Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Асыҡ республика” тормошҡа аша
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо йылдың февраль аҙағында Интернет-төркөмдәрҙең вәкилдәре, блогерҙар менән икенсе осрашыуында (тәүгеһе 2010 йылда уҡ уҙғайны) “Асыҡ республика” тип аталған проектты тормошҡа ашырырға тәҡдим иткәйне. Тотош йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереү, улар буйынса бәхәс ҡороу, файҙалы уй-фекерҙе иғтибарға алыу өсөн махсуслашҡан порталдар, сайттар булдырыу кәрәклеген билдәләне. Ошо йәһәттән һәр тәҡдимде ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе Президент, уның өсөн уларҙы эшкәртеү менән шөғөлләнгән, бойомға ашырыу юлдарын күрһәткән һәм тормошҡа ашырыуҙы күҙәткән үҙенә күрә виртуаль хөкүмәт һәм структуралар төҙөргә бер ниндәй ҡаршылыҡ булмауын да әйтте. “Асыҡ республика” проекты йәмғиәтте дәүләт йәки локаль, әммә мөһим һәм ҙур проблемаларҙы хәл итеүгә иғтибарҙы йүнәлтеү мөмкинлеген бирәсәк, тине ул.
Рөстәм Хәмитов юғары вазифаға тәғәйенләнгәндең тәүге көндәрендә үк алып барасаҡ сәйәси эшмәкәрлегенең төп принциптарын билдәләгәндә, власть халыҡҡа яҡын булырға, асыҡ булырға тейеш, тине. Блогерҙар менән осрашыуы принциптарынан тайпылмаясағын тағы иҫбатланы.
Рөстәм Зәки улы бер ни тиклем ваҡыт блогка яҙышмай торҙо. Бының сәбәптәрен шул осрашыуҙа уҡ атап үтте тиергә мөмкин. Ваҡыт уҙғарыу өсөн, юҡ-бар яҙып, төрлө юл менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итергә, төп мәсьәләләр буйынса эшлекле тәҡдимдәр индереү урынына, киреһенсә, теманы икенсе юҫыҡҡа йүнәлтергә маташҡан намыҫһыҙ, әҙәпһеҙ, нигеҙһеҙ тәнҡитләгән әҙәмдәрҙең сайттан сыҡмауы яҙышыуын туҡтатырға мәжбүр иткән уны. Шулай ҙа халыҡ Президент менән виртуаль аралашыуҙан өмөтөн өҙмәне, сөнки тролдәргә ҡарағанда, әүҙем тормош алып барған, айыҡ аҡыл менән эш иткән, яңыса фекерләгән, тыуған төйәге, Башҡортостан, илебеҙҙең бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртҡан инициативалы, эшлекле кешеләр блогка күберәк инә.
Ике айҙан ашыу тәнәфестән һуң, һайлау үткәс, Рөстәм Хәмитов тағы яҙыша башланы. Блогерҙар быны хупланы ғына. 9 марттағы “Асыҡ республика” тип аталған мәҡәләгә ҡарата йөҙҙән ашыу комментарий урын алған. Әйткәндәй, Башҡортостанда сәйәси режим йомшарыуы һәм хәҙер һайлауҙың ышаныс тыуҙырыуы, элекке һымаҡ халыҡтың ҙур өлөшө власты хуплауы тураһында бер абруйлы журналдан цитата килтереп, “аңлайым, бының өсөн блогерҙар тәнҡитләйәсәк — тәнҡитләгеҙ, ләкин бик үк ҡаты түгел. Һуңғы айҙарҙа былай ҙа күп ишеттем... Һәр нәмәлә сик булырға тейеш, шулай уҡ тәнҡиттә лә”, тип яҙҙы. Был һүҙҙәр республика етәксеһенең ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа эшләүен күрһәтә.
“Асыҡ республика” проектына туҡталып, беҙ күп йәһәттән әле үк мәғлүмәтле йәмғиәттә йәшәйбеҙ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Тик әлегә замана уңайлыҡтары тулы түгел. Автомобилдәр менән тәьмин итеү һымаҡ — машина бар, йөрөтөүгә таныҡлыҡ бар, ә юлдар, туҡталыштар һәм хеҙмәтләндереү ҡәнәғәтләндермәй. Бында ла шулай. Компьютер бар, Интернет бар, ә электрон хеҙмәттәр, властың мәғлүмәт яғынан асыҡлығы, краудосорсинг һәм башҡа нәмәләр әлегә барлыҡҡа килергә генә тора. Президент әүҙем, ижади ҡарашлы блогерҙарҙы проекттың идеологияһын эшләүҙә ҡатнашырға саҡырҙы: “Әйҙәгеҙ, дөйөм именлек хаҡына бергәләп эшләйек. Мәғлүмәт технологияларын ғәҙәти тормошобоҙға индерәйек”.
Республика етәксеһенең Интернет-көндәлегендә артабан бер-бер артлы сәнәғәт етештереүендәге уңыштар тураһында “Ғинуарҙың һәйбәт күрһәткестәре”, дәүләт-ара бәйләнештәргә иғтибарҙы йүнәлткән “Нидерланд илсеһе менән осрашыу”, эшҡыуарлыҡ, кадрҙар мәсьәләләре күтәрелгән “Архангел районында кем эшләргә теләй?”, инвестиция тураһында һүҙ барған “Инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен яҡшыртыу буйынса Совет ултырышы”, Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған “Бөрйән” исемдәре менән уй-фекерҙәре теркәлде. Әлбиттә, улар берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Блогерҙар теге йәки был мәсьәләгә үҙ ҡарашын, фекерен белдерә, бәхәс ҡора.

nora09: “Блогығыҙҙы ташламағыҙ инде. Башҡортостан кешеләренә тәүгә шулай власть менән һөйләшергә мөмкинлек бирелде бит”;
stranik2010: “Башҡа райондарға киткән юғары квалификациялы белгестәргә ярҙам иткән проекттар бармы? Әгәр булһа, мәғлүмәтте ҡайҙан алырға була?”
rkhamitov: “Республика кимәлендә ундай проект юҡ. Ә уйлап ҡарарға кәрәк”;
bikbulatovru: “Нидерландта ауыл хужалығы бик үҫешкән. Уларҙың яңы алымдарының ун өлөшөн генә индергәндә лә, республика үҙен тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәсәк”;
andreosh: “Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың төп бәләһе — ғәҙел конкурентлыҡтың булмауында, тип уйлайым. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса комитет тигеҙ иҡтисади конкурентлыҡ өсөн шарттар булдыра алыр ине...”;
shamil: “Беҙ Бөрйән тураһында боронғолоҡто һаҡлаған башҡорт төбәге тип оҙаҡ һөйләнек. Бал ҡортонан һәм мамонт һүрәтенән башҡа, унда ярҙам һәм иғтибарға мохтаж кешеләр йәшәүен бөтөнләй оноттоҡ. Уйлап эш иткәндә, Башҡортостанды тағы ла данлаясаҡ иҫ киткес тәбиғәт мөйөшө ул, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бында мөмкинлектәр күп”.
rkhamitov: “+1000!”.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә