Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Иҫке йырға — яңы көй
Тарихи процестарҙы, матди һәм рухи донъяның үҫеш закондарын кире бороп, йәғни үткәндәрҙе ҡайтарып буламы? Әлбиттә, фекер йөрөтөргә һәләтле һәр кем “юҡ” тип яуап бирә. Ләкин ысынбарлыҡта уға кире мәғәнә һалырға тырышып ятҡан әҙәмдәрҙе лә байтаҡ осратырға мөмкин. Яңыраҡ Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығында “Рәсәй милләтенең бөтөнлөгөн нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” тигән федераль маҡсатлы программа концепцияһы проекты әҙерләнеп, Хөкүмәт ҡарамағына тапшырылыуы хаҡындағы мәғлүмәт тап шул турала уйланырға мәжбүр итә.
Беренсенән, ниндәй ҙә булһа программа эшләп ғәмәлгә ашыра башлау менән генә теге йәки был милләттең үҙ атамаһын ташлап икенсе халыҡҡа күсеүе кеүек миҫалдар донъя тарихында осрамай, сөнки был — тәбиғәткә, ғөмүмән, кешелек цивилизацияһының үҫешенә ҡаршы күренеш. Икенсенән, “Рәсәй милләте” тигән төшөнсәнең яһалмалылығы, уның АҠШ ерлегенә оҡшатырға тырышыу арҡаһында барлыҡҡа килеп, беҙҙә ҡулланырға маташыуҙың һөҙөмтәһеҙ тамамланасағы ла бәхәсһеҙ. Өсөнсөнән, программаның һуңғы осорҙа милләт-ара низағтарҙың көсәйеүе сәбәпле ижад ителеүенә бәйле, бындай юл менән халыҡтар араһында татыулыҡ урынлаштырып булмай, тип әйтке килә. Рәсәй Федерацияһы, ысынлап та, Ҡушма Штаттар түгел, сөнки беҙҙә, АҠШ-тан айырмалы, халыҡтар үҙҙәренең тарихи Ватанында йәшәй.
Күрәһең, проект өҫтөндә эшләүселәр был хаҡта уйланмаған. Ә бит батша хакимиәтенең урыҫ булмаған халыҡтарҙы быуаттар буйына суҡындырырға, урыҫлаштырырға маташыуының төрки халыҡтар ерлегендә уңышһыҙлыҡҡа осрауы ла быға көслө дәлил була алыр ине. Ошо уҡ сәйәсәтте, дөрөҫ, ялтырауыҡлы лозунгтарға таянып, КПСС етәкселәре лә дауам итеп ҡараны — һөҙөмтә шул уҡ. Төрки халыҡтарҙың урыҫлашырға теләмәүе, хатта теше-тырнағы менән ҡаршы тороуы, әлбиттә, айырманың телдә, ғөрөф-ғәҙәттәр, диндәрҙә булыуы менән генә аңлатылмай. Төркиҙәр славяндарға ҡарағанда элегерәк ойошҡан, тимәк, боронғораҡ халыҡ һәм уларҙың тарихи хәтере оҙонораҡ, көслөрәк. Ә ундай халыҡтарҙы милләтенән ваз кистереү мөмкин түгел. Быны өлөшләтә проект авторҙары ла танырға мәжбүр булған. Тотош Рәсәй буйынса уҡыусыларҙың 73 проценты үҙен Рәсәй гражданы тип хис итһә, ундайҙар милли республикаларҙа 50 процент ҡына, тигән үкенес белдерә улар. Тимәк, “илдең бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн” дөйөм гражданлыҡ тойғоһоноң барлыҡҡа килеүе мотлаҡ. Күренеүенсә, проектты эшләүселәр Рәсәй халыҡтарын урыҫлаштырыуҙы ил бөтөнлөгө хаҡына дауам итмәксе. Быныһы инде халыҡтар мәнфәғәтенең түгел, ә абстракт ил төшөнсәһенең беренселлегенә ишара яһап, концепцияның объектив нигеҙгә ҡоролмауын аңлата. Тимәк, БМО-ның милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғына, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына, тимәк, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ла, ҡаршы килә.
Ни өсөн бындай маҡсат ҡуйыла һуң? Концепцияла уға яуап бар: һуңғы ваҡытта абруйы ҡаҡшаған урыҫ халҡының мәртәбәһен күтәрергә кәрәк. Бындай фекер менән килешеп булмай, сөнки бер ҡасан да бер ҡәүемдең хәлен икенсеһенекен мөшкөлләндереү иҫәбенә яҡшыртыуҙың мөмкин түгеллеге аңлашылып тора. Ә урыҫ халҡының абруйы ҡаҡшауын тарихи сәбәптәр менән генә аңлатырға мөмкин: империяның “арҡа һөйәге”н тәшкил иткән был халыҡтың ҡасандыр ташып барған пассионарлыҡ тойғоһо һүнеүгә дусар ителгән. Әйтәйек, ҡасандыр ундай хискә самаһыҙ бай инглиз, француз, испан һәм португалдар ҙа бит икһеҙ-сикһеҙ биләмәләренән ваз кисеп, бәләкәй генә дәүләттәрендә ғүмер һөрөп ятырға мәжбүр.
Йырҙың һүҙҙәре иҫкергәс, уға яңы көй яҙыу менән генә популярлыҡ өҫтәлмәй. Концепция авторҙарының урыҫ ерлегендә “Рәсәй милләте”н әүәләү идеяһы ғәмәлгә ашасағы көслө шик уята, сөнки ул объектив үҫеш закондарын инҡар итә. Әгәр ҙә һүҙ урыҫ мәҙәниәте тураһында бара икән, мәҫәлән, төркиҙәр үҙ тарихын, традиция һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һис кенә лә урыҫтыҡынан түбән һанамай, сөнки төрки халыҡтар мәҙәниәте Дәшти Ҡыпсаҡҡа тиклемге дәүерҙәргә үк барып тоташа. Был тойғо төрки-мосолмандарҙың аңында һәм ҡанында һаҡланып, быуындан быуынға күсә килә.
Төбәктәр үҫеше министрлығы Рәсәй милләтен әүәләүҙең өс вариантын эшләгән, тип яҙа “Коммерсантъ” гәзите. Уларҙың береһе ҡаҙнаға 12,1 миллиард һумға, икенсеһе — ун, ә өсөнсөһө өс тапҡырға ҡиммәтерәккә төшәсәк. Маҡсатҡа өлгәшеү юлдары ла билдәле: мәғариф, киң мәғлүмәт саралары, Интернет һәм социаль реклама. Бер һүҙ менән әйткәндә, пропаганда. Әйткәндәй, мәғарифта был линия концепция эшләнгәнгә тиклем үк ғәмәлгә ашырыла башланы. Милли традицияларҙы үҫтереү йүнәлешендә милли республикаларҙа йәшәгән урыҫтарға дәүләт яҡлауы йөҙөнән “дуҫлыҡ йорто”, “милләттәр йорто” кеүек клубтар асыу ҡарала икән. Быныһы айырыуса Төньяҡ Кавказ республикаларына хас күренеш булмаҡсы!
Ошоноң менән бәйле һуңғы ваҡытта әүҙем ҡуҙғатылған “урыҫ халҡы — дәүләтте ойоштороусы” тигән фекергә ҡарата бер нисә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Рәсәй Федерацияһында, ҡайһы бер даирәләрҙә “Федерация” төшөнсәһенән ҡасырға маташыуға ҡарамаҫтан, дәүләт власының берҙән-бер сығанағы — уның күп милләтле халҡы, йәғни ул урыҫтарҙың ғына түгел, башҡа халыҡтарҙың да үҙбилдәләнешкә хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу (шуға күрә лә Федерация) нигеҙендә барлыҡҡа килгән, һәм был принцип Рәсәй Конституцияһының 3-сө статьяһында нығытылған. Был — бер. Икенсенән, урыҫ халҡын ғына дәүләт барлыҡҡа килтереүсе тип һанарға ынтылып, концепцияны эшләүселәр Рәсәй Федерацияһының демократик федератив хоҡуҡи (1-се статья) принцибына ҡаршы килә. Шулай уҡ был ҡараштың Төп закондағы 19-сы (тиң хоҡуҡлылыҡ), 26-сы (туған телдәрҙән файҙаланыу) һәм 29-сы (милли дошманлыҡ тыуҙырырға маташыу) статьялар менән ярашмауын да атарға кәрәк.
Әлбиттә, һуңғы ваҡиғаларға бәйле милләттәрҙең һыйышып тыныс йәшәүе өсөн ниндәйҙер саралар күреү фарыз. Сит республикаларҙан ағылған эшһеҙҙәр (уның СССР-ҙың, тимәк, иң элек колониаль сәйәсәттең ауыр мираҫы булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй) былай ҙа эшһеҙлектән, фәҡирлектән интеккән Рәсәй халыҡтары араһында ризаһыҙлыҡты көсәйтә. Шул уҡ ваҡытта был процесс иң элек демографик хәлгә бәйле булып, донъяның байтаҡ иленә, иң элек Европаның көнбайыш өлөшөнә хас, ләкин уларҙан айырмалы, Рәсәй Федерацияһында был проблемаларҙың туранан-тура баҙар мөнәсәбәттәренә бәйле булыуы уларға икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Беҙҙә эшһеҙлек, фәҡирлек иҡтисади сәйәсәт булмауға, социаль сәйәсәттәге ғәҙелһеҙлеккә бәйле.
Мәхмүт ХУЖИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды

Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды 19.09.2026 // Сәйәсәт

Бөтә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙ эшен башланы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны 18.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы 18.09.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге асылды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һайлау башланды

Башҡортостанда һайлау башланды 18.09.2026 // Сәйәсәт

Республикала һайлау участкалары асылды....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һайлауҙа тәртип һаҡлауҙа 10 меңдән ашыу полицейский ҡатнаша
Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде

Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде 17.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде...

Тотош уҡырға 1

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай 16.09.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 2

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 2

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә