Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Салауатта “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы яҡлыларҙың төбәк форумы үтте
Партия яҡлылар алдында сәләмләү телмәре менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
– Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы – илдә иң ҡеүәтле сәйәси көс, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин үткәргән курстың төп таянысы. Был курс ил мәнфәғәттәрендә эш итеүгә, властың тырышлығын һәр кеше файҙаһына йүнәлтеүгә ҡорола, – тине ул. – Рәсәй дәүләтенең милли мәнфәғәттәрен ныҡлы яҡлау, илдә тәрән үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн сәйәси ҡеүәт, закон сығарыу вәкәләттәре, иҡтисади рычагтар, тармаҡлы структура, иң мөһиме – киң йәмәғәтселектең ярҙамы кәрәк. “Берҙәм Рәсәй” быларҙың барыһына ла эйә.
Форумда партияның йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнеше тураһындағы килешеүгә һәм республика халҡына 2016 йылдың 18 сентябрендәге һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙе яҡлап тауыш биреүгә саҡырған мөрәжәғәткә ҡул ҡуйылды.


Башҡортостандың йөҙ йәмәғәт ойошмаһы “Берҙәм Рәсәй”ҙең һайлау алды проекттарын хуплап сыҡты

Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев һәм Башҡортостандағы йәмәғәт ойошмалары етәкселәре документҡа ҡул ҡуйҙы. “Берҙәм Рәсәй”ҙәрҙе хуплаусылар иҫәбендә “Рус география йәмғиәте”нең, “Рәсәй йәш ғалимдар союзы”ның төбәк бүлексәләре, Башҡортостан Журналистар союзы, Рәсәйҙең студент отрядтары, Спорт көрәше федерацияһы бар.
Яҡтар партияға зыян килтерерлек ғәмәлдәргә юл ҡуймаҫҡа, хеҙмәттәшлек принциптарын булдырырға килеште. Килешеүгә ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” ағзалары республика йәмәғәтселеге менән берлектә әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ.
Константин Толкачев әйтеүенсә, иң ҙур, иң абруйлы йөҙ ойошма партия менән хеҙмәттәшлек итергә, уның программаһын, идеологияһын хупларға, һайлауға бергә барырға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.
– Бындай мөнәсәбәт – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Һайлау алды программаһын тормошҡа ашырырға, бөтә эштәрҙе башҡарырға тырышасаҡбыҙ, – тине Константин Толкачев. – Килешеүҙә һайлау алды хәленең бөгөнгө этабы сағыла. Беҙ еңеүгә өмөтләнеп эшләйәсәкбеҙ, йәмәғәт ойошмаларына һәр йәһәттән булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Килешеү киләһе өс йылға төҙөлдө. Артабан уның ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыласаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының һайлау алды программаһы кешеләр файҙаһына эшләүгә йүнәлтелә

Форумда ете секция ойошторолдо. Уларҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының программа документтары положениелары ҡаралды.
Йомғаҡлау резолюцияһына Башҡортостан халҡының тормош сифатын яҡшыртыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр инде.
Зариф Байғусҡаров алып барған “Дәүләт сифаты: властың һөҙөмтәлелеге һәм халыҡ контроле” секцияһында коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса тәҡдимдәр хупланды, суд эше системаһын камиллаштырыу зарурлығы билдәләнде. Байғусҡаров социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырғанда власть менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Беҙ төбәк юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итәсәкбеҙ

“Аҡыллы көс һәм мәҙәни алдынғылыҡ: мәғариф, фән һәм мәҙәниәт – милли үҫештең стратегик ресурсы” секцияһында мәғарифты үҫтереүҙә “Берҙәм Рәсәй” ярҙамында өлгәшелгән ҡаҙаныштар буйынса фекер алыштылар. Секцияның модераторы Людмила Әмирова, төбәктәге юғары уҡыу йорттарына ярҙам күрһәтеү – партияның һайлау алды кампанияһындағы төп пункттарҙың береһе, тип билдәләне.
Һайлау алды документтарында фәнде үҫтереүгә айырым урын бирелә. Партия яҡлылар шулай уҡ ғилми эшмәкәрлеккә ярҙам күрһәтеү, уны үҫтереү йәһәтенән аныҡ сараларҙы хупланы.

Балалар баҡсалары мәсьәләһе хәл ителәсәк

Төп бурыстар иҫәбенә ғаиләләрҙе балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин итеү, оҙайлы көн төркөмдәрендә баланы ҡараған өсөн ата-әсәнән түләтелгән хаҡты арттырыуға юл ҡуймау, уҡытыусыларға эш хаҡы түләү буйынса йөкләмәләрҙе үтәү, республикала физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөүҙе дауам итеү инә.

Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн – махсус шарттар

“Үҙ йортоңда хужа булыу” секцияһы модераторы Анатолий Дубовский халыҡтың бөтә төркөмдәрен торлаҡ менән тәьмин итеүҙең ойоштороу-хоҡуҡи һәм финанс алымдарын киңәйтеү зарурлығын билдәләне. Уның әйтеүенсә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн махсус шарттар тыуҙырылырға тейеш. Секцияла капиталь ремонт өсөн иғәнәләр темаһы күтәрелде. Ошо хеҙмәт өсөн түләнгән граждандарҙың аҡсаһын инфляциянан һаҡлау алымын ғәмәлгә индерергә тәҡдим ителде. Шулай уҡ төбәк операторҙарының эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү зарурлығы телгә алынды.
“Социаль сәйәсәт: һәр кешенең һәләтен үҫтереү – киләсәктең нигеҙе” секцияһында 2018 йылға халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса аныҡ саралар хупланды. Программаның иҡтисади мәсьәләләрен ҡарағандан һуң, секцияла ҡатнашыусылар бер тауыштан уны яҡлап сыҡты.
– Иҡтисади үҫеш программаһы ысынбарлыҡҡа тап килә, – тине секция модераторы Рөстәм Ахунов.

Йәштәр ауылды ташлап
китмәҫкә тейеш


“Ҡеүәтле аграр держава” секцияһын алып барған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәсүл Ғосманов ауылды тергеҙеү һәм социаль үҫтереү хаҡында һүҙ алып барҙы. Секцияла ҡатнашыусылар, йәштәр ауылды һәм бәләкәй ҡалаларҙы ташлап китмәҫкә тейеш, тигән һығымтаға килде. Бының өсөн бөтә көстө ауылды үҫтереүгә йүнәлтергә кәрәк. Рәсүл Ғосманов ауыл хужалығы продукцияһын һатыу баҙарын киңәйтергә, логистик тотҡарлыҡтарҙы кәметергә һәм аҙыҡ-түлектең сифатын яҡшыртырға кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.
– Форумда Рәсәйҙең миллионлаған гражданын борсоған көнүҙәк проблемалар ҡаралды. Улар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, мәғариф, тәрбиә һәм башҡа мәсьәләләр. Секциялар эше барышында “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһына таянып, тейешле механизмдар ғәмәлгә индерелде. Бөгөн һәр йәһәттән аныҡ һөйләшеү булды, халыҡтың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны. “Берҙәм Рәсәй” партияһы билдәләгән пландарҙы тормошҡа ашырасаҡ, – тине секциялар эше йомғаҡтары буйынса Зариф Байғусҡаров. – “Берҙәм Рәсәй” – реаль эштәр партияһы ул. Башҡа бер генә партия ла балалар майҙансыҡтарын, баҡсаларын, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү башланғысы менән сыҡҡаны юҡ. Был эш бөтә республика, тотош ил буйынса асыҡ күренә.
Сара аҙағында “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлылар менән йәмәғәт берекмәләре араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте тәьмин итеү департаменты етәксеһе Сергей Полозов сығыш яһаны. Ул партия яҡлылар “Берҙәм Рәсәй”гә үҙ ваҡытында һәр саҡ ярҙам күрһәтеүсе этәргес көстө тәшкил итә тип билдәләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә