Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Михаил ЗАКОМАЛДИН: “Полицияға ҡаршы ойошторолған һөжүм – сәйәси кампания”
Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры Михаил Закомалдин быйылғы йылдың беренсе кварталына йомғаҡ яһаны. Матбуғат саралары хәбәрселәре күп булыу сәбәпле, кәңәшмәләр залы тулы ине. Был, әлбиттә, полиция хеҙмәте тураһында ҡуйырғандан-ҡуйырған имеш-мимеш хәбәрҙәргә бәйле. Күптәрҙе эш һөҙөмтәләре түгел, ә Интернет селтәрендә яҙылған хаттар, үҙәк телевидение аша үткән тапшырыуҙарға министрҙың ҡарашы ҡыҙыҡһындырҙы.
Рәсәй Федерацияһының 16 субъектында ғына полицияның эше юғары баһаланған, шул иҫәптән Башҡортостанда ла. Республика халҡының 53 проценты хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эшенә ыңғай ҡарай. Республикалағы оператив хәл тотороҡло. Дөйөм енәйәтселектең һаны кәмегән. Һуңғы өс ай эсендә 17 590 енәйәт ҡылынған, шуларҙың 4 795-ен ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр тәшкил итә. Урам буйҙарында, йәмәғәт урындарында ҡылынғандарының һаны кәмеүе ҡыуандыра. Ә бына наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙең һаны артҡан һәм 1 200-гә еткән. Әлеге мәлдә 11 500 енәйәт эше асылған, шуларҙың 100-ҙән ашыуы кеше үлтереү, ҡораллы һөжүм, 3,5 меңе урлау осраҡтарына, 350-һе кеше талауға ҡағылған. 3 мең иҡтисади енәйәт эше асыҡланған. Килтерелгән матди зыян 330 миллион һум тәшкил иткән. Эске эштәр министрлығы коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйткән. Быйыл был йүнәлештә 986 енәйәт эше теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк. Башҡортостандың эске эштәр министры Михаил Закомалдин үҙе лә, һөҙөмтәләрҙе барлағандан һуң: “Шулай ҙа бында йыйылған һәр журналисты бөтөнләй икенсе мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра икәнен белеп торам. Һорауҙарға күсәйек”, – тине уйынлы-ысынлы.
– Полиция хеҙмәтенә ҡаршы алып барылған мәғлүмәт атакаһын һеҙ нисек баһалайһығыҙ? Был ниндәйҙер акциямы, әллә сәйәсәтме? – тип һораны үҙәк матбуғат сараларында эшләүсе бер хеҙмәттәшебеҙ.
– Был беҙҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Миңә ҡалһа, ниндәйҙер сәйәси көстәр Рәсәй эске эштәр министрына ҡаршы йүнәлтелгән эш алып бара. Әле илдә яңы Хөкүмәт ойошторола. Ҡайһы берәүҙәрҙең ошондай бысраҡ уйындар ярҙамында уның составына инергә уйлауы һәм Рәшит Нурғәлиевтең урынына иҫәп тотоуы ла ихтимал.
– “Рәсәй – 1” телеканалы һеҙҙең урынбаҫарығыҙ Руслан Шәрәфетдиновҡа ҡара яҡты. Ә һеҙ урынбаҫарығыҙға ышанаһығыҙмы? Ғөмүмән, был тапшырыуҙан һуң ниндәй саралар күрелде? – тип һораны “Уфа 1” сайты хәбәрсеһе. (Тапшырыу сюжетында Шәрәфетдинов үҙ вазифаһы менән файҙаланып, миллионлап аҡса эшләүе, полицияның “Криминальный спектр” гәзитен “кеҫә гәзите”нә әйләндереүе, медиамагнат булыуы тураһында һүҙ барҙы. – Авт).
– Ышанмаһам, бөгөн Руслан Шәрәфетдинов минең эргәлә ултырмаҫ ине. Нисек кенә булмаһын, эске тикшереү үтте. “Вести. Дежурная часть” тапшырыуы хәбәрселәре килтергән факттар дөрөҫлөккә тап килмәй. Эске тикшереүҙән тыш, был мәсьәлә менән Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр менән таныштырырбыҙ.
– “Криминальный спектр” – дәүләт гәзите. Уны ойоштороусы – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы. Йыл һайын гәзитте контроль-ревизия органдары тикшерә, уның эшмәкәрлеге асыҡ. Сюжетта шәхсән миңә һәм ведомствоға ҡағылған мәғлүмәттәр һәм факттар йә ныҡ боҙоп бирелгән, йә бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәй. Намыҫ һәм абруйҙы яҡлар өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә йыйынабыҙ, – тине Руслан Михайлович.
Ҡотҡоноң икенсеһен Интернет селтәрендә республика юл-патруль хеҙмәте етәкселәренең береһе таратҡан. Ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа яҙған мөрәжәғәтендә министрлыҡ етәкселәрен коррупцияла ғәйепләй, уның ведомствоһы эшенә бәйләнмәһен өсөн үҙ иҫәбенә министр урынбаҫары Александр Овчинниковтың йортон ремонтлауы, мунса төҙөүе тураһында һөйләй. “Был кешегә 59 йәш һәм 1 мартта уның контрактының срогы сыҡҡан. Уны беҙ оҙайтманыҡ. Кеше былай ҙа хоҡуҡ һаҡлау системаһында тейешленән оҙағыраҡ эшләп ташлаған. Полковник, үс итеп, Интернетҡа ялған мәғлүмәттәр һалған. Шулай ҙа, республика Юл-патруль хеҙмәте полкы эшенә зарланыусылар күп. Уның был ҡылығын иһә полиция эшенә аяҡ салыу, уның намыҫлы исеменә яла яғыу тип атайым. Тикшереү комитеты эш башланы. Әгәр хилафлыҡтар табылһа, без закон алдында яуап бирергә әҙер”, – тине министр.
Шулай уҡ журналистарҙы Ҡырмыҫҡалы районында булған юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса асылған енәйәт эшенең һөҙөмтәләре ҡыҙыҡһындырҙы. Бынан бер нисә ай элек иҫерек килеш руль артына ултырған полиция хеҙмәткәренең ҡаршы һыҙатҡа сығыуы арҡаһында 25 йәшлек егет һәләк булғайны.
– Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле майор әлегә дауаханала. Ошо сәбәпле уға ҡарата бер санкция ла ҡуллана алмайбыҙ. Шулай ҙа 1 марттан уның контракты оҙайтылмаған. Был кеше башҡаса полицияла эшләмәйәсәк. Ә ҡылған енәйәте өсөн ул закон алдында яуап бирәсәк. Ғөмүмән, полиция хеҙмәткәрҙәре менән булған һәр юл-транспорт ваҡиғаһын шәхсән үҙем тикшерәм. Быйыл эске эштәр хеҙмәткәрҙәре тарафынан 500-гә яҡын хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Һәр ҡайһыһын айырым ҡарайбыҙ. Полиция хеҙмәткәрҙәре сафы даими таҙартылып торасаҡ. Был хеҙмәттә намыҫһыҙ кешеләр эшләргә тейеш түгел, – тип белдерҙе Михаил Закомалдин һөйләшеүҙе йомғаҡлап.
Бындай асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ысынлап та хоҡуҡ һаҡлау органдарының асыҡ ведомство булыуы тураһында һөйләй. Иң мөһиме – был ҡотҡо өйөмөнән лайыҡлы сығыу фарыз.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә