Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Нефтекама йәштәренең ҡор йыйғаны
Нефтекама йәштәренең ҡор йыйғаныДиуарҙарҙы иңләп, ҡурайҙан “Урал” ағыла. Аяғүрә баҫҡан бөтәһенең дә ҡараштары уйсан, ғәмле. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ҡор йыйып, ил, халыҡ ғәмен ҡайғыртҡанда, иң башта “Урал”ды тыңлар булғандар бит. Нефтекама ҡала башҡорт йәштәренең “Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” тигән форумы ла тап тарихи гимныбыҙҙан башланыуы юҡҡа түгел, сөнки тап ошо сара, ошо ҡор тарих биттәренә уйылып ҡалмаҡсы.

Иң тәүҙә Нефтекама ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Үтәкәев, йыйылған халыҡты сәләмләп, форумда башҡорт йәштәренең башҡарма комитетына ағзалар һайлау кәрәклеген белдерҙе. Нефтекама ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов:
– Бөгөн беҙҙә иҫтәлекле сара: ҡалабыҙҙа йәштәр ҡоролтайы уҙа. Сараның әһәмиәте бик ҙур, сөнки Советтар Союзы тарҡалғандан һуң илдә йәштәр ойошмаһы зарурлығы барлыҡҡа килде. Милли төбәктәрҙә илен, телен, халҡын, мәҙәниәтен яратҡан илһөйәр йәш быуындың тупланыуы ла үтә мөһим. Бөгөн һайланып ҡуйыласаҡ башҡарма комитет ысын мәғәнәһендә эшләргә тейеш. Һеҙҙең бик әүҙем һәм һәр ваҡиғаның уртаһында булыуығыҙҙы теләр инем. Республикабыҙ идаралығына махсус әҙерләнгән кадрҙар кәрәк. Аҡ юл һеҙгә! – тине.
Ул шулай уҡ һайланасаҡ башҡарма комитетҡа тик башҡорт милләте вәкилен һайлау мөһим түгеллеген, ә ағза булған кешенең милләтебеҙҙе ихтирам итергә тейешлеген билдәләне. Нефтекама йәштәренең ҡор йыйғаны
Азат Үтәкәев Нефтекамала ойошманың 22 йыл эшләп килеүен, шул осорҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ҡала хакимиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында бәйән итте һәм ағзаларҙың төп эше халыҡты уятыу, торғонлоҡтан сығарыу, милләтте ҡотҡарыу икәнлегенә баҫым яһаны. Бер кемгә лә сер түгел: Нефтекамала һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының күбеһе ассимиляцияға бирелә, йәғни күп йылдар был тарафтарҙа уҡытыу татар телендә алып барылғанлыҡтан, сик буйынса Татарстанға яҡыныраҡ та булғанлыҡтан, башҡорт милләте вәкилдәренең ҡайһы берҙәре үҙҙәрен татар тип һанай. Нефтекамала йәштәр форумы үтеүе, башҡарма комитетҡа ағзалар һайланып, киләсәктә йәштәр ойошмаһы барлыҡҡа килеүе тағы ла шуныһы менән әһәмиәтле: уларҙың төп маҡсаттарының береһе — урындағы халыҡҡа тарихи ысынбарлыҡты еткереү бурысы. Быларҙың барыһы хаҡында ла бәйән итеп, Азат Надир улы сығышын түбәндәге һүҙҙәр менән тамамланы:
– Башҡорт телен белмәгән милләттәштәребеҙгә ауыр һүҙ әйтергә ашыҡмайыҡ. Кешелә бит иң мөһиме — уның үҙен кем итеп тойоуы. Тарихи тамырҙарығыҙҙы тәрәндән белгегеҙ килһә, шәжәрәгеҙҙе өйрәнегеҙ. Төрлө халыҡтарға тыуған йорт ул – Башҡортостан, – тине.
Төньяҡ төбәк-ара башҡорт ҡоролтайы ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилевтең сығышы ла бик йәнле барҙы:
– 2015 йылда ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты Өфөлә уҙғанда президентыбыҙ В. Путин урыҫ теле менән бер рәттән башҡорт телен дә өйрәнергә саҡырҙы. Ысынлап та, башҡортса белергә кәрәк! Ул бит дәүләт теле. Уны яҡшы үҙләштергәндәр башҡа төрки халыҡтар менән дә иркен аралаша, уртаҡ һүҙ таба. Шул иҫәптән инглиз телендә булған өндәр башҡорт телендә лә бар бит. Һеҙҙең арағыҙҙа Дәүләт Думаһында эшләйәсәк министрҙар, депутаттар ултыра. Илһөйәр рухлы булығыҙ, барыһы ла үҙегеҙҙән тора! – тине ул.
Рәйес Абдрахман улының сығышы тағы ла шуныһы менән иғтибарҙы йәлеп итте: ул йәштәрҙе үҙаллы үҫешкә өндәне, китаптар уҡырға, шиғырҙар яҙырға саҡырҙы.Нефтекама йәштәренең ҡор йыйғаны
Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнгән “Шәжәрә” автономиялы милли ойошма вәкиле, Гәрәй ырыуы башҡорттарының башҡарма комитеты рәйесе Радик Бәхтиевтең телмәрен дә ихлас ҡыҙыҡһынып тыңланы залда ултырған йәштәр. Ҡыҙыҡһынмаҫлыҡмы ни: борон ошо ерҙәрҙә башҡорттар ғына түгел, венгрҙар йәшәү ихтималлығын да бәйән итеп, тарихи факттар ҙа килтерҙе Радик Рәлиф улы. Әммә иң ҡыҙыҡ мәғлүмәт шулай ҙа урындағы халыҡтың үҙҙәрен татар милләтенән тип һанаған хәлдә лә, уларҙың аҫаба башҡорт булыуы хаҡында ине:
– Шулай килеп сыҡты инде, беҙҙең һөйләш башҡорт теленең айырым диалект төрө булып тора. Өфөгә барһаҡ, беҙгә йыш ҡына “Һеҙ татарса һөйләшәһегеҙ” тиҙәр һәм был бик күңелгә тейә. Әммә хәҙер был уңайҙан Өфөлә лә, бында ла бик күп эш алып барыла һәм ниәттәрҙең маҡсаты – Башҡортостандың көньяғында йәшәгән башҡорттар фәҡәт үҙҙәрен генә башҡорт тип һанамаһын өсөн, беҙҙең дә ысын башҡорт булыуыбыҙҙы төшөндөрөү. “Башҡорт ырыуҙары тарихы. Гәрәй” китабының икенсе томында тап төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихы өйрәнелә һәм ул саҡта йәшәгән халыҡтың үҙҙәрен башҡорт тип атауы ла билдәләнә. Шуға ла бөгөн башҡорт булып та, үҙеңде бүтән халыҡ вәкиле тип йөрөтөү – оло хата. Мин – башҡорт. Атайым да үҙен ғүмер буйы башҡорт тип һананы. Шуға ла тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеү, уҡыу бик мөһим, – тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр сәйәсәте һәм спорт комиссияһы рәйесе Марат Ғилманов сығышының башында бындай форумдың Нефтекама ҡалаһында уҙғарылыуы менән тарихҡа инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Баш ҡалала барған төрлө спорт һәм мәҙәни саралар хаҡында һөйләгәс, тап Нефтекама ҡалаһының Өфөлә яҡташтар берләшмәһенең булмауы хаҡында хәбәр итеп, был ойошманы төҙөргә саҡырҙы.
– Йәмәғәт ойошмаларының уртаһында ҡайнап йәшәгәндәр уларҙы белеүҙәрен, күреүҙәрен, ярҙам ҡулы һуҙыуҙарын яҡшы белә. Шуға ла ойошмаларҙа әүҙем йәмәғәтселек эше алып барығыҙ, халҡыбыҙға файҙа килтерегеҙ. Эшебеҙ барһын һәм ғәмәлдәребеҙгә һоҡланырлыҡ булһын, – тине Марат Әнәс улы. Нефтекама йәштәренең ҡор йыйғаны
Форум барышында тағы ла бер мөһим мәсьәлә ҡуҙғатылды, ул да булһа – Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың уң ҡулы, Башҡорт автономияһын төҙөүгә күп көс һалған Гәрәй ырыуы башҡорто Илдархан Ибраһим улы Мутиндың яҡты исемен илгә ҡайтарыу. Шуныһы бик аяныслы: ул, репрессияға эләгеп, һәләк булғас, уның хаҡында байтаҡ мәғлүмәтте ер йөҙөнән юйғандар. Шуға күрә лә күп эҙләнеү эштәре алып барып, Илдархан Мутин хаҡында тарихи факттарҙы тергеҙеү үтә лә мөһим һәм форумда был мәсьәләнең резолюцияға индерелеүе һөйөнөслө.
Сарала Нефтекама йәштәре ҡоролтайы башҡарма комитетына ете ағза һайланып, бер тауыштан раҫланғандан һуң, форум резолюцияһының проекты ҡаралды.
Залдан да бик әһәмиәтле тәҡдим яңғыраны, ул да булһа – башҡорттарҙың элекке Йәнәй ырыуы йәшәгән хәҙерге Удмурт Республикаһында иҫтәлекле таҡтаташ асыу.
Сараның пленар өлөшө “Уралым” гимны менән тамамланғас, ҡаланың нефть колледжы студенттары делегаттарға, ҡунаҡтарға бик йәнле концерт күрһәтте, бөркөттәй талпынып башҡорт бейеүҙәрен башҡарған, моңло итеп йырлаған, ҡурай уйнаған ут егеттәргә, йөҙҙәренән нур сәселгән һылыуҙарға ҡарап, бөгөн генә ҡанат йәйгән Нефтекама йәштәр ҡоролтайының киләсәктә һынатмаҫына өмөт уянды.



Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә