Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Кәрәк тирәк йыҡтыра
Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе Рәсәйҙең Ғәрәп дәүләттәре лигаһы менән берлектә Сүриә конфликтын яйларға ынтылыуы һәм был илгә махсус вәкил итеп Кофи Аннанды ебәреүҙәре, АҠШ Президенты Барак Обаманың Владимир Путин менән мөнәсәбәтте яйлар өсөн көтөлмәгән аҙымға барыуы, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссияның ЕС илдәре санкцияһына ҡарата яуап реакцияһы булғандыр.

Сөнниҙәр менән шығыйҙар илдәрҙе лә ыҙғыштыра

10 мартта Рәсәй һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының сит ил эштәре министрҙары Сүриә кризисын яйға һалыу мәсьәләһен тикшерҙе. Билдәле булыуынса, Ғәрәп дәүләттәре лигаһында Африка һәм Яҡын Көнсығыштың 19 дәүләте ағза булып тора. Сит ил эштәре министрҙарының осрашыуы Мысырҙың баш ҡалаһы Каирҙа үтте. Быға тиклем ҡайһы бер ғәрәп дәүләттәре, атап әйткәндә, Сәғүд Ғәрәбстаны, Катар кеүек илдәр Сүриә конфликтын яйға һалыу мәсьәләһендә Рәсәй менән Ҡытайҙың позицияһын тәнҡитләп сығыш яһағайны. Уларҙың фекеренсә, рәсми Мәскәү менән Пекиндың Сүриәгә теләктәшлек белдереүе власть вәкилдәренең хәрби көс ҡулланып оппозицияны юҡ итеүенә килтерә. Кипрҙағы осрашыуҙан һуң улар фекерен үҙгәртергә мәжбүр булды. Сүриә кризисын яйға һалыу буйынса төп биш шарт билдәләнде. Шуның береһе — ике яҡтың да хәрби көс ҡулланыуын туҡтатыу. Рәсәй һәм ғәрәп дәүләттәре Сүриә кризисын яйға һалыуҙа БМО-ның махсус вәкиле, ошо халыҡ-ара ойошманың элекке генераль секретары Кофи Аннанға ҙур өмөт бағлай. Ни өсөн тигәндә, ғәрәп дәүләттәрендә Кофи Аннандың абруйы бик юғары. Әммә уның абруйы ғына мосолман донъяһында быуаттар һуҙымында йәшәп килгән сөнниҙәр менән шығыйҙар араһындағы үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡты яйға һала алырмы икән? Сәғүд Ғәрәбстаны менән Сүриә араһындағы үҙ-ара ыҙғыштың башы тап ошо мәсьәләгә барып төртөлә лә инде. АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре сөнниҙәр менән шығыйҙарҙың дошманлығын үҙ маҡсатында оҫта файҙаланырға тырыша. АҠШ күптән инде донъялағы иң бай нефть ятҡылығына эйә булған Сәғүд Ғәрәбстанын үҙ яғына ҡаратып алған һәм ошо илде башҡаларға һөсләтеп, үҙ сәйәсәтен бойомға ашыра. Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдуллаға баш бирмәҫ Бәшәр Әсәдте властан алып ташлау әле төп маҡсат булып тора. Унан әкренләп Иранға ла сират етәсәк тигән һүҙ. Ошондай шарттарҙа Рәсәй Ливияны Сүриә “революционерҙарын” әҙерләп ятыуҙа ғәйепләп сығыш яһаны. Рәсәйҙең БМО-лағы илсеһе Виталий Чуркин шулай уҡ Ливия һуғыш мәлендә НАТО ғәскәрҙәренең тыныс халыҡты ла утҡа тотоуын, ә Муаммар Каддафи үлтерелгәндән һуң Ливияның сит илдәргә, шул иҫәптән Сүриәгә ҡорал сығарыуын һәм һуғышсылар әҙерләп ятыуын тәнҡитләне. Ливияның Премьер-министры Әбделрәхим Киба был мәғлүмәттең ялған булыуын иҫбатларға маташа. Ҡайһылай ғына булмаһын, был тәңгәлдә утһыҙ төтөн сыҡмай, тиҙәр. Рәсәй илсеһе лә был мәғлүмәтте һауанан алып әйтмәгәндер.

Обаманың көтөлмәгән аҙымы

АҠШ Президенты Барак Обама “Оло һигеҙ” илдәре саммитының үткәрелеү урынын кинәт кенә үҙгәртеп, донъя сәйәсмәндәрен генә түгел, үҙенең яҡын арҡадаштарын да аптырашта ҡалдырҙы. Был саммиттың 18–19 майҙа Чикаго ҡалаһында үтергә тейешлеген былтыр йәй көнө үк билдәләп ҡуйғайнылар. Саммитты тейешле кимәлдә уҙғарыу, ҡаланы төҙөкләндереү һәм башҡа сығымдар өсөн Чикаго ҡалаһына ил ҡаҙнаһынан 60 миллиард доллар аҡса йүнәлтелә. Саммитҡа әҙерлек эштәре теүәлләнер алдынан ғына уның үткәреү урыны Вашингтондан алыҫ булмаған Президент резиденцияһы Кэмп-Дэвидҡа күсерелә. “Оло һигеҙ” илдәренә Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, Рәсәй, АҠШ, Франция һәм Япония инә. Был форумда шулай уҡ ЕС илдәре лә ҡатнашып килә. Бына ошо халыҡ-ара форумдың тиҙ арала бер урындан икенсе урынға күсерелеүендә, баҡһаң, Рәсәйҙең яңы һайланған Президенты Владимир Путин сәбәпсе икән. Чикаго ҡалаһында “Оло һигеҙ” саммитынан һуң НАТО-ның Европалағы ПРО системаһын хәл итмәй тороп Рәсәй НАТО саммитында ҡатнашыуҙан баш тарта. Хәҙер килеп Б. Обама саммитты үҙ резиденцияһына күсереп, В. Путин менән мөнәсәбәттәрҙе яйламаҡсы икән. Билдәле булыуынса, көҙгә АҠШ-та ла Президент һайлауҙары буласаҡ. Шуға ла Б. Обамаға көнбайыш илдәре менән дә, Рәсәй менән дә мөнәсәбәттәрҙе яйлау, үҙенә һайлау алды мәрәйе туплау мөһим. Чикаго өсөн түккән аҡсаға ҡарағанда икенсе мөҙҙәткә һайланыу ҡиммәтерәк шул.

Рәсәй “батька”ны яҡлай

11 мартта Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия Хөкүмәттәренең ЕС илдәренә ҡарата берлектәге белдереүе донъя күрҙе. Рәсәйҙең тәҡдиме менән ЕС тарафынан Белоруссияға ҡарата ҡулланылған иҡтисади санкцияларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында һүҙ бара. ЕС илдәре, 2010 йылдың декабрендә Белоруссиялағы президент һайлауҙары мәлендә кеше хоҡуҡтарын боҙоу факттары барлығына һылтанып, Белоруссияға иҡтисади санкциялар ҡулланғайны. Был иһә Рәсәй файҙаһына түгел. Шуға ла Рәсәй бөгөн Александр Лукашенконың позицияһын яҡлап сығыш яһарға мәжбүр.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы 01.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте 01.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте...

Тотош уҡырға 0

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары вазифаһын ҡалдырҙы 26.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев ете ай эшләгәндән һуң үҙ теләге менән ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы яңы вице-премьер Олег Ли менән таныштырҙы 25.05.2026 // Сәйәсәт

Ул республикала яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Владимир Жириновский менән аралашыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Владимир Жириновский менән аралашыуы хаҡында һөйләне 22.05.2026 // Сәйәсәт

«Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир ......

Тотош уҡырға 3

Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен һалды

Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен һалды 21.05.2026 // Сәйәсәт

Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен һалды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү буйынса совет булдырылды

Башҡортостанда Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү буйынса совет булдырылды 20.05.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү буйынса совет булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Яһалма интеллект өсөн яуаплы: Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы вице-премьеры менән таныштырҙы

Яһалма интеллект өсөн яуаплы: Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы вице-премьеры менән таныштырҙы 20.05.2026 // Сәйәсәт

Яһалма интеллект өсөн яуаплы: Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы вице-премьеры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлекте тикшерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлекте тикшерҙе 18.05.2026 // Сәйәсәт

Республика йортонда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың Мораҙым тарлауығына Белоруссиянан тағы 6 зубр килтерелде

Башҡортостандың Мораҙым тарлауығына Белоруссиянан тағы 6 зубр килтерелде 14.05.2026 // Сәйәсәт

Хәҙер республикала 31 зубр, шул иҫәптән Башҡортостан ерендә тыуған быҙауҙар йәшәй....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде 13.05.2026 // Сәйәсәт

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә