Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим ҠӘЙҮМОВтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы йыллыҡ доклады Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәҡдим ителгән йыллыҡ доклад “Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Закондың 20-се статьяһына ярашлы әҙерләнде. Докладта граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлауҙың ижтимағи әһәмиәткә эйә булған төп проблемалары сағылдырылды.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 11-се статьяһы республиканы кешенең лайыҡлы тормошон һәм ирекле үҫешен тәьмин итеүсе шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән социаль дәүләт булараҡ билдәләй.
Граждандарҙың Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн республиканың власть органдары тарафынан тейешле шарттар тыуҙырылған, ошо хоҡуҡтарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек биргән механизмдар һәм алымдар булдырылған.
Республика Президенты Р.З. Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә: “Яҡын киләсәккә бурыс — республика байлығын һәм уның иҡтисади ҡеүәтен ябай граждандар мәнфәғәтендә уңышлыраҡ файҙаланыуға өлгәшеү. Бының өсөн власть һәм иҡтисад структуралары кешеләрҙең ихтыяжынан сығып эш итергә тейеш. “Кешеләр өсөн эшләү” — хәҙер ошо һүҙҙәр властың оҙайлы стратегияһын да, беҙҙең көндәлек эшмәкәрлегебеҙҙе лә билдәләй”.
Бөгөн иҡтисади мөмкинлектәр һәм республика етәкселегенең сәйәси ихтыяры халыҡтың етеш тормошон тәьмин итеүгә һәм граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Республикала эшләгән халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, аҙ тәьмин ителгән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән айырым маҡсатлы программалар тормошҡа ашырыла, социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары планға ярашлы нығытыла, инвестиция сәйәсәте үҙгәрҙе, эш хаҡын арттырыу буйынса саралар күрелә.
Шул уҡ ваҡытта, анализ күрһәтеүенсә, эш хаҡы түләмәүгә, уның түбән кимәлдә булыуына бәйле мөрәжәғәт бик күп. Торлаҡ мәсьәләһе элеккесә күптәр өсөн мөһим булып ҡала. Әйтергә кәрәк: күпселек халыҡтың түбән килемле булыуы менән бер рәттән ҡайһы берәүҙәрҙең сиктән тыш байыуы йәмғиәтте социаль ҡатламдарға бүлә, ғаиләлә һәм йәмғиәттә социаль көсөргәнешлек тыуҙыра, демографик көрсөккә, киҫкен хәлдәргә килтерә.
Әүәлерәк фәҡирлек сигендә йәшәгәндәрҙең сафын хәҙер эшләүсе халыҡтың күпселеге тулыландырҙы. Бөгөн уртаса эш хаҡы лайыҡлы йәшәү шарттарын тәьмин итмәй, ул пособие ролен генә үтәй.
Хеҙмәт хоҡуҡтарының дәүләт гарантиялары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм хеҙмәт ҡануниәте менән билдәләнә. Ләкин нығытылған принциптар йыш ҡына был өлкәләге хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашыусылар тарафынан үтәлмәй.
Мәҫәлән, республиканың прокуратура органдары 44 меңгә яҡын хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу осрағын асыҡлаған, 370 миллион һумдан ашыу эш хаҡын ҡайтарыу тураһында 39 мең дәғүәне судҡа ебәргән.
Предприятиелар бөлгөнлөккә төшкәндә граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу дауам итә.
Былтыр 1 декабргә бөлгөнлөккә төшкән 179 предприятиеның эш хаҡы буйынса 284 миллион һум бурысы булған.
Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 61 енәйәти бөлгөнлөк осрағы асыҡланған. Килтерелгән матди зыяндың күләме 440 миллион һумдан ашып киткән.
Граждандарҙың ялыуҙарын тикшереүҙән күренеүенсә, предприятиеға конкурс нигеҙендә идара итеү ҡайһы ваҡыт шик тыуҙыра. Йыш ҡына идарасылар предприятиены финанс йәһәтенән һауыҡтырыу урынына бөлгөнлөккә төшөрә.
Мәҫәлән, бер ғаризаны тикшереү барышында А. әфәнденең Яңауыл, Борай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондарындағы 12 ауыл хужалығы предприятиеһында ике йыл конкурс идарасыһы булыуы асыҡланды.
Бер кешенең ошо тиклем предприятиеға идара итә алыуына ышаныуы ҡыйын. Конкурс идарасыһының “оҫталығына һәм эшлеклелегенә” көнләшергә генә ҡала.
Артабан конкурс нигеҙендәге эштәрҙең “уңышлы” тамамланыуы арҡаһында әлеге ауыл хужалығы предприятиеларының күпселеге юҡҡа сығарылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар бихисап һәм улар бөлгөнлөккә төшкән предприятиеларҙың күпселегенә хас.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәмәү осраҡтары киң таралған. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһындағы сәнәғәт предприятиеларында элек эшләгән 400-ҙән ашыу хеҙмәткәр ошондай закон боҙоуҙарға ҡарата ялыу менән мөрәжәғәт итте. Уларға 1990 йылдарҙан алып зарарлы хеҙмәт шарттары өсөн өҫтәмә ял бирелмәгән, ә эштән киткәндә шуның буйынса компенсация ла түләнмәгән.
Ошоға бәйле материалдар вазифалы кешеләрҙең ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа биреү һәм боҙолған хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса сара күреү өсөн республика Прокуратураһына ебәрелде. Мөрәжәғәт буйынса эш дауам итә һәм контролдә тотола.
Граждандарҙың хеҙмәт мөнәсәбәттәрен тейешенсә рәсмиләштермәйенсә эш башлау, хеҙмәт хаҡын йыш ҡына “конверт”та алыу осрағы бихисап. Был иһә уларҙың пенсия тәьминәте, медицина һәм социаль страховкалау буйынса хоҡуҡтарын сикләүгә килтерә. Йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ аҡсаның законһыҙ әйләнеше тәү сиратта һалым түләүҙән ҡасыу мөмкинлеген бирә. Ахыр сиктә был кешеләрҙең килемдәрендә ҙур айырмалыҡҡа килтерә.
Күпселектең килеме етеш тормош тәьмин итә алмай. Кешеләр торлаҡҡа хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу һәм лайыҡлы көнкүреш шарттарын булдырыу мөмкинлегенән мәхрүм.
Йәмғиәттәге кире күренештәр һөҙөмтәһендә сабыйҙар һаны кәмей, тулы булмаған ғаиләләр, социаль йәһәттән яҡланмаған балалар арта.
Ошоға бәйле сабыйҙар һанын арттырыу өсөн саралар күреү үтә мөһим. Быға иң элек ғаиләгә уңайлы матди шарттар тыуҙырыу һәм торлаҡ менән тәьмин итеү инә.
Былтыр республикала торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға өлгәшелгән, 2,1 миллион квадрат метрҙан ашыуы сафҡа индерелгән. Социаль торлаҡ программаларын финанслау дауам иткән.
Һуңғы йылдарҙа торлаҡ фонды структураһы һиҙелерлек үҙгәрҙе. Дәүләт һәм муниципаль торлаҡ өлөшө кәмене. Кешеләрҙе дәүләт һәм муниципаль бюджет сығанаҡтары иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса төҙөлгән биналар аҙайҙы. Шулай уҡ предприятиелар һәм ойошмалар ҙа үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ бүлмәй тиерлек.
Граждандарҙың күпселеге торлаҡтың хаҡы ҡиммәт булыу сәбәпле уны үҙ иҫәбенә һатып ала алмай. Килемдәре әҙер йорт, ипотека алырға ла етмәй.
Социаль торлаҡ төҙөлөшө күләме ҡәнәғәтләнерлек түгел. Кешеләр тиҫтәләрсә йыл буйы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торорға мәжбүр.
Быларҙың барыһы ла граждандарҙың аҙ тәьмин ителгән, шулай уҡ башҡа категорияларының бушлай торлаҡ алыуға конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыуға бәйле киҫкен хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы.
Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында 290 ғаилә социаль торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған. Былтыр уларға торлаҡ бүленмәгән. Бәләбәй ҡалаһында 91 ғаилә фатир менән тәьмин ителергә тейеш булған, ләкин һуңғы өс йылда сират кәмемәгән.
Салауат районы хакимиәте: “Социаль яллау договорҙары буйынса торлаҡҡа мохтаждар сифатында иҫәптә тороусы граждандар һәм һүтелергә тейешле йорттар район хакимиәтендә теркәлмәгән”, — тип хәбәр итте. Тимәк, районда торлаҡ буйынса эштәр ал да гөл!
Әйтергә кәрәк, 1,5 меңдән ашыу ғаилә авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡта йәшәй. Шул уҡ ваҡытта уларҙы күсергәндә ғаилә ағзаларының һаны ла, социаль статусы ла иҫәпкә алынмай. Был рәсми яҡтан законлы тип һаналһа ла, күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға ҡарата ғәҙел түгел һәм ул торлаҡ проблемаһын хәл итмәй.
Уҙған йылда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, республикабыҙҙа ла демографик хәлде һәйбәт тип әйтеп булмай.
Торлаҡҡа ҡытлыҡ, уны һатып алырға мөмкинлек булмауы арҡаһында бала табыу кисектерелә, ғаиләләр тарҡала.
Ғаиләнең, уның нигеҙҙәре һәм йолаларының емерелеүе тәү сиратта балаларға кире йоғонто яһай. Күптәре физик һәм башҡа төрлө йәбер-золомға дусар ителә (бөгөн 7 меңдән ашыу ғаилә имен булмағандар иҫәбендә). Былтыр ғаиләлә һәм көнкүрештә 4 меңдән ашыу енәйәт ҡылынған, шуларҙың 115-ендә кеше үлтерелгән, 1389 енәйәт бәлиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған.
Үҙеңде һәм ғаиләңде лайыҡлы көнкүреш шарттары менән тәьмин итә алмау, низағтар һөҙөмтәһендә үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары байтаҡ.
Республикала һуңғы ике йылда 7,5 меңдән ашыу кеше үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан, шуларҙың 489-ы — бәлиғ булмағандар, 60 проценттан ашыуын эшһеҙҙәр тәшкил итә.
Бындай хәлдәр дәүләт власы органдары тарафынан тәрән өйрәнеүҙе һәм кисектергеһеҙ саралар күреүҙе талап итә.
Инвестициялар йәлеп итеү һәләтен үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡын, эш биреүселәрҙең хеҙмәт коллективтары алдындағы социаль яуаплылығын арттырыу буйынса республика етәкселегенең күп яҡлы эше граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу гарантияларын тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк һәм Башҡортостанда фәҡирлек кимәлен кәметеү буйынса төп эштәрҙең береһенә әүереләсәк.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы кешене, уның хоҡуҡтарын һәм азатлығын юғары ҡиммәттәр тип иғлан итә. Һаулыҡ һаҡлауға һәм медицина ярҙамына хоҡуҡ та ошондай төшөнсәләр иҫәбенә индерелгән.
Халыҡтың һаулығын һаҡлау дәүләт власы органдары, урындағы үҙидараның социаль сәйәсәтенең нигеҙе булып тора һәм медицина ярҙамының сифатын күтәреүгә, унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға, халыҡтың һаулығын яҡшыртыуға, ғүмерен оҙайтыуға ҡайтып ҡала.
Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы менән матди-техник нигеҙҙе нығытыуға, капиталь ремонт, медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға былтыр 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
Шул уҡ ваҡытта аналитика һәм статистика күрһәткестәрендә социаль-иҡтисади, географик һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, тотош республика буйынса, райондарға, ҡалаларға, башҡа тораҡтарға бүлеп ҡарағанда, халыҡты медицина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн асылда күпме аҡса кәрәклеге хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтелмәй. Ғәмәлдәге стандарттар халыҡтың медицина ярҙамына ихтыяжы менән һәр ваҡытта ла тап килеп етмәй.
Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары менән граждандарҙың финанс тәьминәте араһындағы ҙур айырма һаулыҡ һаҡлауҙағы проблемаларҙың береһе булып ҡала. Дәүләт гарантиялары программаһы буйынса мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһы етмәүгә бәйле дауалау-профилактика учреждениеларының хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу, медицина хеҙмәттәренә тарифтарҙы индексациялау, шул иҫәптән медикаменттар, аҙыҡ-түлек өсөн түләү мөмкинлеге юҡ.
Һөҙөмтәлә граждандар дауаланыуҙың бер өлөшө өсөн үҙҙәре түләргә мәжбүр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ауырыуҙар дарыуҙарҙы һәм ҡайһы бер медицина материалдарын үҙҙәре һатып ала йә иһә дауаланған өсөн медицина персоналына түләй.
Республикалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына инвентаризация үткәреү барышында төп фондтарҙың яртыһынан ашыуының иҫкереүе асыҡланды. Йылы һыу, канализация, телефон элемтәһе булмаған учреждениелар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар, ҡайһы бер амбулатория-поликлиника учреждениелары ҡулайлаштырылмаған биналарҙа урынлашҡан. Уларҙа тейешле медицина ҡорамалдарын ҡуйыу, заманса дауалау стандарттарын индереү мөмкин түгел.
Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 5 мең дауалау-профилактика учреждениеһының ни бары 40 проценты ғына санитария-гигиена талаптарына яуап бирә.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының күпселегендә ҡатмарлы диагностика, дауалау һәм ярҙам күрһәтеү ҡорамалдары физик һәм әхлаҡи яҡтан иҫкергән. Медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителеү кимәле лә заманса технологияларға һәм диагностикалау алымдарына яуап бирмәй.
Күп кенә мәктәпкәсә учреждениела һәм мәктәптә матди-техник яҡтан йыһазландырыуҙың түбән кимәле, штатта медицина хеҙмәткәренең булмауы, биналарҙың санитария талаптарына яуап бирмәүе арҡаһында медицина кабинеттары асыу өсөн бүлмәләр юҡ, булғандары ла эшләмәй.
Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү системаһында ашығыс һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы төп урындарҙың береһен биләй.
Шул уҡ ваҡытта республиканың ҡайһы бер ауыл-ҡалаларында тәүлектең төрлө ваҡытында медицина хеҙмәттәре күрһәтеү мөмкинлеге сикләнгән, тейешле ярҙам йыш ҡына йылдам һәм ваҡытында башҡарылмай. Алыҫ ауылдарға ашығыс ярҙам бригадалары фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәткәрҙәренең саҡырыуы буйынса ғына юллана. Ара ҡайһы саҡта хатта 70 саҡрымдан ашып китә. Үрҙә әйтелгәндәрҙән күренеүенсә, ҡала менән ауыл халҡының медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеге берҙәй түгел.
Идара итеүҙе үҙәкләштереү, махсус округ үҙәктәре ойоштороу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге норматив һәм хоҡуҡи акттарҙы камиллаштырыу буйынса республика етәкселеге күргән саралар ресурстарҙы тигеҙ бүлеүгә, дауалау-профилактика учреждениеларын стандарттарға ярашлы бюджеттан бер тиң тәьмин итеүгә, ахыр сиктә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға, уға эйә булыу мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Һуңғы өс йылда беҙ инвалидтарҙың һәм халыҡтың физик мөмкинлектәре сикләнгән башҡа төркөмдәренең ҡала һәм райондарҙа бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ йәшәү хоҡуҡтарының үтәлешенә мониторинг үткәрҙек. Уның һөҙөмтәләре буйынса дәүләт власы органдарына, урындағы үҙидараға, министрлыҡтарға, ведомстволарға тәҡдимдәр һәм кәңәштәр менән махсус доклад ебәрелде.
2010 — 2011 йылдарҙа республикала ошо йүнәлештә ҙур эш башҡарылған. Инвалидтарҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән аныҡ саралар күрелгән.
Шул уҡ ваҡытта был документтарҙа билдәләнгән нормаларҙы тулыраҡ тормошҡа ашырыу өсөн оҙон һәм ҡатмарлы юл үтергә тура киләсәк. Әлегә инвалидтар халыҡтың социаль яҡтан аҙ яҡланған төркөмдәренең береһе булып ҡала. Шуға күрә дәүләттең уларға ҡарата социаль сәйәсәте йәмғиәттең барлыҡ ҡатламдары ҡатнашлығында йылдам тормошҡа ашырылырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы күп йылдар дауамында хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Былтыр ҙа хеҙмәткә саҡырыу барышында кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡалды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә медицина тикшереүенең ентекле үткәрелмәүен билдәләргә кәрәк. Медицина комиссиялары, тулы диагноз ҡуйыу мөмкинлеге булмағанға күрә, егеттәргә “яраҡлылыҡтың юғарыраҡ кимәле”н ҡуя.
Һөҙөмтәлә хеҙмәткә саҡырылыусы бер нисә аҙна үтер-үтмәҫтән йыш ҡына хәрби госпиталгә эләгә. Ә был медицина комиссиялары эшенең баһаһын төшөрә. Армиябыҙҙа сәләмәт егеттәрҙең хеҙмәт итеүе һәм бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа теләгән госпиталь табиптары медицина тикшереүҙәрен уңышлы үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе яраҡһыҙ, тип танырға мәжбүр.
Рәсәй армияһында сәләмәтлеге шәптән булмаған күпме һалдаттың хеҙмәт итеүе берәүгә лә билдәле түгел.
Медицинаға ҡағылғандарҙан тыш, тағы ла ауырыраҡ проблема — кешелеклелек мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала. Уларҙы “уставта ҡаралмаған мөнәсәбәттәр” йәки “бабайлыҡ” тип тә атайҙар, асылда иһә был — енәйәтселек.
Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең хәрби частарында һалдаттарҙың һәләк булыу осраҡтары йышайҙы, улар республикабыҙҙан саҡырылған егеттәр араһында ла бар.
Был — ата-әсә өсөн ҙур фажиғә, ауыр юғалтыу. Бәлә килгәндә беҙ ситтә ҡалмаҫҡа, ата-әсәнең, мәрхүмдәрҙең яҡындарының ҡайғы-хәсрәтен еңеләйтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә беҙгә айырым кешеләрҙең битарафлығы менән осрашырға тура килә.
Ә, дөйөм алғанда, республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу тейешле кимәлдә ойошторола.
Килгән мөрәжәғәттәргә анализ күрһәтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан закон боҙоуҙарҙың күпселеге енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан нигеҙһеҙ баш тартыуға, енәйәттәрҙе асыу йәһәтенән сара күрмәүгә, енәйәт эштәрен законһыҙ туҡтатыуға йәки уларҙы оҙаҡҡа һуҙыуға бәйле.
Былтыр аҡлау нигеҙендә 450-нән ашыу енәйәт эше туҡтатылған. Алдан ентекле тикшереү үткәрмәйенсә, енәйәт эштәрен судҡа ебәреү осраҡтары ла булған.
Мәҫәлән, былтыр суд органдары 55 граждандың 52-һен аҡлау буйынса хөкөм сығарған.
Статистика тәфтишкә тиклемге, тәфтиш саралары үткәрелгәндә граждандарҙың хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәренең тулы күләмдә үтәлмәүен күрһәтә.
Былтыр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының холоҡ төҙәтеү урындарында тотолған граждандарҙың хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәренең үтәлешен тикшереү буйынса эш дауам итте. Әле республика биләмәһендә 46 ваҡытлыса ҡулға алыу изоляторы эшләй. Былтыр шик төшкән йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән 31212 кеше ябылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы күпселек изоляторҙарҙы ҡайтанан йыһазландырыу буйынса саралар күреүгә ҡарамаҫтан, ун ике изолятор подвалда һәм ярым подвалда урынлашҡан, унауһы үҙәктән һыу менән тәьмин ителмәгән, бишәүһендә саф һауала йөрөтөү урыны юҡ, ун өсөнөң генә штатында медицина хеҙмәткәре бар. Изоляторҙарҙы төҙөкләндереүгә һәм йыһазландырыуға аҡса әүәлгесә етмәй.
Былтыр Вәкил исеменә ебәрелгән мөрәжәғәттәрҙең 31 проценты хөкөм ителгәндәрҙән килгән.
Уҙған йыл холоҡ төҙәтеү колонияларында һәм тәфтиш изоляторҙарында 17 747 кеше тотолған. Шуларҙың 90 проценттан ашыуын айырыуса ауыр енәйәт ҡылған өсөн яза срогын тултырыусылар тәшкил итә.
Әйтергә кәрәк, холоҡ төҙәтеү учреждениеларында шарттарҙың насар булыуына ялыуҙар күп түгел. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер учреждениеларҙа медицина ҡорамалдарын яңыртыу талап ителә. Туберкулезға бәйле хәл киҫкен булып ҡала.
Хөкөм ителгәндәрҙең мәшғүллек мәсьәләһе әүәлгесә көнүҙәк. Былтыр түләүле эшкә йәлеп ителеүселәр һаны артыуға ҡарамаҫтан, күптәр әлегәсә эшһеҙ.
Ошоға бәйле хөкөм ителгәндәр ваҡытынан алда иреккә сыҡҡан хәлдә лә, киләсәккә ҙур өмөт бағлай алмай, сөнки уның ҡылынған енәйәтен ҡаплау мөмкинлеге юҡ. Ә суд тарафынан ваҡытынан алда иреккә сығарыу ҡарары ҡабул ителгәндә был айырыуса мөһим.
Ҡаты ауырыуға бәйле иреккә сығарыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу ҙа яйға һалынмаған. Былтыр суд инстанцияларына хөкөм ителеүселәрҙән ҡаты сирләү хаҡындағы медицина һығымталары теркәлгән 54 юллама ебәрелгән. Шуларҙың 32-һе генә суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелгән. Хөкөм ителгән биш кеше суд тарафынан юлламаларҙы ҡарау осоронда, тағы ла ете кеше уларҙы ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартҡандан һуң вафат булған.
Ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, властың һөҙөмтәлелеген күтәреү, йәмғиәт алдында уның яуаплылығын арттырыу буйынса бөгөн республика етәкселеге күргән саралар кешенең конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.