Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ышанысты нығытыусы ыңғай ғәмәл
Ышанысты нығытыусы ыңғай ғәмәлБашҡортостанда бынан бер нисә ай элек үк Ғаилә министр­лығы ойоштороу хаҡында фекер­ҙәр яңғырағайны. Бының сәбәбе бик ябай, әммә үтә мөһим: илдәге демографик хәлде яҡшыртыу өсөн иғтибарҙы иң тәүҙә ғаилә, балалар проблемаларына, уларҙың килә­сәген хәстәрләүгә йүнәлтеү фарыз.
Йәмәғәт ойошмалары вәкил­дәре менән осрашыуҙа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов:
– Аңлауыбыҙса, әлеге көндә тап ғаиләләргә власть иғтибары етмәй. Бының тураһында төплө уйларға кәрәк. Әлбиттә, махсус министрлыҡ беренсел йәмәғәт ячейкаһы эсендәге йылы мөнәсәбәттәр өсөн яуап бирә алмаҫ, мәгәр дәүләт власы органдары мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, мәнфәғәттәрен финанслау мәсьәләләрен хәл итер ине, – тигәйне.
Етди һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булараҡ, ошо көндәрҙә республика Башлығының Бойороғо менән төбәктә яңы ведомство булдырылды – ғаилә сәйәсәте проблемалары менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы шөғөлләнәсәк. Был хаҡта төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында белдерҙе, демография яуаплы тармаҡ икәнлеген, һәр муниципалитетта ошо йүнәлеш менән шөғөлләнеүсе махсус структура булдырыласағын, йәмғиәт­тәге демографик процестарҙы даими контролдә тотоуҙың, кире һөҙөмтәләрҙе булдырмау өҫтөндә эшләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Илдәге демографик хәлдең ҡатмарлы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Мәҫәлән, республикала тыуымдың кәмеүен генә алайыҡ – тәүге ярты йыллыҡта күрһәт­кестәр 12 процентҡа түбәнәйгән. Бының сәбәбе бихисап, шул иҫәптән илебеҙ үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында башлан­ған демографик көрсөктөң эҙем­тәләрен кисерә. Белеүебеҙсә, ул тынғыһыҙ, ауыр осорҙа илдә сабыйҙар һаны ҡырҡа кәмене, ә хәҙер ошо быуын вәкилдәре үҫеп, үҙҙәре атай-әсәй булыу йәшенә етте. Икенсенән, беҙҙең граждандар, бигерәк тә йәштәр, аҡса һанарға өйрәнде – бала ҡарарлыҡ мөмкинлектәре юҡ тип иҫәпләйҙәр икән, был мәсьәләне кисектереп тора.
Ә төбәктә балалы ғаиләләргә иғтибар һәр ваҡыт булды һәм буласаҡ. Мәҫәлән, былтыр төбәк­тең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йүнә­леше буйынса ошо категорияға ҡараған граждандарға 4,5 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, шул иҫәптән 1,9 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. 2007 йылдан алып Башҡортос­танда 262 меңдән ашыу ғаилә Әсәлек капиталын алған, 140 мең тирәһе ғаилә, ошо ярҙамды файҙаланып, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Ғөмүмән, демографик хәлде яҡшыртыу, балалыҡты һәм әсә­лекте яҡлау йәһәтенән Рәсәйҙең һәр төбәгенең, мөмкинлектәренә ҡарап, төрлө сараларҙы тормошҡа ашырыу хоҡуғы бар. Был йәһәттән Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә. Миҫал өсөн, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән быйылдан тәүге тапҡыр ата-әсә булған 35 йәшкә тиклемге парҙар 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Ғаилә проблемалары менән шөғөлләнеүсе яңы власть органы булдырылыуы ла – күңелгә йылы өҫтәгән, өмөт биргән, ышанысты нығытҡан ыңғай ғәмәлдәрҙән.

Ольга ПАНЧИХИНА, БР Йәмәғәт Палатаһы рәйесе:

– Күҙаллауымса, яңы ведомство ғаилә проблемалары менән шөғөлләнгән күп һанлы коммерциялы булмаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген яйға һаласаҡ, шулай уҡ ошо йүнәлештә эшләгән Мәғариф һәм Йәштәр сәйәсәте министрлыҡтарының ведомство-ара координаторы буласаҡ. Унан һуң, өр-яңы министрлыҡ ойоштороу урынына, булғанын нығытыу һәм киңәйтеү – дөрөҫ ҡарар, сөнки яңы орган булдырыу – сығымлы мәсьәлә. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы былай ҙа ғаилә проблемалары менән шөғөлләнә ине, хәҙер уларҙың иғтибарынан социаль йәһәттән мохтаждар ғына түгел, барлыҡ ғаиләләр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ.

Николай НИКИТИН, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе:

– Рөстәм Зәки улы, тәүге ярты йыллыҡтың йомғаҡтарын яһағандан һуң, депуттатарға, дәүләт власы органдары вәкилдәренә, муниципалитет башлыҡтарына ғаилә проблемалары менән шөғөлләнәсәк яңы ведомство ойоштороласағын еткерҙе. Ул тәғәйен ғаилә проблемалары менән шөғөлләнәсәк, был йәһәттән социаль сәйәсәт күпкә асығыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Яңы власть органы мәнфәғәтендә – ғаилә мәсьәләләре, балаларҙы, айырыуса ата-әсә иғтибарынан мәхрүм ҡалғандарҙы тәьмин итеү, тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 2

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 3

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 4

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла 11.03.2026 // Сәйәсәт

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән ......

Тотош уҡырға 2

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы 10.03.2026 // Сәйәсәт

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде 10.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде 04.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 24 февралдә махсус ......

Тотош уҡырға 4

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды 24.02.2026 // Сәйәсәт

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә