Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Һеҙҙе исламдағы иң оло байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым!
Изге урындарға хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте кәүҙәләндерә, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора.
Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе хаж ҡылып, мәсеткә барып, яҡындарының һаулығын һәм бәхетен, дөйөм именлекте, Ватаныбыҙҙың сәскә атыуын теләп доға ҡыла.
Республикабыҙҙа конфессия-ара тыныслыҡ һәм йәмәғәт татыулығы һаҡлап ҡалына. Мосолман өммәтенең ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, хәйриәлеккә һәм мәҙәни-ағартыу проекттарын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы быға булышлыҡ итә.
Ошо изге байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, ҡот һәм муллыҡ килтерһен. Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм изгелектәр теләйем!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Республика Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ.
Ҡорбан
байрамыҠорбан байрамы. Байрам
Биләй ауыл, ҡаланы.
Өләсәйем яулығы
Нәҡ тә сәскә яланы.
Олатай тиҫбе тарта,
Әсәйем ҡоймаҡ ҡоя.
Атайым үтә етди —
Шау-шыуҙан беҙҙе тыя.
Өләсәйем Ҡөрьән уҡый —
Тылсымлы әйткән һүҙе.
Мин дә уға ҡушылам —
Хоҙай ишетер үҙе!
Динә ТАЛХИНА.
Тағы ла бер йыл артта ҡалып, ғәйет көндәренә килеп еттек. Ислам донъяһында бөгөн иң оло байрам – Ҡорбан ғәйете. Меңдәрсә ҡулдарҙың күккә күтәрелеп, меңдәрсә телдәрҙә доғалар яңғырап торған изге көн. Күңелгә, йәнгә, тәнгә ял биреп үткәрә торған көндәр.
Мосолман – Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә – изгелек, ғәмәлендә – игелек, күңелендә – иман нуры, тип өйрәтә дин. Диндең был изге хөкөмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, хаж сәфәрендә йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, ә инде хажға барырға мөмкинлеге булмағандар ғәйет көнөн мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр – ҡиблабыҙ булған Ҡәғбәтулланың бер өлөшө.
Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән-Кәримдә: “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, – тип бойорған.
Бөгөн изге хаж ерҙәрендә, Ер йөҙөнөң бөтөн мәсеттәрендә изге ғибәҙәт үтәлә һәм ҡорбандар салына. “Һеҙ салған ҡорбан малдарының ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа барып ирешмәй, Аллаһҡа һеҙҙең тәҡүәлек – динле, иманлы булыуығыҙ ғына барып етә”, – тиелә изге Ҡөрьәндә. Шуға ла был көндәрҙә мосолман хәләл малының хәләл ҡанын ағыҙа. Әммә кеше ҡанына ҡағылмай, унан алыҫ тора. Йән ҡыйыуҙар мосолман эше түгел. Осрашып, күрешкән саҡта ла мосолман бер-береһен “Әссәләмү ғәләйкүм!” (“Һеҙгә тыныслыҡ теләйем!”) тигән һүҙҙәрҙән башлай. Ҡорбан ғәйете беҙҙе күңел сафлығына, милләт-ара татыулыҡҡа, ер йөҙөндә Аллаһ Тәғәләнең генә бәндәһе булып йәшәргә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хеҙмәткә, ғибәҙәткә, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле үә шәфҡәтле булырға өйрәтә.
Бөгөн – шулай уҡ Белем көнө. Аллаһ Тәғәлә белемде киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң итеп яралтҡан. “Ҡөрьән-Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип башлана. Бында ҙур мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте сағылдырыла. Уҡытыусы баланы мәғрифәт донъяһына етәкләп алып инә. Уның ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уға уҡытыусы булараҡ бөтә ғилемде өйрәткән. “Эй, Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң? – тип борсолған фәрештәләр. – Ул Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойошторһа, ни ҡылырһың?” “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем”, – тигән Хоҙай Тәғәлә. Тимәк, ғилем Ислам донъяһында мөһим урында тора. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән икән, һәр саҡ белемгә ынтылып йәшәргә тейешбеҙ.
Күктәребеҙ һәр ваҡыт сыуаҡ, донъяларыбыҙ тыныс, араларҙа татыулыҡ, тормошобоҙ мул булһын!
Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:– Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
Хөрмәтле имам-мөхтәсиб, имам-хатибтар, мосолман ҡәрҙәштәрем һәм ватандаштарым!
Башҡортостан мосолмандары диниә назараты, президиум ағзалары, ҡазыйҙар һәм мәхәлләләр исеменән һеҙҙе изге Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйбеҙ!
Тән-йән сәләмәтлеге, иманығыҙға ҡеүәт, һәр беребеҙгә бәхет-сәғәҙәт теләйбеҙ!
Алыҫ үә яҡындан иман өндәүен ҡабул итеп, тәндәрен ғөсөл, тәһәрәт менән паклап, өҫ-баштарына иң матур кейемдәр кейеп, мин дә Аллаһының рәхмәтенә ирешәйем һәм Ҡорбан байрамы шатлығын мосолман ҡәрҙәштәрем менән Ҡиблаға йүнәлгән сафтарҙа булайым тип Ғәйет намаҙына мөбәрәк мәсет йортона килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем һәм хөрмәтле абыстайҙар һәм туғандар!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәракәтүһ!
Аллаһ Раббыбыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт үә бәрәкәттәре, һәр ике донъялағы сәләме бөтәбеҙгә булып, ошо Аллаһ йортона килеүҙәребеҙҙе мөбәрәк һәм дауамлы итһә ине. Хөрмәтле мосолман йәмәғәте! Әлхәмдү лил-ләһи раббил ғәләмин. Тағы ла бер шатлыҡлы, һөйөнөслө Ҡорбан байрамын ҡаршылайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең “Әл-Кәүҫәр” сүрәһендә:
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, — тип бойора. Ислам — мәрхәмәтлелек дине. Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм уның улы Исмәғил ғәләйһис-сәләмгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һынауҙың нигеҙе лә бына шул мәғәнәлә. Шуға күрә беҙ тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара күркәм мөғәмәләгә, милләт-ара татыулыҡҡа саҡырабыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Әй, Фатима ҡорбанлығың янына бар. Ҡорбан салыуҙа ҡатнашыу, ҡарап тороу арҡаһында Аллаһ Тәғәлә ҡорбандың ҡанының беренсе тамсылары ергә тамыу менән үткән ваҡыттағы гонаһтарығыҙҙы ғәфү итә”, – тигән. “Йә Рәсулаллаһ, был ғәмәл беҙгә генә хасмы йәки бөтөн мөьминдәргә лә хас ғәмәлме?” тигән һорауға Ғәләйһис-сәләм: “Беҙгә лә һәм бөтөн мөьминдәргә лә был ғәмәл хас”, — тип яуап биргән.
Ҡорбан байрамының беренсе, икенсе һәм өсөнсө көндәрендә мосолмандарға ҡорбан салыу вәжиб һанала. Ҡорбанлыҡ малы ҡиблаға табан ятҡырылып салына.
“Мин Күктәр менән Ерҙе яратыусыға ихлас күңелемдән йөҙөмдө борам, мин мөшриктәрҙән түгел” (Әл-Әнғәм сүрәһе, 79 аят).
Ошо доғаларҙы уҡып, Ҡорбан салынғандан һуң ике рәҡәғәт шөкөр намаҙы ҡылыу бик сауаплы.
“Ысынлап та, минең намаҙым һәм динселлегем, тереклегем һәм үлемем — Аллаһ ҡулында, ғаләмдәр Раббыһында” (Әл-Әнғәм сүрәһе, 162 аят) тип әйтергә кәрәк.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән- Кәримдең “Әл-Хаж” сүрәһенең 37 аятында:
“Аллаһҡа уларҙың ите лә, ҡаны ла һис барып етмәҫ, әммә Уға һеҙҙең тәҡүәлек барып етер. Хаҡ юлға төшөргән өсөн Аллаһты ололаһындар тип, Ул һеҙгә уларҙы буйһондорҙо, ә һин изгелекле кешеләрҙе һөйөндөр!” Дөрөҫтән дә, рәхәтләнеп, ләззәтен тойоп ҡорбан итен үҙебеҙ ашайбыҙ, тәнебеҙгә сәләмәтлек керә, иманыбыҙ арта. Үә ләкин Аллаһҡа нимә ирешә? Күңелдәрегеҙҙәге, йөрәк киҫәгегеҙҙәге тәҡүәлегегеҙ ирешә. Тәҡүәлек нимә ул? Ул — Аллаһтың ҡушҡанын үтәү, тыйғанынан тыйылыу. Ошоно үтәһәң, Аллаһ Тәғәләгә яҡын булаһың. Беҙ был йортҡа Аллаһҡа яҡын булырға килдек. Тәҡүәлек ул тышҡы күренеш кенә түгел, ул Аллаһы Тәғәләнең әмеренә бойһоноу, тыйғанынан тыйылыу һәм яҡын туғанлыҡ, күрше хаҡтарын үтәү. Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмден хәҙис шәрифендә: “Мөьминдәр бер-береһенә мөхәббәт, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлыҡ күрһәтеүҙә бер йән, бер тән шикелле. Әгәр бер ағза ауырыу булһа, бөтөн тән йоҡоһоҙ ҡала һәм бөтөн тәнде биҙгәк тота”.
Ошо сәғәтебеҙҙә, бөгөнгө көнөбөҙҙә Ер шарының төрлө ҡиблаларында йәшәгән, йөҙләгән төрлө телдә һөйләшкән төрлө төҫтәге мосолмандар Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәй.
Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең “Әл-Бәҡара” сүрәһенең 196-сы аятында әйтә:
“Аллаһ хаҡы өсөн хаж һәм ғөмрә ҡылығыҙ”.
Әбү Һүрәйрә, Аллаһ унан риза булһын, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткәнен ишеткән: “Кем Аллаһ өсөн хаж ҡылып ауыр һүҙҙәрҙән, әрләшеүҙән һаҡланып ҡайтһа, ул яңы тыуған бала кеүек гонаһтарынан таҙарынып ҡайтыр”.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьән-Кәримдең “Әлү Ғимран” сүрәһенең 96-97-се аяттарында әйтә:
“Ысынлап та, кеше өсөн Мәккәлә һалынған беренсе йорт — мөбәрәк, ул ғаләмгә юл күрһәтә. Унда кешегә асыҡ аяттар — Ибраһим урыны. Шунда ингән кеше имен булыр. Ә юлға көсө еткән кеше өсөн Аллаһ шул йортҡа хаж ҡылыу бурысын ҡуйҙы. Ә кемдәр инҡар итә икән... Аллаһ Тәғәлә бай бит. Ул бөтә ғаләмдән юғары”!
Хөрмәтле мосолмандар! Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәүселәрҙең хаждары ҡабул булһын. Изге Ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын. Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттәребеҙ бәрәкәтендә күңелдәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, мәхәлләләребеҙгә, Ватаныбыҙға һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен. Аҙашҡандарға тәүфиҡ, ғилем алыусыларыбыҙға файҙалы ғилемдәр, ғаиләләребеҙгә тигеҙ мөхәббәт, сабыйҙарыбыҙға бәхетле балалыҡ, ил етәкселәренә зирәк аҡыл, халҡыбыҙға хәйерле хеҙмәттәр, илебеҙгә, көнөбөҙгә тыныслыҡ насип булһын!
“Аллаһ аяттарына ышанмаған кешеләрҙе Ул үҙе лә һидайәткә төшөрмәй”.
“Ән-Нәхл” (Бал ҡорто) сүрәһе.