Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » 2016 йылда граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүҙең ойошторолоуы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре (артабан — граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2004 йылдың 5 апрелендәге 50-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 18 июлендәге 737-се бойороғо менән раҫланған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында (артабан — Аппарат) эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Халыҡтан мөрәжәғәттәр туранан-тура, фельдъегер, почта һәм факс элемтәһе, электрон почта, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығынан “VipNet эш почтаһы” (артабан — VipNet почта сервисы) программалар комплексы файҙаланылған коммуникатив селтәр һәм “Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе” web-сервисы аша килә.
Яҙма мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла, Аппараттағы граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегендә өс көн эсендә теркәлгәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары тарафынан ҡарала һәм тейешле республика башҡарма власть органдары, Башҡортостандың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре, ойошмалар етәкселәренә күрһәтмә менән үтәүгә ебәрелә. 2016 йылдан муниципаль район, ҡала округтары хакимиәттәре менән документтар әйләнеше “Эш” электрон системаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Федераль башҡарма власть органдарына мөрәжәғәттәр почта аша ебәрелә. Республика Хөкүмәтендәге махсус бүлек халыҡтың үтенестәрен ҡарау ваҡытына контролде тормошҡа ашыра.
Мөрәжәғәттәр менән эшләүгә бәйле халыҡ танышырға тейешле мәғлүмәт Хөкүмәттең Интернет селтәрендәге http:/www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында урынлаштырыла. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт Регламенты, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш мәғлүмәттәре, шулай уҡ Хөкүмәткә Интернет аша мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.
Халыҡтың үтенестәрен ваҡытында һәр яҡлап объектив тикшереүҙе тәьмин итеү, уларға яуап биреү, шулай уҡ ошо эштәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында Хөкүмәттә был өлкәлә даими контроль булдырылған. Закон боҙоуға, коррупцияға, эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуға бәйле мөһим проблемалар тәү сиратта ҡарала.
Мөрәжәғәттәрҙәге мәсьәләләрҙең ваҡытында хәл ителеүенә контролде “Эш” электрон документтар әйләнеше системаһындағы бүлек ғәмәлгә ашыра. Һөҙөмтәләр тураһындағы мәғлүмәттәр башҡарыу эшенең торошо хаҡындағы дөйөм белешмәгә индерелә.
Хөкүмәткә килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тураһындағы мәғлүмәттәр ярты йыллыҡ һәм йыллыҡ йомғаҡтар буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрына ебәрелә, Хөкүмәттең рәсми сайтында, шулай уҡ “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан” һәм “Кызыл таң” матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мәғлүмәттәр уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ебәрелә.

Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә дөйөм характеристика

Граждандарҙан Хөкүмәткә килгән мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта. 2012 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес – 35, 2015 йыл менән сағыштырғанда 6,3 процентҡа юғарыраҡ булған.
2016 йылда граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында
Хөкүмәттең рәсми сайтындағы “Граждандарҙың мөрәжәғәттәре” ҡушымтаһында һылтанма аша үтеп, күрһәтелгән web-сервис ярҙамында электрон хат ебәреү мөмкинлеге бар. 2016 йылда (449 мөрәжәғәт) Хөкүмәт исеменә ошо хеҙмәтте файҙаланып ебәрелгән хаттарҙың элгәре йыл (618 мөрәжәғәт) менән сағыштырғанда байтаҡҡа кәмеүе күҙәтелә.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2016 йылда йәмғеһе 15285 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙа күтәрелгән 15965 мәсьәлә түбәндәге таблицала эшмәкәрлек өлкәләре буйынса бүленгән.
Үтенестәрҙең күбеһе торлаҡ менән тәьмин итеүгә, авария хәлендәге иҫке йорттарҙан күсереүгә ҡағыла. Хаттарҙың күпселегенең авторҙары — күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар. Төҙөүселәр тарафынан килешеү шарттарын үтәмәүгә зарланыусы алданған өлөшсөләр ҙә юҡ түгел.
2016 йылда граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында
Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла билдәләнгән тәртиптә ҡаралды. Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙең бер өлөшө ыңғай хәл ителде, ҡалғандарына ҡағылышлы ентекле аңлатма һәм кәңәштәр бирелде.
2016 йылда граждандарҙан юғары органдарға килгән һәм компетенция буйынса Хөкүмәткә ҡарауға ебәрелгән мөрәжәғәттәр һанының артыуы билдәләнә. Бының иһә иҡтисади көрсөк осоронда хәлдең насарайыуы, юғары органдар ярҙамында көнкүреште ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә өмөт сағылышы, шулай уҡ власть органдары менән бәйләнешкә инеүҙе, мөрәжәғәт итеүҙе ярайһы уҡ еңеләйткән IT-технологияларҙың үҫеше хаҡында һөйләүе лә ихтимал.
Анализ күрһәтеүенсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат, Нефтекама ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө, Туймазы, Ишембай, Иглин һәм Благовещен райондарынан халыҡ айырыуса күпләп мөрәжәғәт иткән.
Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү тураһында
Телдән әйтелгән һәм яҙма ебәрелгән мөрәжәғәттәргә бәйле эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән республика Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан киләһе кварталға халыҡты күсмә ҡабул итеү саралары графигы раҫлана. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында бындай ҡабул итеүҙәрҙе үткәреү көнө тураһында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
Хөкүмәттең Интернет селтәрендәге рәсми порталында күсмә ҡабул итеү сараларының графигы урынлаштырылған. Республика Хөкүмәте Аппаратында иһә граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе махсус бүлек ойоштора. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары ошондай сараларҙы Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) үткәрә.
Отчет биреү осоронда Республика йортонда 33 ҡабул итеү сараһы уҙғарылған. Уларҙа 148 кешенең үтенесе ҡаралған. 23 күсмә ҡабул итеү барышында 175 кешенең мөрәжәғәте тикшерелгән. Республика дәүләт власы органдары етәкселәре урынға барып 207 ҡабул итеү сараһы ойошторған. Уларҙа 1178 кеше ҡабул ителгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә