Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Яла яҡтыңмы? Яуап бир!
Яла яҡтыңмы? Яуап бир! Дәүләт һәм муниципаль контроль нигеҙҙәре тураһындағы яңы закон проектында ялыу ҡабул итеүгә бәйле ҡәтғи талаптар һәм сикләүҙәр билдәләнгән. Иғтибарға алһындар һәм тикшереү эштәре башлаһындар өсөн ҡағыҙға яҙылған дәғүәләреңде, паспортыңды күрһәтеп, контроль-күҙәтеү органының үҙенә йәки дәүләт хеҙмәттәренең күп функциялы үҙәгенә шәхсән тапшырырға кәрәк буласаҡ. Әгәр конвертҡа һалып, почта аша оҙатаһың икән, ялыуыңа төп документыңдың нотариус тарафынан раҫланған күсермәһен дә теркәргә тейешһең.

Властарҙы бындай аҙымға барырға нимә этәрә һуң? Әлбиттә, үс алыу, ҡурҡытыу йәки башҡа уҫал ниәт менән башҡаларҙы нахаҡҡа ғәйепләүҙән тартынмағандарҙың күбәйеүе. Бөгөн бит пландан тыш тикшереү үткәреү, ҡаты сара күреү өсөн кешенең өҫтөнән яҙылған ябай ғына бер шикәйәт тә етә. Мөмкинлектән айырыуса намыҫһыҙ эшҡыуарҙар файҙалана икән. Көнәркәштәреңә “аяҡ салырға”, хатта уларҙы юлдан алып ташларға теләһәң, яҙ ҙа яҙ – һалым инспекцияһы ла, хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙа, бүтәндәре лә әҙер генә тора. Контролләүселәр мөрәжәғәтте ысынында кем ебәргәнен асыҡлай, яла яҡҡан хәлдә ул кешене яуаплылыҡҡа тарттыра алмай, шунлыҡтан, бер нигә ҡарамаҫтан, һәр ҡағыҙ киҫәгенә иғтибар итергә мәжбүрҙәр. Йыш ҡына шулай килеп сыға: ялыу авторы итеп күрһәтелгәндәр был яҙманы бер ваҡытта ла күрмәгән йәки исем-шәрифтәр тотошлай уйлап сығарылған. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тикшереү тәртибе тураһындағы закондағы етешһеҙлектәр арҡаһында чиновниктарға “Фәлән Фәләнов” тип имза һалынған шикәйәтте лә теркәргә, уға рәсми телдә яуап яҙып, кире адрес буйынса хат итеп ебәрергә тура килә.
Ижад ҡомарына бирелеп, ҡайһы берәүҙәр төрлө урындарға хат артынан хат оҙата. Илдең контроль-күҙәтеү органдарына йыл һайын йөҙәр меңләп, хатта миллионлап ялыу килә, ти. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт кенә лә 300 меңдән ашыуҙы ҡабул итә икән. Был күрһәткес, һуңғы осорҙа электрон сервистарҙың киң таралыуы арҡаһындалыр, моғайын, даими үҫә.
Әйткәндәй, бөгөн күп кенә илдәрҙә мөрәжәғәт һәм ялыуҙарҙы тейешле урындарға электрон форматта ебәрәләр. Беҙҙә әлегә был турала һүҙ ҡуҙғатылмай. Ни тиһәң дә, статистика күрһәтеүенсә, һаман да Рәсәй граждандарының һәр икенсеһе Интернет менән даими бәйләнештә түгел. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығышта 400 мең самаһы кеше йәшәгән 750 ауыл һәм ҡала донъя селтәренә тоташмаған. Башҡа төбәктәрҙең дә төпкөлдәрендә элемтә килеп етмәгән урындар бар.
Юридик берәмектәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы яҡлау хаҡындағы федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2017 йылдың башынан контроль органдарына Интернет аша килгән ялыуҙарҙың да, ҡағыҙға төшөрөлгән дәғүәләрҙең дә авторҙарын асыҡлау йәһәтенән киң хоҡуҡтар биреләсәк. Әгәр хат аноним йәки уны ебәргән кеше менән бәйләнеш урынлаштырыу мөмкин түгел, шулай уҡ яҙмалағы факттар бер ни менән дә дәлилләнмәй икән, ғәйеп тағылған кешене йә ойошманы пландан тыш тикшереү булмаясаҡ. Бынан тыш, власть органдарының яла яғыусынан суд аша әлеге мөрәжәғәтте ҡарау менән бәйле сығымдарҙы түләүҙе талап итергә мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Рәсәйҙең Ҡулланыусылар союзы рәйесе Петр Шелищтың фекеренсә, яңы ҡануниәт ябай кешеләргә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. “Үҙ хоҡуҡтарын яҡлау, аҡсаһын ҡайтарып алыу йәки компенсация юллау тураһында уйлағандар аноним хат менән мауыҡмай барыбер”, – ти ул. Тимәк, тәү сиратта шикәйәттәр, нигеҙһеҙ ялыуҙар кәмер, тип көтөргә була.

“Роспотребнадзор”ға ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса яҙылған мөрәжәғәттәр һаны, меңдәрҙә
2006 71,2
2007 153,6
2008 157,5
2009 190,4
2010 225,5
2011 262,5
2012 280,6
2013 321,7
2014 308,9
2015 329,8

Мәғлүмәт сығанағы: Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә