Владимир Путин үҙенең Премьер-министр булып эшләү дәүерендәге дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ул үҙ сығышында бик күп дәлилдәр, һандар килтереп илдең алға барыуын билдәләне. Былтыр илдең эске тулайым продукт үҫешенең тәүге тапҡыр 2008 йыл кимәленә етеүен ҙур ҡаҙаныш тип баһаланы. Сәғәттән ашыуға һуҙылған сығыштан һуң депутаттар Хөкүмәт Рәйесенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Алты йылдан һуң уның власта ҡалыу-ҡалмауы хаҡындағы һорау йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Путиндың тел төбөнән шул билдәле булды: ул илдәге хәл-торошто яҡшы күҙаллай һәм бының 12 йыл дауамында булыуы мөмкин. Йәғни ул алты йылдан һуң йәнә һайлауҙарҙа ҡатнашып еңеп сығырға иҫәп тота. “Ике мөҙҙәт рәттән” мәсьәләһендә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу яҡлы икәнлеген дә белдерҙе. Ошо ҡылығы менән Владимир Путин илдә авторитар режим индерелеүгә ишара яһаны. Әстрхандағы хәл-ваҡиғалар ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалманы. 4 мартта үткән һайлауҙа “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе ағзаһы Олег Шеин Әстрхан мэры вазифаһына дәғүә итеп, һайлаусыларҙың 30 процент тауышын ғына йыйып, еңелә. Дәғүәсеһе — “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе ағзаһы Сергей Столяров — 60 процент тауыш йыйыуға өлгәшә. Олег Шеин, ошо һөҙөмтәләр менән риза булмайынса, аслыҡ иғлан итә. “Ғәҙел Рәсәй” партияһы лидеры Сергей Миронов та фирҡәләшен яҡлап Әстрханға барып ҡайтты. Ҡала полицияһы Олег Шеинды административ яуаплылыҡҡа тарттырыу менән янай. Владимир Путин уның ҡылығына ҡарата былай тип яуап бирҙе: “Һайлау һөҙөмтәләре менән риза булмаған осраҡта теге йәки был етешһеҙлекте күрһәтеп судҡа мөрәжәғәт итәләр, ә аслыҡ иғлан итеү төптө дөрөҫ түгел”. Күренеүенсә, Хөкүмәт Рәйесе был тәңгәлдә законлылыҡты яҡлай. Ә уның Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы сығышына килгәндә, улар өсөн ҙур яңылыҡ ишетелгәндер тип әйтеп булмай. Ул килтергән һандар, дәлилдәр менән һәр депутат хәбәрҙар булырға тейеш. Владимир Путин депутаттар алдында отчет тотоп, беҙ бына нисек шәп эшләйбеҙ, тип әйтергә теләнеме — аңлашылып бөтмәне.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.