Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Пенсионерҙар партияһы” сәйәси партияһы программаһы
Эш юлы. Халыҡ тарафынан яҙылған программа. Эшләргә, Ҡарар ҡабул итергә, Һайлар­ға ваҡыт. Яҡын киләсәккә илебеҙҙең яҙмышын граждандар хәл итәсәк. Һәр кеше үҙе өсөн сит-яттарҙың уйлауын, ҡарар ҡабул итеүен һәм эшләүен теләрме, әллә хоҡуҡтары, тотороҡлолоҡ, киләсәк өсөн үҙе тауыш бирерме?
Илебеҙҙә иҡтисади үҫеш нөктәләре етерлек. Тышҡы дошманға ҡаршы көрәшә алабыҙ, тарих төпкөлөнән шулай килә. Әле иһә беҙгә берләшеп, кемгәлер ҡаршы түгел, ә нимәнелер яулар, үҙе­беҙ­ҙең именлек, хәүефһеҙлек, иле­беҙ­ҙең иҡти­сади сәскә атыуы өсөн көрә­шергә кәрәк. Эске һәм социаль сәйәсәткә көс-ҡеүәтебеҙҙе йүнәлтергә ваҡыт.



Теләк булһа,
булдыра алырбыҙ.
Берҙәмлектә – көс


Һәр кешенең йәшәү кимәлен күтәреү һәм тормош сифатын яҡшыртыу, барлыҡ сәләмәт социаль көстәрҙе туплау һәм Рәсәй дәүләтселеген нығытыу маҡсатында илебеҙҙең тотороҡло үҫешенә, Рәсәй йәмғиәтен туплауға бергәләп булышлыҡ итергә тейешбеҙ.
Илдең иҡтисади именлеге бөтә быуындарҙың етеш тормошона таяна – был беҙҙең позиция.
Бер ниндәй ҙә “бюджет” аҡсаһы юҡ, ә һалым түләүселәрҙең аҡсаһы ғына бар. Һәр беребеҙ ҡаҙнаны тулылан­дырҙы йәки тулыландыра, шуға күрә был аҡсаның нисек һәм ҡайҙа тотонолоуын һорарға хоҡуҡлыбыҙ. Ҡәнәғәт түгелбеҙ икән, ике юл бар: бүлмәлә ултырып, коррупция тураһында ҡысҡырырға йәки сәйәсәт менән шөғөлләнә башларға, һис юғында кандидаттар өсөн уйлап тауыш бирергә.
Бер нәмәгә лә ҡатнашмайынса, битараф ҡалырға ярамай – 90-сы, 2000 йылдар үтте, ил күпте кисерҙе, байтаҡ эш башҡарҙы һәм бик күп проблемалар ҙа тупланы. Уларҙы иҡтисади ығы-зығы, яҡты киләсәк вәғәҙә итеү ярҙамында ла йәшереп ҡалыу мөмкин түгел. Яҡшыраҡ йәшәргә теләйбеҙ икән, үҙебеҙҙе лә, илде лә ҡулға алырға, ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итә башларға тейешбеҙ. Пенсионерҙар партияһы – эш партияһы. Беҙҙең артыбыҙҙа – тәжрибә, сабырлыҡ, белем һәм башлаған эште аҙағына еткереү ғәҙәте.
Сафтарыбыҙҙы ваҡыт тулыландыра. Тауышыбыҙҙы ишетмәү мөмкин түгел.
Беҙ:
– көслө, тотороҡло, һөҙөмтәле, хоҡуҡи ДӘҮЛӘТ яҡлыбыҙ;
– кешелекле, берҙәм, ғәҙел, оптимистик йәмғиәт яҡлыбыҙ;
– яуаплы, социаль яҡланған, әүҙем, үҙ дәрәжәһен белгән граждан яҡлыбыҙ.
Һәр кеше өсөн яҡланғанлыҡ тойғоһо һәм иртәгәһе көнгә ышаныс бик мөһим. Был хәҙер айырыуса әһәмиәтле. Эш санкцияларҙа ла, иҡтисади көрсөктә лә, башҡа халыҡ-ара ыҙғыштарҙа ла түгел. Баҙар шарттарында ла Рәсәйгә билдәле бер уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек биргән иҡтисади ҡеүәткә нигеҙ һалған шәхестәрҙең барыһы ла хәҙер ситтә ҡалды. Был кешеләр юлдар һәм ҡалалар төҙөнө, ауылды, производстволарҙы күтәрҙе, Тыуған илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалды, ғилми көстө тупланы һәм иң мөһиме – илдең ҡеүәтенә ышанды.
Хәҙер улар – пенсионер. Был кешеләр муллыҡты ла, именлекте лә: иркен фатирҙарҙы, затлы автомобилдәрҙе, кибеттәрҙә тулы кәштәләрҙе көтөп алды. Әммә үҙе өсөн түгел! Совет алдынғылары хәҙерге алға киткән ил өсөн күп йәһәттән балласҡа әүерелде. Йәштәрҙең дә яҙмышы ябай түгел. Әлеге 40 йәшлектәр СССР-ҙа тыуған. Даими үҙгәреүсән уйын шарттарында уларға ла еңел түгел. Был кешеләргә ата-әсәләре һәм балалары өсөн икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Ил түбән тәгәрәй, тип әйтеүе еңел. Был – ләститселәрҙең һәм ваҡытлы “сә­йәс­мәндәрҙең” эше. Көрсөк – мөмкин­лектәр осоро ул. Беҙҙең өсөн иһә – властың бөтә кимәлдәрендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ҡайтанан ҡарау, закон сығарыуҙағы ығы-зығыны туҡтатыу һәм ғәйәт ҙур илдә йәшәүебеҙҙе аңлау мөмкинлеге. Уның именлеге өсөн тото­роҡло эш шарттары булдырырға, халыҡтың социаль йәһәттән әүҙем өлөшө – 30-40 йәшлектәрҙең иңенән артыҡ йөктө алырға кәрәк. Күп булмаған, әммә ысын социаль гарантиялар иҫәбенә.
Партиябыҙҙың төп бурысы – 42 миллион самаһы пенсионер йәшәгән Рәсәй халҡының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау. Өлкәндәрҙең төп өлөшө социаль ярҙамға әле булһа ҙур мохтажлыҡ кисерә. Беҙ ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Дәүләт Думаһында ниндәй саралар файҙаланыуыбыҙҙы, ниндәй закон проекттарын тәҡдим итеүебеҙҙе һәм уларҙың үтеүен тәьмин итеүебеҙҙе рәсәйҙәргә күрһәтергә әҙербеҙ.
Партиябыҙ социаль өлкәләге “ауырт­ҡан урындарҙы” яҡшы белә. Һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм мәғариф систе­маһындағы етешһеҙлектәр, торлаҡ өлкәһендәге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау системаһындағы проблемалар беҙгә яҡшы таныш. Әйткәндәй, Президент әйтеүенсә, капиталь ремонт системаһы һөҙөмтәле эшләмәһә, беҙҙе был өлкәлә торлаҡ фажиғәһе көтә.
Пенсионерҙар Рәсәйҙә яҡшы йәшәргә тейеш!

Граждандарҙың тырышлығы һәм фиҙакәрлеге, уларҙың социаль яуаплы­лығы – тотороҡло үҫкән илдең нигеҙе ул.
Сәйәси партияларҙың һәм көстәрҙең күпселеге пенсионерҙарҙың ихтыяжы һәм мәнфәғәте хаҡында биш йылға бер тапҡыр, сираттағы һайлау осоронда хәтеренә төшөрә.
Беҙҙең партия иһә бөгөнгө һәм буласаҡ пенсионерҙар, уларҙың өмөт-хыялдары, проблемалары хаҡында көн дә уйлай, үҙенең асылы буйынса уҡ ул өлкәндәрҙең мәнфәғәттәрен өҙлөкһөҙ һәм даими яҡлай.
Пенсия – граждандың хеҙмәт һәм социаль әүҙемлеге тамамланған осор, тигән фекер дөрөҫ түгел.
Беҙҙең партия пенсияның хөкөм ҡарары түгеллеген иҫбатлаясаҡ.
Йәштәр киләсәкте уйлағанда ата-әсәһенең, өләсәй-олатайҙарының бөгөнгө һәм буласаҡ йәшәү кимәле хаҡында фекер йөрөтә. Өлкән быуын үҙенең рухи асылы буйынса йәштәргә ярҙам итергә ынтыла.
Беҙҙең партия – хеҙмәт кешеһе пар­тияһы, уның бөгөнгө һәм киләсәк мәнфәғәттәрен эҙмә-эҙлекле яҡлай.
Тейешле эш шарттары тыуҙырылған, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән, имен ҡартлыҡ тәьмин ителгән тотороҡло, һөҙөмтәле, хоҡуҡи дәүләттә йәшәгән социаль яҡланған һәм яуаплы граждан – маҡсатыбыҙ. Беҙ уға ынтылабыҙ, ошоға өлгәшеү өсөн көрәшәбеҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә