Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Алда булһа ҙур теләк, эштән йәм таба йөрәк
Алда булһа ҙур теләк, эштән йәм таба йөрәкКисә Өфөлә бер төркөм алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырыу тан­танаһы булды. Бүләклә­неүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.


– Һеҙ барығыҙ ҙа – намыҫ ҡушыуы буйынса эшләү­селәр. Туған кол­лек­тив­тарығыҙ шундай уңғандар менән ғорур­ланырға хаҡлы, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең республика хәҙерге ҡатмарлы заманда ла үҫеүҙән туҡтамай, күптән түгел Санкт-Петербургта булып уҙған халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡор­тостан инвестиция йәлеп итеү буйынса тәүге 20 төбәк иҫәбендә аталды. Беҙ һайлауҙар менән бәйле осорға аяҡ баҫабыҙ. Был ваҡытта йәмғиәттәге һәр төрлө көстәр әүҙемләшә башлай. Уңыштарға күҙ йомоп, ә кәмселектәрҙе күпертеп күрһәтергә яратыусылар ҙа булыр, моғайын. Быны тыныс ҡабул итергә кәрәк. Тормош бит ул – төрлөһө була. Беҙ барыбер ышаныслы алға барыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Хеҙмәт алдынғыла­рына Рәсәй Президен­ты­ның Почет грамо­таһы, Рәхмәт хаттары, II дәрәжә “Ватан ал­дындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы, “Башҡортостан Рес­публикаһы алдын­дағы хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев ордендары һәм башҡа наградалар, шулай уҡ маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Улар ара­һында Өфө моторҙар эшләү берек­мәһе вәкил­дәре лә байтаҡ ине.
– Рөстәм Зәки улы, беҙҙең предприятие тураһында Һеҙ күп беләһегеҙ, хәбәрҙар­һығыҙ, коллективтың барлыҡ мөһим сараларында ла ҡатнашаһығыҙ. Был хәл һәр мотор эшләүсе өсөн күңелгә ятышлы, рәхмәт Һеҙгә! – тине ошо берекмәнең коммерция директоры Сергей Евстафьев.
Бөтәһе илленән ашыу кеше республика Баш­лығы ҡулынан награда алыу бәхетенә иреште. Уларҙан “Башҡортостан” телерадио­тапшырыуҙар компани­яһының алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева, “ДАСКО төркөмө” йәмғиәте директоры Александр Антонов, Рәсәйҙең Бо­йондороҡһоҙ проф­союздар федерацияһы рәйесе кәңәшсеһе Әмир­хан Сәмирханов һәм башҡалар, хеҙмәт­тәрен юғары баһа­лаған өсөн рәхмәт белдереп, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тойоп эшләргә вәғәҙә итте.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә