Бөгөн Америка халҡы яңы президент һайлай. Эйе, шишәмбелә, аҙна уртаһында. Был – элек-электән килгән ғәҙәт. Ни өсөн нәҡ ошо көндә тиһегеҙме, сөнки шәмбе – урындағы фермерҙар өсөн ғәҙәти эш көнө, ә йәкшәмбелә улар сиркәүгә йөрөй. Шаршамбы ла буш түгел — баҙар көнө. Шуға иң яйлыһы — шишәмбе. Әйткәндәй, был көндә һайлау һылтауы менән берәүгә лә ял бирелмәй. Ғәҙәти эш мәле. Ә тауыш бирергә теләгәндәр иһә хеҙмәт урынынан һорап китә ала. Хәйер, һайлау участкалары бында иртә таңдан төнгә тиклем асыҡ. Ҡыҫҡаһы, бөгөн – һайлау. Тик шуныһы: уға барыу-бармауын американдар алдан уҡ хәстәрләп ҡуйырға тейеш ине, сөнки һайлауға махсус теркәлеү үтмәй тороп, берәүҙең дә был сәйәси сарала ҡатнашыу хоҡуғы юҡ. Ғөмүмән, бындай ҡағиҙә АҠШ граждандары өсөн мотлаҡ. Теркәлеүҙе гражданлыҡ юллағанда йәки водитель таныҡлығы алғанда уҡ үтеп ҡуйырға мөмкин. Тик йәшәү урыны алмашынһа, процедураны йәнә ҡабатлау шарт. Тәү ҡарамаҡҡа мәшәҡәтлерәк кеүек тойолһа ла, әлеге тәртип һайлаусыларҙы ҡурҡытмай, сөнки бөтә система онлайн тәртибенә көйләнгән. Иң мөһиме – һайлауға өс-дүрт аҙна элек теркәлеп өлгөрөргә. Теркәлгәндән һуң һайлаусыға почта аша саҡырыу ҡағыҙы килә. Унда уның исем-шәрифе, һайлау участкаһының адресы яҙыла.
Америка һайлаусылары башлыса банкоматтарға оҡшабыраҡ торған заман машиналарында тауыш бирә. Араларында, әлбиттә, беҙҙәге ише ҡағыҙ бюллетендәр менән эш иткән штаттар ҙа бар. Тик айырма шунда: бюллетендәр шунда уҡ сканер аша үткәрелә һәм мәғлүмәт “базаға” оҙатыла.
Һайлау көнөндә төрлө сәбәптән ситтә булып ҡалғандарҙың да мәнфәғәте яҡланған — улар алдан тауыш биреү хоҡуғына эйә. Тик был осраҡта ла комиссия ағзаларын көн элгәре иҫкәртеү шарт. Улар иһә үҙ сиратында һайлаусыға, уның ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, почта аша бюллетень ебәрә. Граждан иһә, үҙенә оҡшаған кандидатты билдәләгәс, рәсми ҡағыҙҙы йәнә почта аша һайлау офисына оҙата. Ғөмүмән, Америкала алдан һайлау системаһы шул тиклем көйлө эшләй, бында хатта ҡайһы бер штаттар өс-дүрт ай элек үк сараны ошо рәүешле үткәреп тә ҡуя.
Ҡыҫҡаһы, рәсми рәүештә һайлау көнө 8 ноябрь тип иғлан ителһә лә, һайлау алды кампанияһы унда күптән бара. Әле февралдә үк кокустар үтте, праймериздар ойошторолдо. Партия эсендә алдан тауыш биреү, йәғни праймериз – беҙҙең халыҡҡа ла бер ни тиклем таныш төшөнсә. Хәтерегеҙҙәлер, быйыл был алымды “Берҙәм Рәсәй” партияһы бик әүҙем ҡулланды. Ә бына кокустарға килгәндә, ҡайһы бер партиялар уны үҙҙәре лә аңлап еткермәүен йәшермәй. Партия эсендәге йыйын, лидерҙарҙы һайлау һәм улар өсөн тауыш биреү тип аңлата уны белгестәр. Ҡағиҙә булараҡ, праймеризда ла, кокуста ла билдәле бер партия ағзалары ғына түгел, ә ошо фирҡә яҡлы граждандар ҙа ҡатнаша ала.
Тәү ҡарамаҡҡа бөтәһе лә аңлашыла кеүек. Әммә... барыһы ла шулай шыма ғына булһа, Америка Ҡушма Штаттары үҙе булып ҡала алыр инеме һуң? Был илдең һайлау системаһын төпкәрәк төшөп өйрәнгән һайын, һорауҙар күбәйә. Ә эш шунда: һәр штатҡа билдәле бер иҫәптә һайлаусылар бүлеп бирелгән. Уларҙы урындағы халыҡ “выборщик” тип йөрөтә. “Выборщик”тарҙың һанын, ғәҙәттә, штат халҡы иҫәбенән сығып билдәләйҙәр: кеше күп икән, тимәк, “выборщик”тар ҙа күберәк. Мәҫәлән, иң күп “выборщик”тар Калифорнияла — 55, ә Вайомингта һәм тағы бер нисә штатта улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ — өсәр. Ғөмүмән, АҠШ-та бөтәһе 538 “выборщик” иҫәпләнә.
Бөгөн Америка халҡы президент һайлай тинек, йәғни үҙенә оҡшаған кандидат өсөн тауыш бирә. Әммә асылда улар ил етәксеһен түгел, ә әлеге “выборщик”тарҙы билдәләй. Быға абстракт һандар миҫалында ла төшөнөргә мөмкин. Мәҫәлән, N штатында демократтар өсөн — 10 000, ә республикасылар өсөн 10 001 кеше тауыш биргән, ти. Ә был штат буйынса “выборщик”тар иһә бишәү тип алайыҡ. Әлеге тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса уларҙың бишеһе лә тауыштарын һуңғыларына бирергә тейеш булып сыға. Америкала бындай принцип “Еңеүсе барыһына ла лайыҡ” тип атала. Әлбиттә, бында “выборщик”тар тауыштарын мотлаҡ еңеүсегә генә бирергә тейеш тигән закон юҡ. Һайлау системаһы тарихында уларҙың, киреһенсә, еңелеүсене яҡлап сыҡҡан осраҡтары ла билдәле. Ҡыҫҡаһы, президент һайлауҙарының еңеүсеһен асылда ябай халыҡ түгел, ә “выборщик”тар билдәләй булып сыға.
Ирекһеҙҙән һорау тыуа: бындай ҡатмарлы схема үҙен аҡлаймы? Аҡлай икән шул. Һәр хәлдә, американдар үҙҙәре быны аҙ һанлы штаттарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау теләге менән аңлата. Әйтәйек, әгәр һөҙөмтәләр фәҡәт һайлаусыларҙың ғына тауышынан сығып билдәләнһә, һайлау кампанияһы башлыса Калифорния, Чикаго һәм Нью-Йорк менән генә лә сикләнә алыр ине. Ә был осраҡта иһә кандидаттар, теләйме-теләмәйме, бәләкәй штаттарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. “Әгәр президентлыҡҡа кандидат халыҡ күпләп йәшәгән ете штат буйынса еңеүсе тип таныла икән, ҡалған 43 штат халҡына ни ҡылырға? Был дөрөҫ булмай ҙабаһа”, – ти улар.
Был системаның кире яҡтары ла бар. Әйтәйек, һайлаусыларҙың күпселек тауышын йыйып та, нәҡ “выборщик”тар арҡаһында икенсе баҫҡысҡа тәгәрәһәң... Әйткәндәй, бындай осраҡтар АҠШ тарихында дүрт тапҡыр теркәлгән дә инде. Һуңғыһын, бәлки, гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа хәтерләйҙер. 2000 йылда демократ Альберт Гор менән республикан Джордж Буш финиш һыҙығына сыҡҡас, нәҡ ошо математик-сәйәси ғәҙелһеҙлек өҫтөнлөк итте түгелме ни? Ул саҡта Гор өсөн 51 миллиондан ашыу һайлаусы һәм 266 “выборщик” тауыш биргәйне, ә кесе Бушҡа 50,4 миллион ғына һайлаусы ышаныс күрһәтте. Уның ҡарауы, 277 “выборщик” Буш яҡлы булып сыҡты. Һөҙөмтәлә президент тәхетенә кесе Буш ултырҙы.
Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө һайлауҙа кем еңерен алдан күҙаллауы ауыр. “Выборщик”тарҙың коллегия ултырышы декабрь айына тәғәйенләнгән. Яңы президенттың исеме рәсми рәүештә шунда ғына билдәле буласаҡ.