Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көлгә күмелһәң дә, бергә көн күр
Көлгә күмелһәң дә, бергә көн күр Был донъяла, айырыуса хәҙерге заманда бер генә дәүләт һәм ҡәүем дә яңғыҙ-яры йәшәй алмай. Илдәр һәм халыҡтарҙың ынтылышлы үҫеше өсөн уларҙың бер-береһе менән аралашыуы, Ғабдулла Туҡай әйтмешләй, тел үә лөғәт алмашып көн күреүе кәрәк. Ишекһеҙ-тәҙрәһеҙ, көплө мөхиткә һулар һауа ла, эсәр һыу ҙа, ҡояш нуры ла үтмәй. Яңғыҙ ағас, иркенлектән ирәйеп үҫһә лә, үҙен, урмандағы кеүек, ел-дауылға бирешмәҫтәй итеп тоя алмай. “Яңғыҙ ағасты ел бөгә, күмәк ағас елде бора” тигән һүҙ, ысынлап та, ғүмер баҡый раҫлана килә.


Көлгә күмелһәң дә, бергә көн күрТарихтан мәғлүм булыуынса, дәүләт­селектең ниндәй генә формаларында көн итмәһен, Рәсәй илдәр һәм ҡәүемдәр йәм­ғиәтендә һәр даим ҡулдашлыҡ, арҡаҙаш­лыҡ, ҡәрҙәшлек эҙләп йәшәгән. Юғары сәйәсәт ихтыяждары һәм тормош зарур­лығы был дәүләт хакимдарын йыш ҡына күҙгә тура ҡарамаҫ, ихласлыҡта ҡул бирешмәҫ етәкселәр менән дә бер ҡорҙа ултырҙаш булырға мәжбүр иткән.
Рус дәүләте, Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы тарихындағы төрлө илдәр, ойошмалар менән имзаланған килешеү­ҙәр, пакттар, союздарҙы хәҙер теҙә баш­ла­һаҡ, осона сыға ла алмауы­быҙ бар. Мәғәнә, бәлки, килешеүҙәрҙең күп­ле­гендә лә түгелдер. Уларҙың үҙ ва­ҡы­тында төҙөлөүе, дәүләттең иҡтисадын, халыҡ-ара хәлен нығытыуы, илдең абруйын күтәреүе мөһимерәктер. Ошо күҙлек­тән ҡарағанда, 1917 йылғы инҡилаптан һәм граждандар һуғышынан аҙаҡ, тотошлай сәйәси һәм иҡтисади ҡамауҙа ҡалған йәш Совет Республикаһының Германия менән 1922 йылдың 16 апрелендә имза­ланған Рапалло договорының ни дәрә­жәлә әһәмиәтле булыуын аңлау ҡыйын түгел. Харабаларҙа ятҡан, йонсоған, бөлгән ил алмандар менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү, бер-береңә дәғүәләрҙән баш тартыу, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр тураһында килешкән. Был — тотош дошмансылыҡ шарттарында ла барыбер хеҙмәттәшлеккә юлды табыу форсатының һаҡланыуына миҫал.
Әле Өфөлә асылырға торған халыҡ-ара осрашыуҙар ҙа (ул Башҡортостан матбуғатында, ниңәлер, сит телдән ингән “саммит” һүҙе менән йөрөтөлә) Рәсәйҙе һәр йәһәттән ҡыҫмаҡлау, яңғыҙлыҡта ҡалдырырға маташыу, уның иҡтисадын бөлдөрөргә ынтылыу ваҡытына тура килде. Бөгөнгө һымаҡ күп яҡлы һөжүмгә һуңғы йылдарҙа илебеҙ дусар булғаны юҡ ине.
Үҙенең киләсәге һәм дәүләттәр ҡорон­да лайыҡлы урын биләүе тураһында хәстәрлек күргән ил бер көн һәм осраҡлы отош менән генә йәшәмәй. Уның стратегик маҡсаттары һәм быуаттарҙан килгән традициялары була. Әйткәндәй, Евразия тоташҡан ерҙә ятҡан Башҡортостан аша борон-борондан сауҙа юлдары, мо­са­фир­ҙар, ғилемле сәйәхәтселәр һуҡ­маҡ­тары үткән. Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойош­­маһының әүҙем ағзалары булған Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы, Ҡаҙағстан Республикаһы, был ойошмала әлегә күҙәтеүсе статусында йөрөгән Һиндостан Республикаһы, Иран Ислам Республикаһы бәйләнеш­тәрен күп йәһәттән Башҡортостан ҡатнашлығында ла бойомға ашырған.
Шанхай ойошмаһына бына-бына ҡу­шы­ласаҡ, ә БРИКС (Brazil, Russia, India, China, South Africa) аббревиа­тураһын йөрөтөүсе, тиҙ үҫешеүсе биш дәүләтте берләштергән төркөмдә күре­некле урын биләгән Һиндостандың бойондороҡ­һоҙ­ло­ғон илебеҙ 1947 йылда танып, 14 ап­рел­дә дипломатик мөнәсәбәттәр бул­дыр- ­ған. Ҡытай Халыҡ Республикаһын иһә СССР 1949 йылдың 2 октябрендә донъя илдәре араһында беренсе булып таны­ған. Ошо ике ҙур дәүләт менән мөнәсә­бәттәр тарихында Ҡытайға сәнәғәт пред­приятиелары төҙөүҙә ярҙам күрһә­теү буйынса 1959 йылдың 7 февралендә Килешеүгә ҡул ҡуйыу, 1971 йылдың 9 авгусында СССР менән Һиндостан ара­һын­да тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында Договорҙы имзалау һиҙелер­лек эҙ ҡалдырҙы.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, Европа дәүләттәренең иҡтисадын һәм инфраструктура хужалығын тиҙләтеп аяҡҡа баҫтырыу өсөн 1948 йылда “Маршалл планы” бойомға ашырыла башлай. Идеологик сәбәптәр арҡаһында СССР Европаның 17 илен йәлеп иткән ошо программала ҡатнашыуҙан баш тарта һәм Көнсығыш Европалағы үҙ ҡулы аҫтында булған дәүләттәргә лә быны тыя. АҠШ-тың иҡтисади программаһына альтернатива рәүешендә, 1949 йылдың 5 – 8 ғи­нуа­рында Мәскәүҙә Болгария, Венгрия, Польша, Румыния, СССР һәм Чехословакия вәкилдәренең иҡтисади кәңәшмәһе үткәрелә, Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советын (СЭВ) булдырырға ҡарар сығарыла. Һанап үтелгән дәүләттәрҙән тыш, Советҡа төрлө ваҡытта Албания (1961 йылға тиклем), Вьетнам, ГДР (1990 йылға ҡәҙәр), Куба, Монголия ла инә. Ғәмәлдең идеологик асылына бик иғтибар бир­мәгәндә һәм уның Көнбайышҡа ҡаршы йүнәлтелгән булыуын иҫәпләгәндә, Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы союздаш илдәрҙең иҡтисадын нығытыуға ярайһы ғына булышлыҡ итте. Бары шул ғына: “үҙ-ара ярҙам” төшөнсәһе шартлы булды, сөнки хеҙмәттәшлек, башкөллө, СССР-ҙың йомартлығына таянды. Донъялағы ике социаль-сәйәси система араһындағы көндәшлек, шул рәүештә, үҙ эсенә иҡти­сади бәйләнештәрҙе лә алып инеп китте.
Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы, төбәк халыҡ-ара ойошма булараҡ, 2001 йылдың 14-15 июнендә әлеге ҡалала тер­кәлһә лә, шул йылда ғына хасил бул­маған. Үзбәкстандан башҡа, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Рәсәй һәм Тажик­стан, 1996 – 1997 йылдарҙа “Шанхай бише” тигән формаль булмаған ойошма төҙөп, хәрби өлкәлә ышанысты нығытыу, сик янында ҡораллы көстәрҙе бергәләп ҡыҫҡартыу йәһәтенән килешеүҙәр имза­ла­ғайны. Ҡорға Үзбәкстан да килеп ҡу­шыл­ғас, ойошма атамаһын үҙгәртте.
Ойошма эсенә ингән илдәрҙең билә­мәһе 30 миллион квадрат километр тәшкил итә. Был — Евразия еренең 60 проценты тигән һүҙ. Дәүләттәрҙең дөйөм демографик потенциалы — Ер йөҙөндә йәшәгән йәмғе халыҡтың сиреге икән­лекте, ә иҡтисади ҡеүәте тураһында һүҙ алып барғанда, Ҡытай иҡтисадының Америка Ҡушма Штаттарыныҡынан өҫтөнгә сығыуын да онот­маҫҡа кәрәк. ШОС-тың үҙенсәлектәренең береһе йәнә шунда ла: статусы буйынса ул, НАТО һымаҡ, хәрби блок та, АСЕАН кеүек, именлек буйынса асыҡ даими кәңәшмә лә түгел. Ойош­маның төп мәсьәләләре — ҡатнашыусы дәүләттәрҙе берләш­тергән иркен ерҙәрҙә тотороҡ­лолоҡ һәм именлекте нығытыу, террор­сылыҡ, сепаратизм, экстремизм, нар­ко­трафик менән көрәшеү, иҡтисади хеҙмәттәшлекте, энер­гетикала уҙаҡташ­лыҡты, фәнни һәм мәҙәни бәйләнеш­тәрҙе үҫтереү.
2001 йылдың йәйендә Шанхайҙа тәүге осрашыу үткәндән аҙаҡ, улар, бер йылға ла өҙөлмәй тиерлек, Санкт-Петербург, Мәс­кәү, Ташкент, Астана, Биш­кәк, Дү­шәмбе, Екатеринбург, Пекин ҡалала­рын­да ойошторол­до. Һәм, быйыл килеп, Баш­ҡортос­тандың пайтәхете Өфөлә. Ойошманың тулы хоҡуҡлы ағзаларынан тыш, күҙәтеү­селәр сифатында осра­шыуға Һиндос­тан, Иран, Монголия, Пакистан, Афған­стан вәкилдәре лә килә. Фекер алы­шыуҙа Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка етәксе­ләренең дә ҡатнашыуы ихтимал.
Хәҙер инде Бразилия, Рәсәй, Һин­достан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Респуб­ликаһын үҙ эсенә алған БРИКС ойош­­ма­һы тураһында бер кәлимә. Уға йылдам үҫешеүсе ҙур илдәр инә, һәм уларҙың отошло яғы — донъя иҡтисады өсөн мөһим булған ресурстарҙың күпселегендә. БРИКС илдәрендә эске тулайым продукттың үҫеү темпы, донъя менән сағыштырғанда, һуңғы ун йыл эсендә күпкә йылдамыраҡ. Ойошма буйынса үҙаҡташтар Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, “Егерме төркөмө”, Блоктарға ҡушылмау хәрәкәте, “77 төркөмө”, Африка союзы, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы һәм бүтән халыҡ-ара һәм төбәк ойошмаларҙа, структураларҙа әү­ҙем ҡатнашлыҡ итә. Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының мәғлү­мәттәренә ҡарағанда, БРИКС дәүләт­тәрендә донъя халҡының 45 проценты йәшәй. Улар Ерҙең 30 процентын биләп, донъялағы эске тулайым продукция­ның 25 процент самаһын етештерә.
БРИКС дәүләттәре башлыҡтары 2009 йылдан 2014 йылдың июленә тиклем Рәсәйҙең Екатеринбург, Бразилияның Бразилиа, Ҡытайҙың Санья, Һиндос­тан­дың Нью-Дели, Көньяҡ Африка Респуб­ликаһының Дурбан, Бразилияның Фор­та­­леза ҡалаларында йыйылды. Осрашыуҙар барышында глобаль аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында уртаҡ белдереү ғәмгә сығарылды, көрсөк эҙем­тәләрен бөтөрөү, яңы финанс тәртибен булдырыу мәсьәләләре күтә­рел­де. 2013 йылдың мартында Дурбанда үткән осрашыуҙа БРИКС лидерҙары Эшлекле совет булдырырға ҡарар итте. Яңы орган биш ил араһындағы бизнес-проекттарҙы көйләйәсәк. Шулай уҡ Үҫеш банкы һәм БРИКС резерв фонды булдырыла.
Һәм бына, әҙерлекте тамамлап, Баш­ҡортостан ҡунаҡ ҡаршылай. Өфөләге осрашыу-һөйләшеүҙәр ҙә эҙһеҙ үтмәҫ, та­­рих сәхифәләренә инеп ҡалыр. Рес­публикабыҙҙағы иң төп ҡаҙаныш — ижти­мағи тотороҡлолоҡтоң, етеш тор­моштоң һәм өмөтлө киләсәктең нигеҙендә бер­ҙән-бер формуланың ятыуын аңлау. Ул һәр осраҡта ла һәм теләһә ҡайһы мөнәсәбәттәрҙә лә — дәүләттәр араһын­дамы, кешеләр араһындамы, ҡәүемдәр һәм мәҙәниәттәр араһындамы — урын­лы. Ошо формуланың асылы: Татыулыҡ, Берҙәмлек һәм Түҙемлелек. Беҙ ошо фә­лсәфиәткә таянып йәшәйбеҙ.
Башҡортта “Бәхетленең ҡунағы бергә” тигән әйтем бар. “Аҡсалы кеше тәжрибәгә эйә булған кеше менән осрашһа, аҡса тәжрибәленең кеҫәһенә инә, ә аҡсалы кеше тәжрибә менән ота”. Быныһын инде американ бизнесмены Харви Маккей әйткән. Хаҡ һүҙгә бәхәс юҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 31

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 41

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 68

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 96