Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ат тулаһа тәртә емерәме?
Ат тулаһа  тәртә емерәме?Төркиәлә 28 июндән, Истанбул ҡалаһының Ататөрөк аэропортында шартлау яңғырағандан бирле, тынлыҡ урынлашҡаны юҡ әле. Фажиғәлә 40 кешенең ғүмере өҙөлдө, 230-ҙан ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Был хәлдең илдә бөгөн барған ихтилал менән бәйләнеше булмаһа ла, төбәктә ниндәйҙер сәйәси уйындар алып барылыуы көн кеүек асыҡ.

Үткән йома Төркиә етәкселеге ҡайһы берәүҙәрҙең илдә хәрби сыуалыш ойошторорға маташыуҙары тураһында иғлан итте. Президент Рәжәп Тайып Эрдоган был баш күтәреүҙә бер төркөм хәрбиҙәрҙе ғәйепләне һәм халыҡты урамға сығырға саҡырҙы. Ә бына влас­ты үҙ ҡулына алырға маташыусылар иһә конституцион ҡоролошто һаҡлап ҡалырға, граждандарҙың иркен һәм хоҡуҡтарын яҡларға теләүҙәрен билдәләне.
Иң мөһиме — ил башлығы власты ҡулынан ысҡындырманы, йүгәнде ныҡ тотто. Шәмбе көнө үк ихтилал күтәргән­дәрҙе ҡулға алыуҙар башланды — 1,5 мең хәрби һаҡ аҫтына алынды, биш генерал һәм 29 полковник вазифаһынан бушатылды. Ике йөҙҙән ашыу ҡоралһыҙ һалдат Анкаралағы хәрби штабты ҡал­дырып, полицияға килгән. Хәрби ихтилал һөҙөмтәһендә 90-ға яҡын кеше һә­ләк булған, меңдән ашыуы яраланған. Төрөк прокуратураһы Юғары судтың — 48, Конституцион судтың 140 ағзаһын ҡулға алыуға ордер биргән.
Түңкәрелеш, майҙан, ихтилал үткән ҡайһы илде алма, сәйәсмәндәр шунда уҡ ваҡиғаны АҠШ менән бәйләй. Был юлы ла белгестәр әлеге ихтилалда Американың ҡыҫылышы барлығын билдәләй. Ә бына төрөк властары баш күтәреүҙә дин әһеле Фәтҡулла Гюлен тигән кешене ғәйепләй. Ул оҙаҡ йылдар Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй. Сыуалышты ойошторорға маташҡан хәрбиҙәрҙең барыһы ла Төркиәнең икенсе йүнәлештә үҫешенә өмөтләнгән кемалистар булыуы ла күпте һөйләй. Етмәһә, полковник, майор дәрәжәһендә хеҙмәт иткән әлеге хәрбиҙәрҙең күп­селеге АҠШ һәм НАТО-ла урынлашҡан хәрби уҡыу йорттарында белем алған икән.
Әлегә иһә ихтилал Төркиә Президентына кемдең кем икәнен аныҡ күрһәткәндер тип ышанырға ғына ҡала. Мәҫәлән, АҠШ уны үҙ кешеһе итеп күрмәй, киреһенсә, аяҡ салырға ғына тора булып сыға түгелме? Был юлы ихтилал күтәреүселәр үҙ маҡсатына өлгәшә алманы, әммә ваҡиғаларҙы икенсе йүнәлешкә ебәрер өсөн Украина схемаһын да ҡулланырға була бит! Хәл-ваҡиғалар бер аҙ яйланғансы, АҠШ был хәлгә ҡарата тулыһынса бита­рафлыҡ күрһәтер, моғайын. Ул саҡта Төркиә теләйме-юҡмы Рәсәй менән Ҡытайға һыйынырға мәжбүр буласаҡ. Бынан тыш, әлеге ихтилал Төркиәнең Сүриә һәм “Ислам дәүләте” алдында тотҡан урынын да ҡаҡшатыуы ихтимал. Эрдоган Сүриәнең Рәсәй менән ниндәй кимәлдә хеҙмәттәшлек итеүен күреп, әлеге хәлдән һуң Төркиә менән Сүриә араһында йөрөгән ИГИЛ террорис­тарының юлын ябасаҡ, тип фаразлай белгестәр. Рәсәй разведкаһы үҙ сиратында Эрдоганға бер нисә көн алдан уҡ хәрби ихтилал ойоштороуға әҙерлек башланыуы, хатта президент­тың рези­денцияһына ҡарай хәрби вертолет­тарҙың йүнәлгәнен хәбәр иткән, әммә был мәғлүмәткә ҡолаҡ һа­лыусы булмаған. Ә бит Рәсәй хәрбиҙәре баш күтәреүселәрҙең түңкәрелеш ойошторор алдынан бер-береһенә ебәргән радиограммаларын тотоп алған. Был хаҡта Анкаралағы мәғлүмәт сығанағына һылтанып, FARS иран агентлығы яҙа. Эрдоган үҙе иһә ихтилал тураһында: “Мине алдан кейәүем иҫкәртте, әммә мин ышанманым”, — тип һөйләй. Тимәк, иҫкәртеү­селәр булһа ла, президент хәлдең ҙурға китеүен күҙаллай алмаған.
Ихтилалдан һуң Төркиәләге сәйәси хәл ҡырҡа үҙгәрәсәк, тип фараз ҡыла сәйәси күҙәтеүселәр, сөнки әлеге мәлде файҙаланып, Эрдоган оппозицияны ла боғаҙынан аласаҡ, илдә тотороҡ­ло­лоҡто ҡаҡшатҡан ҡайһы бер партия­ларҙы ла тыясаҡ. Ни тиһәң дә, республикала авторитар президент хакимлығы урынлаштырыу тураһында Эрдоган күптән хыялланған. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдарында ла, хәрбиҙәр составында ла әллә күпме “баш осасағы” көн кеүек асыҡ. Хатта ҡайһы берәүҙәр был ихтилалды Эрдоган үҙе илдәге хәлде үҙгәртеү һәм власын нығытыу өсөн ойошторған тигән һығымта яһай. Нисек кенә булмаһын, әлеге хәлдән һуң бөтөн хәрбиҙәр ҙә, власть структуралары ла туранан-тура президентҡа буйһонасаҡ. Ә йыш ҡына ҡатмарлы сәйәси ваҡиғаларға дусар булған ҙур һәм тотороҡһоҙ илде ул ҡулда тота аласаҡмы? Был һорауға яуапты ваҡыт күрһәтер.
Конфессия-ара, милләт-ара татыу­лыҡ тураһында гәзит биттәрендә күп һөйләйбеҙ. Быларҙың барыһы ла буш һүҙҙәр түгеллеген тап ошо ихтилал миҫалында күрергә мөмкин. Ғөмүмән, Эрдоган власҡа килгәндән алып илдә этноконфессиональ, иҡтисади һәм сәйәси проблемалар көсәйгән. Ә бит үткән быуаттың 20-се йылдарында Мостафа Кемаль Ататөрөк илде ҡойолоп барған Асман империяһының ҡалдыҡ­тарынан йыйып алған. Этник төрөктәр халыҡтың яртыһын да тәшкил итмәй, башлыса курдтар, әрмәндәр, гректар, болгар һәм черкестар. Шул осорҙа ғына илдән ике миллиондан ашыу грек халҡы депортациялана, ҡалған халыҡтарҙы “тау төрөктәре” тип яҙҙырыуға өлгә­шәләр. Ошо милләттәрҙән иң көслөләре курдтар булып сыға. Улар үҙҙәренең телен дә, мәҙәниәтен дә һаҡлап ҡала ала. Әлеге мәлдә ил халҡының 20-25 процентын (16 – 20 миллион кеше) тап улар тәшкил итә. Шуға ла Эрдогандың бары тик мосолман төрөктәр йәшәгән унитар ислам дәүләте төҙөргә маташыуы халыҡтың төрлө ҡатламдарында ризаһыҙлыҡ тыуҙырмай ҡалмай, әлбиттә. Милли мәсьәләләрҙең киҫкен­ләшеүенә демографик хәл дә йоғонто яһай. Һуңғы 25 йыл эсендә Төркиә халҡы 50 миллиондан 80-гә тиклем үҫкән. Һайлаусылар тауышы өсөн бында әүҙем көрәш бара. Оппозицион партиялар ҙа әүҙем эшмәкәрлек итә. Был йәһәттән Истанбулда булған 2013 йылдағы путчты ғына телгә алып китеү ҙә етәлер.
Әлегә илдә хәл киҫкен. Инвесторҙар ҡурҡыуға ҡалған, туризм индустрияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә, халыҡ шаңҡыған. Ил президенты Эрдоган республикала өс айға ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте. Ошо ваҡыт эсендә ул Төркиәлә тотороҡлолоҡ урынлашты­рырға ниәтләй. Шулай ҙа ихтилал күтәреүселәр йәнә бер тапҡыр үҙ маҡсатына ирешергә ниәтләр тип тә фекер йөрөтә. Бынан тыш, Эрдоган разведкаға ла ҙур шелтә ташлай. Әгәр улар ихтилал әҙерләнеүе тураһында үҙ ваҡытында белһә, ил бындай хәлгә ҡалмаҫ ине, ти президент. Баш күтәреүҙең ҡабатланыу ихтималлығын инҡар итеп булмай, сөнки әлеге мәлдә Төркиәнең хәрби диңгеҙ флоты үҙенең 14 карабының ҡайҙалығын белә алмай. Улар 15 июлдән бәйләнешкә сыҡмаған. Ихтилал башланған мәлдә караптар диңгеҙҙә булған. Флот командующийы Вейсель Кезеле менән дә бәйләнеш юҡ. Уның яҙмышы, ғөмүмән, кем яҡлы булыуы әлегә билдәһеҙ. Төркиәнең Хәрби-диңгеҙ флотында 19 фрегат, 8 корвет, 13 һыу аҫты кәмәһе иҫәпләнә.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 2

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 2

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы
Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы 01.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 4

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте...

Тотош уҡырға 6

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы 26.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев ете ай эшләгәндән һуң үҙ теләге менән ......

Тотош уҡырға 10


Комментарий өҫтәргә