Милләт ҡайҙа үҫә?25.10.2016
Әлбиттә, баҡсала түгел. Мәктәптә лә. Йәмәғәт ойошмалары ла, дәүләт власы органдары ла милләт үҫтереү өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәй алмай. Халҡыңдың яңы быуынын тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Телде, мәҙәниәтте, нәҫел тамырҙарын һаҡлау бурыстарының үтәлешен мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренән, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренән, ҡоролтайҙарҙан, башҡаларҙан көтөү – мәғәнәһеҙлек.
Был фекерҙе күпмелер йыл элек абруйлы ғалимдарыбыҙҙың береһенән ишеткәйнем. Эйе, хәҙер бөтөн нәмә үҙәкләштерелгән, айырым милләттәрҙең үҫешен хәстәрләү идеяһы йыш ҡына ҡағыҙҙа йә һүҙҙә килеш ҡала. Аҫаба халыҡ тип, хакимдарҙан бер кем дә беҙгә уңайлыраҡ шарттар, киңерәк мөмкинлектәр бирә, аҙым һайын терәк-таяныс була алмай. Улай ярамайҙыр ҙа. Демократия ҡанундары буйынса ла, әхлаҡи юҫыҡтан ҡарағанда ла...
Илебеҙҙә бер заман паспорттағы бишенсе графаны бөтөрөүгә бәйле ығы-зығы булып алғайны. Ҡатырғанан яңы документтың ҙур макетын яһап, Салауат Юлаев майҙанындағы протест акцияһы барышында шуны яндырғаныбыҙ иҫтә. Шунан, берәй фәтүәһен күрҙекме? Йәки, “Рәсәй милләте” тигән яңы төшөнсә тирәләй бәхәстәр ҡупҡас, ул һүҙбәйләнеш телдән төштөмө? Башты тота килеп таш диуарға ороп булмай. Ә милләт йәшәргә тейеш.
Яңыраҡ “Российская газета”ла илдең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы етәксеһе Игорь Бариновтың фекерҙәрен уҡығайным. Ул Дағстан башлығы Рамазан Абдулатиповтың: “Үҙ төйәгемдә мин – авар, Кавказда – Дағстан кешеһе, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә – Кавказ вәкиле. Сит илдәрҙә иһә урыҫ булып һаналам”, – тигән һүҙҙәрен өлгө итеп алған. Фекер менән килешәм, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр Ватанының ғына түгел, халҡының да улы булырға тейешлеген онота. “Рәсәй милләте” тап шундайҙарҙы үҙ эсенә һеңдерә һәм тарҡау, сибек булып күренә һымаҡ. Сығышын да, халҡының һәм тыуған еренең тарихын да, телен, мәҙәниәтен дә белгән кешеләр рухи яҡтан байыраҡ, көслөрәк, йәмғиәтебеҙ башлыса уларҙан торһа, бер ниндәй елдәргә бирешмәҫ имән урманын хәтерләтер ине.
Ил етәкселегенең милли сәйәсәтте контролгә алырға, халыҡты бер атама аҫтына тупларға тырышыуы һис тә юҡтан түгел. Уның өсөн үпкәләргә ярамайҙыр. Ни тиһәң дә, тел, дин, мәҙәниәт айырмалыҡтары арҡаһында ҙур ыҙғыш тыуған, хатта ҡан ҡойошҡа юл ҡуйылған осраҡтар булғылай. Шул уҡ Украинала, мәҫәлән, телгә һәм милләткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ тигән булып, ике тиҫтә йыл буйы йәш быуындың сәйәси аңын бутағандар. Һөҙөмтәһе – илдә ҡыйралыш. Балтик буйы республикалары араһында ла шул һуҡмаҡтан атлаусылар бар әле. Хәйер, Икенсе донъя һуғышы башланыуҙың Гитлерҙың үҙ халҡын башҡаларҙан өҫтөн тип белдереүенә, милләтселәрҙе туплауына бәйле икәнлеген аңғартыу ҙа етәлер.
Беҙ, башҡорттар, заманса әйткәндә, толерант халыҡ. Үҙебеҙҙе бер ҡасан да Аллаһ тарафынан һайлап алынған милләт тип һанаманыҡ, бер кемде лә ситкә тибергә, кәмһетергә тырышманыҡ. Беҙ бәләкәй саҡта, нәҫелебеҙҙә лә, ауылыбыҙҙа ла бер бөртөк татар юҡлығына ҡарамаҫтан, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдары менән бергә Ҡазанда баҫылған “Азат хатын”ды, “Идел”де лә уҡый торғайныҡ. Әлеге күршем, татар егете, элек ике милләт, ике тел араһындағы айырманы тоймағаны, Өфөгә килгәс кенә был мәсьәләнең ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер икәнен белеүе тураһында һөйләй. Күрәһең, ҡалаларҙа милләткә урын тар.
Шулай ҙа ғаиләләге мөхиттә халҡыңдың яңы быуынын үҫтерергә бер ни ҙә ҡамасауламай. Аҡыллы ла, көслө лә, һәләтле лә, бай ҙа, ирекле лә, башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирамлы ла булһын ине беҙҙең балалар. Тимәк, беҙҙән, йәғни ата-әсәләрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән күп нәмә талап ителә. Өҫтөбөҙҙә – шундай ауыр, яуаплы бурыс, алдыбыҙҙа – шул тиклем үк ҙур мөмкинлектәр. Башҡорттарҙың иң боронғо ҡәүемдәр рәтендә икәнлеге, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың күплеге, батырҙарыбыҙҙың, ғалимдарыбыҙҙың һәм бүтән данлыҡлы шәхестәребеҙҙең тарихҡа уйған эҙе, аҫаба ерҙәребеҙҙең киңлеге тураһында тирә-яҡҡа һөрәнләп йөрөүҙән файҙа юҡ, ундай мәғлүмәт үҙебеҙҙән тыш бер кемгә лә кәрәкмәй. Йәштәребеҙ белһен, ғорурланһын өсөн генә. Барыһынан да мөһимерәге – уларҙың ниндәй кешеләр булып буй еткереүе, үҙенән һуң ниндәй нәҫел ҡалдырыуы бит.