Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Уңыштар бар, алда ла эш етерлек
Мәғлүм булыуынса, 2011 – 2015 йылдарға төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы ҡабул ителгәйне. Республика Хөкүмәте президиумы ултырышында ошо программаны 2020 йылға тиклем оҙайтыу мәсьәләһе ҡаралды.
Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, уҙған осорға йомғаҡ яһап, документтың төбәк үҫеше өсөн ыңғай йүнәлеш биреүе хаҡында бәйән итте.
– Продукция етештереү күлә­ме 2,3 тапҡырға артты, һалым һәм башҡа түләүҙәр 1,56 тап­ҡырға үҫте, шулай уҡ 5,2 меңдән ашыу кеше эш менән тәьмин ителде, – тине ул сығышында.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкү­мә­те аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, программа социаль өлкәлә һәм иҡтисадта һиҙелерлек һөҙөмтә­ләргә өлгәшеү мөмкинлеген биргән. Төньяҡ-көнсығыш төбәк райондарында өс мәктәп, алты балалар баҡсаһы, өс дауахана корпусы, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм спорт объекты төҙөл­гән. Балаҡатай районында ағас күмерен ҡаптарға тултырыу цехы, Дыуанда – ит эшкәртеү комбинаты, Ҡариҙелдә – мебель, Салауатта эсәр һыу ҡойоу цехы, Ҡыйғыла тегеү фабрикаһы, Нуриманда “Романов” тоҡомло һарыҡтар үрсетеү фермаһы эш башлаған.
Һөҙөмтәләр бар, әммә алда тағы ла етдиерәк бурыстар тора. Тап шуға ла төбәкте артабан үҫтереү йәһәтенән программаны 2020 йылға тиклем оҙайтыу өсөн саралар планы эшләнгән.
– Документ инвестициялар йәлеп итеү, етештереү үҙәктәрен киңәйтеү һәм яңыларын булдырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ­ҡа, фермерҙарға, шәхси хужа­лыҡтарға ярҙам сараларын киңәйтеү кеүек программаларҙы үҙ эсенә ала, – тине Илшат Тажетдинов.
Әлбиттә, әле төбәктә эш дауам итә. Мәҫәлән, Бәләкәй Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводы терге­ҙелә, Мәсәғүттәгеһе үҙгәртеп ҡорола... Ҡыйғыла пенополистирол етештереү цехы төҙөлә, ағас эшкәртеү комплексы төҙөү күҙаллана. Инвесторҙар проекты буйынса талап ителгән ҡора­малдар һатып алына башлаған.
Ултырышта төбәктә балыҡсы­лыҡ хужалығын үҫтереү буйынса яңы етештереү проекттары мө­һим йүнәлештәрҙең береһе булыуы билдәләнде. Был йәһәттән һәр районда ошондай ойошма булдырыу күҙаллана.
Йәнә Нуриман районында йәшелсә һаҡлағыс, Дыуанда 800 башҡа иҫәпләнгән мал һимертеү майҙансығы, ит эшкәртеү, Мәсет­ле районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы базаһында үҙҙәре етештергән иттән ярымфабрикаттар һәм колбаса аҙыҡтары етештереү, Салауат районының Нәсибаш ауылында һөтсөлөк фермаһы төҙөү планлаштырыла.
Балаҡатай районының Айҙа­ҡай ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, шулай уҡ Мәсетле районының үҙәге Оло Ыҡтамаҡта тиҙ ярҙам станцияһы булған дауахана төҙөү ҙә ҡаралған.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә