2015 йылға ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Үтеп барған йылдың шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-хәсрәттәре лә, юғалтыуҙары ла булды. Донъя бит... Уның ҡарауы, был һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Беҙ сираттағы тапҡыр, Рәсәйҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә үҙ урыны, үҙ һүҙе булыуын дәлилләп, беҙҙең менән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ күрһәттек. Хәҙер иһә нисек тә ошо юлдан тайпылмаҫҡа...Ил, донъя кимәлендәге мөһим сәйәси ваҡиғаларҙы барлауҙы 2015 йылдың иң сағыу һәм иң иҫтәлекле сараһынан – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейынан башлағы килә. Бөйөк Ватан һуғышы Рәсәйҙәге, республикабыҙҙағы һәр ғаиләнең, һәр кешенең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Кемдер яҡындарын юғалтты, кемдер тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе тәьмин итеп, тылда көс түкте, кемдер, фронттан ҡайтып, ҡанлы алыштар, яу яланында башын һалған полкташтары хаҡындағы иҫтәлекте ғүмер буйы күңел түрендә йөрөттө. Шуға күрә Рәсәй халҡы өсөн был дата ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, ул – шатлыҡлы ла, күп йәһәттән, йырҙа йырланғанса, күҙ йәштәре менән һуғарылған ҡайғылы ла байрам. Ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Илебеҙҙең йәшәүгә хоҡуғын, бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ысын батырҙар быуыны китеүҙән күңел болоҡһой.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеүҙең 70 йыллығын киҫкен халыҡ-ара ҡаршылыҡтар юҫығында байрам иттек. Көнбайыш илдәр, “демократик ҡиммәттәр”ен беҙгә көсләп тағып, Рәсәйгә тағы ла йәшәргә өйрәтеп маташа... Яңынан-яңы санкциялар уйлап табып, бөтә өлкәләрҙә лә хәлде ҡатмарлаштырып, беҙҙе һындырырға тырыша... Йә иһә быны шым ғына хуплай... Ғәмәлдәре барып сыҡмаҫ, Рәсәй быны күп тапҡыр иҫбатланы.
Уҙып барған йылда донъя сәйәсәтенең иң төп темаһы, моғайын, халыҡ-ара террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш булғандыр. Сентябрь аҙағында Рәсәй “Ислам дәүләте” хәрәкәтенә (ИГИЛ — ҡайһы бер илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә тыйылған ойошма) ҡаршы көрәштә яңы “фронт” иғлан итте. Ошоғаса Сүриәлә ИГИЛ-ға ҡаршы АҠШ етәкселегендә 60-тан ашыу дәүләтте берләштергән коалиция эш итә ине. Әммә һөжүмдәрҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советын урап, Дамаск менән бер ниндәй килешеүһеҙ башҡарылыуын иҫәпкә алғанда, яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк булды, әлбиттә. Хәйер, һүҙ улар хаҡында түгел, ә үҙебеҙҙекеләр тураһында. Рәсәйҙең Хәрби-йыһан көстәре, Сүриә президенты Башар Асадтың һорауы буйынса, террорсыларҙың объекттарын 30 сентябрҙән утҡа тота башланы.
Барыһы ла яҡшы, ойошҡан кеүек ине лә бит. Әммә... Сүриә – Төркиә сиге... 6000 метр бейеклек... “СУ-24”... Әллә ил етәксеһенең абруйын төшөрөп, уның сәйәсәтенә аяҡ салырға теләнеләр, әллә үҙҙәренең мәнфәғәттәренән сығып эш иттеләр, әллә бәғзе берәүҙәрҙең бойороғон үтәнеләр... Кем-кем, әммә Төркиә етәкселегенән беҙ быны көтмәгән инек. “Арттан килтереп тондорҙолар...” — тип, “Су-24”кә бәйле ваҡиғаларҙан һуң ил Президенты Анкараға “лайыҡлы” яуап бирәсәген вәғәҙәләне. Был осраҡта Төркиә президенты Рәжәп Эрдогандың беҙҙең осоусыларҙы һауа сиген боҙоуҙа ғәйепләп, “һыуҙан ҡоро сығырға” маташыуын да аңларға була. Бар донъяға улының бизнесы өсөн көрәшеүе, террорсылар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеүе, беҙҙең хәрби авиацияның ИГИЛ-дан осһоҙ хаҡҡа нефть ташыуға ҡамасаулауы, бензовоз колонналарын бомбаға тотоуы хаҡында һөйләп тормаҫ та инде. Ҡыҙғаныс, әммә ҡояшлы, диңгеҙле Төркиәне бөтөнләй белмәгән булып сығабыҙ. Эске сәйәсәт – айырым, туризм менән Рәсәй араһындағы йылы мөнәсәбәттәр айырым. Бөгөн иһә бөтөнләй айырым... Төркиәгә ял юлламалары һатыу туҡтатылды, тауар әйләнешенә алмаш эҙләйҙәр, импортты сикләү мәсьәләһе өйрәнелә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәренә санкциялар индерелде, 1 ғинуарҙан Төркиә менән Рәсәй араһында визаһыҙ аралашыу тураһындағы документ ғәмәлдән сыға, төрөктәрҙе эшкә йәлеп итеү ҙә закон менән тыйыла...
Октябрҙең һуңғы көнөндә Синай ярымутрауы өҫтөндә А321 аэробусының авиаһәләкәткә осрауы ла бар донъяны шаңҡытты. 224 кеше һәләк булды... Аҙаҡ асыҡланыуынса, самолетҡа шартлатҡыс һалынған булған. Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте ғәҙәттән тыш хәлде террор акты тип билдәләне. Һөҙөмтәлә хәүефһеҙлек маҡсатында Мысырҙа ял итеү ваҡытлыса сикләнде.
Йәнә террор... Был юлы — Францияның баш ҡалаһында. 132 кешенең ғүмере өҙөлдө, 352 кеше яраланды... Теракттар (улар өсөн яуаплылыҡты “Ислам дәүләте” үҙ өҫтөнә алған) өс төркөм тарафынан башҡарылды. Тәүге үлемдар төркөм Франция – Германия футбол матчы барған Stade de France стадионы янында “эш итте”. Икенселәре иһә яҡынса ошо уҡ ваҡытта бер нисә ресторанды һәм пиццерияны ут эсенә ялманы – енәйәтселәр халыҡҡа машиналарында көйө автомат тоҫҡаны. Иң ҡанлы ваҡиғалар “Батаклан” концерт залында теркәлде.
Париждағы ваҡиғалар француздарҙы ғына түгел, бар донъя йәмәғәтселеген ИГИЛ-ға ҡаршы берләшеүҙең һәм бер төптән эш итеүҙең мөһимлеге хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Әлеге тема Төркиәнең Анталия ҡалаһында үткән G20 кәңәшмәһендә лә ҡаралды. Ғәҙәттә, “ҙур егерме” саммитында тәү сиратта иҡтисад мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Был юлы иһә Париждағы хәл-ваҡиғалар үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
Донъя йәмәғәтселеген шаңҡытҡан икенсе бәлә — ул да булһа тотош материкты баҫып алып барған ҡасаҡтар ағымы. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: быйыл Европаға миллионлаған мигрант килде. Ә бит уларға йәшәү урыны хәстәрләргә, эш табып бирергә, пособие түләргә кәрәк. Өҫтәүенә араларында кемдәрҙең генә булмауы мөмкин... Миллиондар иҫәбендә террорсы ла, енәйәтсе лә юҡ тип берәйһе яуаплылыҡ алғанмы? Береһе лә медицина тикшереүе үтмәй... Ирекһеҙҙән, ҡасаҡтар ағымы боронғо грек мифологияһындағы “Троя аты”на оҡшап ҡуя. Хәйер, айырма бар: ҡиммәтле “бүләк” Спарта батшалығына еңеү килтергән, беҙҙең осраҡта иһә “Троя аты” уларҙың вариҫтары төҙөгән дәүләттәрҙе — тотош Европаны — эстән өҙгөләй...
Быйылғы йыл халыҡ-ара сәйәси аренала Украина көрсөгөн хәл итеүҙән башланды. Донбасста хәлдәр киҫкенләшкәндә, хәрби ҡапма-ҡаршылыҡтар киң ҡоласлы һуғышҡа әүерелә барғанда Минск ҡалаһына, Ангела Меркель, Франсуа Олланд һәм Петр Порошенко янына ил Президенты Владимир Путин да килде.
Ғөмүмән, беҙҙекеләрҙең Украина мәсьәләһенә ҡарата тышҡы сәйәсәте йыл дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалды: илдең көнсығышындағы хәрби ҡаршылыҡтарҙы сәйәси үҙгәртеп ҡороу ғына туҡтата ала. Һөҙөмтәлә 12 февралдә башланған күп сәғәтлек фекер алышыу уңышлы тамамланды. Иң мөһиме — низағлашыусы яҡтар араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, Донбасстағы һуғыш йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш ине. Ине...
Ҡыҙғаныс, әммә февраль һөйләшеүҙәренең оптимизмы оҙаҡҡа барманы. Тыныслыҡ тураһындағы килешеүҙең бер пункты ла тулыһынса үтәлмәне тиерлек. Бер нисә айға тынып торған хәрби бәрелештәр ҙә яңы көс менән ҡабаттан тоҡанды...
Әлбиттә, бындай осрашыуҙар бер февраль айында ғына һәм бер Минск ҡалаһында ғына ла булманы. Төрлө форматтағы фекер алышыуҙар йыл дауамында барҙы: норманд осрашыуҙары, контакт төркөмдөң кәңәшмәһе һ.б. Әммә хәл һаман үҙгәрешһеҙ ҡала. Фекер алышыуҙан ары китә алмайбыҙ.
Ә шәхсән беҙҙең республика өсөн Кәзә йылы нисек булды һуң? Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты Һиндостанда ла белә башланылар... Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен Бразилия етәкселеге үҙҙәренә гастролгә саҡырҙы... Халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө һәм төп кәсебе булған солоҡ ҡорттарын үрсетеү һәм унан табыш алыу хаҡында Ҡытай журналистары махсус тапшырыу әҙерләне... Ә башҡорт телен Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән үҙе өйрәнергә ҡушты... Күреүегеҙсә, быйыл йәй Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарының һөҙөмтәһе эре инвестиция проекттарында, республикабыҙҙың иҡтисади үҫешендә, сит илдәр менән әүҙем хеҙмәттәшлектә генә сағылманы. Һәр хәлдә, Өфөнөң өр-яңы, халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, Пекин, Мәскәү, Шанхай, Бразилиа, Нью-Дели һәм әлегә тиклем ШОС, БРИКС илдәре башлыҡтарын ҡабул иткән донъяның башҡа ҡалалары менән бер сафҡа баҫыуы — оло ҡаҙаныш, йылдың, бәлки, быуаттың иң ҙур ваҡиғаһы булғандыр. Иң мөһиме — мәртәбәле форумға әҙерлек барышында республиканың баш ҡалаһында тиҫтәләгән саҡрым юл төҙөкләндерелде, парк, скверҙар, биналар яңыртылды, Өфөнөң йөҙөн сағылдырған йәмғеһе биш меңдән ашыу объектҡа өр-яңы һулыш инде. Ағиҙелдең яр буйы заманса төҫ алды: хәҙер ул — ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ял итеү урыны. Республиканың һауа ҡапҡаһы ишектәрен киңерәк асты: элегерәк халыҡ-ара терминал сәғәтенә 200 пассажирҙы ҡабул итһә, хәҙер 800 кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле. Яңыртылған Конгресс-холл симпозиумдар, форумдар, конференциялар үткәреү өсөн заманса майҙансыҡҡа әүерелде. Шәхси инвесторҙар ҡалала ете ҡунаҡхана, шул иҫәптән Hilton, Holiday Inn, Sheraton кеүек бөтөн донъяға танылған брендтарҙың объекттарын төҙөнө. Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгән арала тағы бер ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ: Өфө Рәсәй субъекттарының административ үҙәктәре араһында халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә Волга буйы федераль округында иң яҡшы ҡала исеменә лайыҡ булған.