Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Тыуған ил” (“Родина”) партияһы – №1
Бөгөн донъяны күптәр өсөн һиҙелмәгән, әммә ҡурҡыныс һуғыш яуланы. Терроризм дауылы ғәйәт ҙур катаклизмға әүерелеп, донъяны ғәйепһеҙ ҡорбандар ҡанында батырырға ниәтләй. Көн һайын яңы мәғлүмәт: Донбасс, Сүриә, Брюссель, Ницца, Төркиәлә шартлау, Ҡырымда диверсиялар әҙерләү… Был процестарҙың сәхнә артындағы режиссерҙары арта барған хәүефте күҙәтә һәм контролдә тота алмай.
Рәсәйҙә лә, унан ситтә лә халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн әле булһа быҫҡып янған филтәне һүндерергә кәрәк. Тыуған илебеҙҙең мөһим миссияһы ошоға ҡорола.


“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы – №1Алексей ЖУРАВЛЕВ, Дәүләт Думаһы депутаты, “Тыуған ил” (“Родина”) партияһы рәйесе:
– 90-сы йылдарҙа Көнбайыштағы “ҡыҙыҡһынған кешеләр” илебеҙҙе нисек кенә тарҡатырға теләмәһен, Рәсәй суверенитетын һаҡлап ҡала алды. Ул көслө сәйәси милләт тупланы. Бөгөн Тыуған илебеҙ террорсы урҙаларға ҡаршы сыҡты. Был еңеүҙәр Милли лидерҙың, Ҡораллы Көстәребеҙҙең тырышлығы менән яуланды.
Рәсәй үҙаллы тышҡы сәйәсәткә табан йүнәлеш алды. Беренсе урында – шәхси мәнфәғәттәрҙе яҡлау.
Рус общиналары конгресы, “Тыуған ил” (“Родина”) партияһына нигеҙ һалыусы Дмитрий Рогозин егерме йылдан ашыу тап ошоноң өсөн көрәште. Президенттың тоғро союздашы “Тыуған ил” (“Родина”) социаль-патриотик партияһы ла нәҡ ошондай тышҡы сәйәсәтте бөтә яҡлап хуплай.
Һайлау алдынан үҙҙәре өсөн отошло риториканы күтәреп сыҡҡан, асылда иһә бар нәмәне тел сарлауға һәм бюрократияға ҡайтарып ҡалдырған бөтә сәйәсмәндәрҙән айырмалы, беҙ – патриоттар, туранан-тура эш итеүселәр партияһы.
“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы легаль булмаған миграцияға ҡырҡа ҡаршы. Был – терроризмға тағы ла бер кәртә. Закон яҡлыбыҙ: рөхсәт менән килдең, эшләнең, һалым түләнең һәм ҡайтып киттең. Ошо рәүешле Рәсәйҙәге һәр кешенең, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең именлеген тәьмин итергә мөмкин.
Тыуған ил – ул барыбыҙ ҙа, һәр ҡайһыбыҙ. Берләшеп, берҙәм Милли фронт менән Президенттың курсын яҡлап сығыш яһарға ваҡыт.


“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы – №1“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы – тыныслыҡты һәм именлекте яҡлаған Милли фронт ул.
Игорь КОРОТЧЕНКО, хәрби эксперт, “Национальная оборона” журналының баш мөхәррире, Донъяла ҡорал менән сауҙа итеүгә анализ үҙәге директоры, Рәсәй Оборона министрлығы ҡарама­ғындағы Йәмәғәт Советы ағзаһы, запастағы полковник:
– Сиктәребеҙ эргәһендә – һуғыш, бөтә донъяла – теракттар, Европа үҙәгендә – дини фанатиктар. Иҡтисади санкцияларға ла, Ҡырым­дың Рәсәйгә ҡайтыуын танымауға ла, Олимпия уйындары алдынан мельдонийға бәйле шау-шыуға ла, НАТО-ның Рәсәй сигенә яҡынла­шыуына ла, Путинға һәм Рәсәйгә ҡаршы агрессив белдереүҙәргә лә түҙербеҙ.
Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, бөгөн Рәсәй терроризмға ҡаршы көрәштең башында атлай. Армияға, флотҡа һәм Милли лидерыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсөнә таянып, Рәсәй ҡәтғи сәйәсәтте тормошҡа ашыра.
Тап шуға күрә беҙ террор утының Тыуған илебеҙ гражданына башҡаса ҡағылмаясағына инана алабыҙ. Беҙ донъя күләмендә лә, ил эсендә лә алдан күҙаллап эш итәбеҙ. Күптән түгел генә көс подразделение­ларының Санкт-Петербургта үткәргән операцияһы ла быға асыҡ дәлил. Уның барышында илебеҙҙә тыйылған, теракттар әҙерләү менән шөғөлләнгән ИГИЛ ойошмалары ағзаларын ҡулға алды. Әлбиттә, “илебеҙҙә тыйылған ойошма” тигән һүҙбәйләнеш кенә фажиғәгә кәртә ҡуя алмай. Яуызлыҡты тамырынан бөтөрөргә кәрәк.



“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы – №1“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы өсөн тауыш биреп, һеҙ көслө һәм бойондо­роҡһоҙ илдә ирекле, тотороҡло һәм лайыҡлы тормошто һайлайһығыҙ.
Федор БИРЮКОВ, “Тыуған ил” (“Родина”) партияһының Сәйәси Советы Президиумы Бюроһы ағзаһы:
– Башҡалар үҙҙәрен оппозиция тип танытҡан осорҙа, беҙ Рәсәйҙең һәр гражданын тышҡы һәм эске хәүефтән һаҡларлыҡ Милли фронт төҙөйбөҙ. Беҙ русофобтарға, дошманға һәм һатлыҡ йәндәргә ҡаршы көрәштең алғы сафында барабыҙ. Һүҙгә генә ҡайтып ҡал­маған, ә эштә сағылған ысын ватан­сылыҡ – бына ошо.
Илебеҙ халҡының именлеге – Рәсәйҙең уңышлы үҫешендә төп шарт. Бик күп быуындарҙың тырышлығы менән беҙ донъяла иң ҙур илде төҙөнөк. Беҙҙең илдә һәр граждандың азатлығын тәьмин итерлек тәртип булырға тейеш.
“Тыуған ил” (“Родина”) партияһы тәү сираттағы башланғыстар иҫәбендә етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына түбәндәге закон проекттарын тәҡдим итергә ниәтләй:
– “Лайыҡлы тормоштоң социаль стандарты тураһында”ғы Федераль закон проекты;
– “Үҙоборона тураһында”ғы Федераль закон проекты;
– Рәсәй Федерацияһының Миграция кодексы проекты.
Беҙ “Тыуған ил” (“Родина”) партияһы, Милли лидерға илдә тәртип булдырыуҙа ярҙам итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын, Рәсәйҙә күпселекте тәшкил иткән рус халҡының мәнфә­ғәттәрен яҡлау өсөн Дәүләт Думаһына барабыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә