9 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 36-сы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.Хөрмәтле депутаттар! Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә тәҡдим итәм.
Сығышымдың башында һеҙгә башҡарма власть органдары менән асыҡтан-асыҡ, һөҙөмтәле эш иткән, республика Хөкүмәтенең закон сығарыу башланғыстарын яҡлаған һәм тормошҡа ашырған, дәүләт идараһы сифатын яҡшыртыу буйынса конструктив тәҡдимдәр өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Бындай тырыш эш халыҡ мәнфәғәтендә Башҡортостан тормошоноң бөтә яҡтарын уңышлы үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Дөйөм алғанда, бөгөн республикала социаль-иҡтисади хәл тотороҡло. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килемдәренең үҫеш темпы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булмаҡсы. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә.
Инвестицияларға, төҙөлөшкә, эш хаҡына һәм килем кимәленә, эшһеҙлек күрһәткестәренә бәйле хәл бер аҙ ҡатмарлашҡандан һуң әле яҡшыра башланы.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин ил Хөкүмәте һәм төбәктәр алдына тотороҡло иҡтисади үҫешкә күсеүҙе тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген дәртләндереү, социаль тотороҡлолоҡто нығытыу, ил халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу бурысын ҡуя. Әле тышҡы баҙарҙа күҙәтелгән шарттарҙа, бюджетта сикләүҙәр булғанда, тәү сиратта, эске резервтарға, инновацияларға, өр-яңы идара итеү технологияларын ғәмәлгә индереүгә таянырға кәрәк.
Донъя үҙгәргән, ошо үҙгәрештәр йылдамлығы арта барған осорҙа һөҙөмтәле идара хәл иткес стратегик ресурс әһәмиәтенә эйә. Иҡтисадтың, финанстың һәм фәнни-техник прогрестың глобалләшеүе, халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше киң ҡолас ала бара. Өр-яңы талаптар, хәүефтәр барлыҡҡа килә. Ошондай процестарҙың арта барыуы, уларҙы алдан күҙаллап булмау арҡаһында ҡарар ҡабул итеүҙең ғәҙәти алымдары тамырынан үҙгәрә.
Шул уҡ ваҡытта яңы иҡтисади ысынбарлыҡҡа яраҡлашҡан, кешегә, мәғарифҡа, мәғлүмәт технологияларына, идара итеү инновацияларына йүнәлтелгән инвестициялар ярҙамында тейешле нигеҙ һала алған төбәктәр ҙур өҫтөнлөккә эйә була.
Әле төрлө идара итеү алымдары араһында конкурентлыҡ киҫкенләшә. Хәҙер үткәндәргә ҡарағанда буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан күҙаллау, тейешле үҙгәрештәрҙе ваҡытында башлау, уларға аҡыллы итеп идара итеү мөһим.
Республикабыҙҙағы идара итеү системаһының ҙур дәүләт аппараты структураһы, власть вәкәләттәренең саманан тыш үҙәкләштерелеүе, заманса компетенцияларҙың һәм халыҡ менән аралашыу йәһәтенән йоғонтоло алымдарҙың етмәүе кеүек һыҙаттарын әле булһа һаҡлап ҡалыуын танырға кәрәк.
Был система үҙгәрештәр артынан өлгөрә алмай, шуға күрә заман талаптарына яуап биреүҙән туҡтай. Мәҫәлән, дәүләт программалары һәм стратегиялары йыш ҡына эшләнеү дәүерендә үк иҫкерә, идара итеү объекттары үҙгәрә, ҡайһы бер вәкәләттәр йәмәғәт һәм корпоратив кимәлдәргә күсә.
Был социаль институттарҙың әһәмиәтен арттырыуҙың ғәҙәти һәм объектив процестары, граждандарҙың, эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең байтаҡ мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыуы менән бәйле.
Хөрмәтле коллегалар! Бөгөн донъя өр-яңы иҡтисади формацияға күсә. Интернет һәм юғары технологиялар ысынбарлыҡты үҙгәртә, һөҙөмтәлелектең йылдам артыуын вәғәҙә итә.
Әле беҙ дүртенсе сәнәғәт революцияһы башында торабыҙ. Был этап әйберҙәр интернетының, яһалма аңдың, 3D-баҫманың, робототехниканың, электромобилдәрҙең үҫеше менән айырылып тора. Композиттар һәм мета-материалдар барлыҡҡа килә, энергияның альтернатив сығанаҡтары, нано- һәм биотехнологиялар үҫеш ала. Улар артабанғы фәнни-техник прогрестың төп этәргес көсөнә әүереләсәк.
Күптән түгел генә мәғлүмәти йәһәттән алға китеш нигеҙҙә медиа һәм телекоммуникациялар, бер аҙ сауҙа өлкәһендә күҙәтелһә, хәҙер интернет һәм уның менән бәйле технологиялар төрлө тармаҡтарға әүҙем индерелә. Был транспортҡа һәм логистикаға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм энергетикаға, сәнәғәткә һәм төҙөлөшкә, медицинаға һәм мәғарифҡа, бизнестың байтаҡ тармаҡтарына ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта үҙ-ара бәйлелек һәм интеграция нигеҙендә барлыҡҡа килгән заманса платформалар мәғлүмәт менән алмашыуҙы, процестарҙы һәм идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүгә етәкселекте ярайһы уҡ ҡулайлаштырыуға килтерә.
Интернет ҡулланылған коммуникацияларҙың формаль булмаған каналдары алға сыға. Виртуаль берләшмәләр, блогтар өлкәһе, социаль селтәрҙәр йәмәғәтселек фекерен сағылдыра, юлдар торошона, экологик хәлгә, ҡаҙна сығымдарына, белем һәм медицина сифатына контролде тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.
Кешеләрҙең ихтыяжы һәм ижтимағи талаптары һиҙелерлек арта. Социологтар билдәләүенсә, һуңғы сирек быуат эсендә рәсәйҙәрҙең “йәшәү мөхите” тамырынан үҙгәргән. Был төшөнсә донъяға ҡарашты, ҡиммәттәрҙе, кешенең йәшәү мәғәнәһен берләштерә. Дәүләт һәм йәмғиәт яғынан гражданға ихтирамлы мөнәсәбәт булараҡ ҡабул ителгән социаль ғәҙеллеккә ынтылыш иң мөһим үҙенсәлеккә әүерелә.
Кешеләр юғары кимәлдәге социаль яҡланыуға – гарантияланған шәхси хәүефһеҙлеккә һәм именлеккә, ғәҙел эш хаҡына, уңайлы йәшәү мөхитенә – эйә булырға теләй. Бөтә власть кимәлдәренә ҡуйылған махсус талаптар ҙа ошоно уҡ билдәләй.
Башҡортостанда граждандарҙың 80 проценттан ашыуы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр сифатынан ҡәнәғәт. Был насар түгел. Әммә ҡала һәм район хакимиәттәренең эше ошондай һорау бирелгәндәрҙең яртыһын ғына ҡәнәғәтләндерә. Күреүебеҙсә, шул иҫәптән сентябрҙәге һайлау йомғаҡтарына ҡарағанда, нигеҙҙә, халыҡ власҡа ышана, шул уҡ ваҡытта уға талапсаныраҡ була бара.
Бөгөн дәүләт һәм урындағы власть органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса айырым сара күреү түгел, ә бөтә кимәлдә төбәк идараһы системаһын уйлап үҙгәртеү шарт. Ошоға бәйле республикала дәүләт, муниципаль һәм йәмәғәт идараһын эҙмә-эҙлекле яңыртырға кәрәк, тигән фекерҙәмен.
Ғәмәлдәге административ системаның көслө яҡтарын – яуаплылыҡты, башҡарыу тәртибен, коллектив стилде – заманса ҡараштар менән берләштереү зарур. Был йәһәттән, тәү сиратта, аныҡ һөҙөмтә, һәр хеҙмәткәрҙең башланғыс күрһәтеүе һәм тырышлығы мөһим. Стратегик планлаштырыуҙы һәм эш инициативаһын, дәүләт һәм уға ҡарамаған сегменттарҙы, бюджет һәм финанслауҙың башҡа сығанаҡтарын, контролде һәм башҡарыусыларҙың үҙаллылығын берләштергән алымдарҙы үҙләштереү шарт.
Асылда, идара итеүҙе модернизациялау үҙмаҡсат түгел. Властың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәле. Улар – халыҡтың килемен арттырыу, инвестицион үҫеш, бюджетты тулыландырыу. Идара итеү системаһын камиллаштырыу – уларҙы тормошҡа ашырыуҙың төп сараһы.
Хөрмәтле депутаттар! Бөгөн төбәктәрҙең инвестициялар, хеҙмәт ресурстары һәм компетенциялар өсөн конкурентлығында идара итеү сифатын яҡшыртыу хәл иткес факторға әүерелә.
Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән Федерация субъекттары типологияһына ярашлы, “донъя ҡалалары” – Мәскәү һәм Санкт-Петербург, шулай уҡ федераль әһәмиәттәге һигеҙ үҙәк “үҫеш локомотивын тәшкил иткән төбәктәр” иҫәбенә инә. Улар араһында Башҡортостан да бар. Республикабыҙ илдең иҡтисади хәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған алдынғы төбәктәр тиҫтәһендә бара. Бындай юғары статус республиканың бөгөнгө позицияларын, шулай уҡ уның ҡеүәтен таныуҙарын сағылдыра.
Беҙҙең бурыс – күп тармаҡлы иҡтисадҡа эйә конкурентлы төбәк, донъяла танылған һәм илдә төп фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе, абруйлы халыҡ-ара конгресс майҙансығы булараҡ Башҡортостанды үҫтереүҙең заманса моделен төҙөү һәм уйланылған идара аша уны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу. Был йәһәттән ғәмәлдәге компетенцияны, республиканың кеше капиталы, отошло географик хәле, бай тәбиғи һәм рекреация ресурстары, үҫешкән сәнәғәте һәм транспорт инфраструктураһы, юғары фәнни-белем биреү ҡеүәте, инвестиция хәүефһеҙлеге кеүек конкурентлы өҫтөнлөктәрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә кәрәк.
Үрҙә әйткәнемсә, күп йәһәттән һүлпәнлеген һаҡлап ҡалған, яңылыҡтарҙы тейешенсә ҡабул итеп еткермәгән, ведомство-ара тарҡаулыҡҡа дусар булған идара итеүҙең ғәмәлдәге административ системаһын яңы талаптарға ярашлы хәлгә килтереү мөһим. Башҡарма власть органдары структураһын уйлап ҡулайлаштырыу, улар араһындағы вәкәләттәрҙе ҡайтанан һөҙөмтәле бүлеү, өр-яңы идара һәм мәғлүмәт технологиялары нигеҙендә бер төрлө функцияларҙы үҙәкләштереү шарт.
Идара итеүҙең тармаҡ моделенән кластер моделенә әкренләп күсеү инновацияларҙың береһен тәшкил итә. Хәҙер йәнәш тармаҡтар предприятиелары һәм ойошмалары кооперацияһы ғәмәлгә ашырыла. Быны дәүләт идараһында ла файҙаланырға кәрәк. Кластер моделе айырым тармаҡтарҙың ғына түгел, ә тотош төбәк иҡтисадының һәм социаль өлкәнең конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырырға мөмкинлек бирә.
Хөрмәтле коллегалар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең кадрҙар составы, уларҙың компетенциялары һәм һөнәри әҙерлеге айырым әһәмиәткә эйә.
2012 йылдан Дәүләт һәм урындағы власть органдарында кадрҙар сәйәсәте буйынса республика концепцияһы тормошҡа ашырыла, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ҡарамағында тест үткәреү үҙәге эшләй. Яуаплы вазифаға тәғәйенләгәндә ҡарарҙарҙың асыҡлығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу төп бурыстар иҫәбендә ҡала. Бындай ғәмәлдәрҙе мөмкин тиклем “һауыҡтырырға”, эшкә алғанда, мәҫәлән, “Республика кадрҙары” порталы аша, конкурс процедураларының асыҡлығына өлгәшергә кәрәк. Һәләтле белгестәргә һөнәри һәм эш сифаттарына ҡарап яҡшы эш хаҡы түләнгән юғары вазифаны биләү мөмкинлеген биргән “социаль лифттарҙың” уңышлыраҡ эшләүе зарур. Власть органдарына был йәһәттән һөҙөмтәлерәк булған эшҡыуарлыҡ структураларынан өйрәнәһе нәмәләр байтаҡ тигән фекерҙәмен. Улар оҫта хеҙмәткәрҙәрҙе һайлау һәм нигеҙләү, персоналға идара итеүҙең өр-яңы алымдарын үҙләштереү мәсьәләләре буйынса кадрҙар агентлыҡтарына мөрәжәғәт итә. Ошо өлкәләге профессиональ ҡараштарға һәм инновацияларға мотлаҡ таянырға кәрәк.
Власть органдарының дөйөм коллектив яуаплылығынан дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙең шәхси компетентлығын һәм эш һөҙөмтәлелеген баһалауға күсеү, һәләтлерәк хеҙмәткәрҙәргә булышлыҡ итеү өсөн хеҙмәткә түләүҙең һығылмалы системаһын ғәмәлгә индереү мөһим.
Дәүләт хеҙмәтенә ихтирам граждандар йәмғиәтен үҫтереү күрһәткестәренең береһен тәшкил итә. Министрлыҡтар һәм ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәренең хеҙмәтенә кәмһетеп ҡарарға ярамай. Тотош тармаҡтарҙағы эш сифаты, урындағы хәл күп йәһәттән уларҙың тырышлығына бәйле. Бындай белгестәрҙең күпселеге – йыш ҡына һөҙөмтәһеҙ идара итеү мөхитендә эшләгән тәжрибәле, белемле хеҙмәткәрҙәр.
Бөгөн республикала белгестәрҙең белемен камиллаштырыу һәм уларҙы һөнәри йәһәттән ҡайтанан әҙерләү буйынса эш тейешенсә көйләнмәгән. Был мәсьәләләр менән министрлыҡтар, ведомстволар, юғары уҡыу йорттары, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар шөғөлләнә. Айырым йүнәлештәрҙе Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Мәғарифты үҫтереү институты етәкләй. Шуға ла был өлкәләге хәл системалаштырылмаған, ысын ихтыяжға тап килмәй.
Республика Хөкүмәтенә ошо йәһәттән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән Мәғарифты үҫтереү институты араһында берлектәге эште яйға һалыу бурысын йөкмәтәм. Дәүләт һәм муниципаль идара итеү органдары, предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәренә, белгестәренә өҙлөкһөҙ белем биреүҙе ойоштороу өсөн төбәк һөнәри компетенциялар үҙәген асыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк тигән фекерҙәмен.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә республика Хөкүмәте менән берлектә киләһе ярты йыллыҡта, идара итеү өлкәһендәге ҡараштарҙың үҙгәреүен иҫәпкә алып, кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу программаһын эшләүҙе һәм раҫлауҙы йөкмәтәм.
Етди бурыстарҙың береһе – административ процестарҙы автоматлаштырыу. “Электрон Хөкүмәт”те ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә ошо йүнәлештә байтаҡ эш башҡарылды. Әле дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса һорауҙарҙың 95 проценты электрон төрҙә ебәрелә. Ике йыл элек кенә был күрһәткес 30 проценттан артмай ине.
Барлыҡ дәүләт мәғлүмәт системалары берләштергән республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Министрлыҡтар һәм ведомстволар электрон документтар әйләнешенең берҙәм платформаһын файҙаланыуға күсерелде. Хәҙер муниципаль йүнәлеште көсәйтергә, район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәрендәге белгестәрҙе заманса мәғлүмәт мөхитендә эшләргә өйрәтергә кәрәк.
Әле республикала хеҙмәт күрһәтеү буйынса бер үк ваҡытта ике меңдән ашыу муниципаль регламент эш итә. Типовой формаларҙы эшләргә һәм киләһе ярты йылда иң кәрәкле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсерергә кәрәк.
Тейешле мәғлүмәт-аналитика базаһы булмай тороп өр-яңы идара сифатына өлгәшеү мөмкин түгел. Рәсәйҙәге ҙур компанияларҙың корпоратив менеджментын яңыртыуҙың уңышлы тәжрибәһе уларҙағы аналитика хеҙмәттәренең эше менән туранан-тура бәйле. Тармаҡтарҙың, ҡала округтарының һәм муниципаль райондарҙың үҫешен комплекслы баһалау өсөн Башҡортостан Хөкүмәтен һәм төбәк Башлығы Хакимиәте алдына республика ведомство-ара аналитика үҙәген ойоштороу мәсьәләһен тикшереү бурысын ҡуям.
Хөрмәтле коллегалар! Бөгөн ил етәкселеге лә идара итеүҙе яңыртыу бурысын йөкмәтә. Рәсәй Хөкүмәте күп кимәлле идара итеү вертикален сифат йәһәтенән яҡшыртыуға йүнәлеш алды. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин рәйеслегендә Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар советы ойошторолдо. Был проекттар иҡтисади үҫеште тиҙләтеү, Рәсәй халҡының йәшәү кимәлен күтәреү буйынса май указдарында нығытылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Дәүләт Башлығы билдәләүенсә, иң мөһиме – проекттарҙың маҡсаттары халыҡ ихтыяждарына яуап бирһен һәм уның өмөттәрен аҡлаһын, шул саҡта ғына уларҙы үтәү ысын мәғәнәһендә дөйөм милли өҫтөнлөккә әүереләсәк.
Рәсәйҙәге стратегик үҫештең 11 төп йүнәлеше билдәләнде. Улар иҫәбендә – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ипотека һәм ҡуртымға алынған торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите, халыҡ-ара кооперация һәм экспорт, хеҙмәт етештереүсәнлеге, бәләкәй бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам, контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлеген реформалау, хәүефһеҙ юлдар, бәләкәй ҡалалар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Бөтә кимәлдәге власть органдарын идара итеүҙең проект технологияларына – күрһәтмәләргә ярашлы эшләүҙән һөҙөмтә буйынса идара итеүгә күсереү ошо мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең төп алымы тип билдәләнде.
Бөгөн стратегик планлаштырыу һәм бюджет процесы өлкәһендәге, дәүләт программаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу тәртибен үҙгәртеү, дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәт буйынса федераль хоҡуҡ акттары әүҙем камиллаштырыла. Хөрмәтле депутаттар, ошо мәсьәләләр буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына инициативаларығыҙҙы ваҡытында ебәреүҙе, республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәрҙе йылдам индереүҙе һорайым.
Республикала проектлы идараға күсеү буйынса эш әүҙемләшә. Төбәк проект офисы асылды. Башҡарма власть органдарында эш төркөмдәре төҙөлә, норматив хоҡуҡ базаһы барлыҡҡа килә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе проект технологиялары буйынса уҡытыуҙы ойоштороу, проектлы эшмәкәрлеккә идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһын ғәмәлгә индереү бурысы тора.
Башҡортостан Хөкүмәтенә Рәсәй Федерацияһын стратегик үҫтереүҙең төп йүнәлештәренә ярашлы проект инициативалары пакетын, шулай уҡ республикала йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән өҫтөнлөклө төбәк проекттарын йылдам әҙерләү бурысын йөкмәтәм. Улар иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарының һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ресурстарҙы төп йүнәлештәргә туплауға булышлыҡ иткән идара ҡарарҙарын үҙ эсенә алырға тейеш. Ҡарарҙарҙың һәр береһендә аныҡ һөҙөмтәләрҙе, уларға өлгәшеү өсөн яуаплыларҙы билдәләргә кәрәк.
Халыҡ һәм бизнес тарафынан проекттарҙың ижтимағи әһәмиәтле йомғаҡтарын баһалауҙы ойоштороу мөһим. Үҙ-ара бәйләнеште тәьмин итеү һәм идара итеү ҡарарҙарына төҙәтмәләр индереү өсөн план күрһәткестәренә даими мониторинг үткәрергә, социологик һорау биреү сараларының мөмкинлеген әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк.
Идара итеүҙе яңыртыуға алынған йүнәлеште системалы тормошҡа ашырыу, ошо эштә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм республика Башлығы Хакимиәтенә дәүләт һәм урындағы власть органдарының эш сифатын тамырынан яҡшыртыуҙы, идара итеүҙең ижтимағи формаларын үҫтереү буйынса сараларҙы үҙ эсенә алған дәүләт программаһын берлектә әҙерләүҙе йөкмәтәм.
Хөрмәтле депутаттар! Өҫтөнлөклө төбәк проекттарына ярашлы ғәмәлгә ашырылырға тейешле иң мөһим идара итеү бурыстарын әйтеп үтәйем.
Һаулыҡ һаҡлау системаһынан башлайым. Һуңғы йылдарҙа тармаҡҡа етди дәүләт инвестициялары йүнәлтелде, медицина учреждениелары ҡайтанан йыһазландырылды, персонал эшендә яңы стандарттар ғәмәлгә индерелде. Шул уҡ ваҡытта әлеге идара итеү шарттарында инвестицияларҙы артабан арттырыу әллә ни ыңғай үҙгәрештәргә килтермәй. Тимәк, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу, дөйөм үлем кимәлен түбәнәйтеү, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу йәһәтенән һөҙөмтәлерәк йүнәлештәргә ресурстарҙы тупларға кәрәк.
Республикала әсәләрҙең үлем осраҡтарын кәметеүҙә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшелде. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда 9 ай эсендә сабыйҙар үлеме шулай уҡ 21 процентҡа түбәнәйгән. Бының алға табан ниндәй дәрәжәлә мөһим аҙым булыуын аңлау өсөн шуны әйтергә кәрәк: бөгөн был күрһәткес 1996 йыл менән сағыштырғанда – өс, 2005 йылға ҡарағанда ике тапҡырға түбәнерәк.
Йөклө ҡатындарға ярҙам күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһы эшләй. Ошо көндәрҙә заманса Республика перинаталь үҙәге сафҡа индерелде. Хәҙер бала табыуҙа ярҙам хеҙмәтен квалификациялы персонал менән нығытыу буйынса эш алып барырға кәрәк. Граждандар, айырыуса төпкөлдә йәшәгәндәр, шулай уҡ ҙур медицина үҙәктәренән алыҫта юл фажиғәһендә зыян күргәндәр медицина ярҙамын, шул иҫәптән ашығыс ярҙамды ваҡытында алырға тейеш. Санитария авиацияһы мөмкинлектәрен, шул иҫәптән медицина учреждениеларын авиация-техник хеҙмәттәр менән тәьмин итеү, өҫтәмә вертолет майҙансыҡтары төҙөү буйынса федераль проектҡа ярашлы киңәйтеү шарт.
Комплекслы мәғлүмәтләштереү булмай тороп, тармаҡҡа идара итеүҙе камиллаштырыу мөмкин түгел. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында хәл-ваҡиғалар үҙәге ойошторолдо. Ул реаль ваҡыт тәртибендә республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына килгән мәғлүмәттәргә мониторинг үткәрә. Үҙәктә һәр табип-белгестең эш күрһәткестәре, шул иҫәптән ҡабул ителгән пациенттар һаны, диагностика һәм дауалау барышы, медицина ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһенә һәм уның сифатына баһа сағыла. Был тармаҡта ҡабул ителгән идара ҡарарҙарын ҡулайлаштырырға тейеш.
Әле ҙур һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының күпселеге юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырылған. Хәҙер ошоно уҡ төп медицина ойошмаларының барыһында ла башҡарыу шарт. Мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, ярҙамды көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, табиптарҙы документтар менән эшләүҙән бушатыу, медицина учреждениеларында сиратты бөтөрөү мөһим. Граждандарға республикалағы Берҙәм медицина порталы аша табипҡа яҙылыу мөмкинлеге, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы “Һаулығым” шәхси кабинетын файҙаланыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт еткереү шарт.
Телемедицина мөмкинлектәрен тулыһынса йәлеп итергә кәрәк. Башҡортостанда 30-ҙан ашыу телемедицина үҙәге асылды. Шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе бик һирәк файҙаланыла. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо эште тейешле кимәлгә еткереү, ә Башҡортостан Хөкүмәтенә был мәсьәләне контролгә алыу бурысын ҡуям.
Хөрмәтле депутаттар!Мәғарифҡа идара итеүҙә ил Хөкүмәте дүрт төп йүнәлеште билдәләне.
Беренсеһе – заманса мәктәп мөхите тыуҙырыу. Мәктәптәрҙе тейешенсә йыһазландырып һәм инфраструктура менән тәьмин итеп төҙөргә кәрәк. 2020 йылға республикала яңы объекттар һалыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау, капиталь төҙөкләндереү иҫәбенә 26 меңдән ашыу уҡыу урыны булдырыу бурысы тора, ә 2025 йылға балаларҙың барыһы ла бер сменала уҡырға тейеш.
Икенсеһе – алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү. Был өлкәлә урта һөнәри белем биреүҙә яңы стандарттарҙы, уның сифатын бойондороҡһоҙ баһалау алымдарын ғәмәлгә индереү күҙаллана, шул иҫәптән WorldSkills хәрәкәттәр регламенттары нигеҙендә.
Өсөнсөһө – белем биреү һәм тикшеренеү хеҙмәттәре баҙарында лайыҡлы конкурентлыҡҡа һәләтле инновациялар һәм кәрәкле компетенциялар үҙәге булараҡ университеттарҙы үҫтереү.
Дүртенсеһе – һанлы контент нигеҙендә мәғариф системаһының барлыҡ кимәлдәрендә уҡыусылар өсөн заманса мәғлүмәт киңлеген булдырыу.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мәғариф системаһында идараны һәм кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса комплекслы программа әҙерләргә кәрәк.
Хөрмәтле коллегалар, киләһе мөһим йүнәлеш – торлаҡ төҙөлөшөн, ипотека кредитлауын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү. Республикала һуңғы йылдарҙа торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордлы күрһәткестәр алданған өлөшсөләр проблемаһын нигеҙҙә хәл итеү, шулай уҡ торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән Рәсәй буйынса уртаса кимәлгә етеү мөмкинлеген бирҙе. Шулай ҙа 90 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Уйланылған проекттар һәм идара итеү ҡарарҙары ярҙамында арзан торлаҡ төҙөүҙең ғәмәлдәге темпын арттырыу шарт.
Быйыл ноябрҙә 2025 йылға тиклемге осорға Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең республика программаһы концепцияһы хупланды. Ул киләһе йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Етди тотҡарлаусы фактор – яңы биләмәләрҙә инженерлыҡ һәм социаль инфраструктураның булмауы. Был “тығыҙ төҙөлөштәр” менән мауығыуға килтерә. Инженерлыҡ селтәрҙәрен үҫтереү йәһәтенән айырым программа кәрәк. Ул торлаҡ төҙөү өсөн бүленгән ер участкаларын коммуникацияларға техник тоташтырыу өсөн түләүҙе кәметеү, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар иҫәбенә тейешле инфраструктура булдырыу сараларын үҙ эсенә алырға тейеш.
Тейешле Агентлыҡтың мөмкинлектәрен файҙаланып, ипотека кредитлауының уңайлыҡтарын арттырыу, ҡуртымға алынған торлаҡ баҙарын көйләү шарт. Асылда, әлегә уға идара ителмәй һәм ныҡлы монополиялаштырылған булып ҡала. Был хаҡтың яһалма артыуына килтерә. Ғәмәлдәге, шулай уҡ өр-яңы алымдарҙы – торлаҡтың хаҡын кисектереп түләүҙе (социаль ипотеканы), уны һуңыраҡ һатып алыу хоҡуғы менән ҡуртымға алыуҙы, социаль файҙаланыуҙағы торлаҡҡа инеүҙе үҫтерергә кәрәк. Был алымдар тиҙҙән эшләй башларға тейеш.
Властың эше күп йәһәттән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың хәле буйынса баһалана. Һуңғы йылдарҙа ошо өлкәлә байтаҡ эш башҡарылды, үҙгәрештәр күҙгә ташлана, әммә башҡа динамика кәрәк. Тармаҡты үҫтереү буйынса дәүләт структуралары, бизнес һәм халыҡ яғынан өҫтәмә тырышлыҡ кәрәк.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың киләсәге дәүләт һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡҡа бәйле. Бындай үҙ-ара яуаплылыҡ күп фатирлы йорттарға идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, кешеләрҙе төҙөкләндереү программаларын планлаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Республика Хөкүмәтенә ошондай саралар ярҙамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшереүҙе йөкмәтәм.
Хөрмәтле коллегалар!Стратегик йүнәлештең Федераль үҙәк тарафынан билдәләнгән төп йүнәлештәрен Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙағы перспективаларҙы иҫәпкә алып һәм ғәмәлдәге ҡеүәткә таянып асыҡланған үҙебеҙҙең өҫтөнлөктәр, “үҫеш нөктәләре” менән тулыландырырға тейешбеҙ.
Тәү сиратта иҡтисадтың төп өлкәләрен үҫтереүгә идара итеү системаһын камиллаштырырға кәрәк.
Беренсе – нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы. Ҡаҙнаһының өстән бер өлөшөн тәьмин иткән республика өсөн ошо мөһим тармаҡтың төп бурыстары – етештереүҙе үҙгәртеп ҡороу, сығарылған продукция төрөн киңәйтеү, бәләкәй тоннажлы химияны үҙебеҙҙең технологияларҙы файҙаланып үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртыу.
“Башнефть” компанияһының донъялағы иң ҙур нефть һәм газ корпорацияларының береһе иҫәпләнгән “Роснефть” структураһына инеүе мөһим аҙым булды. Хәҙер ошо берекмәнән ҙур синергетик һөҙөмтәгә өлгәшеү зарур. Республиканың нефть комплексы ғәйәт ҙур сеймал сығанағына, яңылыҡтарҙы ғәмәлгә индереү, продукцияны донъя баҙарҙарына сығарыу өсөн ҡеүәтле ресурстарға, ә “Роснефть”, үҙ сиратында, Башҡортостан предприятиеларының юғары технологиялы производстволарына һәм улар менән бергә илдә ошо өлкәләге иң яҡшы компетенцияларға эйә булды. Бынан тыш, Башҡортостан өсөн “Роснефть” – тармаҡ фәне һәм мәғарифы өсөн киң мөмкинлектәр, заводтарыбыҙ һәм инжиниринг үҙәктәре өсөн өр-яңы заказдар, яңы эш урындары, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу ул.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы менән “Роснефть” нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ул ошо мөһим партнерлыҡты үҫтереүҙең барлыҡ йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
Тармаҡты үҫтереүгә идара итеүҙең икенсе юлы эске берләшеүҙе йәки сәнәғәт объекттарын кластерлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Быйыл Рәсәй Хөкүмәте 11 инновациялы кластерҙы һайлап алды. Улар иҫәбенә республикалағы 160 предприятиены үҙ эсенә алған беҙҙең нефть химияһы кластеры ла инде. Киләһе йыл уға булышлыҡ итеү маҡсатында федераль ҡаҙнанан 140 миллион һум, 2018 йылда тағы ла 500 миллион һум самаһы аҡса бүлеү күҙаллана. 2020 йыл аҙағына кластерҙы үҫтереүгә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 30 миллиард һум самаһы йәлеп ителергә тейеш. Һөҙөмтәлә уның предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге 20 проценттан ашыуға артасаҡ. Патенттар һаны өс тапҡырға күбәйәсәк. Йыл һайын 30-ҙан ашыу технологик стартапты ғәмәлгә индереү планлаштырыла.
Федераль кимәлдә ҙур аҡса бүленгән тармаҡтарҙы кластерлы үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе махсус офис хәл итергә тейеш. Республика Хөкүмәтенә уны ойоштороу бурысын ҡуям.
Иҡтисадыбыҙҙың икенсе “үҫеш нөктәһе” – агросәнәғәт комплексы. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу, мега-комплекстар төҙөү, айырым райондарҙа фермаларҙы реконструкциялау әлегә ауыл хужалығы етештереүен һиҙелерлек арттырыуға булышлыҡ итмәй.
Бөгөн тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләменең өстән ике өлөшөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә. Уларҙың кооперацияһы өсөн шарттар тыуҙырыу, үҫтерелгән продукцияны һатып алыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу системаһын, “түтәлдән алып кәштәгә тиклем”ге сылбырҙа тауар бәйләнештәрен көйләү, уны ғәҙел хаҡҡа һатыуҙа ярҙам итеү зарур. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеү, шул иҫәптән ҡорамалдар һәм йәш малдар һатып алыуға сығымдарын ҡаплау йәһәтенән ярҙам буйынса йоғонтолораҡ саралар кәрәк. Агрофраншизаны артабан да киңәйтеү – үҙ эшен яңы асҡандарҙы ғәмәлдәге ауыл хужалығы етештереүе сылбырына йәлеп итеү – перспективалы йүнәлеш тип иҫәпләйем. Бер үк ваҡытта ҙур һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеларын үҫтереүҙе дәртләндереү, ныҡлы хужалыҡтар нигеҙендә агрохолдингтар ойоштороуҙы дауам итеү мөһим.
Балыҡсылыҡҡа ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Бөгөн республика үҙенең балыҡ продукцияһына ихтыяжын өс процентҡа ғына ҡәнәғәтләндерә. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы һәм төньяҡ-көнсығышындағы эшҡыуарҙарҙың балыҡсылыҡ хужалығын үҫтереү буйынса уңышлы башланғыстарына булышлыҡ итергә, уларҙың тәжрибәһен таратырға кәрәк.
Умартасылыҡтың, айырыуса экспортҡа ҡарағанының, ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай ҡала. Тармаҡтың лаборатор һәм логистик инфраструктураһын нығытыу бурысы тора.
Өсөнсө бурыс – территориаль һәм муниципаль үҫеш. Республикала урбанизация процестары, ҡалаларҙың үҫеүе дауам итә. Ауылда ла хәл үҙгәрә. Агропроизводствоны механизациялау, заманса эш урындары булдырыу менән бер үк ваҡытта ауыл халҡының өмөттәре, тормош сифатына, хеҙмәт һәм ял шарттарына, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә һәм башҡаларға талаптарының артыуын күрәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа республикала яңы производстволар рәүешендәге “тартыу нөктәләре” барлыҡҡа килде. Халыҡтың хеҙмәт хәрәкәтсәнлеге артты. Уның ҡарауы, муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади, демографик күрһәткестәре, шул иҫәптән уртаса айлыҡ эш хаҡы, һалым һәм һалым булмаған килемдәр, халыҡтың йән башына тура килгән төп капиталға инвестициялар динамикаһында айырмалыҡ үҫә. Социаль, инженерлыҡ, юл инфраструктураһының үҫеш йылдамлығы төрлөсә. Урындағы бюджеттарҙа шәхси килемдәр өлөшө өстән берҙән артмай. Күп кенә муниципалитеттарҙа етди инвестициялар, ҙур проекттар, уйланылған “үҫеш нөктәләре” юҡ. Республиканың ҡайһы бер райондарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың ситкә китеүе, тәбиғи кәмеүе дауам итә.
Бындай шарттарҙа муниципалитеттарҙың иҡтисади кооперацияһына баҫым яһарға, берлектәге хужалыҡ йәмғиәттәрен ойошторорға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт өлкәһендә муниципаль-ара проекттар эшләргә, территориаль планлаштырыу документтарын, адреслы инвестиция программаларын, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм һалыу буйынса территориаль заказды әҙерләгәндә дөйөм мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Муниципалитеттарҙа урынлашҡан мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениеларын, спорт ҡоролмаларын, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса ҡеүәттәрҙе, һыу менән тәьмин итеү системаларын, башҡа инженерлыҡ һәм социаль инфраструктура объекттарын дөйөм файҙаланыу мәсьәләләрен ҡарау зарур.
Район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында төрлө йүнәлештәр буйынса муниципаль-ара кооперация йәһәтенән проект башланғыстарын әҙерләргә кәрәк. Муниципалитеттар араһындағы ярыштан уларҙың үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлегенә һәм партнерлығына күсеү шарт.
Шулай уҡ территориаль-йәмәғәт үҙидараһы аша урындарҙа граждандарҙың тормошто яҡшыртыуҙа ҡатнашыуын, урындағы башланғыстарға һәм “халыҡ ҡаҙнаһына” булышлыҡты киңәйтергә кәрәк.
Әле Башҡортостандың һәм Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләренең, Пермь крайының муниципаль берәмектәре араһында 20-гә яҡын килешеү тормошҡа ашырыла. Ошо эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәр төбәк-ара проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, тауар әйләнешен арттырыу, урындағы иҡтисадты нығытыу өсөн таяныс булырға тейеш.
Юл инфраструктураһын үҫтереү муниципалитеттарҙың хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск автомобиль юлы, шулай уҡ төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн мөһим булған Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһы төҙөлә башланы. Федераль һәм республика магистралдәренең төп “киҫелеше” – Өфөлә быйыл яңы Затон күпере асылды. Күперҙәр һалыуҙы артабан да дауам итеү күҙаллана. Улар ҡала аша бөтә йүнәлештәрҙә автомобилдәр ағымын үҙгәртеп ҡороуға һәм тиҙләтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Әле Өфө агломерацияһының транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһы эшләнә. Уның ҡарамағына баш ҡаланан 100 километр радиуста урынлашҡан алты муниципаль район инә. Республиканың ошо һәм башҡа биләмәләренең иҡтисади һәм инфраструктура бәйләнешен әүҙемләштереү ҙур синергетик һөҙөмтәгә килтерәсәк.
Дүртенсе “үҫеш нөктәһе” – кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү. Иҡтисади һәм йәмәғәт тормошондағы үҙгәрештәргә нәҡ ул кәрәкле этәргес бирергә тейеш.
Был төп предприятиеларҙа хәлдең насарайыуы арҡаһында ауырлыҡтар кисергән бәләкәй ҡалалар өсөн айырыуса мөһим. Республика бәләкәй ҡалаларҙа кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн алынған аҡса күләме буйынса федераль конкурста беренсе урынды яуланы. Артабан да ошо юҫыҡта эш итәсәкбеҙ, инициативалы кешеләргә производстволар асыуҙа, яңы эш урындары булдырыуҙа, шул иҫәптән әүҙем социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен ойоштороу программаларына ярашлы, ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Бәләкәй предприятиеларға ҙур компанияларҙың һатып алыуҙарына юлды киңәйтергә, “Күп функциялы үҙәктәр – эшҡыуарлыҡ өсөн” проектына ярашлы “берҙәм тәҙрә” системаһын әүҙем ғәмәлгә индерергә, лизинг компаниялары ойоштороп, шул иҫәптән сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында, кредит-гарантия ярҙамын арттырырға кәрәк.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә дәүләт көйләүе мөһим мәсьәлә булып ҡала. Башҡортостан Хөкүмәтенә республикалағы дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидараның контроль вәкәләттәрен артыҡ булыу-булмау йәһәтенән анализлауҙы йөкмәтәм. Владимир Владимирович Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, эшҡыуарҙарҙы тикшереү урынына күберәк кәңәш биреү, бизнесты һөҙөмтәлерәк төҙөүҙә ярҙам итеү шарт.
Мөһим йүнәлеш – коррупцияға ҡаршы эш итеү. Коррупция һәр төрлө үҫешкә ҡамасаулай, эшҡыуарлыҡҡа үҫергә мөмкинлек бирмәй, эш шарттарын насарайта.
Коррупцияға ҡаршы көрәш структураларын нығытыу, ошо өлкәләге ҡануниәтте үҫтереү хәлде һауыҡтырыу йәһәтенән әһәмиәтле аҙым булды. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ришүәтселек, протекционизм, рейдерҙар тарафынан мөлкәтте талау, бизнесҡа көс ҡулланып законһыҙ йоғонто яһау осраҡтары йылдан-йыл кәмей. Коррупцияға ҡаршы уңышлы эш итеү өсөн власть менән йәмғиәттең тырышлығын берләштерергә, эшҡыуарлыҡ ойошмаларын, киң мәғлүмәт сараларын ошоға йәлеп итергә кәрәк.
Хөрмәтле коллегалар! 2017 йыл Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Алда бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашырыу бурысы тора. Сәнәғәт һәм коммуналь таҙартыу ҡоролмаларын дәүләт һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ алымдарын файҙаланып модернизациялау, төбәк операторҙары ҡатнашлығында көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын ойоштороу хаҡында һүҙ бара. Әле республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тупланған рәсми полигондар ғына 23 квадрат километрҙы биләй. Законһыҙ сүплектәрҙең һәм улар бысратҡан биләмәләрҙең ысын майҙаны байтаҡҡа ҙурыраҡ. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү, цивилизациялы туризм өсөн шарттар булдырыу, сервис инфраструктураһын камиллаштырыу зарур.
Хөрмәтле депутаттар! Ҡуйылған маҡсаттарҙың барыһын да уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн властың эшҡыуарлыҡ структуралары, граждандар йәмғиәте институттары менән һөҙөмтәле бәйләнешен яйға һалыу мөһим. Был йәһәттән эшҡыуарлыҡ союздарының һәм ассоциацияларының, республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының һәм Йәмәғәт палатаһының, министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡарамағындағы йәмәғәт советтарының, коммерцияға ҡарамаған берекмәләрҙең, милли-мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлектәрен тулыраҡ йәлеп итергә, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү системаһын камиллаштырырға кәрәк. Дәүләт органдарының мәғлүмәттәр йәһәтенән асыҡлығын артабан да асыҡлау шарт.
Бындай процестарҙа күп яҡлы аралашыуҙың профессиональ ойошҡан каналы булараҡ киң мәғлүмәт сараларының конструктив ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Республикалағы медиа сараларына идара итеүҙең реформалаштырыу зарурлығын танырға кәрәк. Баҫма киң мәғлүмәт сараларын берҙәм холдингка берләштереү буйынса тәүге аҙымдар әлегә көтөлгән һөҙөмтәне бирмәне. Республика Хөкүмәте алдына төбәк киң мәғлүмәт сараларына идара итеүҙең ойоштороу структураһын артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү бурысын ҡуям. Гәзиттәр, телевидение, радио, мәғлүмәт агентлыҡтары замансаға әүерелергә һәм конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булырға тейеш.
Ышаныс булмай тороп, дәүләт менән йәмғиәт араһындағы диалог, тотош алға китеш мөмкин түгел. Был – ҡиммәтле социаль капитал һәм дәүләт цивилизацияһының интеграль күрһәткесе. Үҙ-ара аңлашыу булғанда ғына ошо теләктәшлек капиталын матди, иҡтисади һәм башҡа төрҙәргә уңышлы итеп үҙгәртергә мөмкин. Граждандарҙың власҡа ышанысын реаль эштәр менән генә нығытырға була. Алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы берлектә тормошҡа ашырыуҙың уңышы ошоға туранан-тура бәйле.
Граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙә коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы өс йылда республикала уларға ярҙам күрһәтеүгә 1,5 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Был йәһәттән Башҡортостан – илдә алдынғыларҙың береһе. Социаль хеҙмәттәрҙе һөҙөмтәлерәк күрһәтеү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә конкурентлыҡты үҫтереү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға бюджет аҡсаһынан файҙаланыу мөмкинлеген киңәйтеү зарур.
Владимир Владимирович Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһе