Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » КПРФ: киләсәккә ынтылыш бар
КПРФ: киләсәккә ынтылыш бар “18 сентябрҙә илдең һәр гражданына “Үҙебеҙгә, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ниндәй илдә йәшәргә?” тигән мөһим һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Ваҡиғалар үҫеше Медведев хөкүмәтенең яңы либераль сәйәсәте һәр йәһәттән мөмкинлектәрен тулыһынса сарыфлауын һәм илде бөлгөнлөккә илтеүен иҫбатланы. Һуңғы сирек быуат эсендә Рәсәйҙе тотанаҡһыҙ хосусилаштырыу, долларҙың өҫтөнлөгө менән килешергә, Бөтә сауҙа ойошмаһы алдында баш эйергә мәжбүр иттеләр...”
КПРФ Үҙәк Комитеты рәйесе Г.А. Зюганов.
Барыбыҙ ҙа Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етештереүенең кәмеүен, эшһеҙлектең артыуын, мәктәптәрҙең һәм дауаханаларҙың, айырыуса ауыл ерендә, ябылыуын, хеҙмәтсәндәрҙең килеме кәмеүен, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә, аҙыҡ-түлеккә һәм тәүге кәрәк-яраҡҡа хаҡтың даими ҡиммәтләнеүен күрәбеҙ. Әммә коммунистарға пессимизм төшөнсәһе һәр саҡ ят булды. Өмөт һаҡланып ҡала. Киләсәккә ынтылыш бар. Әлегә иҡтисади ҡеүәт тулыһынса юғалтылмаған, тәбиғәт ресурстары ахырғаса сарыфланмаған, ғилми мәктәптәрҙең барыһы ла емерелеп бөтмәгән. Иң мөһиме – фекерләргә һәм эшләргә, тырышырға һәм еңергә һәләтле кешеләр бар.
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының ХХVI съезы һайлау алды программаһын ҡабул итте һәм партия исемлеге, шулай уҡ бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы раҫланы.
Башҡортостан Республикаһында КПРФ исемлеген Башҡортостан коммунистары тарафынан тәҡдим ителгән Дәүләт Думаһы депутаты, КПРФ Үҙәк комитетының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Александр Андреевич Ющенко, Урал адвокаттар коллегияһы адвокаты ярҙамсыһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, КПРФ Башҡортостан республика бүлексәһенең Комитет Бюроһы ағзаһы Вадим Николаевич Старов һәм партияның Башҡортостан республика бүлексәһенең беренсе секретары, КПРФ-тың Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужин етәкләй.

Округтар буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарыбыҙ

3-сө Өфө бер мандатлы һайлау округы
Ющенко Александр Андреевич.

4-се Благовещен бер мандатлы һайлау округы
Хафизов Рөстәм Фларид улы – “Газ-Сервис”тың генераль директоры, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, КПРФ-тың Калинин район комитетының беренсе секретары.

6-сы Белорет бер мандатлы һайлау округы
Әхмәтйәнов Хәниф Ниғәмәтйән улы – Өфө приборҙар эшләү берекмәһенең һанлы программаға идара итеүҙе көйләүсе, КПРФ-тың Октябрь район комитетының беренсе секретары.

6-сы Нефтекама бер мандатлы һайлау округы
Ғәлин Илһам Илүс улы – “Уралнефтегазспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, КПРФ-тың Нефтекама ҡала комитетының беренсе секретары.

7-се Салауат бер мандатлы һайлау округы
Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы.

8-се Стәрлетамаҡ бер мандатлы һайлау округы
Старов Вадим Николаевич.

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһынан Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды программаларында сәйәси партияның съезында ҡабул ителгән программаның 10 пункты нигеҙҙе тәшкил итә.


Программабыҙҙың ун пункты –
Тыуған илебеҙ киләсәгенең
яңы образы ул
(КПРФ-тың һайлау алды программаһынан)


1. Беҙ – нефть һәм газ тармаҡтарын национализациялау яҡлы.
2. Үҙебеҙҙең иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙергә, долларҙың диктатынан һаҡланырға ваҡыт. Беҙ Рәсәйҙе Бөтә донъя сауҙа ойошмаһынан сығарыу мәсьәләһен хәл итергә әҙербеҙ.
3. Рәсәйгә өр-яңы асыҡ һәм юғары технологиялар нигеҙендәге заманса ҡеүәтле сәнәғәт кәрәк. Фәнде тергеҙмәйенсә ХХI быуатта индустриялаштырыу мөмкин түгел.
4. Рәсәй ере үҙ халҡын һәм тағы ла 500 миллион кешене сифатлы аҙыҡ-түлек менән туйындыра ала. Ауылда ҙур хужалыҡтарҙы, орлоҡсолоҡто һәм тоҡомло малсылыҡты тергеҙергә, алыпһатарҙарҙың тоҙағын емерергә, бюджет сығымының кәмендә 10 процентын агросәнәғәткә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтергә кәрәк.
5. Кредит ресурстарын – илде тергеҙеүгә. Бөгөн транспорт инфраструктураһы буйынса Рәсәй 48-се урынды биләй. Һауала, һыуҙа пассажирҙар һәм йөк ташыуҙың сифаты йәһәтенән беҙ 87-се һәм 82-се баҫҡыстабыҙ. Инвестицияны бына ҡайҙа һалырға кәрәк!
6. Хаҡтарға һәм тарифтарға контроль. Былтыр аҙыҡ-түлеккә хаҡ 20 проценттан ашыуға артты. Йәшәү кимәле буйынса Рәсәй донъяла 91-се урынға тәгәрәне. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә сығым ғаилә килеменең 10 процентынан артмаҫҡа тейеш.
7. Рәсәйҙә һалым һалыу системаһы тамырынан хаталы. Беҙ өҫтәмә хаҡҡа һалымды әкренләп бөтөрөргә тәҡдим итәбеҙ. Илгә физик берәмектәрҙең килеменә прогрессив һалым кәрәк.
8. Беҙ социаль өлкәне емергес “ҡулайлаштырыуҙы” туҡтатасаҡбыҙ. Мәктәпкәсә тәрбиә системаһы ҡайтанан эшләй башлаясаҡ. Урта һәм юғары белемдең асыҡлығы һәм юғары сифаты гарантияланасаҡ. Беҙ һөнәри-техник белем биреү системаһын тергеҙәсәкбеҙ. “Һуғыш балалары” тураһындағы закон кисекмәҫтән ҡабул ителәсәк.
9. Көслө ил – имен тормош. КПРФ – коррупцияға һәм енәйәтселеккә кәртә ҡуйыу буйынса ҡәтғи саралар яҡлы.
10. Рәсәй халыҡтарының күп милләтле мәҙәниәте – уның рухи үҫешенең нигеҙе, уның ғорурлығы һәм тарихи ҡаҙанышы.

Хөрмәтле һайлаусылар!
Хаҡтың һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тарифтарҙың артыуына, эшһеҙлеккә, түләүле белемгә һәм медицинаға, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһын емереүгә ҡаршыһығыҙ икән, КПРФ өсөн тауыш бирегеҙ!

Беҙҙең номер – 12.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә