Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һүҙе түгел, ғәмәлдәре мөһим
Мюнхенда Хәүефһеҙлек буйынса халыҡ-ара конференцияла сығыш яһап, Пентагондың яңы башлығы Джеймс Мэттис Европалағы союздаштарын АҠШ-тың Төньяҡ Атлантик альянсын сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа һәм көс ҡулланыуға ҡаршы көрәштә ныҡлы терәк тип таныуына, уның ғәмәлдәрен тулыһынса хуплауына ышандырҙы. Яҡшы һүҙгә яуап рәүешендә хәрби-сәйәси блоктың Европалағы ағзалары хәүефһеҙлек маҡсатындағы сараларҙы финанслау йәһәтенән күберәк тырышлыҡ һалырға вәғәҙәләне.
Бер нисә аҙна элек НАТО-ны “иҫкергән” тип баһалаһа ла, Дональд Трамп үҙ дәүләтен уның ҡанаты аҫтынан сығарырға йыйынмай, тип аңларға була әлеге күренеште. Юғиһә йыйын алдынан Европа илдәре етәкселәре именлек маҡсатындағы хеҙмәттәшлеккә АҠШ-тағы яңы власть нисек ҡарауын белә алмауҙан шаҡтай тулҡынлана ине. Форумдың рәйесе, немец дипломаты Вольфганг Ишингер ҙа: “Быйылғы конференция һуңғы тиҫтә йыл­дарҙағы иң шау-шыулыһы булыр һымаҡ. Бығаса бер ваҡытта ла ундай хәлгә тарыманыҡ. АҠШ властарының тышҡы сәйәсәтте ҡороуҙа нимәгә таянасағын белергә теләп, барыһы ла түҙемһеҙләнә”, – тигәйне бер аҙ алдараҡ.
АҠШ вәкиле булараҡ, генерал Мэттис альянсҡа ҡушылған дәүләттәрҙе, 2014 йылда төҙөлгән килешеүгә ярашлы, оборонаны нығытыуға эске тулайым продукттың кәмендә ике процентын тотонорға саҡыра. Баҡһаң, әлегә НАТО-лағы 28 ил араһынан Ҡушма Штаттар, Бөйөк Британия, Эстония, Польша һәм Греция ғына был талапты үтәй. Шуныһын билдәләргә кәрәк: американдарҙың хәүефһеҙ­лек сараларына бүлгән аҡсаһы былтыр 664 миллиард доллар тәшкил иткән һәм хәрби-сәйәси блоктағы башҡа ағзалар сығымдарын дөйөмләштергән хәлдә лә уға етә алмай.
– Ғәҙәттә Америкалағы дуҫтарыбыҙға иҫәп тотабыҙ. Ундай ҡарашҡа сик ҡуйырға ваҡыт. Беҙҙең проблемаларҙы башҡалар хәл итергә тейеш түгел, – тине, НАТО-ның Европалағы илдәре исеменән телмәр тотоп, Германияның оборона министры Урсула фон дер Ляйен. Ул союздаштарын хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса йөкләмәне тигеҙ бүлешергә, хәрби ҡеүәтте арттырыу йәһәтенән әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.
Ғөмүмән, конференцияла ҡатнашыусы­ларҙың барыһы ла тиерлек НАТО-ның Көнбайыш илдәрендәге именлекте һаҡлаған төп көс икәнлеген раҫламаҡсы ине. Саманан тыш ҡыҙып китептер инде, Британияның сит ил эштәре министры Борис Джонсон хатта: “Глобаль сауҙаны яҡлаған альянс барҙа беҙгә Евросоюз нимәгә?!” – тип әйтеп һалды.
“Хәүеф” төшөнсәһен ҡулланғанда Көнбайыш илдәре етәкселәре Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтен күҙ уңында тота икәнен аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Улар нисек тә булһа АҠШ-ҡа тоғролоғон иҫбатларға маташа, беҙҙең ил менән бәйләнештәре өсөн аҡланырға керешә. НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг та Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашып һөйләшкәндән һуң журналистарға альянстың Мәскәүҙе сәйәси диалог маҡсатында ғына ҡабул итеүен, беҙҙең илгә теләктәш булмауын иҫкәртте.
Ҡытайҙың сит ил эштәре министры Ван И ғына донъялағы именлекте тәьмин итеү йәһәтенән НАТО-ның түгел, ә БМО-ның әһәмиәте ҙурыраҡ икәнен белдерҙе, Пекин менән Мәскәү араһындағы мөнәсәбәттәрҙе “глобаль тотороҡлолоҡ нигеҙе” тип атаны. Был телмәрҙе диҡҡәт биреп тыңлаһалар ҙа, альянс лидерҙары эске тулҡынланыуын башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышты, күп кенә фекерҙәрҙе ишетмәмешкә һалышты. “Иң мөһиме – әлегә Америка беҙҙең яҡта”, – тигәндәрҙер.
Ошо урында Мюнхен конференцияларында йыш ҡатнашҡан АҠШ сенаторы Джон Маккейндың быйылғы телмәрендәге Европа лидерҙарына иҫкәртеү булып яңғыраған бер фекергә иғтибарҙы көсәйтке килә: “Трамптың һүҙҙәренә түгел, ә ғәмәлдәренә ҡарағыҙ”.


Автор: Даян МӘЖИТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә