Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бизмәнгә һалып үлсәнмәй хоҡуҡтар...
Бизмәнгә һалып үлсәнмәй хоҡуҡтар...Халыҡтың төп өлөшө эш хаҡы иҫәбенә йәшәй, был уның өсөн тормоштоң төп шарты булып тора. Теге йәки был илдә хеҙмәт мөнәсәбәттәренең нисек көйләнеүе был дәүләттең иҡтисади һәм сәйәси үҫеш кимәлен дә сағылдыра, уның халҡының йәшәү рәүешенә лә йоғонто яһай. Тик һинең ете ҡат тир түгеп, хәләл көсөң менән тапҡан хеҙмәт хаҡыңды түләмәйҙәр икән әгәр.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры М. Топилинды ҡабул иткәндә лә рәсәйҙәргә эш хаҡы түләүҙә барлыҡҡа килгән хәлгә ҡаты баһа бирҙе. Хеҙмәт хаҡы буйынса кисектерелгән бурысты бөтөрөүҙә, мәҫәлән, “ниндәйҙер статистик мәғлүмәт­тәр менән ҡоралланып түгел, ә ысынбарлыҡҡа таянып эш итергә кәрәк”, тине ил башлығы.
Был мәсьәлә менән исем өсөн генә шөғөлләнергә ярамай, сөнки зыян күргәндәр тәғәйен ярҙам көтә. Ғөмүмән, беҙҙең республикала йәшәгән халыҡтың ҡануни азатлығы ни дәрәжәлә күҙәтелә һәм был өлкәлә хәл итәһе ниндәй бурыстар бар?

“Кеше төп хоҡуҡтарынан һәм азатлығынан ситләтелә алмай һәм уларға тыуғандан алып эйә” – Рәсәй Конституцияһының 17-се статьяһында шулай тип яҙылған. Беҙҙең республикала йәшәгән халыҡтың ҡануни азатлығы ни дәрәжәлә күҙәтелә һәм был өлкәлә хәл итәһе ниндәй бурыстар бар? Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмовтың яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы сығышы шул һорауҙарға яуап булып яңғыраны.


– Былтыр Вәкиллек хеҙмәтенә биш меңдән ашыу кеше мөрә­жәғәт итте, – тине Рим Фидай улы үҙенең докладында. – Ялыуҙар араһында иң күбеһе – хеҙмәт мөнәсәбәттәренә, инва­лид­тарҙың мәнфәғәтен яҡлауға һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлегенә ҡағылышлылары. Хәйер, һәр мөрәжәғәт үҙенсә мөһим. Торлаҡ мәсьәләһе лә күпселек халыҡ өсөн иң әһәмиәтлеһе булып ҡалыуын дауам итә.
Халыҡтың төп өлөшө эш хаҡы иҫәбенә йәшәй, был уның өсөн тормоштоң төп шарты булып тора. Теге йәки был илдә хеҙмәт мөнәсәбәттәренең нисек көйлә­неүе был дәүләттең иҡтисади һәм сәйәси үҫеш кимәлен дә сағылдыра, уның халҡының йәшәү рәүешенә лә йоғонто яһай.
Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Топилинды ҡабул иткәндә рәсәйҙәргә эш хаҡы түләүҙә барлыҡҡа килгән хәлгә ҡаты баһа бирҙе. Хеҙмәт хаҡы буйынса кисектерелгән бурысты бөтөрөүҙә, мәҫәлән, “ниндәйҙер статистик мәғлүмәт­тәр менән ҡоралланып түгел, ә ысынбарлыҡҡа таянып эш итергә кәрәк”, тине ил башлығы. Был мәсьәлә менән исем өсөн генә шөғөлләнергә ярамай, сөнки зыян күргәндәр тәғәйен ярҙам көтә. Хеҙмәт хаҡы түләү йыш ҡына предприятиеның финанс хәле мөшкөлләнеүе арҡаһында һуң­латыла, ләкин һис ниндәй объектив һәм субъектив сәбәптәр ҙә быны аҡлай алмай. Бизмәнгә һалып үлсәнмәй хоҡуҡтар...
Хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу­ҙың төп сәбәптәре – эш биреү­сенең ғәмәлдәге закондар­ҙы һанға һуҡмауы һәм кол­лективтың үҙенең дә хоҡуҡи әҙерлегенең түбән булыуы. Бындай әҙер­лектең түбән булыуына эш урындарының етешмәүе лә сәбәпсе, шуға күрә байтаҡ кеше рәсми теркәлмәйенсә эшләргә, тейешле ялдан баш тартырға, хеҙмәт хаҡын “конвертта” ғына йәки билдәләнгән иң түбән кимәлдән дә аҙыраҡ алырға мәжбүр.
Ҡайһы бер ойошмаларҙың хеҙмәт килешеүе түгел, ә көн­лөксө (подряд), хеҙмәт күрһәтеү договорҙары нигеҙендә генә эшкә алыуы ла йыш таралған. Был айырыуса төҙөлөш тармағына хас. Ундай осраҡтарҙа хеҙмәт мөнәсәбәттәре гражданлыҡ хоҡуҡтары менән алмаштырыла һәм эшсенең яҡланыу кимәле тағы ла нығыраҡ түбәнәйә.
Ойошма бөлгән (банкрот) тип иғлан ителә икән, хеҙмәткәрҙең эш хаҡына хоҡуғын аяҡҡа баҫтырыу тағы ла нығыраҡ ҡырҡыулаша. Башҡортостанда кисектерелгән эш хаҡының 70 проценты шундай ойошмаларға тура килә. Был хәл бөтә Рәсәйгә хас күренеш. Беҙҙең республикала 2010 йылдан алып ликвидация комиссиялары рәйестәре һәм конкурс идарасыларына 20 меңдән ашыу кешегә эш хаҡы буйынса 600 миллион һумлыҡ кисектерелгән бурысты ҡайтар­тыу менән шөғөлләнергә тура килде.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ойошмалар етәкселегенең күбе­һенә был предприятиела эшләгән кеше менән хеҙмәт бәхәсе һиҙелерлек матди йәки башҡа төрлө юғалтыу менән янамай. Улар хеҙмәткәр файҙаһына әхлаҡи зыян өсөн түләргә мәжбүр ителмәй, юғалтылған эш хаҡын ҡайтарып биреүҙән тыш башҡа төрлө компенсация ла ҡарал­маған. Эш хаҡы биреүҙе һуңлат­ҡан өсөн ғәмәлдәге штраф суммалары үтә аҙ һәм хеҙмәткәргә килтерелгән зыян менән бәрәбәр түгел.
Уҙған йыл декабрҙә Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса вәкил Татьяна Москалькова алып барған Координация советында беҙҙең республика вәкиле Рим Ҡәйүмов илебеҙҙә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен күҙәтеү проблемаларына арналған доклад тапшырғайны. Унда Рәсәйҙең кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил­дәре берекмәһенә федераль закондарға үҙгәрештәр индереүгә арналған тәҡдимдәр индерелгән. Бөлгән предприя­тиеларҙан һа­лым түләтеү тәртибе, эш хаҡы түләүҙе һуңлатҡан өсөн предприятиелар хужаларына ҡарата шәхси яуаплылыҡ билдәләү, банкрот­лыҡ осрағы була ҡалһа тип эш хаҡын алдан уҡ страховкалау һәм башҡа был тәҡдим­дәрҙе Координация советы Рәсәй Хөкүмәтенә тапшырға ҡарар итте.
Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, власть органдарының даими иғтибар үҙәгендә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да еңел түгел әле. Фәҡир һәм башҡа төр ғаиләләрҙең бушлай торлаҡ алыу буйынса конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыу ҡатмарлы килеш ҡала.
Беҙҙең республикала бөгөн төрлө нигеҙҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған 90 мең самаһы ғаилә йәшәй. Кешеләр тиҫтәләрсә йыл сиратта тора, әммә социаль торлаҡ барыбер етерлек төҙөлмәй, йорт һалыу өсөн инженерлыҡ һәм коммуналь инфраструктура менән йыһазландырылған майҙан­сыҡ­тар етешмәй. Торлаҡ баҙарын­дағы хаҡтарҙың юғары булыуы, халыҡтың түләү һәләтенең көсһөҙлөгө фатирға мохтаж кешеләргә бурысҡа алып тороу мөмкинлеге бирмәй, шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамы йылына дүрт процент ҡына ғаиләгә күрһәтелә.
Мәсьәләнең көнүҙәклеген иҫәпкә алып, республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, 2016 йылдың 1 ноябренә ҡарата сиратта торғандарҙы 2025 йылға саҡлы фатир менән тәьмин итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған программа концепцияһы эшлән­де. Ул торлаҡҡа мохтаждарға фатир һатып алыуҙың йәки ҡуртымдың хәлдән килерлек варианттарын тәҡдим итәсәк. Шулар араһында торлаҡ майҙаны хаҡын аҙлап түләй барыу, ҡуртымға алып та артабан бер нисә йыл дауамында өлөшләп түләү кеүек юлдар ҡаралған.
Бөгөн “Торлаҡ” федераль программаһының 2015 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” бәләкәй программаһында ҡатнашыусыларға социаль түләү биреү тормошҡа ашырыла. Унда торлаҡҡа мохтаж булған һәм иренең дә, ҡатынының да йәше 35-тән уҙмаған һәр ғаилә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Ләкин федераль һәм республика ҡаҙнала­рынан аҡсаның етерлек бүлен­мәүе сәбәпле, был дәүләт ярҙамын ошо йәш арауығында һәр кем алып өлгөрә алмай.
– Беҙҙең уйыбыҙса, 35 йәш тулғансы уҡ ошо сиратҡа баҫҡан һәм, әйтәйек, өс йәки биш йылдан ашыуыраҡ торған ғаиләләрҙе был исемлектә артабан да ҡалдырыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине, – тине Рим Ҡәйүмов.
Социаль хеҙмәтләндереү – дәүләт яҡлауының айырып алғыһыҙ өлөшө ул. Әлеге көндә республикала 286 мең инвалид йәшәй, шуларҙың 13 меңдән ашыуы – балалар. Үткән йыл ғына ла 18 мең кеше инвалид тип танылды. Уларҙың барыһы ла, тәбиғи, дәүләт яғынан социаль яҡлауға һәм хеҙмәтлән­дереүгә мохтаж.
Төбәгебеҙ властары ошондай ҡатлам халыҡты иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыу өсөн барыһын да эшләй: пособиелар түләнә, сәләмәт кешеләр менән инвалидтар тормошо араһындағы айырманы мөмкин тиклем кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуйған төрлө программалар бойомға ашырыла.
Ҡарттарҙың һәм стационар йорттарҙа хеҙмәтләндерелгән инвалидтарҙың хоҡуҡтары нисек күҙәтелеүе лә – Вәкилдең даими иғтибар үҙәгендә. Дөйөм алғанда, интернатта йәшәгән һәм инвалид кешеләрҙең хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса комплекслы эш алып барыла тип һығымта яһарға мөмкин. Шулай ҙа һирәк осраған (орфан) сирҙәр менән яфаланған граждандар тормошонда пәйҙә булған кәртәләрҙе лә урап үтеп булмай. Рәсәйҙә ундай сирлеләр ун мең кешегә берәү тура килә. Республикабыҙҙа һуңғы өс йылда ундайҙар һаны 65 кешегә артты һәм хәҙер 392 сирлене тәшкил итә. Шулар араһында 197 сабый ҙа бар. Был төркөмдән 321 кеше 380 миллион һумлыҡ дарыу менән тәьмин ителә. Ғүмер өсөн хәл иткес булған терапияны ваҡытында күрһәтә алмау бындай сирлеләрҙең тәнендә ҡабат дауалай алмаҫлыҡ зыянға сәбәп­се булырға мөмкин, һөҙөмтәлә улар инвалидҡа әүерелә. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, һирәк осраған ауырыуҙарҙың күпселеге буйынса медицина тикшереүен махсус учреждениеларҙа ғына үткәреп була. Шунлыҡтан уларҙы тиҙ генә асыҡлай алмайҙар һәм тәүге симптом менән аҙаҡҡы дөрөҫ диагнозға саҡлы биш йылдан алып 15 йылға тиклем ғүмер уҙыуы ихтимал.
Тәфтиш йәки тәүге тикшереү барышында процессуаль хаталарға юл ҡуйыу – хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшенә ялыуҙарҙың күп булыуының төп сәбәбе. Енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан нигеҙһеҙ баш тартыу, прокуратура органдарының уларҙы ҡабат башларға мәжбүр итеүе тикше­реүҙең сифатһыҙ башҡары­лы­уын, хоҡуҡ һаҡлау органдарын­дағы айырым хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ бурысына вайымһыҙ ҡарауын раҫлай.
Бөтә шарттарҙы тикшермә­йенсә һәм ҡануниәттә ҡаралған барлыҡ тәфтиш эштәрен баш­ҡармай тороп енәйәт эшен туҡ­татырға ҡарар итеү дәлилдәрҙең юғалыуына сәбәпсе була, граж­дан­дарҙың боҙолған хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеген ҡалдырмай.
2016 йылда прокуратура енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһындағы 48 мең ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы. Өҫтәмә тикшереү үткәреү һөҙөмтәһендә 2013 енәйәт эше асылды.
Ҡатын-ҡыҙ енәйәтселегенең көнүҙәклеге бер нисә шарт ме­нән билдәләнә һәм нәфис зат ҡылған енәйәттәр ғаилә тәрбиә­һенә лә ҙур дәрәжәлә кире йоғон­то яһай. Айырыуса бәлиғ булма­ғандарға. Ә ғаиләлә барлыҡҡа килгән насар эҙемтәне тәрбиә ойошмалары аша бөтөрөү үтә ҡатмарлы.
Бигерәк тә ғаилә-көнкүреш даирәһендәге енәйәттәрҙең артыуы ҙур борсолоу тыуҙыра. Былтыр республикала ошондай төрҙәге 7 893 енәйәт ҡылынған, ул алдағы йыл менән сағыш­тырғанда 17,6 процентҡа күберәк. Ҡатын-ҡыҙ төрмәнән ҡайтҡас кисергән психологик тотҡарлыҡ шулай уҡ мөһим мәсьәлә булып тора. Билдәле булыуынса, гүзәл зат енәйәткә ылығыуҙан ирҙәргә ҡарағанда ҡыйыныраҡ ҡотола, иркенән мәхрүм итеүҙе ауырыраҡ кисерә.
Йыл башына республиканың тәфтиш изоляторҙарында 242 ҡатын-ҡыҙ бар ине, республиканан ситтәге яза урындарына 256 ҡатын ебәрелгән. Яза ваҡытын тултырған ҡатын-ҡыҙҙың иректә бер кемгә лә кәрәкмәүе хәҙер йыш осраған күренеш булып тора. Бөгөн республикала яза урындарынан ҡайтҡандар өсөн ике социаль-адаптация бүлексәһе эшләй. Ләкин был ғына бик аҙ. Төрмәнән сыҡҡандарға медицина, психологик, хоҡуҡи һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү өсөн был институтты артабан үҫтереү зарур.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан республикалары Конституцияларында кеше хоҡуҡ­тары һәм азатлығы иң юғары ҡиммәт тип иғлан ителә, уларҙы таныу, күҙәтеү һәм яҡлау дәүләт бурысы булып тора. Проблемалы мәсьәләләрҙең күплегенә ҡара­маҫтан, республика етәкселе­генең властың йоғонтололоғон көсәйтеүгә, уның йәмәғәтселек алдындағы яуаплылығын, асыҡ­лы­ғын киңәйтеүгә йүнәлткән тырышлығы һөҙөмтәһендә кеше­нең конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеге даими яҡшыра бара.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374