Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Низағлы донъя: кем хаҡлы ла кем хаслы?
Низағлы донъя: кем хаҡлы ла кем хаслы?Мин сәйәси аналитик йәки политолог түгел. Баҡтиһәң, хәҙерге заманда был етди кәмселек икән.
Дәүләттәр, милләттәр, диндәр һәм хатта цивилизациялар араһында мөнәсәбәттәр харап ҡатмарланды ки, мәсьәләләрҙең айышына беҙҙең ише ябай кешеләр генә түгел, хатта ижтиһадын ошо өлкәгә һалған уҡымышлыларҙың да тәрән төшөнөүе шикле. Өҫтәүенә теге йәки был ваҡиғаға бер политолог үҙенсә баһа бирә, икенсеһе бүтәнсә аңлата. Телевизорҙан түгелеп торған хәбәрҙәргә, ташҡа баҫылған һәр нәмәгә ышанып өйрәнгән беҙҙең халыҡ
Интернет даръяһына суммай ҙа аңҡы-тиңке йөрөй. Уңайһыҙ булһа ла, әйтмәй хәл юҡ: һеҙҙең авторығыҙ ҙа шуны кисерә.

Дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең торошон күп йәһәттән теге йәки был илдең юғарғы башлығы йәки парламенты билдәләйҙер. Ул дәүләт башлығы­ның хакимлыҡ теҙгенен үҙ ҡулына алыу һәләтенә, закондар сығарыу органдары­ның йоғонтололоғона, илдең конституцион ҡоролошона бәйле. Быға миҫал күҙ алдында. Һәр йәһәттән иң ҡеүәтле дәүләт президенты Дональд Трамп, ҡарамаҡҡа “текә” күренһә лә, Конгрестың ҡыҫымына тиҙ биреште, йыуашланды, хакимлыҡта ҡалыу теләге уның һайлау алдынан һипкән вәғәҙәләренән дә, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларынан да, цивилизациялы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡағыҙҙа теркәлмәгән ҡағиҙәләренән дә өҫтөн сыҡты.
Владимир Путин иһә, үҫеш юлына һаман ныҡлап аяҡ баҫа алмаған, иҡтисады АҠШ-тыҡы менән сағыштырғыһыҙ көсһөҙ ил етәксеһе булһа ла, бөтөнләй башҡаса сәйәси һәм ижтимағи-хоҡуҡи мөхиттә эшләй. Уның ҡул аҫтында — төбәктәрҙең тормошона күҙ-ҡолаҡ булған Президент хакимиәте, Рәсәй Хөкүмәте, закондар сығарыусы Дәүләт Думаһы менән Федерация Советы. Һәр хәлдә, Трамп менән сағыштырғанда, Путин сәйәси йәһәттән, йәмғиәттең уға мөнәсәбәте, ябай халыҡтың берҙәмлеге буйынса отошло хәлдә.
Йәнә лә донъялағы тормошҡа Америка Ҡушма Штаттары, Рәсәй Федерацияһы, Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәр йоғонто яһай. Хатта ошо өс дәүләттең тәүге икәүһе Ер шарының яҙмышын үҙ ҡулында тота, тип раҫлау ҙа урынлылыр. Ул ғына ла түгел, Ҡушма Штаттарға тымау тейә ҡалһа, бөтөн донъя сөскөрә, йүткерә башлай. Был йәһәттән артабан хәлдәр ни төҫ алыр, уныһы инде Хоҙай ҡулында түгел, бәлки Ҡушма Штаттар Сенаты менән Конгресы ҡарамағында.
Трамп хакимиәтенең Аҡ йортҡа инеп урынлашыуына бер нисә ай үтеп китте, әммә Президенттың тышҡы сәйәсәттә ниндәй йүнәлеш алыры һаман билдәһеҙ. Һайлау кампанияһы осоронда хистең аҡылдан өҫтөн сығыу, ҡыҙыулыҡ, үтәлмәҫлек вәғәҙәләр биреү мәлдәре йыш була һәм, әйткәндәй, был ғәҙәттәрҙән Рәсәй сәйәсмәндәре лә азат түгел. Трамп иһә, президент креслоһына ултырғас та, һәр кем өсөн изге булырға тейешле ғәҙәттәрҙе, дипломатик традицияларҙы һанға һуҡмауын дауам итте, уға ипле мөнәсәбәт булып күренмәгән йәки хаслыҡ һымаҡ тойолған эш-ғәмәлдәр айҡанлы мыҫҡыллауҙарға, янауҙарға тиклем барып етте. Йәнәһе, Ҡушма Штаттар дуҫтарына ла, дошмандарына ла Американы үҙ маҡсаттарында файҙаланыуға юл ҡуймаясаҡ. Тиҫтәләрсә йыл бүтән илдәрҙе әпәүләгәндән һуң, ул АҠШ мәнфәғәттәрен беренсе урынға ҡуйырға һәм йәнә еңә башларға ниәтләй.
Бәғзе күҙәтеүселәрҙең фекеренсә, был — һөйләшеүҙәрҙә ҡаты тороу маҡсатында эшләнгән тактик алым ғына, уны Трамп “килешеү оҫталығы” тип атай. Әүәлерәк президент Ричард Никсон “яртаҡыл теорияһы”н уйлап тапҡайны. Был “теорияға” таяныусылар дошмандарын ҡурҡыта һәм үҙенең байма­баш­лығына, әгәр улар уның талаптарын үтәмәгән хәлдә, аҡыл­һыҙ аҙым­дар яһау ихтималына ихты­яр­һыҙ­лап ышан­­дыра. Күптән инде са­ма белмәҫ кеше булараҡ даны таралған Трамптың әлеге тактиканы файҙаланыу ихтималы ҙур.
Әммә мәсьәлә шунда: һөйләшеүҙәр йыш ҡына уңышһыҙлыҡҡа осрай, ә дошмандар үҙҙәре ҡайһы саҡ иманһыҙ һәм холоҡһоҙ булып сыға. Ахыр килеп, яртаҡыл теорияһы Никсонға Төньяҡ Вьетнамды ризалыҡҡа барыуға мәжбүр иттерә алмағайны. Ул ғына ла түгел, әлеге теорияны тормошҡа ашырыу, мөҙҙәте еткәс, уйлап эш итеүҙе күҙ уңында тота. Президент булараҡ, Трампҡа ошоға һәләтле икәнлеген иҫбатлайһы бар. Әгәр эшҡыуарлыҡта уңышһыҙ аҙым ике яҡҡа ла етди эҙемтәләрҙән ҡотолоу мөмкинлеген бирһә, дипломатиялағы уйлап еткерелмәгән гамбит сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа, ҡиммәткә төшәсәк сауҙа бәхәстәренә, хәүефле ҡоралдарҙың таралыуына һәм хатта һуғышҡа килтереүе ихтимал. Трамп һымаҡ, халыҡ ризаһыҙлығына таянып хакимлыҡҡа килгән лидерҙар тарихта бихисап булды. Улар, дошмандарҙы буйһонорға мәжбүр итәсәгенә вәғәҙә биреп тә, һөҙөмтәлә хәрби, дипломатик йәки иҡтисади низағтар менән мауығып, аҙаҡтан быға үкенә торғайны. Трамп менән дә шул хәл ҡабатланмаҫмы? Яуапты бер кем дә белмәй.
Был яҙ Америка хакимиәтенең донъя сәйәсәтенең Сүриә менән Төньяҡ Кореяға ҡағылышлы иң хәүефле ике йүнәлешендә киҫкен ғәмәл-хәрәкәттәре менән хәтерҙә ҡалыр. Сүриәгә килгәндә, уға ҡарата асыҡтан-асыҡ көс ҡулланылды, американдар ундағы Әш-Шәйрәт авиабазаһына төбәп, 59 ҡанатлы ракета осорҙо. Төньяҡ Кореяға ҡарата АҠШ әлегә янауҙар менән генә сикләнә.
Шуныһы, был осраҡта Сүриәлә лә, Төньяҡ Кореяла ла Америка менән тиңдәш ҡеүәтле ядро державаһы булған Рәсәй менән Ҡытайҙың сетерекле мәнфәғәттәре зыян күрә. Әлегә беҙҙең ил етәкселәре лә, күршеләр ҙә түҙемлек күрһәтә һәм, тимәк, ҡатмарлы проблемаларҙың имен-аман хәл ителеренә ышаныс һаҡлана. Әммә алдағы көндәргә күрәҙәлеккә һис кем дә тәүәккәлләмәҫ һымаҡ. Кешелек донъяһы тағы ла ауырыраҡ һәм һиллектең көлө күккә осор замандарға аяҡ баҫты. Ул үҙен күп мәртәбәләр юҡҡа сығарырлыҡ ҡоралдар менән уратып алды, бер үк ваҡытта йоғонтоло тыйылыу һәм бәрәбәрлектең әхлаҡи-интеллектуаль нигеҙҙәрен юғалтты. Әйткәндәй, ҡоралдарҙың самаһыҙ күп булыуынан бигерәк, нәҡ ошо факт хәүефте нығыраҡ көсәйтә лә инде.
ХХ быуатта, Октябрь инҡилабынан аҙаҡ, Рәсәйҙә һәләкәтле граждандар һуғышы башланыуҙан файҙаланып, әле быуыны нығыныуҙан алыҫ Совет республикаһына, төрлө сәйәси, әммә дөрөҫөндә иҡтисади сәбәптәргә таянып, бер өйөр дәүләттәр ябырылғайны. Улар ун дүрт ине. Был мәкерлектең нимә менән тамамланғанына тарих шаһит. Рәсәйҙең ҡайһы бер мәлдәрҙә сигенеүе, хатта айырым алыштарҙа еңелеүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта бөйөк рус дипломаты, канцлер Александр Михайлович Горчаков әйтмешләй, “Рәсәй уфтанмай, ул йыйнаҡлана, көс-ҡеүәтен туплай”.
ХХI быуаттың тәүге яртыһында ла донъялағы һәммә агрессив көстәр, һүҙ менән дә, ҡорал менән дә ҡурҡытып, йәнә Рәсәйгә ҡаныҡты. Хәҙерге тоталь һөжүм ХХ быуат башындағынан күпкә ҡурҡынысыраҡ та, мәкерлерәк тә, сөнки был юлы мәсьәлә беҙҙең илде дәүләт булараҡ юҡ итеү рәүешендә ҡуйылған. АҠШ-тың һаны ике йөҙҙән артып киткән хәрби базалары тотош донъяға һибелгән. Рәсәй йылдың-йылы уларҙың ҡыҫа барған божраһында ҡала. Илебеҙҙең Көнсығыш Европалағы әүәлге союздаш дәүләттәре Көнбайыштың Рәсәйгә ҡарата традицион дошманлыҡ сәйәсәтенән уҙҙырып, асыҡтан-асыҡ хаслыҡҡа күсте. Мәғлүмдер, мосолман донъяһында АҠШ-ты – “Оло шайтан”, Израилде “кесе шайтан” тип атап йөрөтәләр. Хәҙер Польша, Балтик диңгеҙе ярының “гигант” дәүләттәренә Румыния, Украина, хатта Молдова ла ҡушылды. Күҙгә күренмәгән дә себен-серәкәй маҙаһыҙлай, бәләкәй эт ләүкелдәп теңкәгә тейә.
Шаярыуға күсһәк тә, мәсьәлә етди: май айында, һәммә ғәм алдында сығыш яһағанда НАТО-ның элекке генераль секретары Андерс Фог Расмуссен Украинаға өр-яңы ҡорал бирергә тәҡдим итте. Артабан Дәүләт департаментының махсус вәкиле Курт Волкер: “Был мәсьәләне Вашингтон әүҙем өйрәнә”, — тип тә өҫтәне. “Беҙ Украинаға әле оборона өсөн ҡорал бирмәгәнбеҙ, ләкин бының ихтимал булыуын кире ҡаҡмайбыҙ” — быныһы инде АҠШ Дәүләт департаментының матбуғат секретары Хизер Мауэрт ханымдың рәсми белдереүе. Ҡыҫым һәр йүнәлештән көсәйә. Мәғлүмдер, күп йылдар буйы, Рәсәй Хөкүмәтендә Алексей Кудрин финанс министры булып эшләгәндән алып, илдең халыҡ-ара резервтарының байтаҡ өлөшө Американың ҡиммәтле ҡағыҙҙарына һалына килде. Рәсәйҙең был аҡсаһы хәҙер 109 миллиард доллар тәшкил итә. Ғөмүмән, дәүләттең былай ҙа наҡыҫ аҡсаһын АҠШ иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтеү, беҙҙең ише ябай кеше фекеренсә, нонсенс, йәғни башҡа һыймаҫтай ғәмәл. Ике дәүләт араһында мөнәсәбәттәр һин дә мин саҡта был аҡсанан аҙ ғына булһа ла процент алыу, әлбиттә, үҙен аҡлайҙыр, ләкин Американың Иран, Ливия, Сүриә кеүек илдәрҙең АҠШ-тың дәүләт бурысына һалған долларҙарын ҡайтарып ала алмай яфаланыуҙарын да онотмаҫҡа ине.
Заманында Рәсәй тиҫтәнән ашыу дәүләттең агрессияһына бирешмәне, артабан фашистик Германияны теҙ сүктерҙе, япон милитаристарын ҡыйратып һалды. Хәҙер оло яу юҡ, ләкин вайымһыҙлыҡтан арынып, төшөнкөлөккә лә бирелмәй, халыҡтың рухын да, армияның ҡеүәтен дә нығытырға кәрәк. Америка менән уның ҡуштандары көс телен генә аңлай, Рәсәй халҡы ҡурҡа тип уйламаһындар.
...Малай сағымда беҙҙең ауылда бәләкәй генә булһа ла төрлө предприятиелар, артелдәр эшләй торғайны. Тәбиғи, хеҙмәтләндереүселәр араһында ғаиләләре менән рус кешеләре лә бар. Беҙҙең, бала-сағаның, үҙ шөғөлө, үҙ тормошо. Ике-өс милләт малайҙары, бер-беребеҙҙең телен бигүк аңлап еткермәһәк тә, бергә уйнайбыҙ. Сәкәләшеп киткән саҡтар ҙа була. Беҙ, ауылыбыҙҙа булғас, күмәкбеҙ, рус малайҙары аҙсылыҡта, әммә бирешмәйҙәр. Ситкәрәк китеп, өҫтәүенә былай тип тә һөрәнләйҙәр:
Нас побить, побить хотели,
Нас побить пыталися.
А мы тоже не сидели —
Того дожидалися.
Әллә ҡасанғы малайҙар һамағы, бөгөнгө ысынбарлыҡ шаңдауы булып, һеҙгә нимә тураһындалыр кинәйәләмәйме?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 214