Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡасаҡтан булмай ҡасып
Европала миграция мәсьәләһен көйләй белмәүҙәре, Бөйөк Британияла Лейборис­тар партияһы лидеры итеп Джереми Корбиндың һайланыуы, Тажикстанда хәүефһеҙлек саммиты башланыуы иғтибар үҙәгендә булды.


Европа халҡының төп бәләһе

Европа илдәре ҙур хәүеф аҫтында ҡалды: Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә барған һуғыш һөҙөмтәһендә меңәрләгән кеше яҡшы тормош эҙләп шул ҡитғаға ағыла. Ҡасаҡтар Урта диңгеҙ аша төрлө илдәргә килә һәм һуңынан башлыса Германия, Франция, Бөйөк Британия кеүектәрҙә төпләнә, сөнки тап уларҙа ҡасаҡтарға юғарыраҡ күләмдә пособие түләү ҡаралған. Тик был илдәрҙең дә мөмкинлеге сикле.
Билдәле булыуынса, 1985 йылда уҡ Шенген килешеүе буйынса Европа илдәре үҙ-ара дәүләт сиктәрен асыу хаҡында белдергәйне. Йәғни бер илгә килеп ингән ҡасаҡ икенсеһенә лә иркен үтә ала. Шуға ла Европа союзы етәкселеге мигранттар башта ҡайһы илгә мөрәжәғәт иткән булһа, шул илдә ҡалырға тейеш тигән талапты ҡуя.
Бындай сикләүҙәр генә ҡасаҡтар ағымын туҡтата алмай. Шул сәбәпле үткән аҙнала Германия көньяҡтан үҙ дәүләт сиктәрен ҡасаҡтар өсөн ваҡытлыса япты. Был хаҡта илдең эске эштәр министры Томас де Мозьер белдерҙе. Канцлер Ангела Меркелдең һүҙҙәренсә, Германия өс-дүрт йыл һуҙымында ярты миллионға тиклем мигрантты үҙенә һыйындыра ала, тик ҡасаҡтарҙың һаны бер йыл эсендә генә 300 меңдән ашҡан. Шуға ла Германия әлегә уларҙың ағымын көйләү өсөн сик буйын (Австрия яғынан) ябып торорға мәжбүр. Был өлгөгә Европаның башҡа илдәре лә эйәрмәксе, сөнки миграция мәсьәләһе уларҙың да зитына ныҡлы тейә. Эшһеҙлек кимәле юғары булған Франция өсөн ҡасаҡтар ысын мәғәнәһендә баш бәләһенә әүерелә бара. Донъялағы иҡтисади көрсөк арҡаһында башҡа илдәрҙә лә хәл шундайыраҡ. Мигранттарҙың, арзан эшсе көскә әүерелеп, урындағы халыҡтың “икмәген тартып алыуы” ихтимал.
Ә бына Германия канцлеры Ангела Меркель мигранттарҙы ил иҡтисадына ниндәйҙер кимәлдә инвестиция йәлеп итеүсе тип ҡарай. Шул уҡ ваҡытта немец халҡына эшһеҙлек янамаясаҡ, тип тә белдерә. Эйе, Германия иҡтисадының мөмкинлектәре киң. Ә бит Европа дәүләттәренең барыһының да иҡтисады улай көслө түгел. Унан килеп, ҡасаҡтар мәсьәләһе бер иҡтисадҡа ғына ла ҡағылмай бит әле. Күскенселәр үҙҙәре менән бергә яңы ғөрөф-ғәҙәт, дин, мәҙәниәт тә алып килә һәм уларҙың ҡылыҡтары урындағы халыҡҡа оҡшап етмәүе лә бар. “Ислам дәүләте” боевиктарының да ҡасаҡтар менән бергә Европа илдәренә үтеп инеүе мөмкин. Был инде – үҙе үк ҙур хәүеф. Бына шулай, Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә АҠШ башлап ебәргән һуғыштар Европаның төп бәләһенә әүерелә бара.

Лейбористар “һул”ға тарта


Бөйөк Британияла Лейбористар партияһы лидеры итеп билдәле социалист Джереми Корбин һайланған. Был кеше ошоғаса марксизм тәғлимәттәрен алға һөрөүсе булараҡ билдәле ине, шуға ла уға власть вәкилдәре әллә ни әһәмиәт биреп еткермәне шикелле. Әле килеп Корбиндың Лейбористар партияһы етәксеһе итеп һайланыуы етәкселекте һағайтмай ҡалманы. Илдең премьер-министры, консерватор Дэвид Кэмерон уны “илде тарҡатыуға илткән кеше” тип атап та өлгөрҙө. Шул уҡ ваҡытта Корбинды партия етәксеһе итеп һайланыуы менән ҡотлаусылар ҙа булманы түгел. Тәүгеләрҙән булып Грецияның “Сириза” партияһы тәбрикләү телеграммаһы ебәрһә, аҙаҡ Аргентина президенты Кристина Фернандес де Киршнер ҙа ҡотлаған.
Джереми Корбиндың Лейбористар партияһы лидеры итеп һайланыуы илебеҙ өсөн дә бик ҡулай, сөнки ул быға тиклем Бөйөк Британияның НАТО ағзаһы булыуына ҡаршы сығыш яһап килде, шул уҡ ваҡытта Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү кәрәклеген белдерҙе. Украинала Майҙан сыуалыштары булып уҙғандан һуң был илгә ярҙамды туҡтатыу мәсьәләһен дә ул башлап күтәрҙе. Әгәр ҙә власҡа килә ҡалһа, байҙарға һалымды арттырасағын, ярлылар мәнфәғәтен ҡайғыртасағын да әйтә килә.
Билдәле булыуынса, Бөйөк Британия парламентына сираттағы һайлау 2020 йылда уҙасаҡ. Шуға тиклем мәрәй туплап, халыҡ араһында абруй яулай алһа, кем белә, бәлки, Корбин илдең премьер-министры ла булып китер. Әлегә иһә Бөйөк Британияла Рәсәйҙең бер фекерҙәше барлыҡҡа килеүе лә – ҙур һөйөнөс.

Хәүефһеҙлек – алғы планда

14 сентябрҙә Дүшәнбе ҡалаһында ОДКБ илдәренең саммиты башланды. Коллектив хәүефһеҙлек килешеүе ойошмаһына Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан инә. Был хәрби блоктың генераль секретары итеп 2003 йылда уҡ Николай Бардюжа һайланған ине, һәм ул әле лә ошо вазифала. Николай Бардюжа заманында Президент хакимиәтендә лә, Хәүефһеҙлек советында ла етәксе булып эшләне.
ОДКБ-ла 2003 йылдан бирле бер етәксе ултыра, тинек. Ә ошо арауыҡта НАТО-ла дүрт етәксе алышынды. Әлбиттә, ОДКБ НАТО-ға ҡаршы ойошторолған блок түгел, шул уҡ ваҡытта быны инҡар итеп тә булмай.
Саммитта бик етди мәсьәләләр ҡарала. Иң мөһиме – Урта Азия илдәренә “Ислам дәүләте” боевиктарының үтеп инеү хәүефе арта. Бигерәк тә Тажикстан-Афғанстан сиге тыныс түгел. Етмәһә, быйыл 4 сентябрҙә Тажикстандың элекке оборона министры урынбаҫары генерал-майор Әбделхәлим Назарзода, ҡораллы төркөм ойоштороп, башта район эске эштәр бүлегенә, һуңынан хәрби ҡорал келәтенә һөжүм иткәйне. Һуңынан ул Рамит тарлауығына ҡасты. Илдең барлыҡ көс структуралары ошо енәйәтсе төркөмдө эҙәрлекләй. Бандиттарҙың бер өлөшө юҡ ителһә лә, ҡасып ҡотолғандары бар. ОДКБ илдәре етәкселәре, шул иҫәптән Владимир Путин ҡатнашҡан саммитта, хәүефһеҙлек мәсьәләләренән тыш, Сүриәләге, Украиналағы хәлдәр ҙә тикшерелер тип көтөлә.





Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә