Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » "Әҙер идеяны баш-баштаҡлыҡ юҡҡа сығара"
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында ошо өлкәгә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Сараны республика башлығы Рөстәм Хәмитов асты.
– Былтыр Башҡортостанға 185 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп ителгән. Элекке йылдан был 5,5 процентҡа күберәк. Әлбиттә, үҫеш насар түгел, шулай ҙа тейешле кимәлдә тип әйтеп булмай, – тип билдәләне ул.
Уныңса, бының төп сәбәбе һуңғы ваҡытта ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып барылмауында. Баҡтиһәң, беҙ инвестиция йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәренән ике тапҡырға тиерлек ҡалышабыҙ, йәғни был йәһәттән артта һөйрәләбеҙ икән. Хәлде үҙгәртеү маҡсатында ошо йүнәлештә уңышлы эшләгән сит илдәрҙең һәм төбәктәрҙең тәжрибәһен ҡулланырға мөмкин.
Президент фекеренсә, инвестициялар йәлеп итеү буйынса эш республикала системалы рәүештә алып барылмай. Әгәр ылыҡтырғыс төбәккә әйләнергә теләһәк, был йүнәлештә бөтәһе лә берҙәм механизм кеүек эшләргә тейеш, әммә әлегә беҙгә тап ошо етешмәй ҙә инде. Шуға ла Рөстәм Хәмитов йыл дауамында республикала инвестицион эшмәкәрлек системаһын яйға һалыуҙы талап итте. Ул бөтә кимәлдә лә эшләргә һәм быға урындағы үҙидаралыҡтар һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтергә тейеш – был Президенттың төп талабы. "Урындарҙа административ баш-баштаҡлыҡ көслө, бында айҙар буйы ябай ғына мәсьәләләрҙе лә хәл итә алмайҙар. Кешеләр йылдар дауамында үҙ эшен башлау өсөн рөхсәт ала алмай йонсой. Бындай күренеш аҡса һәм әҙер идея менән килгәндәрҙең бөтә теләген юҡҡа сығара. Урындағы ҡайһы бер башлыҡтар инвесторҙарҙы "үҙ биләмәһенә" үткәреүҙән шәхси файҙа сығарырға ынтыла, ә эш урындарын булдырыу, бюджетты нығытыу тураһында уйламай", – тине сығышында Рөстәм Зәки улы.
Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың Инвестиция һәм үҫеш министрлығын булдырырға тәҡдим итте, ул төбәктә ошо йүнәлештә башҡарылған эште күҙ уңында даими тотоу мөмкинлеген бирәсәк. Президент был тәҡдим тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе.
Республиканың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәтен үҫтереү өсөн тағы ла ниндәй мөмкинлектәр бар? "АйТи" компанияһының генераль директоры Таһир Яппаров фекеренсә, мәғлүмәт технологиялары тап ошо көскә эйә. Ул, бөгөн республикала был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк, тип иҫәпләй.
– Донъяның мәғлүмәт технологиялары (IT) индустрияһында бөгөн триллион долларҙан ашыу аҡса әйләнә, үҫеш йылына кәмендә 20 процент тәшкил итә. Был тармаҡта уңышлы эшләгән илдәр иҫәбенә Һиндостанды индерергә була, ул йыл һайын экспортҡа 60 миллиард долларлыҡ продукция оҙата. Ил тәүҙә нигеҙҙә аутсорцинг менән шөғөлләнһә, һуңғы йылдарҙа үҙе етештергән мәғлүмәт технологиялары продукцияһын уңышлы экспортлай, – тип билдәләне етәксе. Уныңса, был тармаҡты үҫтерергә ниәтләһәк, беҙгә тап ошо илде өлгө итеп алыу отошло буласаҡ.
Таһир Яппаров аңлатыуынса, мәғлүмәт технологиялары эш урындары һәм инфраструктура булдырыуға артыҡ ҙур инвестиция талап итмәй. Ә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Дәүләт тарафынан иһә ошо тармаҡ буйынса уҡыу йорттарында белем биреү кимәлен һәм инфраструктураны үҫтереү генә талап ителә. Шулай уҡ шәхси инвесторҙар һәм дәүләт менән бер төптән эшләгән инвестиция фонды булдырыу ҙа республиканың мәғлүмәт технологиялары индустрияһын үҫтереүгә этәргес буласаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә