Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәйле мин, ләкин рәсәй милләтенән түгелмен...
Рәсәйле мин, ләкин рәсәй милләтенән түгелмен...“Берҙәм рәсәй милләте һәм этнос-ара мөнәсәбәттәр менән идаралыҡ итеү тураһында” Федераль закон проекты концепцияһын әҙерләү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышында уҡ ҡаралған мәсьәләне нигеҙҙән үҙгәртеп, закон проектын “Рәсәй Федерацияһы дәүләт милли сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында” тип исемләү тәҡдим ителде. Эшсе төркөм етәк­сеһе, Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология инс­титуты директоры Валерий Тишков аңлатыуынса, ултырышта ҡатнашыусылар: “Йәмғиәттең “рәсәй милләте” төшөнсәһен ҡабул итеүгә бигүк әҙер булмауы асыҡланды”, – тигән һығымтаға килгән.
Яңы концепция проекты апрель айында тикшереүгә сығарыласаҡ. Документта Рәсәй төбәктәрендәге милләт-ара һәм конфессия-ара мөнә­сәбәттәр мониторингы систе­маһы, төп милләт һәм аҙ һанлы халыҡтарға ҡарата дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре ентекле күрһәтелергә тейеш.
Закон проектын 2016 йыл­дың 31 октябрендә Милләттәр эше буйынса федераль агент­лыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән милләттәр эше буйынса элекке министр Вячеслав Михайлов тәҡдим иткәйне. Улар­ҙың фекеренсә, ил Консти­ту­цияһындағы “Рәсәй Феде­ра­цияһының күп милләтле халҡы” төшөнсәһе тейешенсә аңла­тылмаған, һәм уны йәмғиәттә төрлөсә ҡабул итәләр. Ләкин “2025 йылға тиклемге осорҙа дәүләт милли сәйәсәте стра­тегияһы” документына “рәсәй милләте” төшөнсәһе ингән, шул сәбәпле, И.Борисов һәм В.Ми­хайлов фекеренсә, ул хәҙер законлаштырылырға тейеш. Авторҙар идеяһына ярашлы, төшөнсәне “граждандар мил­ләте” (“гражданская нация”), “айырым Рәсәй цивилиза­цияһы” кеүек төшөнсәләр, уртаҡ идеология, менталитет һәм мәҙәниәт менән берлектә үҫтереү талап ителә.
Концепция илдә етди бәхәс тыуҙырҙы. Иң тәүҙә уға рус милләтле йәмәғәт эшмә­кәрҙәре, мәҙәниәт әһелдәре, ижтимағи ойошмалар вәкил­дәре ҡаршы сыҡты. Милли рес­публикаларҙа ла был баш­ланғысҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерелде. Айырыуса Дағ­стан Республикаһы Баш­лығы, Рәсәй Федерацияһының элекке милли сәйәсәт министры Рамазан Абдулатипов ҡәтғи позицияла торҙо. Татарстан Республикаһы Дәүләт Со­ветының Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеты етәксеһе Рәзил Вәлиев тә байтаҡ эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Был ике абруйлы етәксенең фе­керҙәре бер-береһенә ауаздаш һәм иң тәүҙә “этник милләт” төшөнсәһен яҡлауға нигеҙләнә.
Милләт формалашыуы – объектив, бик оҙайлы һәм ҡатмарлы, күп яҡлы тарихи процесс. Уны директив күрһәт­мәләр аша ғына ҡыҫҡа осорҙа ғәмәлгә индерергә ынтылыу ҙур сәйәси хата булыр ине. Быны “күп милләтле совет халҡы” проектының уңышһыҙ тәжрибәһе лә раҫлай. Бөгөн килеп, айырым идеологтар православие диненә нигеҙләп ҡоролған Рәсәй империяһы ҡиммәттәрен дәүләт сәйәсәте кимәленә күтәрә, либераль сәйәсмәндәр Көнбайыш Европа, Америка Ҡушма Штаттары өлгөһөнә өҫтөнлөк бирә. Ләкин Рәсәй Федерацияһы граж­дандарының ҙур өлөшө уларҙы ҡабул итмәгәнен, шул сәбәпле илдәге сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни реформалар күп йылдар дауамында тотҡарланып килеүен күрәбеҙ. Тимәк, яңы цивилизацияның идея нигеҙҙәре тураһында етди ҡайғырта башлау – заман талабы, ә уға ҡушылыу – һәр беребеҙҙең гражданлыҡ бурысы. “Рәсәй халҡы” төшөнсәһен бер кем дә инҡар итмәй, ә “рәсәй милләте”н күптәр ҡабул итмәй.


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 5


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 21.03.2017, 08:40
    Әлбиттә шулай, "рәсәй халҡы" тигән төшөнсә нейтраль, ҡәҙимге, традицион мәғәнәле, һәр ваҡыт ҡулланыла әҙәбиәттә, публицистикала, ток-шоуҙарҙа... Ә "милләт" тигән төшөнсә - ул этник, милли мәнәфәғәттәр менән бәйләнгән, стереотипик (ыңғай мәғәнәлә) төшөнсә. Ул изге төшөнсә. Уға тейергә ярамай. "Берҙәм Рәсәй" тигән булып, берҙәм "Рәсәй милләте" концепцияһын уйлап сығарҙылар... Закир тиңдәш белә ул, ысын берҙәм Рәсәй булһын өсөн, иң башта Рәсәйҙә рус милләтен, татар, башҡорт, украин, йәһүд һ.б. милләттәргә иркен үҫешергә мөмкинселек булырға тейеш - иң мөһиме: иҡтисад һәм мәҙәниәт алдынғы булырға тейеш. Хәҙерге ресурс һәм финанс олигархияһы идаралаығының, артығы менән хәрбиләштереү сәйәсәте арҡаһында, халыҡтарҙың мәнәфәғәтенә ҡаршы, мәғрифәт һәм мәҙәниәткә иғтибар аҙ. Шулай булғас, ниндәй "берҙәм рәсәй милләтеӨ"хаҡында һүҙ булыуы мөмкин?

Комментарий өҫтәргә