Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Суҡмар көсөн аң ҡөҙрәте еңә
Сүриә мәсьәләһе буйынса тәүге килешеүгә өлгәшеү, Молдовалағы сәйәси көрсөк, АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың тәүге тапҡыр Урта Азияның биш дәүләтенә юлланыуы һуңғы осорҙа донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды.

Илселәрҙең бәләкәй еңеүе

30 октябрҙә Австрияның Вена ҡалаһында Сүриә конфликты буйынса тәүге киң ҡоласлы һөйләшеү булды. Бындай форматтағы сара­ның инициаторы – Рәсәй илселәре. БМО-ның Хәүеф­һеҙлек советы ағзалары (Рәсәй, АҠШ, Ҡы­тай, Франция, Бөйөк Британия), Европа союзы һәм Яҡын Көн­сығыш илдәре ҡатнаш­лығында уҙған осрашыу һөҙөмтә­ләрен “ҡәнәғәтлә­нерлек” тип баһаларға була. Ни өсөн ти­гән­дә, Сүриәләге низағ буйынса төрлө ҡа­рашлы сәйәс­мән­дәрҙең бер өҫтәл тирәләй ултырырға форсаты дүрт йыл булма­ны. Йә бер, йә икенсе ил ҡаршы сыға, башҡа сәбәп­тәре табыла тора... Ниһа­йәт, уй-ниәттәр бер ни тиклем бойомға ашты.
Барыһын бергә туплау еңелдән булманы. Рәсәй илселәре, һәр ҡатнашыусы ил менән айырым һөйләшеү алып барып, дөйөм уңышҡа өлгәште. Быға Рәсәй Ҡо­раллы Көстәренең Сүриә биләмәһендә уңышлы хәр­би операция алып барыуы ла булышлыҡ итмәй ҡал­ма­ны, әлбиттә. Үткән аҙна­ла боевиктарҙың базала­рын бомбаға тота башлауға бер ай тулды.
Әлбиттә, ИГИЛ боевиктарын тулыһынса еңеү хаҡын­да һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. Шулай ҙа тәүге уңыштар бар. Вена ҡалаһында үткән һөйләшеү ҙә уңышлы хәрби операцияның дауамлы бер өлөшө булып тора. 19 дәү­ләт вәкиле осрашыуының төп һөҙөмтәһе – туғыҙ пункт­тан торған килешеү планы. Быға ярашлы, Сүриә бар­лыҡ дин һәм милләттәр өсөн үҫеш мөмкинлектәре тәьмин иткән бер бөтөн дәүләт булып ҡалырға, сә­йәси ҡоролошон үҙгәрт­мәҫ­кә тейеш. Шулай уҡ, до­ку­ментҡа ярашлы, күсмә Хөкүмәт формалаштырыу, конституция реформаһы, барлыҡ халыҡ ҡатнаш­лы­ғында һайлау уҙғарыу һәм башҡа саралар планлаштырыла. Сүриәләге хәлдәрҙе БМО эргәһендә булдырыл­ған махсус комиссия контролдә тотасаҡ.
Веналағы осрашыу барышында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Ирандан үҙенең коллегаһы Джауат Зариф, шулай уҡ Төркиә, АҠШ һәм Сәғүд Ғәрәбстаны вәкил­дә­ре менән айырым һөйлә­шеүҙәр алып барҙы. Сүриә мәсьәләһендә Джон Керри менән уртаҡ тел табыуға өлгәшеү – Сергей Лавров­тың ҙур еңеүе.

Киевтан
“өлгө ала”


Молдова ла сәйәси көр­сөктән арына алмай. Кишинев ҡа­ла­һында яҙ көнө үк урам сыуалыштары баш­ланғайны. 6 сен­тябрҙә йәнә ярһыған халыҡ майҙанда палаткалар ҡороп, үҙ талаптарын етәкселеккә етке­рер­гә ынтылды. Быны Ук­раиналағы Майҙан менән сағыштырыусылар ҙа бул­ды. Урамға сыҡҡан кешеләр президенттың һәм ми­нистр­ҙар кабинетының от­став­каһын талап итә ине. Нин­дәйҙер кимәлдә улар маҡсатына өлгәште – 29 ок­тябрҙә Молдова парламенты Валерий Стрельцов етәкселегендәге Хөкүмәтте отставкаға ебәрҙе. Молдова президенты Николай Тимофти әле Хөкүмәт премь­ер-министры вазифа­һын башҡарыусы итеп Геор­гий Бреганы тәғәйен­ләгән.
Молдовала былтыр көҙ үткән парламент һайлау­ҙа­ры­нан һуң инде өсөнсө премьер-министр отстав­ка­ға ебәрелә. Мәғлүм бу­лы­уын­са, был илдең Де­мок­ратик, Либераль-демократик партиялары Европаға йөҙ борған, ЕС-ҡа ағза булып инергә ынтыла. Евросоюз иһә быға тиклем Молдовалағы олигархтар алышын ситтән генә күҙәтеп килде. Дөрөҫ, уларға нин­дәй­ҙер кимәлдә йүнәлеш тә бирҙеләр, финанс та бүл­деләр. Украина кеүек, Молдованы ла тулыһынса үҙ яғына ауҙарып алырға тырыша Көнбайыш сәйәс­мәндәре.
Молдова бөгөн сәйәси генә түгел, иҡтисади көрсөк тә кисерә. Етмәһә, элекке премьер-министр Владимир Филат 1 миллиард доллар дәүләт аҡсаһын үҙ­ләш­тереүҙә ғә­йепләнә. Уның менән икенсе бер олигарх Владимир Плахотнюк араһында күптән сәйәси алыш бара, тиҙәр. Евросоюз бығаса Филатты – “һәйбәт премьер-министр”, ә Плахотнюкты “насар олигарх” тип һанап килде. Әле килеп уларҙың “һәйбәт” кешеләре ҡулға алынғас, өндәшмәүҙе хуп күрәләр. Әйткәндәй, Владимир Плахотнюк та евроинтеграция яҡлы. Уны ни өсөн күрә алмайҙарҙыр инде – сәбәбе билдәһеҙ. Уларса эш итмәгәнгәлер, моғайын.
Ошондай шарттарҙа Ха­лыҡ-ара валюта фондының Молдоваға кредит бирере икеле. Европа союзы ла әле­гә аҡса менән ҡыуан­дырырға ашыҡмай. Ә ил ҡаҙнаһы буш. Ауыр мәлдә Молдоваға Мәскәү ярҙам итеп ҡуймаһын тип, Румыния етәкселеге 150 миллион доллар бүлергә бул­ды. Был өлгөгә Евросо­юз да эйәрер, тип көтәләр. Ә әлегә отставкаға ебә­релгән Валерий Стрельцов үҙенең уңышһыҙ идара итеүен Владимир Плахотнюкка япһара.

Урта Азия һәр кем өсөн уртаҡ?

АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри Урта Азия илдәре буйлап эш сәфә­ренә сыҡты. 30 октябрь менән 3 ноябрь араһында ул Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Төркмәнстанда булып, был илдәрҙәге хәлде яҡында­ныраҡ өйрәнеү маҡсатын ҡуйҙы. Афғанстандан НАТО ғәскәрҙәренең төп көстәрен сығарғандан һуң, бындағы боевиктарҙың Урта Азия дәүләттәренә яҫҡыныуы кө­сәйҙе. Унан килеп, Сүриәлә һуғыш бара һәм ИГИЛ ҡы­ҫырыҡ­ланғандан һуң улар­ҙың айырым көстәренең Урта Азия дәүләттәренә үтеп инеү ихтималлығы арта.
Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Тажикстан, Коллектив хәүефһеҙлек килешеүе ойошмаһында (ОДКБ) ағза булып торғанлыҡтан, хәл-ваҡиғалар ҡуйыра төшһә, илебеҙҙең хәрби ярҙамына өмөт итә ала. Алтын урта­лыҡты һаҡларға маташҡан Төркмәнстан һәм ОДКБ яр­ҙамынан баш тартҡан Үз­бәкстан иһә хәүеф аҫтында ҡала. Шуға ла улар был тәңгәлдә Көнбайыштың ярҙамына өмөт бағлай. Үзбәкстан быйыл уҡ АҠШ-тан бер ни тиклем хәрби ярҙам алды ла инде.
Джон Керриҙың был төбәккә эш сәфәре юҡтан ғына түгеллеге төҫмөрләнә – АҠШ Үзбәкстан, Төркмән­стан кеүек илдәрҙе үҙ йоғонтоһо аҫтына алырға самалай. Ә Рәсәй иһә Евразия союзын ошо йүнәлештә киңәйтергә иҫәп тота. Әле был союзда Ҡырғыҙстан менән Ҡаҙағстан ағза булып торһа, киләсәктә Тажикстанды ла йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Ҡытайҙың да был төбәктә үҙ мән­фәғәте бар. Улар элекке “Ебәк юлы”н ошо биләмә аша тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде 30.01.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Республиканың хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов ордены тапшырыла
Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы

Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы 30.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы еткәсеһе итеп йәнә Елена Прочаковская ......

Тотош уҡырға 2

Барыһы ла Еңеү өсөн: Радий Хәбиров 2026 йылдың өс төп һүҙен атаны

Барыһы ла Еңеү өсөн: Радий Хәбиров 2026 йылдың өс төп һүҙен атаны 30.01.2026 // Сәйәсәт

Быйылға иң мөһим бурысты ошо өс һүҙ менән әйтеп бирә алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Бөгөн Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында закон ҡабул ителә

Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында закон ҡабул ителә 29.01.2026 // Сәйәсәт

Февралдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү тураһында ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен ҡайҙа ҡарарға мөмкин икәне билдәле булды
Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай 26.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентына республика етәксеһе Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков менән осрашты

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков менән осрашты 23.01.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Владимир Жириновский урамы барлыҡҡа килә

Өфөлә Владимир Жириновский урамы барлыҡҡа килә 14.11.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарының береһенә билдәле сәйәсмән Владимир Жириновский исеме ......

Тотош уҡырға 10

Юрий Иванов – Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы

Юрий Иванов – Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы 03.09.2025 // Сәйәсәт

Юрий Иванов – Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы...

Тотош уҡырға 9

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 02.09.2025 // Сәйәсәт

Конкурс процедураларынан һуң Башҡортостанда Көйөргәҙе һәм Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары эш ......

Тотош уҡырға 20

Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһы мәктәбендә булды

Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһы мәктәбендә булды 01.09.2025 // Сәйәсәт

Республика Луганск Халыҡ Республикаһындағы ҡаланы шефлыҡҡа алды һәм унда социаль объекттарҙы ......

Тотош уҡырға 24


  1. Ғәли
    Ғәли от 05.11.2015, 15:27
    "Ҡыҙыу нөктә"ләргә аяҡ баҫмаған (йәғни донъя буйлап командировкала йөрөмәгән), урыҫ, башҡорт телен генә белеү һөҙөмтәһендә Рәсәй матбуғаты аша ғына алған мәғлүмәт буйынса фекер йөрөтөп, әллә ниндәй һығымталар яһап яҙылған, "журналист уйланыуҙары" тигән һыу буйы материалдар баҫтырғанға ҡарағанда, Самат Ғәлиуллиндың ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына яҙмалары отошлораҡ, минеңсә. Фәлән ерҙә һуғыш бара, төгәнендә завод шартлаған һ.б. Ә уның сәбәбен шул ергә барып, төрлө ил эксперттары менән һөйләшкәндән һуң ғына (урыҫ матбуғатынан уҡып ҡына түгел!) асыҡларға һәм һығымта яһарға була. Сәйәси темаға яҙылған оҙон-оҙон мәҡәләләрҙе уҡыйһың да, аптырап ҡалаһың. Үҙе күреп-белмәгән нәмәне ниңә яҙа "публицист"? Гонорар өсөнмө, әллә "халыҡ ул - һарыҡ, бер ни ҙә белмәй" тигән уйҙанмы? Ғөмүмән, бәғзе хәбәрселәрҙең көн дә тигәндәй сыҡҡан ҙу-ур материалын уҡығас, ошоно биш-алты һөйләм менән генә яҙһа ла булған бит инде тип уйлап ҡуяһың.

Комментарий өҫтәргә