Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Киләсәккә ышаныслы аҙым яһалды
Киләсәккә ышаныслы аҙым яһалды 8 – 10 июлдә Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтте.
Мәртәбәле сара һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

Николай ЕВДОКИМОВ, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһындағы Идара һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми тикшеренеү үҙәгенең бүлек начальнигы:
– Саммиттар – үҙмаҡсат түгел, ә артабанғы үҫеш сараһы. Был оло сараның Башҡортостанға тәү сиратта иҡтисади үҙгәрештәр алып килеренә ышанам — республиканың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе артыр, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килер, туризм әүҙем үҫешер. Һөҙөмтәлә халыҡтың йәшәү кимәле яҡшырыр, ә был – республика етәкселегенең төп маҡсаты. Күптән түгел Сочиҙа үткән Олимпиаданы ғына ла хәтергә төшөрөү етә — бер йыл эсендә Краснодар крайында туризм тармағы керемде 18,3 процентҡа арттырған, дөйөм хеҙмәттәр күләме 34,9 миллиард һумға күтәрелгән, предприятиеларҙа 650 мең миҙгелле һәм 40 мең даими эш урыны булдырылған. Ваҡыт үтеү менән ошондай уҡ күрһәткестәр менән Өфө лә маҡтаныр әле.

Дмитрий МИХАЙЛИЧЕНКО, сәйәсмән:
— Рәсәйҙе бер туҡтауһыҙ санкциялар менән ҡурҡытырға маташҡан осорҙа, әлеге геосәйәсәт шарттарында ШОС һәм БРИКС саммиттарының әһәмиәте бик ҙур. Рәсәйгә тәү сиратта тышҡы сәйәсәтте тигеҙләү зарур: һуңғы йылдарҙағы ише Көнбайышҡа артыҡ иғтибар бөгөн урынлы түгел. Шуға ла саммиттар илебеҙ өсөн үтә мөһим ваҡиға булды. Беренсенән, Рәсәй Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһында Һиндостан менән Пакистан кеүек илдәрҙең берләшеүенә лә башланғыс һалды. Икенсенән, беҙ Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойош­маһының үҫеш стратегияһын тәҡдим иттек. Форумда сик буйы мәсьәләләре буйынса хеҙ­мәт­тәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы, алдағы өс йылға террорсылыҡҡа, сепаратизмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек итеү программаһының хупланыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

Салауат ҒӘЗИЗОВ, һәүәҫкәр композитор:
— Саммиттарҙа ниндәй генә темалар күтәрелмәне: дәүләт башлыҡтары иҡтисад, финанс өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе, киләсәктә ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттар буйынса фекер алышты. Сәйәсәт, социаль өлкә, хәүефһеҙлек темалары ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. Етәкселәр мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәштәр менән алмашыу, туризмды әүҙемләштереү кәрәклеге хаҡында ла һөйләште. Миңә, мәҙәниәт кешеһенә, БРИКС ағзалығында торған ил башлыҡтарының осрашыуында мәҙәниәт темаһы төп мәсьәләләрҙең береһен тәшкил итеүе оҡшаны. Мәҙәниәт министрҙары хеҙмәттәшлектең бөгөнгөһөнә һәм киләсәктәге мөмкинлектәренә баһа биреп, үҙ-ара бәйләнеш тураһындағы хөкүмәт-ара килешеү проектын әҙерләне. Был мәҙәниәттең, сәнғәттең абруйы, ҡиммәте хаҡында һөйләй түгелме ни?

Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Башҡортостан халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенең генераль директоры:
– Донъя баҙарына ышаныслы сығабыҙ. Ҡытай фирмалары менән оҙайлы килешеүҙәр төҙөнөк. Былтыр Гунцинчэн ҡалаһында башҡорт балы һатылған тәүге магазинды астыҡ. Продукциябыҙ Ҡаҙағстанда ла танылыу яуланы. Был республикаға башҡорт бал ҡорттары сығарыла. Астанала сауҙа йорто барлыҡҡа килде. Унда бал ғына түгел, умартасылыҡ продукцияһынан эшләнгән дауалау-профилактика, косметика саралары һатыла. Ғөмүмән, республиканы танытыу брендтарыбыҙға яңынан-яңы баҙарҙар яулау мөмкинлеген бирә. Шуға күрә ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөлә үтеүен киләсәккә ҙур мөмкинлек тип ҡабул иттек һәм уның нәтижәһе тос булыр тигән ышаныстабыҙ.

Рәйлә БАЯЗИТОВА, эшҡыуар:
– Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү менән баш ҡалабыҙҙың статусы халыҡ-ара кимәлгә етте. Ҡаланың ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә әҙер икәнлегенә инандыҡ. Республикала туристик инфраструктура әүҙемләште: туристик маршруттар әҙерләнә, бер нисә телдә навигация системаһы эшләнә башланы ла инде. Ҡаланы төҙөкләндергәндә тап туристарҙы йәлеп итеүгә иғтибар бирелгән ине: объекттар, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр өсөн юлдар һалынды, юл күрһәткестәре ҡуйылды, музейҙар үҫтерелде. Әле ялын нәҡ Башҡортостанда үткәрергә теләгән бер нисә сит ил компанияһы менән һөйләшеү алып барабыҙ. Әйтергә кәрәк, был – тәү сиратта саммиттарҙың һөҙөмтәһе, киләсәктә килешеүҙәр күберәк булыр әле.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә