Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Путин вәғәҙәләрен үтәйәсәк
11 апрелдә Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе булараҡ һуңғы тапҡыр Дәүләт Думаһы алдында отчет менән сығыш яһаны. Белеүебеҙсә, бөгөнгө Премьер-министр киләһе айҙан ил Президенты вазифаһында эш башлаясаҡ.
Владимир Владимирович башлыса Хөкүмәттең былтырғы һәм уҙған дүрт йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, социаль-иҡтисади үҫешкә туҡталды. Мәҫәлән, былтыр эске тулайым продукт күләме 2008 йылғы, йәғни донъя күләмендәге финанс көрсөгөнә тиклемге, кимәлдән юғарыраҡ булған. Инфляция ла былтыр Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр 6,1 процент ҡына тәшкил иткән. Бындай үҫеш ил граждандарын социаль яҡлау йәһәтенән киң мөмкинлек бирә. Владимир Путиндың билдәләүенсә, һуңғы дүрт йылда, уртаса алғанда, пенсия — 2,5 тапҡырға, хеҙмәт хаҡы 18 процентҡа артҡан, эшһеҙҙәр 2 миллион кешегә кәмегән. Рәсәйҙә ғүмер оҙайлылығының, халыҡ һанының артыуы ла — тотороҡлолоҡ һөҙөмтәһе.
Шул уҡ ваҡытта Премьер-министр өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнергә ярамағанлығын, билдәләнгән йүнәлештәге эште дауам итеү мөһимлеген иҫкәртте, төрлө тармаҡ буйынса аныҡ бурыстар билдәләне. Рәсәйҙең яңы һайланған Президенты булараҡ, Владимир Путин илдең тышҡы һәм эске сәйәсәтенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
Сығыштан һуң Хөкүмәт башлығына парламенттағы һәр фракция үҙ һорауҙарын бирергә ашыҡты. Иҡтисадҡа, социаль өлкәгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, тарифтар үҫешенә, төбәк башлыҡтарын һайлауға һәм башҡа мәсьәләләргә бәйле мөрәжәғәттәрҙең һәр ҡайһыһына Владимир Путин төплө яуап бирҙе.
Премьер-министрҙың сығышындағы ҡайһы бер һандарға күҙ һалыу ғына ла Рәсәй йәмәғәтселеген киләсәктә ниндәй үҙгәрештәр көтөүен тоҫмалларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, йыл аҙағынаса “чиновниктар армияһы” 100 мең кешегә ҡыҫҡартыласаҡ, алты йыл эсендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға һәм музей эшен үҫтереүгә 100 миллиард һум бүленәсәк, һигеҙ йылда уртаса эш хаҡы 1,7 тапҡырға артасаҡ, ун йылда 120 мең километр юл һалынасаҡ һәм башҡалар. Владимир Владимирович Президент кәнәфиенә ултырғандан һуң барлыҡ вәғәҙәләрен үтәргә теләүен белдерҙе.
Шуныһын да әйтеп үтеү урынлылыр: Бөтөн Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге ойошторған һорау алыу йомғаҡтарына ҡарағанда, халыҡтың 66 проценты Владимир Путин етәкселегендәге Хөкүмәттең эшен ыңғай баһалай һәм һуңғы ун йылда иң яҡшы эшләгән башҡарма власть тип иҫәпләй.
Я. УСМАНОВ.


Рауза БАЙНАЗАРОВА, Өфө ҡалаһы:
— Хөкүмәт башлығының һүҙҙәре, минеңсә, һуңғы арала мәғлүмәт саралары аша яңғыраған байтаҡ имеш-мимешкә нөктә ҡуйҙы. Төрлө сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар халыҡты алдағы йылдарҙа ҡот осҡос иҡтисади көрсөк буласаҡ, илебеҙ сәйәси йәһәттән дә ҡыйралыу сигенә килеп етте, тип ҡурҡыта ине. Хәҙер инаныуымса, быларҙың барыһы ла — һайлау осоронда власҡа ҡаршы алып барылған мәғлүмәт һуғышының бер сатҡыһы. Әлбиттә, Премьер-министр финансҡа бәйле ауырлыҡтар булырын инҡар итмәй, шулай ҙа Рәсәйҙең киләсәктә лә тотороҡло үҫеш юлынан барасағына ышандырҙы.
Путин киләсәктә, Рәсәйҙең Төп Законына үҙгәреш индереп, бер кешегә Президент вазифаһына күп тапҡыр һайланыу мөмкинлеген бөтөрөү яҡлы. Быны, бер яҡтан, хуплайым, әммә Владимир Владимировичтың ғүмер баҡый ил башлығы булыуына ла ризамын.

Илһам ВӘЛИЕВ, Учалы районы:
— Владимир Владимирович милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһенә һәр саҡ һаҡ ҡарай. Был юлы уны коммунистар: “Конституцияны үҙгәртеп, “күп милләтле Рәсәй халҡы” тигән һүҙбәйләнеште “урыҫтар һәм уларға ҡушылған халыҡ” тип үҙгәртеүгә нисек ҡарайһығыҙ?” — тигән һорау менән һынап ҡарарға маташты. Шулай ҙа Путин ҡаушаманы, илдәге милләттәрҙе беренсе, икенсе сортҡа бүлеүҙең мәғәнәһеҙлеген аңлатты. “Урыҫтар мәнфәғәтен ҡайғыртып башҡарылған бындай ғәмәлдәр тәү сиратта урыҫ халҡының именлегенә янай. Рәсәй бындай юл менән барған хәлдә тарҡаласаҡ”, — тине ул. Президент вазифаһына тап Путиндың үтеүе өсөн тағы бер ҡат ҡыуандым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә