Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Пенсионерҙар партияһы
“Пенсионерҙар партияһы” сәйәси партияһы программаһы

Эш юлы. Халыҡ тарафынан яҙылған программа.
Эшләргә, Ҡарар ҡабул итергә, Һайлар­ға ваҡыт.
Яҡын киләсәккә илебеҙҙең яҙмышын граждандар хәл итәсәк. Һәр кеше үҙе өсөн сит-яттарҙың уйлауын, ҡарар ҡабул итеүен һәм эшләүен теләрме, әллә хоҡуҡтары, тотороҡлолоҡ, киләсәк өсөн үҙе тауыш бирерме?
Илебеҙҙә иҡтисади үҫеш нөктәләре етерлек. Тышҡы дошманға ҡаршы көрәшә алабыҙ, тарих төпкөлөнән шулай килә. Әле иһә беҙгә берләшеп, кемгәлер ҡаршы түгел, ә нимәнелер яулар, үҙебеҙҙең именлек, хәүефһеҙлек, илебеҙҙең иҡти­сади сәскә атыуы өсөн көрәшергә кәрәк. Эске һәм социаль сәйәсәткә көс-ҡеүәтебеҙҙе йүнәлтергә ваҡыт.

Теләк булһа,
булдыра алырбыҙ.
Берҙәмлектә – көс


Һәр кешенең йәшәү кимәлен күтәреү һәм тормош сифатын яҡшыртыу, барлыҡ сәләмәт социаль көстәрҙе туплау һәм Рәсәй дәүләтселеген нығытыу маҡсатында илебеҙҙең тотороҡло үҫешенә, Рәсәй йәмғиәтен туплауға бергәләп булышлыҡ итергә тейешбеҙ.
Илдең иҡтисади именлеге бөтә быуындарҙың етеш тормошона таяна – был беҙҙең позиция.
Бер ниндәй ҙә “бюджет” аҡсаһы юҡ, ә һалым түләүселәрҙең аҡсаһы ғына бар. Һәр беребеҙ ҡаҙнаны тулыландырҙы йәки тулыландыра, шуға күрә был аҡсаның нисек һәм ҡайҙа тотонолоуын һорарға хоҡуҡлыбыҙ. Ҡәнәғәт түгелбеҙ икән, ике юл бар: бүлмәлә ултырып, коррупция тураһында ҡысҡырырға йәки сәйәсәт менән шөғөлләнә башларға, һис юғында кандидаттар өсөн уйлап тауыш бирергә.
Бер нәмәгә лә ҡатнашмайынса, битараф ҡалырға ярамай – 90-сы, 2000 йылдар үтте, ил күпте кисерҙе, байтаҡ эш башҡарҙы һәм бик күп проблемалар ҙа тупланы. Уларҙы иҡтисади ығы-зығы, яҡты киләсәк вәғәҙә итеү ярҙамында ла йәшереп ҡалыу мөмкин түгел. Яҡшыраҡ йәшәргә теләйбеҙ икән, үҙебеҙҙе лә, илде лә ҡулға алырға, ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итә башларға тейешбеҙ. Пенсионерҙар партияһы – эш партияһы. Беҙҙең артыбыҙҙа – тәжрибә, сабырлыҡ, белем һәм башлаған эште аҙағына еткереү ғәҙәте.
Сафтарыбыҙҙы ваҡыт тулыландыра. Тауышыбыҙҙы ишетмәү мөмкин түгел.
Беҙ:
– көслө, тотороҡло, һөҙөмтәле, хоҡуҡи ДӘҮЛӘТ яҡлыбыҙ;
– кешелекле, берҙәм, ғәҙел, оптимистик йәмғиәт яҡлыбыҙ;
– яуаплы, социаль яҡланған, әүҙем, үҙ дәрәжәһен белгән граждан яҡлыбыҙ.
Һәр кеше өсөн яҡланғанлыҡ тойғоһо һәм иртәгәһе көнгә ышаныс бик мөһим. Был хәҙер айырыуса әһәмиәтле. Эш санкцияларҙа ла, иҡтисади көрсөктә лә, башҡа халыҡ-ара ыҙғыштарҙа ла түгел. Баҙар шарттарында ла Рәсәйгә билдәле бер уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек биргән иҡтисади ҡеүәткә нигеҙ һалған шәхестәрҙең барыһы ла хәҙер ситтә ҡалды. Был кешеләр юлдар һәм ҡалалар төҙөнө, ауылды, производстволарҙы күтәрҙе, Тыуған илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалды, ғилми көстө тупланы һәм иң мөһиме – илдең ҡеүәтенә ышанды.
Хәҙер улар – пенсионер. Был кешеләр муллыҡты ла, именлекте лә: иркен фатирҙарҙы, затлы автомобилдәрҙе, кибеттәрҙә тулы кәштәләрҙе көтөп алды. Әммә үҙе өсөн түгел! Совет алдынғылары хәҙерге алға киткән ил өсөн күп йәһәттән балласҡа әүерелде. Йәштәрҙең дә яҙмышы ябай түгел. Әлеге 40 йәшлектәр СССР-ҙа тыуған. Даими үҙгәреүсән уйын шарттарында уларға ла еңел түгел. Был кешеләргә ата-әсәләре һәм балалары өсөн икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Ил түбән тәгәрәй, тип әйтеүе еңел. Был – ләститселәрҙең һәм ваҡытлы “сәйәсмәндәрҙең” эше. Көрсөк – мөмкинлектәр осоро ул. Беҙҙең өсөн иһә – властың бөтә кимәлдәрендә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ҡайтанан ҡарау, закон сығарыуҙағы ығы-зығыны туҡтатыу һәм ғәйәт ҙур илдә йәшәүебеҙҙе аңлау мөмкинлеге. Уның именлеге өсөн тото­роҡло эш шарттары булдырырға, халыҡтың социаль йәһәттән әүҙем өлөшө – 30-40 йәшлектәрҙең иңенән артыҡ йөктө алырға кәрәк. Күп булмаған, әммә ысын социаль гарантиялар иҫәбенә.
Партиябыҙҙың төп бурысы – 42 миллион самаһы пенсионер йәшәгән Рәсәй халҡының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау. Өлкәндәрҙең төп өлөшө социаль ярҙамға әле булһа ҙур мохтажлыҡ кисерә. Беҙ ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Дәүләт Думаһында ниндәй саралар файҙаланыуыбыҙҙы, ниндәй закон проекттарын тәҡдим итеүебеҙҙе һәм уларҙың үтеүен тәьмин итеүебеҙҙе рәсәйҙәргә күрһәтергә әҙербеҙ.
Партиябыҙ социаль өлкәләге “ауыртҡан урындарҙы” яҡшы белә. Һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм мәғариф систе­маһындағы етешһеҙлектәр, торлаҡ өлкәһендәге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау системаһындағы проблемалар беҙгә яҡшы таныш. Әйткәндәй, Президент әйтеүенсә, капиталь ремонт системаһы һөҙөмтәле эшләмәһә, беҙҙе был өлкәлә торлаҡ фажиғәһе көтә.

Пенсионерҙар Рәсәйҙә яҡшы йәшәргә тейеш!

Граждандарҙың тырышлығы һәм фиҙакәрлеге, уларҙың социаль яуаплы­лығы – тотороҡло үҫкән илдең нигеҙе ул.
Сәйәси партияларҙың һәм көстәрҙең күпселеге пенсионерҙарҙың ихтыяжы һәм мәнфәғәте хаҡында биш йылға бер тапҡыр, сираттағы һайлау осоронда хәтеренә төшөрә.
Беҙҙең партия иһә бөгөнгө һәм буласаҡ пенсионерҙар, уларҙың өмөт-хыялдары, проблемалары хаҡында көн дә уйлай, үҙенең асылы буйынса уҡ ул өлкәндәрҙең мәнфәғәттәрен өҙлөкһөҙ һәм даими яҡлай.
Пенсия – граждандың хеҙмәт һәм социаль әүҙемлеге тамамланған осор, тигән фекер дөрөҫ түгел.
Беҙҙең партия пенсияның хөкөм ҡарары түгеллеген иҫбатлаясаҡ.
Йәштәр киләсәкте уйлағанда ата-әсәһенең, өләсәй-олатайҙарының бөгөнгө һәм буласаҡ йәшәү кимәле хаҡында фекер йөрөтә. Өлкән быуын үҙенең рухи асылы буйынса йәштәргә ярҙам итергә ынтыла.
Беҙҙең партия – хеҙмәт кешеһе пар­тияһы, уның бөгөнгө һәм киләсәк мәнфәғәттәрен эҙмә-эҙлекле яҡлай.
Тейешле эш шарттары тыуҙырылған, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән, имен ҡартлыҡ тәьмин ителгән тотороҡло, һөҙөмтәле, хоҡуҡи дәүләттә йәшәгән социаль яҡланған һәм яуаплы граждан – маҡсатыбыҙ. Беҙ уға ынтылабыҙ, ошоға өлгәшеү өсөн көрәшәбеҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә