Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Милләт ҡайҙа үҫә?
Әлбиттә, баҡсала түгел. Мәктәптә лә. Йәмәғәт ойошмалары ла, дәүләт власы органдары ла милләт үҫтереү өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәй алмай. Халҡыңдың яңы быуынын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Телде, мәҙәниәтте, нәҫел тамырҙарын һаҡлау бурыстарының үтәлешен мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренән, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренән, ҡоролтайҙарҙан, башҡаларҙан көтөү – мәғәнәһеҙлек.

Был фекерҙе күпмелер йыл элек абруйлы ғалимдарыбыҙҙың бере­һенән ишеткәйнем. Эйе, хәҙер бөтөн нәмә үҙәкләштерелгән, айырым милләттәрҙең үҫешен хәстәрләү идеяһы йыш ҡына ҡағыҙҙа йә һүҙҙә килеш ҡала. Аҫаба халыҡ тип, хакимдарҙан бер кем дә беҙгә уңайлыраҡ шарттар, киңерәк мөмкинлектәр бирә, аҙым һайын терәк-таяныс була алмай. Улай ярамайҙыр ҙа. Демократия ҡанундары буйынса ла, әхлаҡи юҫыҡтан ҡарағанда ла...
Илебеҙҙә бер заман паспорттағы бишенсе графаны бөтөрөүгә бәйле ығы-зығы булып алғайны. Ҡатырғанан яңы документтың ҙур макетын яһап, Салауат Юлаев майҙанындағы протест акцияһы барышында шуны яндырғаныбыҙ иҫтә. Шунан, берәй фәтүәһен күрҙекме? Йәки, “Рәсәй милләте” тигән яңы төшөнсә тирәләй бәхәстәр ҡупҡас, ул һүҙбәйләнеш телдән төштөмө? Башты тота килеп таш диуарға ороп булмай. Ә милләт йәшәргә тейеш.
Яңыраҡ “Российская газета”ла илдең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы етәксеһе Игорь Бариновтың фекерҙәрен уҡығайным. Ул Дағстан башлығы Рамазан Абдулатиповтың: “Үҙ төйәгемдә мин – авар, Кавказда – Дағстан кешеһе, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә – Кавказ вәкиле. Сит илдәрҙә иһә урыҫ булып һаналам”, – тигән һүҙҙәрен өлгө итеп алған. Фекер менән килешәм, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр Ватанының ғына түгел, халҡының да улы булырға тейешлеген онота. “Рәсәй милләте” тап шундайҙарҙы үҙ эсенә һеңдерә һәм тарҡау, сибек булып күренә һымаҡ. Сығышын да, халҡының һәм тыуған еренең тарихын да, телен, мәҙәниәтен дә белгән кешеләр рухи яҡтан байыраҡ, көслөрәк, йәмғиәтебеҙ башлыса уларҙан торһа, бер ниндәй елдәргә бирешмәҫ имән урманын хәтерләтер ине.
Ил етәкселегенең милли сәйәсәтте контролгә алырға, халыҡты бер атама аҫтына тупларға тырышыуы һис тә юҡтан түгел. Уның өсөн үпкәләргә ярамайҙыр. Ни тиһәң дә, тел, дин, мәҙәниәт айырмалыҡтары арҡаһында ҙур ыҙғыш тыуған, хатта ҡан ҡойошҡа юл ҡуйылған осраҡтар булғылай. Шул уҡ Украинала, мәҫәлән, телгә һәм милләткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ тигән булып, ике тиҫтә йыл буйы йәш быуындың сәйәси аңын бутағандар. Һөҙөмтәһе – илдә ҡыйралыш. Балтик буйы республикалары араһында ла шул һуҡмаҡтан атлаусылар бар әле. Хәйер, Икенсе донъя һуғышы башланыуҙың Гитлерҙың үҙ халҡын башҡаларҙан өҫтөн тип белдереүенә, милләтселәрҙе туплауына бәйле икәнлеген аңғартыу ҙа етәлер.
Беҙ, башҡорттар, заманса әйт­кәндә, толерант халыҡ. Үҙебеҙҙе бер ҡасан да Аллаһ тарафынан һайлап алынған милләт тип һанаманыҡ, бер кемде лә ситкә тибергә, кәмһетергә тырышманыҡ. Беҙ бәләкәй саҡта, нәҫелебеҙҙә лә, ауылыбыҙҙа ла бер бөртөк татар юҡлығына ҡарамаҫтан, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдары менән бергә Ҡазанда баҫылған “Азат хатын”ды, “Идел”де лә уҡый торғайныҡ. Әлеге күршем, татар егете, элек ике милләт, ике тел араһындағы айырманы тоймағаны, Өфөгә килгәс кенә был мәсьәләнең ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер икәнен белеүе тураһында һөйләй. Күрәһең, ҡалаларҙа милләткә урын тар.
Шулай ҙа ғаиләләге мөхиттә халҡыңдың яңы быуынын үҫтерергә бер ни ҙә ҡамасауламай. Аҡыллы ла, көслө лә, һәләтле лә, бай ҙа, ирекле лә, башҡа милләт вәкилдә­ренә ҡарата ихтирамлы ла булһын ине беҙҙең балалар. Тимәк, беҙҙән, йәғни ата-әсәләрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән күп нәмә талап ителә. Өҫтөбөҙҙә – шундай ауыр, яуаплы бурыс, алдыбыҙҙа – шул тиклем үк ҙур мөмкинлектәр. Башҡорттарҙың иң боронғо ҡәүемдәр рәтендә икәнлеге, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың күплеге, батырҙарыбыҙҙың, ғалимдарыбыҙҙың һәм бүтән данлыҡлы шәхестәребеҙҙең тарихҡа уйған эҙе, аҫаба ерҙәребеҙҙең киңлеге тураһында тирә-яҡҡа һөрәнләп йөрөүҙән файҙа юҡ, ундай мәғлүмәт үҙебеҙҙән тыш бер кемгә лә кәрәкмәй. Йәштәребеҙ белһен, ғорурланһын өсөн генә. Барыһынан да мөһимерәге – уларҙың ниндәй кешеләр булып буй еткереүе, үҙенән һуң ниндәй нәҫел ҡалдырыуы бит.



Автор: Ә. САФИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә