Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ЯңылыҡтарУлар ҙа үҙ ҡарашын белдерәсәк

Иртәгә Өфөләге Профсоюздар йортонда БРИКС илдәренең IV Профсоюз форумы асыла. Унда баш ҡалабыҙҙа үтәсәк саммиттарға килгән илдәрҙең иң ҙур милли профсоюз үҙәктәре ҡатнаша.
Йыйындың көн тәртибенә халыҡ-ара социаль-иҡтисади хәлде тикшереү, БРИКС илдәре фекер алышасаҡ көнүҙәк мәсьәләләргә үҙ ҡараштарын белдереү индерелгән. Иртәнге ултырышта Ер шары халҡының яртыһы тиерлек йәшәгән илдәр профсоюздарының ынтылыштары сағылдырылған декларация ҡабул ителәсәк, артабан был документ саммитта ҡатнашыусы дәүләт башлыҡтарына тапшырылырға тейеш. Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков пленар ултырышта доклад менән сығыш яһаясаҡ.
БРИКС саммиты асылыр алдынан Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән осрашыу көтөлә.

Кейемдәренән танырбыҙ

ШОС һәм БРИКС саммиттарының ирекмәндәре кейәсәк кейем өлгөләрен күрһәттеләр. Ярҙамсыларға һәм резерв өсөн 643 комплект кейем әҙерләнгән.
Ҡыҙҙарға — аҡ яулыҡлы һәм билбаулы тубыҡҡа тиклем фирүзә төҫөндәге күлдәктәр, егеттәргә салбар, аҡ күлдәк, галстук һәм фирүзә төҫөндәге пуловер бирелә. Бынан тыш, ирекмәндәргә электр транспортында йөрөү һәм туҡланыу өсөн карталар тапшырыласаҡ.

Ә башҡорт милли ашы?

“Өфө” аэропорты ШОС һәм БРИКС саралары үткәрелгән көндәрҙә дәүләт делегацияларын һәм оҙатып йөрөүсе ҡунаҡтарҙы ашатыу өсөн милли ризыҡтар буйынса меню әҙерләне.
Ул саммиттарҙа ҡатнашыусы илдәрҙең милли кухняһын иҫәпкә алып төҙөлгән 50-нән ашыу ризыҡ төрөнән торасаҡ.
– Борт туҡланыуы иң юғары стандарттар буйынса әҙерләнә, – ти аэропорттың генераль директоры урынбаҫары Олег Медников. – Саммиттар осоронда беҙ был эшкә Өфө компанияларын ғына түгел, киң күләмле дәүләт сараларын хеҙмәтләндереүҙә тәжрибәһе булған федераль операторҙарҙы ла саҡырҙыҡ.

Батик – ҡунаҡтар иғтибарына

М. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейының “Ижад” залында билдәле Өфө рәссамы Ольга Мартьянованың батик күргәҙмәһе эшен башланы. “Әбейҙәр сыуағы” тип исемләнгән тупланмаға 60-тан ашыу картина ҡуйылған.
Батик – төрлө туҡыманы ҡулдан биҙәү ысулдарының дөйөмләштерелгән исеме. Бындай алым Ҡытайҙа, Шумерҙа, Японияла, Африка илдәрендә боронғо замандарҙан уҡ ҡулланыла. “Ижад” залы мөдире Ирина Мелкозерова билдәләүенсә, республикабыҙҙағы ебәккә һүрәт төшөрөү буйынса иң оҫта рәссамдарҙың береһе ойошторған күргәҙмә саммиттарға килгән ҡунаҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы ихтимал.

Сәнғәтебеҙҙе күрһендәр!

Саммиттар осоронда Өфөлә ҡунаҡтарға бай һәм төрләндерелгән мәҙәни программа тәҡдим ителә. Баш ҡалабыҙға билдәле Мәскәү театрҙарының ижади коллективтары киләсәк, урындағы театрҙар һәм концерт ойошмалары ла иң яҡшы спектаклдәрен ҡуясаҡ.
Мәскәүҙең “Петр Фоменконың оҫтаханаһы” Рус драма һәм Өфө дәүләт “Нур” театрҙарында кисә һәм бөгөн Лев Толстой романы буйынса Петр Фоменко ҡуйған “Һуғыш һәм солох. Романдың башы. Сәхнә күренештәре” тигән тамаша, ә 10-11 июлдә Иван Буниндың хикәйәләре буйынса эшләнгән “Һуңғы күрешеү” спектаклен күрһәтәсәк. Тағы ла бер коллектив – “Кремль балеты” театры бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залына гала-концертҡа саҡыра.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры кисә, 7 июлдә, Башҡортостан балет труппаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында Петр Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” балетын күрһәтте. Ә Милли симфоник оркестр тамашасыларҙың һорауы буйынса 10 июлдә “Саундтрек-концерт”ты ҡабатлаясаҡ.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙары ла тамашасыны үҙенсәлекле спектаклдәре менән һөйөндөрәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә