Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тауыш биреү тауышһыҙ үтте
Тауыш биреү тауышһыҙ үттеҮткән шәмбелә Башҡортостанда Берҙәм һайлау көнө булды. Унда Белорет, Бөрө ҡалаларында, Өфө районында һәм ҡайһы бер ауыл хакимиәттәрендә үҙидара органдарына депутаттар һайланды. Тауыш биреүҙә 89640 кеше ҡатнашты. Исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 52 проценты үҙенең конституцион бурысын үтәне.
Ғөмүмән, Берҙәм тауыш биреү көнө республикала ығы-зығыһыҙ, тыныс үтте.


Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, сараға яҡынса йомғаҡ яһап, “Берҙәм Рәсәй” — 193, “Ғәҙел Рәсәй” – 14, ЛДПР — 6, КПРФ — 2, Рәсәй патриоттары — 3, “Пенсио­нерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы” 1 мандатҡа эйә булыуы, үҙ-үҙен тәҡдим иткәндәр 37 мандат алыуы хаҡында белдерҙе.
Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайланды һәм 256 мандат алмаштырылды. Шуның 50-һе – төп һайлауҙарҙа: Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе советына – 20, Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе советына – 20, Өфө районының Йоматау ауыл советына – 10, ҡалған 206-һы – өҫтәмә һайлауҙарҙа.
Һайлау барышын участка һайлау комиссияһының 200-ҙән ашыу ағзаһы һәм 400-ҙән артыҡ күҙәтеүсе күҙәтте.
Тауыш биреү тауышһыҙ үттеБашҡортостанда һайлау кампанияларын яҡтыртыу өсөн 50 киң мәғлүмәт сараһынан 144 журналист аккредитация үтте.
Һайлау эшен 49 территориаль һәм 285 участка һайлау комиссияһы ойошторҙо. Йоматау ауыл советында урынлашҡан өс участкала яңы технологиялар индерелде, йәғни КОИБ-2010 файҙаланылды, ҡалғандарында иһә машина уҡый алған код ярҙамында йомғаҡлау протоколдарын төҙөү технологияһы уңышлы ҡулланылды.
Дөйөм һайлау барышына байҡау яһап түбәндәгеләрҙе билдәләп үтергә мөмкин.
Бөрө муниципаль районында ҡала советына 18 депутат һайлаһалар, Калинников һәм Силантьев ауыл советы биләмәләрендә лә ауыл советына өҫтәмә һайлау үтте, һәм унда бер мандатлы өс һайлау округында өс депутат өсөн тауыш бирҙеләр. Ҡала советына һайлауҙа 49 кандидат ҡатнашты, ә ауыл советы депутаты урыны өсөн ете кеше дәғүә итте. Кандидаттар араһында төрлө партия вәкилдәре бар.
Өфө районында ла һайлау кампанияһы әүҙем үтте. Унда Йоматау ауыл советына 10 депутат өсөн тауыш бирелде. Шулай уҡ Булгаков, Чернолес, Жуков ауыл би­ләмәләрендә лә ауыл советтары депутаттарына өҫтәмә һайлау үтеп, өс депутат һайланды.
Яңауыл районы Вояҙы һәм Ҡарман ауыл советтарына ла депутаттар һайланды. Участка һайлау комиссияһы мөһим кампанияны яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алған.
Былтыр сентябрҙә Берҙәм һайлау көнөндә Белоретта ямғыр булғайны, быйыл да көн йонсоу торҙо, әммә үҙ ҡалаһы яҙмышына битараф булмаған белореттар, яйлап булһа ла һайлау участкаларына барып, үҙенә оҡшаған кандидат өсөн тауыш бирҙе. Һайлауға халыҡты күберәк йәлеп итеү маҡсатында мәктәп йәрминкәләре лә ойошторолдо. Белореттар ҡала советына депутаттар һайлаһа, Абҙаҡ ауылында 1-се округта йәшәгәндәр урындағы ауыл советына депутат һайланы, һәм унда һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 70 проценты ҡатнашты.
Бөрө ҡала советы депутаттарын һайлау эшлекле мөхиттә барҙы, тауыш бирергә килгән һайлаусыларҙың был мәсьәләгә етди ҡарауы тойола ине.
– Нимәлер байрам итер алдынан, тәүҙә эшләргә кәрәк. Шул саҡта ғына һайланған депутаттар үҙенең эше менән юҡҡа һайланмағанын иҫбат итер, был иһә шатлыҡ өсөн сәбәп булыр. Әлегә иртәрәк... – тине 1402-се һайлау участкаһына килгән пенсионер Леонид Васильевич.
Күп профилле һөнәри колледжда ла һайлаусылар шундай уҡ ҡарашта. Бында тәүге булып Людмила Беляева тауыш биргән. Ул иртәнге сәғәт 8-ҙә үк килеп, комиссияның һайлауға әҙерлек кимәле менән танышҡан.
– Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн шарттар тыу­ҙырылған. Баҫҡыстарҙа пандустар ҡуйылған, махсус юлдар ҙа бар, – ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Евгения Алтынбәкова.
Тәүге тапҡыр тауыш бирергә килгәндәргә иғтибар ҙур. Мөмкинлектәре булмаған­дарҙың йорттарына барып һайлаталар. Полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип һағында тора, буфет эше лә ойошторолған.
Ҡануниәт буйынса, урындағы депутаттар дүрт йылға һайлана.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев: “Һайлауға килеп, гражданлыҡ ҡарашын күрһәткәндәргә рәхмәт. Беҙҙең партияға ышанып, уның кандидаттарын төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа хуплағандарҙың өмөтөн аҡлаясаҡбыҙ”, – тине.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә