Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән
Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән Һуңғы яңылыҡ: Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итеүенсә, һорау алынғандарҙың 30 проценты Рәсәй менән АҠШ араһында ҡораллы бәрелеш булыу ихтималлығын белдергән. Халыҡтың 14 проценты “һуғыш бара инде” тип яуап биргән. Ә 16 проценты низағ яҡын арала башланасаҡ тип һанай. Һәр өсөнсө кеше Америка президенты Дональд Трампҡа шикләнеп ҡарай, һәр бишенсеһе уға булған ышанысын юғалтҡан да инде...
ЫСЫНЛАП ТА, һауала дары еҫе нығыраҡ аңҡып киткәндәй. Һуңғы бер нисә ай кискеһен эштән ҡайтып телевизорҙы асыуың була, үҙәк каналдар­ҙан сәйәсәт тураһындағы ток-шоуға эләгә­һең... Унда әлеге лә баяғы Америка менән ҡара-ҡаршы тороу, Украина, Сүриә темаһы сурытыла. Корея Халыҡ Демократик Рес­пуб­ликаһы менән Ҡушма Штаттар бер-береһенә ҡорал ҡулланыу менән янай, көс күрһәтеп, “мускулдары” менән уйнай. Интер­нет­ҡа инһәң, яңылыҡтар таҫма­һында ҡай­ҙалыр нимәлер шартла­ғаны, ҡыйратыл­ға­ны, кешеләр ҡырылғаны хәбәр ителә...
Тәүбә-тәүбә, әгәр иртәгә һуғыш башлан­һа, беҙҙең менән нимә булыр? Тәү сиратта ни эшләргә? Ҡайҙа ҡасырға, йәшеренергә? Һуғышты күрмәгән-белмәгән тотош быуын үҫеп сыҡты, ғәҙәттән тыш хәлгә ул әҙерме? Ғөмүмән, был һуғышта еңеүсе-еңелеүсе булырмы?..
...Ял көнө. Бер ҡайҙа ла ҡабаланаһы түгел. Рәхәтләнеп карауатта аунайһың. Радионан талғын ғына көй ағыла. Ҡапыл уны өҙөп, ашығыс яңылыҡ еткерәләр. Аһ-аһ, нимә-ә-ә?! Яңы ғына дошман илдең Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Новосибирск, Төмән, Владивосток ҡалаларын бомбаға тотҡан... Волгоград, Саян-Шушенск, Братск, Красноярск, Усть-Илим гидроэлектростанциялары, Белояр, Балаков, Ленинград, Калинин, Билибин, Смоленск, Курск, Яңы Воронеж атом станцияларының реактор­ҙары емерел­гән... Уренгой – Помары – Ужгород газүткәр­ге­се бер нисә урындан шартлатылған...
Ракеталар Польша, Норвегия, Төркиә, Көньяҡ Корея илдәре биләмәһендәге НАТО ҡораллы көстәре тарафынан осоролған. Бер аҙҙан тағы бер яңылыҡ – Рәсәй яуап рәүешендә Варшава, Осло, Гданьск, Анкара, Истанбул, Сеул ҡалаларына һөжүм иткән. Тыныс халыҡ араһында 13 миллион кеше һәләк булған. Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тревога буйынса күтәрелгән, дөйөм хәрби мобилизация иғлан ителгән.
Ҡабаланып кеҫә телефонына тотонаһың да таныш-белештәреңә шылтыратмаҡсы булаһың. Әммә элемтә өҙөлгән. Аптырап, телевизорҙы ҡабыҙаһың. Үҙәк каналдар күрһәтмәй, күрәһең, телеүҙәктәрҙе лә бомба­ға тотҡандарҙыр. Ваҡ-төйәк каналдар бөтәһе лә бер үк хәбәрҙе ҡабатлай, экрандан ниндәйҙер хәрби кеше барлыҡ халыҡҡа йорттарҙың подвалына төшөргә һәм махсус йәшенеү урындарына йүнәлергә ҡуша.
Шул мәлдә тышта ниндәйҙер ҡаты тауыштар яңғырай, өй ишеген шаҡыйҙар. Участка полицейскийы һәм автоматтар таҡҡан хәрби кейемдәге кешеләр һиңә повестка тоттороп, Юғары баш командующий бойороғо менән хәрби хеҙмәткә саҡырылға­ныңды хәбәр итә. Улар паспорт һәм хәрби билетыңды, көрөшкә, ҡалаҡ, алмаш эске ке­йем, ике көнлөк аҙыҡ алып, биш минуттан йорт ихатаһында теҙелеп торорға ҡуша ла күршеләреңдең ишеген дөмбәҫләп төйә башлай.
Ҡабалан-ҡарһалан кейенеп, биштәреңә ҡул аҫтына эләккән кәрәк-яраҡты тәртипһеҙ тултырып, ғаилә ағзаларына тиҙ генә йыйынып иң яҡындағы бомбанан һаҡланыу урынына барырға ҡушаһың да урамда көтөп торған автобусҡа йүгереп сығып ултыраһың. Эй, Хоҙайым, ул йәшенә торған подвалдың ҡайҙалығын үҙең дә, ҡатының менән бала­ларың да белмәй бит! Ул турала әлегәсә берәү ҙә бер ҡасан да һөйләгәне булманы. Ярай, халыҡ ағымына эйәрерҙәр, табырҙар.
Йыйылған бөтә ир-атты транспортҡа шып­лап тултырып йыйылыу пунктына алып китәләр. Сиренаһын аҡыртып полиция машиналары елдереп уҙа. Военкомат алдында меңәрләгән ир-егет баҫып тора, ултыра, үләндә һуҙылып ята. Хәрби кейемдәге кешеләр улай ҙа, былай ҙа йүгергеләй, теге йә был фамилияны ҡысҡыра. Күрше ишектән бер-бер артлы һинең кеүек ирҙәр сығып йөк машиналарына тейәлә тора, ҡайҙалыр китә тора.
Бер сәғәттән һинең дә сиратың етә. Документтарыңды тикшереп, исемлеккә теркәп, кире бирәләр. Шул мәлдә бинала ут һүнә. Әммә оҙаҡҡа түгел, запас генера­торҙы эшләтеп ебәрәләр. Һине тағы ла башҡа мобилизацияланғандар менән бергә алыҫтағы казармаға учебкаға алып китәләр...
Артабан ни булырын Хоҙай ғына белә. Ләкин шуныһы асыҡ: иң һуңғы сиктә һин дошманды туҡтатасаҡһың... Һин булмаһаң, теге көн дә юҡ-бар өсөн бәхәскә инеп, һүҙгә килешкән уң яҡ күршең... Ул да булмаһа, баш төҙәтергә аҡса теләнселәгән һул яҡ күршең... Дошманды гел туҡтатҡандар. Миллиондарса ҡорбан менән, тик туҡтатҡан­дар. Бары был юлы ошо һынау һинең өлөшөңә төшкән.
БӘЛКИ, тап яҙғанымса ла булмаҫ оло һуғыш сценарийы. Донъя ҡоролошо, кешенең аңы башҡа бит бөгөн. Урам­да 1941 йыл да түгел, Советтар Союзы ла юҡ хәҙер. Белеүебеҙсә, Бөйөк Ватан һу­ғы­шы башланып, мобилизация иғлан ителгәс тә, берәү бер кемдең артынан йүгереп йө­рөмәгән. Һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә ярамағандар ҙа, ҡатын-ҡыҙ ҙа фронтҡа атлығып торған. Дошман илде баҫып алған икән, һаҡларға кәрәк. Бөтә халыҡ хәүеф алдында бер тигеҙ булған, барыһы ла бер маҡсат менән янған.
Ил сәнәғәте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙгәртеп ҡоролған. Етәкселек бөтә тәбиғи байлыҡты оборона мәнфәғәтендә тотонған. Армияны тәьмин итер өсөн дәүләт бер нәмәне лә һатып алмаған. Көстәр йөҙ түгел, ике йөҙ процентҡа мобилизация­ланған. Социализм системаһының өҫтөнлөгө шунда күренгән дә инде.
Ә бөгөн һуғыш була ҡалһа, ни көтә беҙ­ҙе? Тәүге мәлдә армияның, илдең һөжүмде кире ҡағырға, һаҡланырға хәле-көсө етәсәк. Артабан ғәҙәттән тыш хәлгә тип тупланған стратегик запас, шулай уҡ ҡаҙналағы аҡса бөткәс, етмәгәнде ҡайҙан, кемдән алырға? Рәсәйҙә хәҙер бөтә милек тиерлек шәхси ҡулдарҙа бит. Үҙ теләге менән фронтҡа киткән кешеләр сафы ла һирәгәйгәс, кемгә таянырға? Иосиф Сталиндың өлкән улы Яков алғы сафта булып, дошман ҡулынан һәләк булған да бит, бөгөн “алтын малай­ҙар”ҙың күрәләтә пуля ямғыры аҫтына инерен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Хатта 28 дәүләттең хәрби көсөн, дөйөм донъя хәрби сығымдар күләменең 70 процентын туплаған НАТО-нан айырмалы, хәҙер Ер йөҙөндә Рәсәйҙең көслө генә союздаштары ла ҡалманы. Булған ғыналары ла үҙҙәренең мәнфәғәтендә һатыулашыу менән шөғөллә­нә. Ҡаҙағстан, Азербайжан, Украина ла ике яҡлы төрлө программаларҙа ҡатнашыу аша теге йәки был кимәлдә ошо альянстың парт­нерҙары булып һанала. Күрше-тирә илдәрҙә НАТО-ның хәрби базалары беҙҙе уратып алған. Бөйөк Ҡытай иһә был ике яҡ­тың кемеһе тәүҙә ҡырылып бөтөр тип кө­төп ултырған ҡоҙғон кеүек тойола. Ә бит бәлә килә ҡалһа, бөтәбеҙгә лә бер генә һы­йыныр урын ҡаласаҡ – ошо йәшәгән еребеҙ...
Америкала яңы президент һайланғас, планетала һағайып ҡалдылар: Дональд Трамптан нимә көтөргә була? Дуҫмы ул, дошманмы? Бығаса элекке етәкселек менән Рәсәй араһындағы бәйләнештәрҙә ҡытыр­шы­лыҡтар күп булыу арҡаһында, айырыуса беҙҙекеләр яҡшыға өмөт бағланы. Әммә Американың яңы башлыҡтан ни көтөрҙө бел­мәгәнлекте яҡшы аңлаған күп кенә үҙ халҡы уға ҡаршы сыҡты. Аптырарға кәрәк­мәгән икән: ысынлап та, Трамптың ҡайһы бер ғәмәлдәре ғәжәпләндереп кенә ҡалмай, ә ысын-ысындан хәүефкә һала, ҡурҡыта ла әле. Яңыраҡ Сүриәнең хәрби ҡораллы көстәре авиабазаһын утҡа тотоу ваҡиғаһын ғына алайыҡ. Был бер ниндәй ҙә яңы­лыш­лыҡ түгел, өҫтәүенә бомбаға тоторға бойороҡ биреүгә президенттың ҡыҙы Иванканың үтенесе сәбәпсе булған икән!
Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ниндәй илдең етәксеһе, уйын күреп, берәй ғаилә ағзаһының теләген үтәр өсөн генә башҡа дәүләткә һөжүм итә? Бындай башлыҡты үҙ аҡылында тип әйтергә мөмкинме? Йәнә лә берәй уйланылмаған аҙым яһалһа – тағы берәй илгә бомба ташларға ҡушылһа? Мәҫәлән, шул уҡ Төньяҡ Кореяға. Ә уның етәкселеге быны яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Өҫтәүенә был илдең ядро ҡоралы бар. Шунан Өсөнсө донъя һуғышы башланмаҫ тип кем әйтә ала?..
Дөрөҫөн әйткәндә, һуғыш бара ла инде. Локаль рәүештәге айырым бәрелештәр көслө дәүләттәр мәнфәғәтенә ҡағыла, уларҙың сәйәсәтен яҡлай. Төрлө ваҡ илдәр эрерәктәренең аралашсылары сифатында сығыш яһай. Һөҙөмтәлә теге йәки был ҡораллы низағ “өлкән ағай”ға дивиденд килтерә. Ҡан ҡойоштан башҡа иҡтисади, финанс, идеологик, мәғлүмәт һуғышын да ситкә ҡуйып булмай. Былар ҙа ҡайһылыр көс ҡулындағы идара итеү ҡорамалына әйләнә.
Шул уҡ Дональд Трамп та, ил эсендәге эшмәкәрлегенең ҡапма-ҡаршылыҡтарға тарып тороуына ҡарамайынса, тышҡы сәйәсәттәге дөйөм алынған йүнәлешкә хыянат итмәй. АҠШ Конгресына мөрәжәғәтендә ул илдең хәрби бюджеты артасағын, хатта уның Америка тарихында иң күләмле буласағын белдерҙе. Былай ҙа был дәүләттә оборонаға беҙгә ҡарағанда ун тапҡырға күберәк сығым китә ине.
Беҙҙең эраға тиклем үк Рим тарихсыһы Корнелий Непот: “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”, – тип әйткән. Әлегә, НАТО-ның көсөн күҙаллағанда, беҙ арттараҡ ҡалғанбыҙ. Улар – күмәк, беҙ – яңғыҙ. Альянстың “төп хужаһы” Америка тип иҫәпләгәндә, хәрби бәрелештәр була ҡалһа, ул алыҫта, океан аръяғында ята. Тимәк, шахмат терминын ҡулланғанда, уның бер нисә йөрөшө запаста ҡаласаҡ. Ә заман һуғышында сәғәттәр генә түгел, минуттар һанаулы буласаҡ. Беҙҙең бит ядро ҡоралыбыҙ бар тиеү хәлде еңеләйтмәй, сөнки 1480 ядро зарядлы 490 баллистик ракета менән АҠШ-ты бер сәғәт эсендә юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә булһаҡ та, был бомбалар ҡулланыла ҡалһа, планетала еңеүсе бөтөнләй булмаясаҡ...
Рәсәйҙә лә армия бығаса күрелмәгән финанслау ала башланы. Әммә хәрби көстө үҫтереү иҡтисади үҫеш менән ныҡ бәйләнгән, сөнки бөгөнгө Ҡораллы Көстәр ябай түгел, ә “аҡыллы” ҡоралға мохтаж. Юҡҡа ғына ҡоралланыу өлкәһендәге 2018 – 2025 йылдарға ҡабул ителгән дәүләт программаһында фәнни-техник мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү өсөн ғилми берләшмәне йәлеп итеү талабы ҡуйылмаған. Маҡсат – ошо ваҡытҡа армияны гипертауышлы ҡорал төрҙәре менән тәьмин итеү. Был – әлеге дәүерҙә ил хәүефһеҙлеге өсөн мотлаҡ шарт.
Ошо көндәрҙә генә хәрби караптарға ҡаршы ҡеүәтле “Циркон” ракетаһы һынау үтте. Ул сәғәтенә 9,9 мең километр тиҙлек менән оса ала. Мең саҡрым алыҫлыҡтағы сәптәргә тейҙерә ала. Бындай ҡорал менән атом һыу аҫты кәмәләре һәм атом ракета крейсерҙары йыһазландырыласаҡ.
БӨГӨНГӨ заманда әүҙем рәүештә ҡоро ер һуғышына ғына әҙерләнеү – хаталы аҙым. Былтыр Еңеү көнөндә халыҡҡа күрһәтелгән “Армата” кеүек заманса танктың, мәҫәлән, кәрәге лә теймәҫ­кә мөмкин. АҠШ-тың иҫәбе – алыҫтан то­роп, дәррәү генә ракеталар менән һөжүм итеп, тиҙ еңеү яулау. НАТО-ның көсөн һа­намайынса ғына ла, Американың арсеналында 1700 ядро зарядлы 790 баллистик ракета, биш мең ҡанатлы ракета, шуның өс меңе – диңгеҙ караптарында, өс мең самолет бар. Тәүмаҡсат – беҙҙең ядро ҡоралын юҡҡа сығарыу. Бынан һуң тулы капитуляция тураһында ультиматум ҡуйыласаҡ. Әгәр Рәсәй етәкселеге риза булмаһа, Хиросима һәм Нагасакиҙағы кеүек, халҡы менән ҡалаларҙы юҡ итеү башланасаҡ. Шул ваҡытта илдең тәбиғи ресурстарына юл асыласаҡ. Ә Великобританияның элек­ке премьер-министры Маргарет Тэтчер әйтеүенсә, ошо ер аҫты байлыҡтарын сығарыу һәм етештереү өсөн Рәсәй халҡының 15 миллионы ла етә.
Була ҡалһа, һуғыш ҡасан башланырмы? Дөрөҫөн әйткәндә, теләһә ниндәй мәлдә. “Көтөлмәгән глобаль һөжүм” концепцияһын американдар 2003 йылда әҙерләй. 2009 йыл­да ошоноң буйынса командование төҙөлә. 2014 йылға инде эшмәкәрлектең матди базаһы тулыһынса булдырыла. Америка Ҡушма Штаттарының ике партияһы элитаһы ла Рәсәйгә һәм Ҡытайға ҡаршы ут асырға кәрәк тип һанай. Әммә ваҡыты буйынса килешә алмайҙар. Республикасылар ил быға күптән әҙер, бөгөн үк башларға була тиһә, демократтар биш-ете йыл тороп торорға өндәй. Әммә иртәгә үҙенән нимә көтөрҙө белеп булмаған Дональд Трамп хакимлыҡ иткән осорҙа бер нәмәне лә гарантиялау мөмкин түгел.
“Көтөлмәгән глобаль һөжүм”гә ҡаршы торор һәм суверенитетыбыҙҙы һаҡлар өсөн ил ҡаҙнаһын икеләтә байытырға, оборонаға сығымдарҙы күбәйтергә, яңынан индустриализациялау уҙғарырға, импортты алмашты­рыу­ҙы әүҙемләштерергә кәрәк. Уҙған быуат­тың 90-сы йылдарында ватан тауарҙарын сит илдекенә алмаштырыу тап Америка ярҙамында тормошҡа ашырылды ла инде. Бының үҙмаҡсаты бөгөн яҡшы аңлашыла.
“Һалҡын һуғыш” еле һуңғы ваҡытта йыш-йыш өрөп ҡуя. Илебеҙҙә хәрби күнекмәләр ойошторола, армияла көтөлмәгән тикшереү­ҙәр уҙғарыла, халыҡҡа ер аҫтындағы бомбанан һаҡланыу урындары тураһында һөй­ләнелә. Былтыр августа Көньяҡ, Көнбайыш, Үҙәк хәрби округтары көстәрен барланылар. Һалдаттар ғына түгел, Үҙәк банк, Финанс, Элемтә, Сәнәғәт министрлыҡтары ла хәрби шарттарҙа “эшләне”... Сентябрҙә “Кавказ-2016” хәрби күнекмәһе уҙҙы. Унда иһә “тө­бәк­тәр менән идара итеүҙең яңы схемаһы” тикшерелде. Урындарҙағы барлыҡ үҙидара органдары хәрбиҙәргә буйһондо... Октябрҙә бөтә ил буйлап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күнекмәһе үтте. Унда 40 миллион кеше ҡатнашты... Санкт-Петербургта, һуғыш була ҡалһа, бер тәүлеккә тейешле икмәк нормаһын булдырҙылар. Һәр бер кешегә 300-әр грамм тейәсәк...
Ә телевизорҙан бомбанан һаҡланыу урындары тураһында репортаждар күрһәт­те­ләр. Башҡортостан юлдаш телевидение­һы ла был хаҡта һөйләне. Бөтә йәшенеү объекттары тулы әҙерлектә тотола икән. Улар башлыса завод һәм предприятиелар биләмәһендә урынлаш­ҡан. Бер юлы 600 кеше һөжүм осорон шунда уҙғарып ебәрә ала. Аҙыҡ-түлек һәм һыу запасы биш көнгә етерлек. Улар вентиляция, канализация системалары, ут, телефон элемтәһе менән тәьмин ителгән, химик һөжүмдән һаҡланыу саралары һәм медицина препараттары бар. Өфөлә шундай 200, ә республика буйынса 500 бомбанан һаҡланыу урыны сафта.
Предприятие эшсеһе булмаған ябай халыҡҡа ни эшләргә һуң? Уларға бында юл ябыҡ бит. Башҡалар өсөн торлаҡ йорттар подвалдарында ике меңләп шундай махсус урын әҙерләнгән. Кәрәк булһа, уларҙа республиканың барлыҡ халҡына урын етә, тип вәғәҙәләй белгестәр.
Шул урында һәр һуғышта ла була торған мутлашыу, мародерлыҡ темаһына ла иғ­ти­бар итәйек. Мәскәүҙең бер биҫтәһендә ошондай белдереүҙәр элеп сыҡ­ҡан­дар: “Халыҡ-ара хәлдең ҡырҡыулашыуы сәбәпле, район башлығы күрһәтмәһе буйын­са Кузьминки-Текстильщиктар районында бомбанан һаҡланыу урыны төҙөлә башланы. Төҙөлөштө тиҙләтеү маҡсатында фатир­ҙа­ғы һәр кем иҫәбенән 500-әр һум аҡса йы­йып тапшырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Һәр бер иғәнә индергән кеше ядро һөжүме ҡур­ҡыны­сы тыуғанда йәшенеү урынына исемле пропуск аласаҡ. Ашығығыҙ, урындар һаны сикләнгән”.
Ер йөҙөндәге бар тереклеккә афәт янағанда, 500 һумға ғүмер һатып алып булырмы икән һуң?..

Сергей КАПИТОНЕНКО, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралы­ғының Граждандарҙы һаҡлау идара­лығы начальнигы урынбаҫары:
– Республика биләмәһендәге һаҡлау ҡоролмалары фонды, уларҙың һаны ике мең тирәһе, бар халыҡты йәшереү мөмкинлеген бирә. Улар биш миллион кешене һыйҙыра ала.

Олег ПЕТРОВ, Өфө ҡалаһы ҡотҡарыу хеҙмәтенең граждандарҙы һаҡлау буйынса бүлеге начальнигы:
– Бомбанан һаҡланыу урындарында һыу менән тәьмин итеү системаһы эшләй. Ут һүнһә, авария запасы бар. Улар даими тулыландырып торола. Резерв һауыттар­ҙағы һыу күләме биш көнгәсә етәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 429

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 387

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 385

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 381

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375