Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Йәнә террор, йәнә Төркиәлә
“Ислам дәүләте” боевиктарының Төркиәлә иркен эш итә башлауы, Белоруссияла президент һайлау уҙыуы, Мәскәүгә эш сәфәре менән ОБСЕ-ның генераль секретары Ламберто Зеньерҙың килеүе уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Эрдоган нимәгә иҫәп тота?

Үткән шәмбелә Анкара ҡалаһында теракт ҡылынып, унда 100 самаһы кеше һәләк булды, 250-гә яҡыны төрлө тән йәрәхәте алды. Ошо ваҡиға айҡанлы Төркиәлә өс көнлөк матәм иғлан ителде.
Был дәүләттә июлдә лә ошоға оҡшаш фажиғә булып, 30-ҙан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Ул саҡта терактты “Ислам дәүләте” боевиктарына япһарғайнылар. Белгестәр ике ваҡиғаның оҡшашлығын, бер ҡул менән башҡарылғанлығын йәшермәй. Ошоға таянып, шундай фекергә килергә була: Сүриәлә, Ираҡта ҡоторонған боевиктар Төркиәгә лә үтеп инде һәм ҡанһыҙлығын күрһәтә башланы.
30 сентябрҙә Рәсәй Ҡораллы Көстәре самолеттары Сүриәләге боевиктарҙы һауанан утҡа тота башлағас, Төркиә президенты Тайып Эрдоган илебеҙ етәкселеген ҡаты тәнҡитләгәйне. Йәнәһе, Бәшәр Әсәд властан китмәй тороп, был ерҙә тәртип урынлаштырып булмаясаҡ. “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы бергәләшеп көрәшмәйенсә, уңышҡа өлгәшеүҙең икеле икәнлеген аңлап етмәйҙәр булһа кәрәк. Хәҙер килеп, Төркиә оппозицияһы Эрдогандың үҙен тәнҡитләй, илдә тәртип урынлаштыра алмауҙа ғәйепләп, отставкаһын талап итә. Был инде Рәсәйҙең Яҡын Көнсығышта алып барған сәйәсәтенең ни тиклем дөрөҫ булыуын иҫбатлай. Йәғни Сүриә биләмәһендәге боевиктар иртәме-һуңмы башҡа дәүләттәргә үтеп инеп, террор ҡыла башлаясаҡ. Был хаҡта илебеҙ етәксеһе Владимир Путин һәр саҡ иҫкәртә килде. Тележурналист Владимир Соловьев менән интервьюһында ла был хаҡта асыҡ әйтте.
Эйе, әле илебеҙ Сүриә биләмәһендәге “Ислам дәүләте” боевиктарын һауанан утҡа тота. Каспий диңгеҙендәге хәрби караптар ҙа был операцияға ҡушылды. Шул уҡ ваҡытта АҠШ һәм Көнбайыш Европа илдәре Рәсәйҙең был хәрби операцияһын ситтән көлөмһөрәп күҙәтә. Улай ғына түгел, беҙҙе илбаҫарлыҡта ғәйепләп маташалар. Ә бит Төркиәләге теракттарҙан һуң Европа илдәрендә лә ошондай күренештәрҙең ҡабатланыуы ихтимал. Уларға миллионлаған ҡасаҡ күсенде, миграция ағымы әле лә дауам итә. Был кешеләр араһында кем генә юҡ, һәм улар иртәме-һуңмы ҡулына ҡорал алып, теракт ҡылмаҫ тип берәү ҙә гарантия бирә алмай. Шуға ла Төркиә оппозицияһының борсолоуы урынлы. “Ислам дәүләте” боевиктарын юҡ итмәй тороп, Яҡын Көнсығыш илдәрендә лә, Европала ла тынғылыҡ булмаясаҡ. Тик Тайып Эрдогандың боевиктарға мәрхәмәтлек күрһәтергә ынтылыуы ғына аңлашылмай.

“Батька” бишенсе мөҙҙәткә инә

Белоруссияла президент һайлау булды. Унда Александр Лукашенко, 80 процент тауыш йыйып, бишенсе мәртәбә ил етәксеһе итеп һайланды. Төп дәғүәсеһе демократик партия лидеры Татьяна Короткевич ине. Президентлыҡҡа шулай уҡ Сергей Гайдукович, Николай Улахович ынтылып ҡараны.
2010 йылдағы һайлауҙан айырмалы, быныһы сағыштырмаса тыныс үтте тип әйтергә мөмкин. Үткән сараларҙан һуң “Батька”ның дәғүәселәренең күбеһе урам сыуалыштары ойошторғаны өсөн ҡулға алынып, төрмәгә ябылғайны. Был һайлау алдынан улар иреккә сығарылды.
АҠШ һәм Европа илдәре Александр Лукашенконы “Европаның һуңғы диктаторы” тип атағайны. 1994 йылдан бирле власта булған “Батька” был юлы сәйәсәттә һығылмалылыҡ күрһәтте. АҠШ һәм ЕС менән бер ни тиклем ыңғай мөнәсәбәт урынлаштыра алды. Шул уҡ ваҡытта Евразия союзы илдәре, айырыуса Рәсәй менән дуҫлығын һаҡлап ҡалды. Ошондай сәйәсәт алып барыуы уға еңеү алып килде лә инде. Унан килеп, Украиналағы һуғыш та Лукашенконың файҙаһына булды тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, күрше дәүләттә ниҙәр булып ятҡанын Белоруссия халҡынан да яҡшыраҡ белгәндәр юҡтыр. Бынан урындағыларҙың Украиналағы хәл үҙҙәрендә ҡабатланмаһын өсөн “Батька”ға тауыш биреүен тоҫмалларға була.
Хәҙер Белоруссия, Рәсәй йоғонтоһонан бер ни тиклем ҡотолоп, әкрен генә Көнбайышҡа йөҙ борасаҡ тип фаразларға мөмкин. “Европаса” йәшәп киткән Польша, Венгрия, Балтик буйы илдәренең йоғонтоһо уларҙа ла сағылыш тапмай ҡалмаясаҡ.

Уның еңеүе, имеш...

Кисә Мәскәүгә эш сәфәре менән ОБСЕ-ның генераль секретары Ламберто Зеньер килде. Билдәле булыуынса, Европа илдәрендә хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек өсөн яуап биргән был халыҡ-ара ойошманың абруйы ҙур. Шуға ла уның вәкилдәре Украинаның көнсығышындағы низағты көйләүҙә ҙур эш башҡара. Шул уҡ ваҡытта был ойошманың һаман да үҙ уставы юҡ. Был инде уның эшмәкәрлегенең халыҡ-ара хоҡуҡи-норматив акттарға тап килеп етмәүе хаҡында һөйләй.
Ламберто Зеньер Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашыуы барышында Украиналағы, Донбасс һәм Луганск халыҡ республикаларындағы хәл-торошто тикшерҙе. Мәғлүм булыуынса, низағты көйләү йәһәтенән Парижда уҙған һөйләшеүҙән һуң Донбасс, Луганск республикаларында октябргә һәм ноябрь башына тәғәйенләнгән урындағы власҡа һайлауҙар ваҡыты киләһе йылға күсерелгәйне. Осрашыу барышында ошо мәсьәлә лә тикшерелде. Петр Порошенко һайлауҙарҙы икенсе ваҡытҡа күсереүҙе ҙур еңеүе тип иҫәпләй. Ә бит был – Донбасс һәм Луганск республикаларының дипломатик ҡаҙанышы, сөнки тап улар Украина етәкселеге иғтибарын һайлауҙы үҙҙәрендә уҙғарыуға йүнәлтә алды. Шуның менән генә лә айырым статусҡа эйә төбәк икәнлеген иҫбат иттеләр.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә